АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Декабрь 2017, 11:49

АРҘАҠЛЫ НӘҪЕЛ ҠЫҘЫ

Атанғоловтарҙы «сәсәндәр нәҫеле» тип атағандар, сөнки улар башҡаларға йыуаныс һүҙҙәре әйтеүсе, изгелек илтеүсе, тәрбиә менән бәйле кешеләр. Уларҙан, мәҫәлән, Хәбир Fәлиәхмәт улы—ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған табип-хирург барыбыҙға ла билдәле. Ул ошо фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн халыҡ һөйөүенә лайыҡ булды, «Почет билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Президиумы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Атанғоловтарҙы «сәсәндәр нәҫеле» тип атағандар, сөнки улар башҡаларға йыуаныс һүҙҙәре әйтеүсе, изгелек илтеүсе, тәрбиә менән бәйле кешеләр. Уларҙан, мәҫәлән, Хәбир Fәлиәхмәт улы—ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған табип-хирург барыбыҙға ла билдәле. Ул ошо фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн халыҡ һөйөүенә лайыҡ булды, «Почет билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Президиумы, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Уның бер туған ағаһы Шәйәхмәт Fәлиәхмәт улы Атанғолов та оло хөрмәткә лайыҡ шәхестәребеҙҙең береһе. Ул Матрай районы булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм яңы төҙөлгән райондың халыҡ мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ш.F.Атанғолов Юлдыбай ауылын район үҙәге итеп һайлауға, районда берҙән-бер башҡорт урта мәктәбе астырыуға ҙур өлөш индергән, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләгән, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» юғары исемен йөрөтөүсе.
Төпкөл башҡорт ауылы Һабырҙа тыуып үҫкән Шәйәхмәт менән уның ҡатыны Нәзирә Атанғоловтар Ырымбур педагогия техникумын тамамлап ҡайтҡандан һуң, бар ғүмерҙәрен йәш быуынды уҡытыуға бағышлаған. Балаларында ла белемгә һөйөү тәрбиәләгәндәр, тормошҡа аңлы ҡараш, маҡсат ҡуя белгәндәр. «Донъя һикәлтәһеҙ булмай, күп кеше шул ҡытыршылыҡтарҙы донъя ауырлығы, «хоҙай суҡмары» тип ҡабул итә, әммә дәрт менән янған кеше ауырлыҡ булыр ҙа үтер тип кисерә»,—тиер булған Шәйәхмәт ҡарт.
Ата-әсәһенең теләге ҡабул була: ғаиләлә буй еткергән өс бала ла—Урал, Амур, Лена—барыһы ла үҙҙәрен мәғариф өлкәһенә бағышлай. Өсөһө лә Юлдыбай урта мәктәбен тамамлаған, улар белем алған мәктәпкә ҡасандыр аталары Шәйәхмәт ҡарт 1941 йылда нигеҙ һалдыртҡан.
Өлкән улдары Урал—педагогия фәндәре докторы, уның улы Рәшит тә фән эшмәкәре, математика фәндәре кандидаты. Икенсе улдары Амур ҙа юғары белемле физик, күп йылдар Йылайыр, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә балаларға физика, астрономия фәндәренән белем бирҙе.
Ҡыҙҙары Лена Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған. Дәрестәргә ентекле әҙерләнеү, төрлө алымдар, күргәҙмә әсбаптар, техник саралар ҡулланыу менән уҡыусыларында үҙ фәненә ҡарата һөйөү уята. Күп йылдар баш ҡалабыҙ Өфөлә физика уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булып торҙо. Уның уҡыусылары көслө, алтын миҙал яулаусылар, бик күптәре физика йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарын тамамланы. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының талабын үтәп, үҙ аллы эшләүсе уҡытыусы-физик Рәсәй күләмендә билдәлелек яулап, иң шәп 10 уҡытыусы исемлегенә инде. Лена Шәйәхмәт ҡыҙы халыҡ мәғарифы отличнигы, уҡытыусы-методист, әле хаҡлы ялда.
Минән ике йәшкә өлкәнерәк Лена менән беҙ күрше йәшәнек, бергә уйнап үҫтек, бер мәктәптә һабаҡ алдыҡ. Пионерия, комсомол осоро... Леналарҙың класы бик көслө, әүҙем булыуҙары менән айырылып торҙо. Йәмәғәт эштәре күп, туристик походтар, спорт ярыштары. Лена мотоциклда ла бик оҫта йөрөнө, ағайҙары ситтә булғас, атаһының уң ҡулына әйләнде. Ә Шәйәхмәт ҡоҙа менән Нәзирә ҡоҙағый һәр эштә тәртип яратты, башлаған эште еренә еткереп, ентекле һәм ваҡытында үтәүҙе хуп күрҙе.
Аҙаҡтан инде күрше дуҫым миңә еңгәй булып китте. Лена еңгәйем ағайым Fирфан Ҡорбанғәле улы Атанов менән ике ҡыҙ—Рәйсә һәм Эльвираны тәрбиәләп үҫтерҙе. Fирфан ағай Ҡәрйән ауылында тыуып үҫкән. Ул индустриаль техникум тамамлағас, ғүмер буйы Өфө моторҙар эшләү заводында эшләп, шунан хаҡлы ялға сыҡты. Ағайыбыҙ менән еңгәйебеҙ барлыҡ туғандар өсөн дә абруйлы, хөрмәтле кешеләр. Уларҙың кешелеклегенә, итәғәтлелегенә һоҡланып туйғыһыҙ. Лена еңгәйебеҙ уңған ҡатын, һөйөклө әсәй, яратҡан өләсәй ҙә. Һөнәренә тоғро, оло йәнле, киң күңелле, дәртле һәм талапсан, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусы ул Һаҡмар һылыуы.
Юлдыбай ауылынан бик күп данлыҡлы кешеләр сыҡҡан. Ошонда йәшәп, мәктәптә белем алып киткән Атанғоловтар ҙа Юлдыбайҙың даны, уның ғорурлығы булып тора.
Хәфизә АТАНОВА,
мәғариф ветераны.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылы.
һүрәттә: һулда Лена Атанғолова.
Читайте нас: