АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Апрель 2018, 11:46

БЕЙЕҮ УНЫҢ ҠАНЫНДА

Тамашасы оҫта бейеүсене әллә ҡайҙан танып белә. Бейеү уның холоҡ-фиғеленә һалына, йөҙөндә сағылыш таба, ғөмүмән, бар булмышын солғап ала. Сибай институтының «Ете ырыу» халыҡ ансамбленең солисы Фәиз Үҙәнбаев сәхнәгә сыҡҡанда уның бөркөт ҡарашынан, йәшлек дәртенән хатта тәндәр зымбырлап китә. Фәиздең тормошҡа ҡарашы һәм яратҡан шөғөлө тураһында уның менән ҡорған әңгәмәнән белерһегеҙ.

Тамашасы оҫта бейеүсене әллә ҡайҙан танып белә. Бейеү уның холоҡ-фиғеленә һалына, йөҙөндә сағылыш таба, ғөмүмән, бар булмышын солғап ала. Сибай институтының «Ете ырыу» халыҡ ансамбленең солисы Фәиз Үҙәнбаев сәхнәгә сыҡҡанда уның бөркөт ҡарашынан, йәшлек дәртенән хатта тәндәр зымбырлап китә. Фәиздең тормошҡа ҡарашы һәм яратҡан шөғөлө тураһында уның менән ҡорған әңгәмәнән белерһегеҙ.
—Һин нисә йәштән бейейһең?
—3 йәштән бейей башланым. Сибай филармонияһында ғаилә ансамбле менән сығыш яһап, призлы урын алғаныбыҙҙы, миңә йомшаҡ уйынсыҡ бүләк иткәндәрен яҡшы иҫләйем. Ағайҙарым Илмир, Илһам менән атайым Зәкир Fәле улы үҙе һалған «Балалар байығы» бейеүен дүртәүләп башҡарыуыбыҙҙы ла яҡшы хәтерләйем. Fаилә менән Салауат районына барып милли батырыбыҙ С.Юлаевтың 250 йыллығына арналған сарала сығыш яһауыбыҙ тураһында видеояҙма һаҡланған. Мин музыкаль ғаиләлә үҫтем. Әсәйем Әнисә Рәшит ҡыҙы матур йырлай.
—Бейеү һинең өсөн нимә ул?
—Бер яҡтан мин бейеүҙе күңелле хобби тип ҡабул итәм. Ул еңел булмаған тормошто йәмләй, биҙәй. Икенсенән, ул кешене физик яҡтан әҙерләй, сәхнәлә үҙеңде ышаныслы тоторға өйрәтә. Тағы ла бер мөһим яғы бар. Бейеү—ул атайымдан ҡалған аманат, уның эшенең дауамы. Үкенескә ҡаршы, мин 7-се класта уҡығанда атайым мәрхүм булып ҡалды. Әммә ул беҙҙең йөрәгебеҙгә башҡорт бейеүҙәренә ҡарата мәңгелек һөйөү, ихтирам һәм дәрт һалып китте.
—Остаздарың тураһында ни әйтерһең?
—Әлбиттә, иң тәүге уҡытыусым—ул атайым. Мин уға ҙур рәхмәтлемен. Артабан 2011-2015 йылдарҙа Р. Fарипов исемендәге башҡорт лицейында уҡыған сағымда Шафиҡов Әнүәр Хәким улы етәкләгән «Аҡйондоҙ» бейеү ансамблендә шөғөлләнеп оҫталыҡ дәрестәре алдым. 2012 йылда беҙҙең ансамбль «Байыҡ» республика телевизион конкурсында Гран-при яуланы. Мәктәпте тамамлағас Сибай филармонияһының бейеү ансамблендә (етәксеһе—Хәтмуллин Илдар Булат улы) бер йыл бейеп тәжрибә тупланым. Әле Сибай институтының «Педагогика» факультетының 1-се курсында белем алам. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәбиуллин Азат Арыҫлан улы етәкләгән «Ете ырыу» халыҡ бейеү ансамбленең солисымын. Остаздарым хаҡында шуны әйтә алам: атай дәрт бирҙе, Әнүәр Хәким улы характер һалды, Азат Нәбиуллин техникаға өйрәтә.
—Һиңә оҡшаған бейеүҙәр? Кумирҙарың бармы?
—Ф.Fәскәров исемендәге башҡорт дәүләт халыҡ бейеү ансамбленең «Төнъяҡ амурҙары» бейеүе оҡшай. Һәр ваҡыт яңы һалынған бейеү—иң яратҡаны була. Әле генә өйрәнгән «Ҡарабай» бейеүе менән «Студент яҙы» ҡала фестивалендә 1-се урын яуланыҡ. 27 апрелдә Өфөлә үтәсәк республика фестивалендә ҡатнашырға йыйынабыҙ. Был бейеүҙе данлыҡлы Хәлил Ишбирҙин һалған. Әле ул минең өсөн яңғыҙ бейеү ижад итә. Алла бирһә, «Байыҡ» телевизион конкурсының 2-се турында ҡатнашасаҡмын.
Кумирҙарға килгәндә, бик күп данлыҡлы бейеүҙәр һалыусы Йәүҙәт Бикбирҙинды, ғәскәровсы Рөстәм Мөлөковты атар инем. Ф.Fәскәров бейеү ансамбленең йәш солисы, Баймаҡ егете Хәбир Аралбаевтың сығышын ҡарағанда, уның менән сәхнәлә ярышыу сәме уянып китә хатта.
—Яратҡан шөғөлөңә күпме ваҡыт китә?
—Аҙнаһына өс көн 3-әр сәғәтләп репетиция үткәрәбеҙ. Бынан тыш, көн дә берәр сәғәт ваҡытымды бейеүҙәр яҙылған видеояҙмаларҙы ҡарауға бүләм. Был миңә хаталарҙы төҙәтергә, үҙ өҫтөмдә эшләргә ярҙам итә. Бейеүгә ҡарата һөйөү көслө булғанға ла бейергә яратам. Минеңсә, бар булмышы менән сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһына бирелгән кеше аҡса, ваҡыт тураһында уйламай. Мин үҙем дә рухи байлыҡты өҫтөн күрәм.
—Һиңә ни бары 20 генә йәш. Fүмереңдең иң матур мәле тип әйтергә була. Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһең?
—Атайым мәрхүм беҙгә профессиональ бейеүсе булырға кәрәкмәй, ул һеҙҙең хоббиғыҙ булһын, тип әйтеп ҡалдырҙы. Ул үҙе оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының «Атайсал» бейеү ансамбленең етәксеһе булды. Киләсәктә уның һымаҡ берәй ҙур булмаған ансамбль ойоштороу хаҡында хыялланам.
—Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, тағы ла ниндәй шөғөлдәрең бар?
—Өфөлә уҡығанда гитарала уйнарға өйрәнгәйнем. Хәҙер йырлайым, үҙем дә йырҙар ижад итәм. «Ҡош юлы» республика бард йырҙары фестивалендә «Виртуоз гитарасы» номинацияһында еңеү яуланым. Фортепьянала бер аҙ уйнауҙы үҙләштерҙем. «Студент яҙы» ҡала фестивалендә үҙем етәкләгән 4 кешенән торған вокал-инструменталь ансамбль менән сығыш яһаныҡ. Актерлыҡ оҫталығын да һынап ҡарарға тура килде. Үҙемде төрлө яҡтан асырға маташыуыммы, ваҡыт үҙе күрһәтер. Ә бейеүгә булған һөйөүем һәм ихтирамым ғүмер буйына оҙатып барасаҡ, тип уйлайым.
—Фәйез, төплө, тәрән мәғәнәле әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, уҡыуыңда уңыштар һәм ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.
Азалина Мәхийәнова әңгәмәләште.