Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Июнь 2018, 13:48

Эшлекле ханым

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рида Өмөтбаеваны беҙҙең төбәктә белмәгәндәр һирәктер. Өс тиҫтә йыл ғүмерен кешеләрҙе дауалауға бағышлаған Рида Мөбәрәк ҡыҙы алыҫ Борай районының Ҡарғалы ауылында тыуып үҫкән. Уларҙың ғаиләһендә 3 ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләнә. Бала саҡтан үткер, тырыш Рида класында ла, мәктәбендә лә комсорг була. Ул йәмәғәт эштәренә лә, өйҙә әсә-атаһына ярҙамлашырға ла өлгөрә. 8-се класты тамамлағас Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Шәфҡәт туташы һөнәрен тик яҡшы билдәләргә генә үҙләштергән ҡыҙ хеҙмәт юлын Борай район дауаханаһында башлай. 1981 йылда атаһының вафатын ауыр кисергән Рида сирлеләргә ярҙам итеү маҡсатында үҙенең киләсәген мотлаҡ табип һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. Ул Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рида Өмөтбаеваны беҙҙең төбәктә белмәгәндәр һирәктер.
Өс тиҫтә йыл ғүмерен кешеләрҙе дауалауға бағышлаған Рида Мөбәрәк ҡыҙы алыҫ Борай районының Ҡарғалы ауылында тыуып үҫкән. Уларҙың ғаиләһендә 3 ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләнә. Бала саҡтан үткер, тырыш Рида класында ла, мәктәбендә лә комсорг була. Ул йәмәғәт эштәренә лә, өйҙә әсә-атаһына ярҙамлашырға ла өлгөрә. 8-се класты тамамлағас Бөрө медицина училищеһына уҡырға инә. Шәфҡәт туташы һөнәрен тик яҡшы билдәләргә генә үҙләштергән ҡыҙ хеҙмәт юлын Борай район дауаханаһында башлай. 1981 йылда атаһының вафатын ауыр кисергән Рида сирлеләргә ярҙам итеү маҡсатында үҙенең киләсәген мотлаҡ табип һөнәре менән бәйләргә ҡарар итә. Ул Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, Рида төркөм старостаһы булырға ла, уҡырға ла, ҡала дауаханаһында эшләргә лә өлгөрә.
—Әсәйем яңғыҙы эшләгәс, аҡса етмәй торғайны. Һеңлем дә педагогия институтында уҡыны. Шуға ла мин йәштән эшкә егелдем. Юғары стипендия һәм эш хаҡы алғас, үҙ-үҙемде тулыһынса тәьмин итә инем. Шул йылдарҙа төркөмдәшем, Йылайыр районының Матрай ауылы егете Рәсүл Мөхәмәт улы менән дуҫлашып йөрөнөк һәм 5-се курста ғаилә ҡороп ебәрҙек. Тормош иптәшем миңә бар яҡлап ышаныслы терәк, уның менән тормошом яйлы, күңелем тыныс минең,—тип һөйөнә Рида Мөбәрәк ҡыҙы.
1988 йылда, дәүләт имтихандары барған мәлдә, Өмөтбаевтарҙың бәхетле ғаиләһендә ҡыҙҙары Юлиә донъяға килә. Ҡулдарына диплом алғас улар бергәләшеп Сибайға эшкә ҡайта. Оҙаҡламай йәш табиптар, Рәсүл Мөхәмәт улының әсәһе ауырып китеү сәбәпле, Йылайырға йәшәргә ҡайтырға мәжбүр була. Ирле-ҡатынлы Өмөтбаевтар район дауаханаһына эшкә урынлаша. Улдары Рәил шунда тыуған. Рида Мөбәрәк ҡыҙы оҙаҡ йылдар терапевт, терапия бүлеге мөдире, баш табип урынбаҫары, баш табип булып эшләй. Психиатр-нарколог булараҡ эш башлаған Рәсүл Мөхәмәт улы поликлиника мөдире, поликлиника мөдире урынбаҫары вазифаларын башҡара.
—1989 йылдан 2016 йылға тиклем Йылайырҙа йәшәнек һәм тап ошо осорҙа беҙ белгес булараҡ ҙур тәжрибә тупланыҡ. Йәш саҡ—көслө саҡ тигәндәй, ал-ялһыҙ эшләнек тә, балаларҙы ла уҡытып, аяҡҡа баҫтырҙыҡ. Беҙ яңыраҡ ике яҡ нәҫелдән таралған табиптарҙы һанап ултырҙыҡ. Әлеге көндә үҙемдең һәм иремдең туғандары араһында республикала һәм унан ситтә 17 табип уңышлы эшләп йөрөй, тағы ла 4 студент Башҡорт медицина университетында белем ала, —ти Рида ханым. Табип Өмөтбаевтарҙың династияһы дауам итә. Рида Мөбәрәк ҡыҙы һәм Рәсүл Мөхәмәт улының ҡыҙы ла, кейәүе лә Республика клиника дауаханаһында уңышлы эшләй. Улдары Рәил дә кәләше менән бергәләп шәхси клиникала хеҙмәт итә. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй Юлиәнең өс йәшлек улы Азатты һөйөп туя алмай. Быйыл ҡыҙҙарының ғаиләһендә тағы ла бер сабыйҙың тыуыуын көтәләр. Рида Мөбәрәк ҡыҙы балаларының уңғанлығына, тырышлығына ҡарап оло ҡыуаныс кисерә.
2016 йылда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ҡарары буйынса Рида Мөбәрәк ҡыҙын Сибай ҡала дауаханаһына баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары итеп күсерәләр. Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Рәсүл Мөхәмәт улын ҡаланың психотерапия бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Өмөтбаевтар бында ла һынатмай, тотош Урал аръяғы халҡының сәләмәтлеге һағына баҫа. Терапия һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса юғары категорияларға эйә булған Рида Мөбәрәк ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Рида һәм Рәсүл Өмөтбаевтар үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән күптән инде халыҡ араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙанған.