АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Май 2018, 11:31

ФРОНТОВИКТЫҢ КИНЙӘ УЛЫ

Сибай үҙәк дауаханаһында оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллиндың исеме ҡалалаштарға ғына түгел, Урал аръяғында йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ул 1943 йылдың 3 майында Ниғәмәт ауылында Һибәтуллин Мырҙағәле һәм Зөһрә Мөхәмәтғәли ҡыҙының ғаиләһендә 4-се бала булып донъяға килгән. Тик балаларға ата һөйөүен, уның таянысын татып үҫергә насип булмай: ҡәҙерлеләре Бөйөк Ватан һуғышына алына.

Сибай үҙәк дауаханаһында оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы Һибәтуллиндың исеме ҡалалаштарға ғына түгел, Урал аръяғында йәшәүселәргә яҡшы таныш. Ул 1943 йылдың 3 майында Ниғәмәт ауылында Һибәтуллин Мырҙағәле һәм Зөһрә Мөхәмәтғәли ҡыҙының ғаиләһендә 4-се бала булып донъяға килгән. Тик балаларға ата һөйөүен, уның таянысын татып үҫергә насип булмай: ҡәҙерлеләре Бөйөк Ватан һуғышына алына.
Ирмөхәмәт иһә атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, сөнки ул 3 айлыҡ ҡына булып ҡала. 1944 йылда февраль айында ғәзиздәренең хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡағыҙ килә. Шулай итеп, 25 йәшлек кенә әсәйҙәре ҡәһәрле һуғыш арҡаһында тол ҡалған. Ул ваҡытта өлкән улы Нурғәлегә ни бары 9 йәш була.
Ирмөхәмәт Һибәтуллин башта тыуған ауылы мәктәбендә, унан Түбә ауылына йөрөп уҡып урта белем ала. Тырыш егетте ауыл китапханаһына эшкә алалар. Төбәктә мәҙәни ағартыу эштәре алып барыу уның иңенә һалына. Уңышлы ғына эшләп йөрөгәнендә ҡапыл әсәһе ҡаты ауырып китә. Шул ваҡытта Ирмөхәмәт, медицина буйынса уҡырға ҡарар итеп, Сибай медицина училищеһына юллана. Армияға алынғас, Омскиҙа хеҙмәт итә һәм уҡыуын да шунда тамамлай. Һалдат мәктәбен үтеп ҡайтҡан егет Башҡорт дәүләт медицина иниститутына уҡырға бара. Унда ул курстың парторг эшен башҡара, кистәрен «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә эшләй.
1968 йылда Ирмөхәмәт Ниғәмәт мәктәбендә химия-биология уҡытыусыһы булып эшләгән Fилминур исемле һылыуға өйләнә. 1969 йылда өлкән ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Әлеге көндә Гүзәл Ирмөхәмәт ҡыҙы Сафина Сибай үҙәк дауаханаһының поликлиникаһын етәкләй. Икенсе ҡыҙҙары Сәлимә лә, Гүзәл дә атаһының юлын һайлаған. Ул Өфө дауаханаларының береһендә табип-терапевт. Гөлшаттары БДУ-ның Сибай институтын тамамлап, Әбйәлил районы архивын етәкләй. Улдары Иршат БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетын бөтөрөп, Республика клиник дауаханаһында кадрҙар бүлеге мөдире булып эшләй.
Һибәтуллиндар ғаиләһе 1971 йылдан Сибай ҡалаһында йәшәй. Fаилә башлығы Сибай медицина училищеһының директоры вазифаһын башҡарғанда уҡыу йортоноң үҫешенә күп көс һала, ятаҡ төҙөтөүгә өлгәшә. 1978 йылдан алып 17 йыл дауамында Ирмөхәмәт Һибәтуллин Сибай поликлиникаһын етәкләй. Шул ваҡытта ул поликлиниканың хәҙерге бинаһын төҙөүгә күп көс һала, медицина ҡорамалдарын яңырта, көндөҙгө стационарҙы астыра.
Табип 1986 йылда Киев ҡалаһына барып энә рефлекс-терапияһы буйынса белемен камиллаштырып ҡайта. Уның ҡулының ҡөҙрәтен, дауалау алымдарының үҙенсәлеген дауаланыусылар яҡшы беләлер. Ирмөхәмәт Мырҙағәле улы шулай уҡ оҙаҡ йылдар дауахананың ҡан тапшырыу бүлеген етәкләне. Был бүлеккә лә бик күп яңылыҡтар индерә. Билдәле табип намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исемдәренә лайыҡ. Әлеге көндә ул хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да сафта.
«Тормош көткәндә беҙ донъя йөгөн бергә тарттыҡ. Шуғалыр ҙа донъябыҙ етеш булды. Малын да көттөк, баҡсаһын да үҫтерҙек, йортон да төҙөнөк. Хәҙерге көндә Алтын ҡасабаһында ҙур яҡты йорт һалып сығып рәхәтләнеп йәшәйбеҙ. Ирем барыбыҙға ла ныҡлы терәк-таяныс. Уны яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ»,—ти ҡатыны Fилминур Һибәтуллина.
Бына шулай фронтовик Мырҙағәле Һибәтуллиндың кинйә улы тормошта үҙ юлын табып, төбәк халҡының һаулыҡ һағында тора.
Рәсүл Мансуров.
Һүрәттә:
И.М.Һибәтуллин.