Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Сентябрь 2018, 07:30

Абруйлы ғалим

Баймаҡ ере үҙҙәренең эше һәм йәшәйеше менән төбәктә генә түгел, ә республикала, хатта Рәсәй киңлегендә билдәлелек яулаған шәхестәре менән дан тота. Улар араһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев та бар. Ул—Урал аръяғында иҡтисад буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы кеше.

Баймаҡ ере үҙҙәренең эше һәм йәшәйеше менән төбәктә генә түгел, ә республикала, хатта Рәсәй киңлегендә билдәлелек яулаған шәхестәре менән дан тота. Улар араһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев та бар. Ул—Урал аръяғында иҡтисад буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы кеше.
Әҙеһәм Әғзәм улы Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған. Бала саҡтан тыуған төйәгенең хозур тәбиғәтенә ғашиҡ булып, мул һыулы Һаҡмар, уға ҡойған Кеүәшле йылғаһында һыу инеп үҫкән ир-уҙаман ауылын онотмай. «Ауылымдың бер яғын урман, икенсе яғын дала уратып алған. Һаҡмарға бер нисә шишмә ҡоя, шуларҙың Бирле үҙәк тигәне айырым иғтибарға лайыҡ. Йәй-геһен ул ҡорой, ә көслө ямғырҙар яуһа йәки яҙғы ташҡын мәлендә был шишмәне танымаҫһың. Ул бирләнеп ярҙарынан сыға һәм кешеләрҙең картуф баҡсаларын, ихаталарын баҫа. Бала саҡта Юлыҡ урман хужалығында ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Хәҙер был ағастарға 50 йәш бар. Эх, бер йөрөп сығырға ине шул урмандар буйлап. Беҙҙә еләк тә, бәшмәк тә күп була торғайны. Бесәнде ҡул менән сабып, йыйыуҙар, күбәләү һәм кәбән ҡойоуҙар матур бер хәтирә булып иҫемдә ҡалған. Ул осорҙа ауыл кешеһенә малды күпләп тоторға рөхсәт итмәнеләр. Һәр ихатала берәр һыйыр менән 10-лап һарыҡ аҫранылар. Мин мәктәпте тамамлауға ғына ата-әсәйем малды ишәйтте, колхозда техника күбәйҙе һәм эшселәргә бесән әҙерләүе еңелгә төштө»,—тип хәтер йомғағын һүтә ғалим.
Әҙеһәм Әғзәм улын халҡыбыҙҙың киләсәге борсой. «Хәҙер ауылда ҡул көсө менән бесән эшләмәйҙәр. Мал көтмәгән, картуф сәсмәгән кешеләр күбәйҙе. Үҙгәртеп ҡороу осоронда халыҡ ялҡауланды, эште онотто. Магазин кәштәләре пакетлы һөттәр, колбаса ризыҡтары менән тулды. Уны осһоҙ тип, сифатына ҡарама-йынса һатып алалар. Ә хәҙер тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә һөттә һөт, колбасала ит булмаҫҡа мөм-кин. Теләһә ниндәй ҡатнашмалар ярҙамында етештерелгән аҙыҡ-түлек йәш балаларҙа аллергия сире тыуҙыра»,—тип янып-көйә ул.
Әҙеһәм ағайҙың атаһы Әғзәм Рамаҙан улы 7 класс белеме менән ғүмере буйына «Һаҡмар» колхозының баш бухгалтеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Кешеләр ихтирам иткән үҙен. Әсәһе Фатима Вәли ҡыҙы Әҙеһәмова күрше Юлыҡ ауылынан килен булып төшкән. Ул мәктәптә географиянан уҡытҡан. Йомаш һәм Юлыҡ ауылдары бер колхозға ҡараған булған. Ә эргә-тирәлә ятҡан Ислам, Исмаҡай, Тәңребирҙе ауылдарын перспективаһыҙ тип, юҡҡа сығарғандар. Был мәсьәлә әле булһа ла Әҙеһәм Барлыбаевты борсой. «Яһалма рәүештә ауылдарҙы эреләтеү ҙур хата булған, тип иҫәпләйем. Күрше ауылдарҙы бөтөргәс, күпмелер халыҡ Йомашҡа күсеп сыҡты. Ауыл ҙурайҙы. Әммә уның ҡото китте, элек-электән һаҡланып килгән йолалары, эске мәҙәниәте боҙолдо. Тәртип боҙоуҙар күбәйҙе, хатта енәйәт ҡылып, төрмәгә эләгеүселәр булды»,—ти ул.
6 йәштән уҡырға өйрәнгән Әҙеһәм мәктәптә география, тарих фәндәре менән ҡыҙыҡһына. Өлкән класта уларҙы тракторға уҡытып, танытма бирәләр. Спортты яратҡан егет саңғы һәм йүгереү буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. 2 километрға йүгереп, ике тапҡыр районда 2-се урын яулай. Мәктәпте тамамлағас, бер йыл колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Артабан йүнәлтмә буйынса Ростов дәүләт университетына уҡырға инеп, иҡтисадсы һөнәрен ала. Өфө дәүләт авиация университетында уҡыта башлай. Буласаҡ ҡатыны, Әбйәлил ҡыҙы Фирүзә менән студент йылдарында танышып, дуҫлаша. 1983 йылда йәштәр өйләнешә. «Оҙаҡламай беҙҙе Стәрлетамаҡ педагогия институтына эшкә саҡырҙылар. Ҡатыным менән бер-гәләп иҡтисад фәненән уҡыттыҡ. Өлкән улыбыҙ Азамат—Өфөлә, ә кесеһе Урал Стәрлетамаҡта тыуҙы. Икәүләшеп Мәскәүҙә аспирантураны бөтөп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланыҡ. 1998 йылда Сибай институтында иҡтисад факультетын асырға уйлағастар, беҙ ошонда эшкә ҡайттыҡ. Ике йылдан мине «Иҡтисад һәм финанстар» кафедраһына мөдир итеп ҡуйҙылар. Шулай итеп, ҡатыным Фирүзә Биктимер ҡыҙы менән ғүмер буйына бергә эшләнек. Әле ул хаҡлы ялда, ә үҙем Иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының деканы булып эшләйем. Бер фән докторы, биш фән кандидаты әҙерләнем. Студенттарым араһында 15-ләп фән кандидаты булыуына ҡыуанам. Йыл да институтта фәнни конференциялар үткәреп торабыҙ. Саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, йылға буйына балыҡ тоторға төшәм. Үҙебеҙ төҙөгән йорт ихатаһында виноградтың төрлө сорттарын үҫтереү менән шөғөлләнәм. Ике улыбыҙ ҙа иҡтисад буйынса фән кандидаттары, килендәребеҙ ҙә ошо йүнәлеште һайлаған. Улар үҙ ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Беҙ иһә ейәндәребеҙ Данияр, Кәрим, Динислам һәм Таһирҙың беҙгә ҡунаҡҡа килеүен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Быйыл йәйгеһен ғаиләбеҙҙең 35 йыллығын билдәләнек. Кешегә күп нәмә кәрәкмәй, донъяһы түңәрәк, ғаиләһе имен, бала-сағаһы иҫән-һау булһа—шул етә»,—ти Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев. Аяғында ныҡлы баҫып торған алдынғы ҡарашлы ғалим студенттары һәм коллегалары өсөн бар яҡлап өлгө булып тора.
Альбина Таһирова.