АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Июль 2018, 17:31

«Берәү булһа ла берәгәйле»

Сибай ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сажиҙә Факил ҡыҙы Fәниева күптән түгел «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған ханым менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ уның тормошо, ғаиләһе, мәҙәниәт һәм йәмәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.

Сибай ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе, ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сажиҙә Факил ҡыҙы Fәниева күптән түгел «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Бар ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған ханым менән ҡорған әңгәмәлә һүҙ уның тормошо, ғаиләһе, мәҙәниәт һәм йәмәғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге хаҡында барҙы.
—Сажиҙә Факил ҡыҙы, һеҙ ҡайһы тарафтан, эскән һыуығыҙ ҡайҙан?
—Мин Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында тыуғанмын. Ташлы йылғаһында һыу инеп үҫкәнмен. Бала саҡта Көтөр батыр мәмерйәһенән ҡайтып килмәҫ инек. Беҙҙең ауылды халыҡ телендә Башҡорт Атингәне тиҙәр. Шуға бәйле легенда ла бар. Элек башҡорттар йәйләүгә сыҡҡан. Һөйләүҙәре буйынса, бер ғаиләнең аттары юғалған. Малҡайҙарҙың береһе ауылға ҡайтып, хужаһының өйөнә үк инеп торған, ти. Шуны күреп ҡалған килен кеше, ҡурҡыпмы, әллә ҡыуанысынанмы «ат ингән, ат ингән» тип бар ауылға һөрәнләгән. Шулай итеп, Әбүбәкер ауылының халыҡ телендәге икенсе исеме Башҡорт Атингәне (күрше ауылды Рус Атингәне тип йөрөтәләр). Ялан менән урман сигендә урынлашҡанға ауылыбыҙҙың тәбиғәте бик матур.
—Ниндәй ғаиләлә буй еткерҙегеҙ? Бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине?
—Сынбулатовтар нәҫеленәнмен. Үкенескә күрә, мин бик иртә, 11 генә йәшемдә атайһыҙ ҡалдым. Атайым Факил Ишмөхәмәт улы бесән сапҡан мәлдә һәләкәткә осрап, йәшләй генә гүр эйәһе булды. Әсәйемә, ҡартәсәйемә, туғандарыма мең рәхмәтлемен. Мин уларҙың наҙын тойоп, эшкә өйрәнеп үҫтем. Беҙ ғаиләлә 4 бала булғанбыҙ. Әммә ике апайым менән ҡустым бәләкәй саҡтарында уҡ баҡыйлыҡҡа күскән. Бер бөртөк кенә ҡалып үҫһәм дә, бик иртә ҡул араһына индем.
Әле лә берәй эшкә тотонор алдынан әсәйем һәм ҡартәсәйемдән алған тәжрибәгә таянып эш итәм.
—Ҡайһы ерҙәрҙә белем алдығыҙ?
—Ауылда 8-се класты тамамлағандан һуң 9-10 кластарҙы Аҡъяр район мәктәбендә дауам иттем. Шул йылда әсәйем ҡазаланып, аяғын ауырттырып ҡуйҙы. Шуға күрә, берәй уҡыу йортона инеп һөнәр алыу уйын кисектереп торорға тура килде. Әмәлгә ҡалғандай, ауылда эш килеп сыҡты. Шулай итеп, 1984 йылдың авгусында мине үҙебеҙҙең мәҙәниәт йортона директор итеп алдылар. Быйыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнемә 34 йыл тула. Унан Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында юлландым. Ярты йыл уҡығас тормош миңә тағы ла һынау ҡуйҙы. Йөрәк өйәнәге тотоп, дауаханаға эләктем. Өс ай буйына дауаланғандан һуң ғына аяҡҡа баҫтым. Уҡыу буйынса ныҡ артта ҡалып киткәс, уҡыһам да, уҡымаһам да барыбер эшләйем мин тип училищеға документтарымды ала барҙым. Миңә: «1 майға тиклем ял ит тә, кире уҡырға кил»,—тинеләр. Шулай итеп, әҙерләнеп килеп, 1-се курсты тамамлап ҡуйҙым. Дәүләт практикаһын күрше Федоровка ауылының мәҙәниәт йортонда үттем. 1988 йылда ҡулыма диплом алғас, Аҡъяр район мәҙәниәт йортона белгес булып эшкә төштөм. 1989 йылда Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы егете Fәбит Сабит улы Fәниевҡа кейәүгә сыҡҡас, Сибайҙа йәшәй башланыҡ. Ҡаланың мәҙә-ниәт бүлегенә эшкә урынлаштым. Үҙемдең хеҙмәт юлымда осраған, төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән, фәһемле кәңәштәр биргән етәкселәргә, коллегаларыма шул тиклем рәхмәтлемен. Бергәләп беҙ бик ҙур эштәр башҡарҙыҡ, Сибайҙың данын арттырҙыҡ, мәҙәни тормошто йәнләндерҙек. Минең хеҙмәтемде күреп, баһалағандары өсөн барыһына ла рәхмәт. Мәҙәниәт хеҙмәткәре булыуы еңелдән түгел. Беҙгә халыҡ ял иткәндә, байрам осоронда эшләргә тура килә. Был тәңгәлдә ғаиләңдең аңлауы кәрәк.
