Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Март 2018, 12:08

БӘХЕТКӘ ЛАЙЫҠ

—Яҙмыш теҙләндерһә, йығылмаҫ өсөн яғаһына йәбеш. Уттарға һалһа—үҙең унан да көслө ян, шул ваҡыт уның ҡыҙыуын һиҙмәҫһең. Һыуҙарға ташлаһа, күбек булып өҫкә күтәрелмә, аҫылташ булып төпкә бат, ялтырауыңды күреп, сумып алырҙар. Туҙан итеп һауаға күтәрһә, ямғыр тамсыларына ҡушылып, ергә төш. Ҡарурмандарҙа аҙаштырһа, ҡояшҡа ҡарап юл һайла. Таштар менән баҫтырһа, шишмәгә әүерелеп, иреккә урғы. Ергә күмһә, орлоҡ шикелле тишеп сыҡ. Елкәнеңде елдәр йыҡһа, йөрәгеңде елкән итеп күтәр. Ниндәй генә осраҡта ла еңергә өйрән. Көслө рухлылар ғына маҡсаттарына ирешә ала. Түҙемдәр генә бәхеткә лайыҡ,—ти Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбе директоры Зилә Fиззәт ҡыҙы Fәлимова.

—Яҙмыш теҙләндерһә, йығылмаҫ өсөн яғаһына йәбеш. Уттарға һалһа—үҙең унан да көслө ян, шул ваҡыт уның ҡыҙыуын һиҙмәҫһең. Һыуҙарға ташлаһа, күбек булып өҫкә күтәрелмә, аҫылташ булып төпкә бат, ялтырауыңды күреп, сумып алырҙар. Туҙан итеп һауаға күтәрһә, ямғыр тамсыларына ҡушылып, ергә төш. Ҡарурмандарҙа аҙаштырһа, ҡояшҡа ҡарап юл һайла. Таштар менән баҫтырһа, шишмәгә әүерелеп, иреккә урғы. Ергә күмһә, орлоҡ шикелле тишеп сыҡ. Елкәнеңде елдәр йыҡһа, йөрәгеңде елкән итеп күтәр. Ниндәй генә осраҡта ла еңергә өйрән. Көслө рухлылар ғына маҡсаттарына ирешә ала. Түҙемдәр генә бәхеткә лайыҡ,—ти Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбе директоры Зилә Fиззәт ҡыҙы Fәлимова.
Атаһының бер туған һеңлеһе Даниса Зиннәтулла ҡыҙы уға бәләкәй генә сағынан ошолайыраҡ кәңәштәр бирә. Остазы үҙенән 4 кенә йәшкә олораҡ булһа ла, уның һабаҡтарын ғүмерлеккә үҙләштерә етәксе ҡатын. Бәхетле бала сағы тап уның менән бергә Хәйбулла районының Вәлит ауылында, ҡартатаһы, ҡартәсәһе янында үтеүенә яҙмышына рәхмәтле.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Зилә Fиззәт ҡыҙының элемтә бүлеге начальнигы булып эшләп йөрөгән атаһы Fиззәт Зиннәт улы йәшләй генә 1984 йылда Күлтабан күлендә һыуға батып үлгән. Мишкә районынан Хәйбуллаға килен булып төшкән әсәһе Рафиға береһенән-береһе ваҡ өс ҡыҙ—Зилә, Зөлфиә, Лилиә менән тол ҡалған. Әммә ул тыуған яҡтарына ҡайтырға ашыҡмай. Сибай ҡалаһында төпләнеп, ғүмере буйы төҙөлөш эшендә эшләп, әле лә ошонда матур итеп, балалары, иренең туғандары менән ҡатышып, аралашып йәшәй.
Зилә кес кенә саҡтан тарих менән ҡыҙыҡһына, шуға ла уға һөнәр һайлау ауыр булмай. Тарих уҡытыусыһы дипломын алғас та балаларға ошо фәндән һабаҡ бирә башлай. Ҡаланың 9-сы лицейында ла уҡыта, унда шулай уҡ бер нисә йыл рәттән мәктәп директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары ла була. Тәжрибә туплағас, ҡаланың мәғариф бүлегенә методист-инспектор итеп алалар. 2010 йылдан 6-сы мәктәптә директор вазифаһын башҡара. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәре булараҡ үҙе оҙаҡ йылдар шул мәктәп етәкселеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәс, уға коллектив ят тойолмай һәм ул ең һыҙғанып, дәртләнеп эшкә тотона.
—Һәр эште башлап ебәреүе ауыр инде ул. Шулай ҙа, бер тотонғас, артҡа сигенеү юҡ. Төптән эшкә егелдем. Уңыштар ҙа көттөрмәне, «Уңайлы мөхит» программаһы буйынса күп кенә эштәр атҡарҙыҡ. Белем биреү процесы бер сменала ғына башҡарылып, төштән һуң уҡыусылар рәхәтләнеп спорт секцияларында, һынлы сәнғәт һәм башҡа түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Уҡы-тыусыларҙың да буш ваҡыттары күбәйҙе, белем биреүҙең сифаты күтәрелде. Мәктәп бинаһына капиталь ремонт уҙғарыуға, йыһаз һатып алыуға 5 миллион 625 мең һум аҡса бүленде,—тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша директор.
