Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Июнь 2018, 16:21

Ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеге—имандың яртыһы

Сибай ҡалаһының «Бикбау» магазинында урынлашҡан «Имран» сауҙа нөктәһе 2011 йылдан эшләп килә. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын килешле, зауыҡлы итеп кейендереү, дини ғилем биреүсе әҙәбиәт, сәләмәтлек өсөн шифалы үләндәр, никах күлдәктәре, яулыҡтар, оҙон итәктәр менән һатыу итеү өсөн тәғәйенләнгән магазин һуңғы осорҙа майҙандарын киңәйтте, тауарҙар ассортиментын байытты. «Имран» йәмғиәтенең хужабикәһе—шәхси эшҡыуар Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы Сөйөшева менән изге Рамаҙан айында осрашып һөйләшеүебеҙҙең төп сәбәбе—Ураҙа ғәйете уңайынан ойошторолған «Саҙаҡа» акцияһы булды.

Сибай ҡалаһының «Бикбау» магазинында урынлашҡан «Имран» сауҙа нөктәһе 2011 йылдан эшләп килә. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарын килешле, зауыҡлы итеп кейендереү, дини ғилем биреүсе әҙәбиәт, сәләмәтлек өсөн шифалы үләндәр, никах күлдәктәре, яулыҡтар, оҙон итәктәр менән һатыу итеү өсөн тәғәйенләнгән магазин һуңғы осорҙа майҙандарын киңәйтте, тауарҙар ассортиментын байытты. «Имран» йәмғиәтенең хужабикәһе—шәхси эшҡыуар Гөлфирә Рафаҡ ҡыҙы Сөйөшева менән изге Рамаҙан айында осрашып һөйләшеүебеҙҙең төп сәбәбе—Ураҙа ғәйете уңайынан ойошторолған «Саҙаҡа» акцияһы булды.
—Беҙ бындай акцияны Ураҙа байрамы алдынан ғына түгел, даими ойоштороп торабыҙ. Ысынлап та, 15,16,17,18 июнь көндәре беҙҙең сауҙа нөктәһендәге барлыҡ тауарҙарға ла 50 процентҡа тиклем ташлама яһаласаҡ. Мохтаждарға, етем-дәргә хатта бушлай тауар биреү ҙә ҡарала. Саҙаҡа биреү—изге ғәмәл, уң ҡулың биргәнде һулаҡайы күрергә тейеш түгел. Бының менән беҙҙең мөлкәт кәмемәй, киреһенсә өҫтәлә генә,— ти кеше күңелле Гөлфиә Рафаҡ ҡыҙы.—Изге ай, изге көндә башҡарған тағы бер эшебеҙ хуплауға лайыҡ. Ҡала мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ифтар мәжлесенә йыйылып, гүзәл заттар-ға арналған кисә уҙғарҙыҡ. Мөслимәләр-гә табип-гинеколог,педиатр, психолог, имиджмейкер, парикмахер менән аралашыу, улар үткәргән оҫталыҡ дәрестәре бик оҡшаны, мосолман кейемдәренән дефиле ла бик урынлы булды. Әйткәндәй, унда ҡатын-ҡыҙҙар тап беҙҙең сауҙа үҙәгендәге күлдәктәрҙе кейеп мода күрһәтте.
Һәр ваҡыт яңылыҡҡа, нәзәҡәтлеккә, камиллыҡҡа ынтылған эшлекле ханым ҡалала 6 кешегә эш урыны булдырған. Шуларҙың 4-әүһе сауҙа нөктәләре һатыусылары булһа, 2-әүһе интернет селтәре аша һатып алыу, һатыу эше менән булыша. Һатыусылар ҡатын-ҡыҙҙарға яулыҡ ябыныу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә, һатып алыусыларға дини һабаҡ биреүсе әҙәбиәт һайлашырға, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүселәргә тура юл күрһәтергә лә өлгөрә. Тауарҙар башлыса Ҡырғыҙстандан, Төркиәнән, Сәғүд Fәрәбстанынан килтерелә.
Сауҙа үҙәгенең төп бүлеге—йәш кәләштәргә тәғәйенләнгән тиһәң дә хата булмаҫ. Хәҙер йәштәр никахтың Аллаһ Тәғәлә алдында төп фарыз булыуын яҡшы аңлай, шуға ла уға ныҡлы әҙерләнә: мотлаҡ үҙенә килешле никах күлдәге, яулыҡ ала, биҙәнеү әйберҙәрен дә онотмай. Шулай уҡ бүлектә бирнә өсөн бөтә әйберҙәр ҙә—һандыҡтан алып буй юрған, яҫтыҡ, ҡорама, затлы тауарҙар, постель кәрәк-яраҡтары ла бар. Сәңгелдәкте лә әллә ҡайҙан эҙләп йөрөргә түгел. Ошонда уҡ кейәүгә кәләшкә мотлаҡ мәһәр, ҡалым, затлы бүләктәр биреү зарурлығы, ғаиләлә ир-ҙең, ҡатындың тотҡан урыны ла аңла- тыла. Ҡайһы берәүҙәр ислам дине ҡатын-ҡыҙҙы көпләндерә, шириғәт ҡанундары гүзәл затҡа ҡарата ҡаты тип уйлап ныҡ яңылыша. Хижаб, еңле күлдәк кейеү—королеваларға хас иғтибар һәм мөнәсәбәт, хәстәрләү күрһәтеү өлгөһө ул.
ҒFилем эстәргә килеүселәргә әҙәбиәт етерлек. Хатта уны ошонда уҡ ултырып уҡыу мөмкинлеге тыуҙырылған.
Ҡатын-ҡыҙ ялтырауыҡҡа ҡыҙығыусан. Биҙәүестәрҙең ҡулдан эшләнгәне лә, фабрикала етештерелгәндәре лә күҙҙең яуын ала. Һуңғы арала витриналары милли биҙәүестәр менән тулыуға иғтибар иттем.
—Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен юҡҡа сығармаҫ өсөн тырышабыҙ инде. Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул, тиҙәр бит. Ҡул эштәре менән булышыусыларға тыуҙырған матурлыҡтарын аҡсаға әйләндерергә ярҙам итәбеҙ. Әйткәндәй, затлы таштар ме-нән биҙәлеп эшләнгән әйберҙәргә, милли костюмдарға һәр ваҡыт һорау ҙур,— ти эшҡыуар ханым.
Заманса кейем бүлегендә йәштәр, балалар өсөн дә модалы кейем-һалым күп. Сәләмәтлекте нығытыу өсөн ҡулланылған үләндәр кәштәһе лә туп-тулы. Аҡ, ҡара әнис майы,ҡына, дарыу үләндәре орлоҡтары, бөркәнсек яһау өсөн махсус ҡоролмалар—былар барыһы ла үтемле тауар. Зәм-зәм һыуы ла йәй көндәре генә түгел, йылдың ҡайһы миҙгелендә лә һатылып бөтә.
Сауҙа нөктәһендәге картина, сувенир, башҡортса открыткалар, хушбуйҙар һәм башҡа әйберҙәр ҙә үҙ хужаларын бик тиҙ таба.