—Fаиләгеҙ менән яҡындан таныштырып китһәгеҙ ине?
—Ирем оҙаҡ йылдар полицияла эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Үрҙә әйтеүемсә, ул да, мин дә, хатта балаларыбыҙ ҙа байрам көндәрендә эшләй торғайныҡ. Өлкән улыбыҙ Рәдис «Сулпан» өлгөлө балалар вокал-бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Кесе улыбыҙ Байрас Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының бейеү коллективында һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамблендә бейене. Артабан Рәдис Сибай институтының «Ете ырыу» халыҡ бейеү ансамблендә, ә Байрас Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» һәм Халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең «Ынйыҡай» халыҡ бейеү ансамблдәренә йөрөнө. Икеһе лә әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әлеге көндә Рәдис ҡаланың «Fаилә» халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә, ә Байрас Өфөнөң «Баштрансгаз» йәмғиәтендә эшләй.
Көмөш туйыбыҙҙы билдәләгәс, иркен йорт һалып сыҡтыҡ. 2015 йылда Fаилә көнө айҡанлы беҙгә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» өсөн миҙалы тапшырҙылар. Fаиләмдең эшемде аңлап ҡарауын тойоп йәшәйем. Былай булһа, 34 йыл буйына мәҙәниәт өлкәһендә эшләй алмаған булыр инем. 19 йыл буйына ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркын етәкләгән осорҙа ла ҡала һәм мәҙәниәт бүлеге етәкселегенең, ғаиләмдең ярҙамы ҙур булды. Әлеге мәлдә мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе булараҡ эшләүемде, мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт итеүемде дауам итәм. Fәбит менән йәшәүебеҙгә быйыл 29 йыл тула. Беҙ икебеҙ ҙә Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветерандары.
16 йыл дауамында Сибай ҡалаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитетын етәкләйем. Быйыл апрелдә Өфөлә үткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең пленумында «Профсоюзда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһен тапшырҙылар. Июндә иһә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булдым һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан билдә алып һөйөндөм. Был наградалар, әлбиттә, дөйөм эштең һөҙөмтәһе. Бөтә яҡлап ярҙам иткәндәре, эшемде күрә белгәндәре өсөн ҡала етәкселегенә, бергә эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен.
—Ниндәй уй-ниәттәр менән янып йәшәйһегеҙ?
—30 июндә тыуған ауылым Әбүбәкерҙә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙғарыла. Әлеге көндә ауылымда урта белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто гөрләп эшләп тора. Йәштәр өй һала, сабыйҙар тыуа. Нәҫелдәштәрем Сынбулатовтар, иремдең яғынан Рафиҡовтарҙың (Fәниевтар) туған йәнле, дәртле, ойошҡанлы булыуҙарына һөйөнөп бөтә алмайым. 1 июлдә әсәйем Йәмилә Ҡорбанғәле ҡыҙына 80 йәш тула. Ошо уңайҙан уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем. Әсәйем мине: «Берәү булһа ла берәгәйле»,—тип ярата. Уның ошо һүҙенә тап төшөрмәҫкә тырышам. Именлектә-һаулыҡта тағы ла дәртләнеберәк эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Альбина Таһирова әңгәмәләште.
Читайте нас: