Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Июль 2018, 08:32

Ғәмәле—сауаплы, тормошо—бәрәкәтле

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Янғаҙы ауылынан Байгилдина Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы үҙенең оло юбилейын—80 йәшен билдәләй. Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡта һәм яланғаслыҡта үҫкән, бик иртә дөйөм эшкә егелеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы арымай-талмай хеҙмәт иткән быуын вәкиле ул. Бөгөнгө көндә ил терәге, милләтең йөҙө булып торған 40-60 йәштәрҙәге замандаштарыбыҙ нәҡ уларҙың ишле ғаиләһендә тыуған, тәрбиәләнгән, тормош һабаҡтары алған кешеләр. Хәҙер инде лайыҡлы аҡһаҡалдарҙың һәм ағинәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре тормош эстафетаһын үҙ ҡулдарына ала—өс быуын, өс дәүер кешеләре шулай йәмғиәтебеҙҙең йөҙөн, биҙәген, бөгөнгөһөн һәм киләсәген һынландыра. Шул уҡ ваҡытта, дөйөмлөктөң айырым өлөшө булған һәр кемдең үҙ яҙмышы, үткәндәре һәм хәҙергеһе, юғалтыу-табыштары, ҡаҙаныштары һәм үкенесле мәлдәре.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Янғаҙы ауылынан Байгилдина Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы үҙенең оло юбилейын—80 йәшен билдәләй. Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән, аслыҡта һәм яланғаслыҡта үҫкән, бик иртә дөйөм эшкә егелеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы арымай-талмай хеҙмәт иткән быуын вәкиле ул. Бөгөнгө көндә ил терәге, милләтең йөҙө булып торған 40-60 йәштәрҙәге замандаштарыбыҙ нәҡ уларҙың ишле ғаиләһендә тыуған, тәрбиәләнгән, тормош һабаҡтары алған кешеләр. Хәҙер инде лайыҡлы аҡһаҡалдарҙың һәм ағинәйҙәрҙең ейән-ейәнсәрҙәре тормош эстафетаһын үҙ ҡулдарына ала—өс быуын, өс дәүер кешеләре шулай йәмғиәтебеҙҙең йөҙөн, биҙәген, бөгөнгөһөн һәм киләсәген һынландыра. Шул уҡ ваҡытта, дөйөмлөктөң айырым өлөшө булған һәр кемдең үҙ яҙмышы, үткәндәре һәм хәҙергеһе, юғалтыу-табыштары, ҡаҙаныштары һәм үкенесле мәлдәре.
Гөлйемеш инәй Йылайыр районы Юлдыбай ауылында татыу һәм уңған Хисмәт менән Хәлимә Моталлаповтар ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы, тәүге көндәрҙә үк һуғышҡа алынып, тик Еңеү йылының көҙөндә генә кире әйләнеп ҡайта. Ҡыҙға уҡыу теймәй—өсөнсө класты тамамлаған яҙҙа күҙ сиренә дусар була. Дауаханаға йөрөү файҙа бирмәй. Өфөнән килгән табип, бик ентекләп ҡарағандан һуң: «Был осраҡта медицина көсһөҙ. Зәхмәт ҡағылған, халыҡ саралары менән имләргә кәрәк»,—ти. Күрше Исҡужа ауылнынан Һөйөндөков Фазылйән муллаға өс тапҡыр күренәләр. Уның өшкөрөүҙәре килешә, йылдан ашыу күҙенән яфаланған Гөлйемеш һауығып китә.
Үҫмер ҡыҙ ун биш йәшендә колхозға эшкә сыға. Тәүҙә өлкән ҡатындар менән ырҙын табағында орлоҡ таҙарта. «Триерға (игенде ҡыйҙан айыра торған махсус барабан) бойҙай ҡоябыҙ ҙа, алмашлап әйләндерәбеҙ. Тотҡаға буйым етмәгәс, йәшник ҡуйып әйләндерә инем триерҙы»,—тип иҫләй колхоздағы тәүге эш урынын Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы. Артабан Гөлйемеш тауыҡ фермаһында, колхоз баҡсаһында, башҡа урындарҙа эшләй.
1957 йылда Матрай ауылынан Байгилдин Fилмитдинға кейәүгә сыға. Йәш ғаилә матур йәшәп китә. Бер-бер артлы балалары тыуа. Fаилә башлығы «Башҡорт» совхозында тракторҙа эшләй, йәш ҡатын, балаларын Сәбилә бейеме ҡарамағына ҡалдырып, фермала, ырҙын табағында төрлө эштәрҙә йөрөй.
Ҡыуаныс-көйөнөстәрен үҙ эсенә алған ҡәҙимге ауыл ғаиләһенең һәүетемсә барған тормошо бер көн ҡырҡа боролош ала—ғаилә башлығы яҡты донъянан фәжиғәле китеп бара. Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы утыҙ өс йәшендә бер итәк бала менән яңғыҙы тороп ҡала: өлкән ҡыҙына—ун ике йәш, кесе улына алты ай ғына була. Уларҙы аяҡҡа баҫтырып, үҙаллы тормош юлына сығарғанға тиклемге ғүмере өҙлөкһөҙ көрәш майҙанына әүерелә әсәнең. Нисек балаларҙың тамағын туйҙырырға, өҫтөн бөтәйтергә, уҡытырға, нисек утын алырға, бесән эшләргә, емерелеп барған һарайҙы йүнәтергә, ҡыйшайған ҡойманы төҙәтергә, нисек..., нисек...—яңғыҙ ҡатындың иңендә мең хәстәр, башында яуапһыҙ мең һорау. «Балаларыңды детдомға тапшыр... Йәшһең әле, икенсегә кейәүгә сыҡ»,—тигән кеүек кәңәштәр ҙә ишетмәне түгел. Нисек тә түҙҙе Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы, атайһыҙ ҡалған балаларына сыҡҡан 54 һум пенсияны ҙур булмаған эш хаҡына ҡушып донъя көттө. Ҡоро килгән 75-се йылда ауылдан алты саҡрымда ятҡан Ҡараһаҙ баҫыуында ҡарыш буйындай ғына булып ҡалҡҡан игенде ҡул менән тамырынан йолҡоп бесән әҙерләнеләр. Атаһы, Хөрмәт ағаһы, иренең туғандары һәр саҡ ярҙам итте. 1978 йылда өлкән ҡыҙы Фәүзиә, Сибай педагогия училищеһын тамамлап, Һултантимер мәктәбенә уҡытыуға төштө. Бер-бер артлы башҡа балалары ла хеҙмәт юлын башланы. Хәмдиә—һатыусы, Рәсүл—геолог, Руслан—механизатор, Зәниә—почта операторы, Зәкирә—бухгалтер, Илфат—механик, Рәмил механизатор һөнәрен һайланы. Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы, яңғыҙмын тип тормай, туй яһап, йола буйынса ҡыҙҙарын кейәүгә бирҙе, йортона килен төшөрҙө. Балаларының барыһы ла ғаиләле (тиҫтерҙәре араһында яңғыҙлыҡта тилмереп ғүмер кискәндәр аҙмы ни хәҙер), икешәр-өсөшәр ейән-ейәнсәр бүләк итте. Тик ҡыҙы Зәниә, ҡайғыларға һалып, баҡыйлыҡҡа бик иртә китеп барҙы. Уның улы менән ҡыҙын өлкән кейәүе Fәйнислам менән Фәүзиә үҙ ғаиләһенә алды, уҡытты, башлы-күҙле итте. Был да бит тәрбиәнән, атай-әсәй йортондағы мөхит йоғонтоһонан килә.
Илле бер йәшендә тағы ҡырҡа боролош яһай Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙының яҙмышы—Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылынан Әбделхаҡ Шәйәхмәтовҡа тормошҡа сыға. Улар егерме һигеҙ йыл татыу донъя көттө. Яңы урында яңы туғандарынан, тормош иптәшенең балаларынан, уның үҙенән дә рәхмәттән башҡа һүҙ ишетмәне. Эргәһендә тороп иренең күҙҙәрен йомдорған да Гөлйемеш инәй үҙе булды. Әбделхаҡ олатайҙың вафатына йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән.
Һигеҙ балаға йән биргән Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙының ун һигеҙ ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар бөгөн. Ул бер нисә саҡырылыш Матрай ауылы Советы депутаты итеп һайланды, III дәрәжә «Әсәлек даны» ордены, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
«Гөлйемеш килен сауапты күп алды, шуға тормошо бәрәкәтле»,—тиер ине ҡайынбикәһе Асия. Ысынлап та, Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы Сәбилә бейемен бер ваҡытта ла ташламаны. Аш һалһа: «Тиҙ генә ҡартәсәйеңә ашҡа әйтеп кил»,—тип балаларының береһен йүгертер ине. Күршеһенә, етем Һәҙиә әбейгә, самауыры артында гел урын табылды, хәйер-саҙаҡа бирергә лә бер ваҡытта ла онотманы ул. Хәҙер мәсеткә йөрөй.
Гөлйемеш Хисмәт ҡыҙы әсәлек бурысына тоғро ҡалғаны, ауырлыҡтарға баш эймәгәне, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй йәшәгәне өсөн оло ихтирамға лайыҡ. Ундай ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр күп беҙҙең арала. Күрә беләйек, күтәрә беләйек уларҙы!
Мәҙинә Мансурова.
Һүрәттә: Гөлйемеш Байгилдина ейәндәре Айгиз һәм Фидан менән.
Читайте нас: