Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Август 2018, 14:04

Күҙҙәренә нур бөркөлә

Бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, алышынған һәр миҙгелгә, атҡан һәр таңға ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй Светлана Николаевна менән Семен Николаевич Черновтар. Сибай ҡалаһының иң абруйлы ғаиләләренең береһе ошо көндәрҙә ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләргә йыйына. Светлана Николаевна ла ғүмеренең матур мәленә аяҡ баҫа.

Бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, алышынған һәр миҙгелгә, атҡан һәр таңға ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй Светлана Николаевна менән Семен Николаевич Черновтар. Сибай ҡалаһының иң абруйлы ғаиләләренең береһе ошо көндәрҙә ҡыҙыл яҡут туйҙарын билдәләргә йыйына. Светлана Николаевна ла ғүмеренең матур мәленә аяҡ баҫа.
—Семен Николавич менән бынан 40 йыл элек Өфөлә студент саҡта уҡ өйләнештек. Үҙем Fафури яҡтарынанмын, иремдең тыуған яғы Баймаҡ районының Күгиҙел ауылына яҡын булһын тип Сибайға йәшәргә ҡайттыҡ. Бер ҙә үкенмәйбеҙ, йәшлек йылдарыбыҙ ошонда үтте, бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы, дуҫтар, туғандар менән гөж килеп ҡатышып, ҙур итеп йорт һалып донъя көтәбеҙ.
БДУ-ның Сибай институтында оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләгән Семен Николаевич Чернов та ҡатынынан уңыуын йәшермәй.
—Бар яҡтан да килгән, ашарға бешерһә, телеңде йоторлоҡ тәмле итеп әҙерләй, йорт-ҡураны тәртиптә тота, бөхтәлек ярата, ҡулында ҡот уйнап тора,—тип ҡыуана йорт хужаһы.—Ихатабыҙҙа һәр нәмәгә уның ҡулы ҡағылған, шуға ла сәскәләре күҙҙең яуын ала, емеш-еләк ҡыҙарып бешә, йәшелсә-емеш мул уңыш бирә.
Күркәм ҡатын ҡайһы арала йортонда шул тиклем көс түгергә өлгөрәлер, ысынлап та бында һәр нәмә үҙ урынында. Эшендә лә маҡтаулы тырыш ханым. Әлеге мәлдә ул ҡаланың Балалар ижады үҙәгендә китапхана мөдире булып эшләй. Тематик күргәҙмәләр, төрлө уҡыуҙар, саралар ойоштороп, өҫтәмә белем алырға килгән балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләй. Намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Балалары—Черновтарҙың ғорурлығы. Өс улдары— Вячеслав, Станислав һәм Александр тормошта үҙ юлдарын тапҡан. Өлкәндәре Вячеслав Семенович тиҫтә йылға яҡын Сибай ҡалаһы суды рәйесе вазифаһын башҡара. Өфөлә төпләнгән улдары Станислав—һаҡлыҡ банкыһы менеджеры, кинйәләре Александр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында табип. Ҡартатай-ҡартәсәләрен ҡыуандырып 3 ейәндәре—Ян, Матвей, Леонид һәм бер бөртөк кенә ейәнсәрҙәре Злата үҫеп килә.
—Берәйһенең тыуған көнө булып табынға йыйылһаҡ, ике кешенән шулай күбәйеп китеүебеҙгә, нәҫелебеҙ артыуға эй ҡыуанабыҙ,—ти Светлана Николаевна, ихлас йылмайып.—Тимәк, бушҡа йәшәмәйбеҙ, зат-ырыуыбыҙ ишәйә, тамырҙарыбыҙ нығына. Беҙҙең өсөн ошо үҙе иң ҙур бәхет.
Буш ваҡыттарын Черновтар сәләмәтлектәрен нығытыуға бағышлай. Йәйҙәрен бергәләп ял итергә яраталар. Быйыл да төрлө ерҙәргә барып, донъя гиҙеп ҡайтҡандар. Ҡара таңдан кискә тиклем хәрәкәттә булырға кәрәк тип иҫәпләй гүзәл зат, шунһыҙ муллыҡ, бәрәкәт килмәй, тип тә өҫтәй.
Бергә-бергә 40 йыл йәшәһәләр ҙә бер-береһенә иғтибарҙы, ихтирамды юғалтмаған Черновтар. Шуға ла уларҙың күңел тороштары күҙҙәрендә нур булып сағыла, бәхетле икәндәре күренә. Ҡалабыҙҙың ошондай күркәм ғәҙәтле кешеләре беҙҙең төбәкте йәмләп йәшәй.