Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Март 2018, 12:04

ЯБАЙ ВОДИТЕЛЬ ТИМӘГЕҘ йәки Сорғот башҡорттары ни хәлдә?

Өфөлә уҡыған саҡта шундай лаҡап йөрөй торғайны. Имеш, баш ҡалабыҙҙа дүрт милләт йәшәй: башҡорттар, рустар, татарҙар һәм баймаҡтар. Ысынлап та, сығышы менән Баймаҡ районынан булғандар бик күп булды. Хәҙер был «милләт» Себер тарафтарын да баҫып алып бара икән. Эш эҙләп урындағы халыҡтың күпләп ситкә китеүе һөйөндөрмәһә лә, эшһеҙлеккә һылтанып тик ятмауҙары, ғаилә аҫрарға тырышыуҙары ҡыуандыра. Ә инде уларҙың сит тарафта милләтебеҙ үҫеше өсөн ниҙер эшләүе бөтөнләй хайран итә.

Өфөлә уҡыған саҡта шундай лаҡап йөрөй торғайны. Имеш, баш ҡалабыҙҙа дүрт милләт йәшәй: башҡорттар, рустар, татарҙар һәм баймаҡтар. Ысынлап та, сығышы менән Баймаҡ районынан булғандар бик күп булды. Хәҙер был «милләт» Себер тарафтарын да баҫып алып бара икән. Эш эҙләп урындағы халыҡтың күпләп ситкә китеүе һөйөндөрмәһә лә, эшһеҙлеккә һылтанып тик ятмауҙары, ғаилә аҫрарға тырышыуҙары ҡыуандыра. Ә инде уларҙың сит тарафта милләтебеҙ үҫеше өсөн ниҙер эшләүе бөтөнләй хайран итә.
Себерҙә, анығыраҡ итеп әйткәндә Нижнесортымск ҡасабаһында, милли-мәҙәни үҙәк эшләп килә. Уға «Ирәндек» атамаһы бирелгән. Үҙәктең етәксеһе Хәбир Һибәтуллин.
—Мин 1995 йылда килдем. Ул мәлдә «Нижнесортымскнефть» идаралығының начальнигы булып Зинур Хөсәйенов эшләй ине. Сығышы менән Туймазы районынан булды. Әле Нижнесортымск ҡасабаһының бер урамына уның исеме бирелгән. Нәҡ уның янында милләтебеҙҙең әүҙемселәре күпләп йыйыла ине. Шул саҡтарҙа беҙ республиканан артистар саҡырып, байрам саралары ойошторҙоҡ, Башҡортостандан килгән ҡыҙ-егеттәрҙе эш менән тәьмин итергә тырыштыҡ. Милли-мәҙәни үҙәк эшмәкәрлегенең башы 1990 йылдарға барып тоташһа ла, рәсми рәүештә 2002 йылда ғына теркәнек. Үҙебеҙ йәшәгән төбәктә уҙғарылған сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ. Халҡыбыҙҙың бар ижади байлығын башҡаларға еткерергә, һаҡлап ҡалырға көс һалабыҙ. Мәҫәлән, 2009 йылда милләт-ара форумда I дәрәжә дипломын алыуға өлгәштек. 2016 йылда Лянторҙа уҙған фестивалдә икенсе урын яуланыҡ. 2011 йылда «Ирәндек» милли-мәҙәни үҙәге «Нижнесортымск» идаралығы етәкселеге менән һөйләшеү алып барҙы һәм бер төркөм делегация Баймаҡ ҡалаһына килде. Беҙҙе аңлап, яҡшы ҡабул иткән хакимиәт башлығы ИХ.Ситдыҡовҡа оло рәхмәт. Бында хеҙмәттәшлек итеүгә килешеү төҙөлдө. Шуға ярашлы Өфө йылылыҡ-энергия колледжының Баймаҡ филиалында белем алыусылар «Нижнесортымскнефть» идаралығында практика үтеү мөмкинлеге алды. Әйткәндәй, уларға эш хаҡы түләнә. Улай ғына ла түгел, артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә табыла. Бына 19 февралдә генә 4 курста белем алыусы 11 студент килде. Улар ай ярым практика үтәсәк, ҡулдарына 50-60 мең һум аласаҡ. Ә май айында 3 курс студенттары килә. Егеттәр уҡып бөтөп, әрмегә барып ҡайтыуға беҙҙә уларға эш буласаҡ. Әлеге көндә Баймаҡ филиалында нефть ҡорамалдарында эшләү йүнәлешендә бүлектәр асырға уйлайбыҙ. Бының өсөн тәүҙә уҡыу полигоны булдырыу зарур. Хакимиәт башлығы И.Х.Ситдыҡов йәнә беҙҙе хупланы. Киләсәктә Баймаҡта нефтселәр ҙә әҙерләй башларбыҙ тип ышанам,—ти Хәбир Нурмөхәмәт улы.
«Ирәндек» милли-мәҙәни үҙәге телде һаҡлап ҡалыуға ла үҙ өлөшөн индерә. Улар Башҡортостан Мәғариф министрлығы аша методик һәм уҡыу әсбаптары ала һәм 2011 йылда урындағы мәктәптә йәкшәмбе мәктәбе аса. «Северное сияние» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлназ Аллаярова дәрес алып барыуҙы үҙ өҫтөнә алып, 5 йыл дауамында 45 балаға һабаҡ бирә. Тик, үкенескә күрә, һуңғы йылда йәкшәмбе мәктәбе эшмәкәрлеге туҡтап ҡалған. Сөнки ҡасабала балалар һаны бик күп, улар ике сменала уҡырға мәжбүр булған. 2016 йылда 1-се класҡа—260, 2017 йылда 270 бала килгән. Әлеге көндә яңы мәктәп төҙөлә. Ул сафҡа ингәс тә, «Ирәндек» үҙәге әүҙемселәре йәкшәмбе мәктәбен кире тергеҙеүҙе маҡсат итеп алған.
Урындағы «Премьер» мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә етәксе Илдар Мөхәйәров һәм уның ярҙамсыһы Иҙел Һағынбаев тырышлығы менән балалар ҡурай уйнарға өйрәнә. Әйткәндәй, Башҡортостандан килгән сәнғәт әһелдәре бик күп бында. Улар үҙәктең түңәрәктәрен алып бара, музыка мәктәптәрендә уҡыта, балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙе йырларға, бейергә өйрәтә. «Нур» бейеү студияһы эшләй. Етәксеһе Лена Fәли ҡыҙы Дәүләткирәйева. Ир-егеттәрҙе бейеү ансамблен Фәиз Усманов етәкләй. Ә «Лидер» спорт комплексында көрәш түңәрәге булдырылған (тренер Надир Исмәғилев). Уны ойоштороуҙы ла «Ирәндек» милли-мәҙәни үҙәге атҡарып сыға.
—Мин Сорғот районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесемен дә. Шуға ла милләттәштәргә ярҙам итеүҙе төп бурысым итеп алғанмын. Ярҙамсыларыма рәхмәтлемен. Темәс егете Илшат Яҫыбаев, Ниғәмәт егете Илшат Мусин, Хәйбулла районы егете Самат Торомтаев... Һынай китһәң улар бик күп. Һәр береһе тыуған төйәктән йыраҡта булыуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалыуға, яҡташтарға ярҙам итергә тырышып тора. Районда һәммәһе—18, ә ҡасабала 3 милли-мәҙәни үҙәк эшләй. Улар араһында беҙҙеке, башҡорттарҙыҡы, һис кенә лә ҡалышмай. Һәр сарала ҡатнашып, үҙ традицияларыбыҙҙы сәхнәләштереп, аш-һыуыбыҙҙан күргәҙмәләр ойоштороп, йыр-моңобоҙҙо тамашасы күңеленә еткерергә күнеккәнбеҙ. Фестиваль-конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәйбеҙ,—ти Хәбир ағай.
«Нижнесортымскнефть» идаралығында эшләгән башҡорттарҙың һаны 3 меңгә яҡын. Хәбир Нурмөхәмәт улы үҙе бында 21 йәшендә водитель булараҡ эшкә төшөп, нығынып киткән. Әле килеп ябай машинистың халҡы, милләте өсөн янып-көйөүе, шундай ҙур эштәр атҡарыуы хуплауға лайыҡ. Тыуған яғына ҡайтҡанда буй еткергән ғәзиз ауылы Ниғәмәткә, кәләшенең тыуған ауылы Таулыҡайға ла ярҙам күрһәтеүе икеләтә һоҡланырлыҡ. Шундай ир-егеттәребеҙ барлығын белгәс, «Мин—Баймаҡтан» тип күкрәк һуҡҡы ла килә шул!
Резеда Усманова.