Белем усаҡтарына бик күп яңылыҡтар индереүсе етәксене уҡытыусылар ҙа, техник персонал да, уҡыусылар ҙа ныҡ хөрмәт итә, барыһы ла уны «беҙҙең директор» тип кенә тора. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған эшлекле ханым уҡытыусылар һәм өлкән класс уҡыусылары араһында спартакиада ойоштороуға әүәҫ. Еңел атлетика, саңғы менән Зилә Fиззәт ҡыҙы бәләкәйҙән шөғөлләнә. Йыл һайын ҡалала уҙғарылған «Саңғы юлы» ярышында гел алдынғылыҡты яулай.
Зилә Fәлимованың бик һәләтле шәхес булыуын тағы бер шөғөлө—саксофонда уйнауы иҫбатлай. Был музыкаль инструментта ул 40 йәштән уҙғас ҡына уйнарға өйрәнә. Ял итергә йылы яҡҡа китеп барғанында поезда уға бер юлдашы уның дөрөҫ тын алмауын, йөрәге менән үпкә ритмы тап килмәүен әйтә. Ул шулай уҡ тын алыуҙы һәм йөрәк тибешен тынлы инструменттар менән көйләү мөмкинлеген дә белдерә. Ул ял итеп ҡайтҡас та Сибай сәнғәт колледжы белгестәренә мөрәжәғәт итә һәм Артур Fинәтуллин класына саксофон уйнарға йөрөй башлай. Спорт менән шөғөлләнгән ханымдың үпкәһе ҙур күләмдә тын тотоуға һәләтле булып сыға. Тиҙ арала тырыш уҡыусынан оҫта саксофонсыға ла әйләнә. Хәҙер ул ҡалала уҙғарылған барлыҡ мәрхәмәтлек концерттарында ла сығыш яһай. Тынлы музыка ҡоралы уның тын алышын ғына көйләп ҡалмай, тәбиғәттән бирелгән музыкаль һәләтен дә аса.
—Әлеге көндә Вәлит ауылында йәшәгән йәше 90-ға етеп килгән Зиннәтулла ҡартатайым оҙон көйҙәр йырларға ярата, матур итеп аяттар уҡый,—ти Зилә Fиззәт ҡыҙы зат-ырыуында моңло тауышлы, сәнғәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Зилә Fиззәт ҡыҙы һәм Сәйфетдин Fәйфетдин улы Fәлимовтарҙың ғаиләләре лә өлгөлө. Ире сығышы менән Йылайыр районынан, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының улы, атаһы Курск дуғаһы мәхшәрендә ҡатнашҡан. Сәйфетдин Fәйфетдин улы оҙаҡ йылдар «Баштрансгаз» йәмғиәтендә инженер булып эшләй. Fәлимовтарҙың өлкән балалары—ҡыҙҙары Эльвина Мәскәүҙең Ломоносов исемендәге университетын тамамлаған. Ул кейәүҙә, ире менән үҙҙаллы донъя көтә. Улдары Эдуард Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында белем алған. Әлеге мәлдә Мәскәү электр технологиялары институтында уҡый. Шул ваҡытта һүрәт төшөрөүен дә ташламай, сит телдәрҙе өйрәнә.
Fәлимовтарҙың шәхси йорто туған-тыумасалары, яҡындары өсөн генә түгел, балаларының дуҫтары өсөн дә һәр ваҡыт асыҡ. Ҡыҙының да, улының да Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған иптәштәре йыл һайын Сибай тарафтарына килеп ял итергә ярата. Fәлимовтар уларҙы Урал аръяғының тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштыра, милли аш-һыу менән һыйлай, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә.
—Былтыр Лондонда йәшәгән дуҫтары килде. Fәҙелша шарлауығында, Талҡаҫ күлендә ял иттек, ҡымыҙ, ҡаҙы, ҡорот, бал менән һыйланыҡ. Экологик яҡтан таҙа, тәбиғи ризыҡҡа иҫтәре китте. Башҡортса һөйләшкәнде яраталар, һеҙҙең телегеҙ йыр кеүек матур тиҙәр. Һеҙ беҙҙең башҡорт ғаиләбеҙ, тип беҙҙе ныҡ ихтирам итеп, үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып ҡайттылар,—тип һөйләй Зилә Fиззәт ҡыҙы.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр, ти халыҡ мәҡәле. Ерән сәсле, үҙенсәлекле холоҡло Зилә Fиззәт ҡыҙының төҫ башы ғына түгел, күңеле лә алтынға бәрәбәр. Әсәһенең, Өфөлә йәшәгән ике һеңлеһенең, ғаиләһенең, үҙе етәкләгән 6-сы мәктәптең алтын таяуы ул. Тап ЗиләҒFәлимова ише гүзәл заттар донъяны ҡотайта, ерҙе биҙәй, яҡындарын бәхетле итә.