Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
15 Декабрь 2017, 12:13

ЗАМИР БҮЛӘК ӘҘЕРЛӘЙ

Бәғзеләр эшһеҙлеккә һылтанып ятҡанда, икенселәр төп эшенән тыш үҙ шөғөлөн оҫта ҡулланып, өҫтәлмә килем ала. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Замир Мөхәмәтйәров та шундай сос егеттәрҙең береһе.

Бәғзеләр эшһеҙлеккә һылтанып ятҡанда, икенселәр төп эшенән тыш үҙ шөғөлөн оҫта ҡулланып, өҫтәлмә килем ала. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Замир Мөхәмәтйәров та шундай сос егеттәрҙең береһе.
Сибай ҡалаһында тыуып үҫеп, тәүҙә ҡала гимназияһында, унан Сибай педагогия колледжында информатика йүнәлешендә белем алған егет Магнитогорск дәүләт университетында программист һөнәрен үҙләштерә. Компьютер менән оҫта эш иткән, заман технологияһын яҡшы белгән Замирға бынан 3-4 йыл элек апаһы өҫтәлмә килем алыу тураһында һүҙ сығара. Егеткә был идея оҡшап ҡала һәм ул календарҙар, фотолар эшләү менән булыша башлай.
Киндер туҡымаға төшөрөлгән фотоһүрәт бигерәк матур килеп сыға. Яйлап фотопазл эшләргә лә өйрәнеп ала. Ваҡ киҫәктәрҙән үҙеңдең йә яҡын кешеңдең фотоһүрәтен йыйыу ҙа кинәнес тыуҙыра. Ә уны стенаға элеп ҡуйһаң ҡәҙимге бер сағыу картина-портретҡа әүерелә. Шулай уҡ заказ буйынса фотоны матур һүҙҙәр теҙмәһенән эшләргә мөмкин. Был бигерәк тә ҡәҙерле кешеңә бүләккә шәп: бар теләктәрең дә һүрәткә төшөрөлгән!
Замирҙың календарҙарында рух та, шаянлыҡ та сағыла. Ул билдәле яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың шиғырҙарынан өҙөк бирә һәм шаярып үҙенсә дауам итеп ҡуя. Мәҫәлән, июль айында Салауат Юлаевтың «Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...» тигән һүҙҙәре тора. Замир уға «Мин һыу төшөргә китеп барам» тип өҫтәгән. Ә декабрь айында Д.Юлтый һүҙҙәре: «Әҙер бул!» Ул былай тип дауам ителгән: «Шыршы алып ҡалырға».
Башҡорт әҙәбиәтенә ҡағылышлы календарҙар күреп, Замирҙан «Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынаһыңмы»,—тип һораным.
—Эйе, мин башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡмын. Шулай ҙа был һөйөү эште еңелләштермәй, эҙләнергә, ваҡыт табып китапханаларҙа ултырырға тура килә. Календарҙарҙа әҙ генә әҙәбиәт, әҙ генә әкиәт булһын тип тырышам. Шуға ла әҙиптәрҙең билдәле әҫәрҙәренә, шиғри юлдарына үҙ һүҙҙәремде өҫтәйем. Фекер янына уларҙың портреттарын ҡуям. Фотоларҙы, календарҙарҙы баҫып сығарыуҙа дуҫым ярҙам итә. Байрамдар яҡынлашһа, заказдар күбәйә. Ә былай кешеләр тыуған көндәргә, юбилейҙарға, туйҙарға фотоларҙы заманса эшләтеп ала. Был үҙенә күрә үҙенсәлекле бүләк. Интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендә минең махсус сәхифәм (битем) булдырылған. Ул «Оригинальные подарки. Фотомозаика. Портреты» тип атала. Һәр кем инеп, минең эшем менән таныша ала,—ти Замир.
Тырыш егет шулай уҡ башҡортса открыткалар әҙерләй. Уларҙа ла башҡорт әҙәбиәте сағылыш таба. Мәҫәлән, 18 йәше тулған улығыҙға, ҡыҙығыҙға йәки дуҫығыҙға «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» тип яҙылған, Мостай Кәрим фотоһы ҡуйылған открытканы һайларға мөмкин. Ни өсөнмө? Сөнки уны асып ебәрһәң, унда «Бөттө. Тыуған көнөң менән!» тип яҙылған. Йәғни бала сағың бөттө, оло үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫаһың. Ошондай кинәйәле шаяртыу менән эшләнгән открыткаларҙы ниңә бүләк итмәҫкә? Үҙенә күрә йәштәрҙе әҙәбиәтебеҙгә иғтибар итергә өндәү ҙә булып тора бит ул.
Әйткәндәй, Яңы йыл—Эт йылы яҡынлашыу сәбәпле иғлан иткән «Тоғро дуҫым» фотоконкурсының («Бәйләнештә) һәм гәзиттә донъя күрәсәк эткә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр конкурсының еңеүсеһенә нәҡ Замир Мөхәмәтйәровтан шәп бүләк эләгәсәк! Конкурстар тамамланыуға бик һынаулы ваҡыт ҡалды. Ашығығыҙ! Тоғро дуҫығыҙ—этегеҙ менән төшкән фотоны ебәреп йәиһә ауылығыҙҙағы эткә бәйле лаҡапты яҙып, Замирҙан шәп бүләк алыуығыҙ бик ихтимал. Шуға ла ятып ҡалғансы, атып ҡалығыҙ тип өндәшәбеҙ.
Резеда Усманова.