АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Ноябрь 2017, 12:07

ТЫРЫШТАР ӘМӘЛЕН ТАБА

Кеше—үҙ яҙмышының хужаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Һәр кем уны үҙе ҡора. Ялҡауҙар, билдәле, ғүмер ағымы ыңғайына көн итә. Ә бына яңы ынтылыштар табып, тормош ҡаршылыҡтарына, ауырлыҡтарына ҡарамай, алдына маҡсаттар ҡуйып тырышып йәшәүселәргә ҡарап хайран ҡалаһың, сәмләнәһең һәм уларҙы үрнәк итеп ҡуяһың. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ришат Рәшит улы Байымовҡа (һүрәттә) ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Кеше—үҙ яҙмышының хужаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Һәр кем уны үҙе ҡора. Ялҡауҙар, билдәле, ғүмер ағымы ыңғайына көн итә. Ә бына яңы ынтылыштар табып, тормош ҡаршылыҡтарына, ауырлыҡтарына ҡарамай, алдына маҡсаттар ҡуйып тырышып йәшәүселәргә ҡарап хайран ҡалаһың, сәмләнәһең һәм уларҙы үрнәк итеп ҡуяһың. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ришат Рәшит улы Байымовҡа (һүрәттә) ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Ришат—Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан. Рәшит һәм Мәҙинә Байымовтарҙың татыу, өлгөлө ғаиләһендә кинйә малай булып донъяға килә. Иң кесеһе булыуына ҡарамаҫтан, уңған, эшһөйәр ата-әсә янында үҫкәнгә, бәләкәйҙән эш һөйөп егет ҡорона етә. Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, күҙ атып, яратып йөрөгән ҡыҙы Динараға өйләнә. Ауылда эш булмау сәбәпле, йәштәр Баймаҡ ҡалаһында ҡуртымға фатир алып, матур итеп донъя көтә башлай. Ришат Рәшит улы—Баймаҡ АТП-һына водитель, ә кәләше Динара ҡала дауаханаһына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша. Бер нисә йылдан тырыш ғаилә яңы биҫтәнән ер участкаһы алып, өй бураһы күтәреп тә ултырта. Эш хаҡы бәләкәй булыу сәбәпле, Ришат эшен ташлап, себер яҡтарында ла йөрөп ҡайта. Бер мәл шәхси эшҡыуар М.Әфләтүновта эшләй башлай. Бында ул һыу скважинаһын быраулау һөнәрен үҙләштерә, ике йыл самаһы тәжрибә туплай. Шул саҡ үҙ эшен асыу хыялы тыуа. Ришат Рәшит улы район хакимиәтенең ярҙамына ла өмөт итмәй, кредитҡа ла сумырға теләмәй. Себерҙә эшләп йөрөүсе туғанынан бер миллион һум аҡса алып тора һәм һыу быраулау машинаһы һатып алып, дәртләнеп, яратҡан эшен башлап та ебәрә. Бурысҡа аҡса биреп тороусы ағаһының да, өмөтләнеп ҡараған ғаиләһенең дә ышанысын аҡлай ул.
Әлеге ваҡытта Ришат Баймаҡ ҡалаһынан һәм районынан, шулай уҡ күрше Йылайыр, Хәйбулла райондарынан заказдар ҡабул итеп, халыҡты һыу менән тәьмин итә. «Конкуренция көслө булыуға ҡарамаҫтан, миңә тигәне табылып тора, шылтыраталар, йәй көндәрендә эшһеҙ ултырманыҡ»,—ти ул. Эшҡыуарҙың төп терәге, таянысы—бер туған ағаһы Шамил. Улар был эште икәү алып бара. Ә инде ғаиләлә ҡатыны Динара уны һәр яҡлап хуплап, маҡтап ҡына тора. Йорт эштәре бигүк тамамланып бөтмәһә лә, Байымовтар үҙ өйҙәренә күскән. Хужабикә эшкә бөтмөр. Йәйен баҡсала төрлө йәшелсә-емеш үҫтергән, йорт тирәләй сәскәләр ҙә ултыртып сыҡҡан, тауыҡ-ҡаҙ аҫраған, тимәк, ҡыш оҙонлоғона етәрлек запас бар. Бына бит, эшләгәнгә эш ҡарышмай. Йәшәйем, табам, тип тырышҡан йәштәрҙең алдында барыһы ла бар.
—Быйыл картуф уңды. Ҡартәсәйем тауыҡтар биргәйне, йәй йомортҡанан өҙөлмәнек, улым менән себештәрен дә ҙурайтып алдыҡ,— тип ҡыуана Динара.
Эйе, улдары Раян уларға ярҙамсы булып үҫеп килә. Балалы өйҙә йәм дә бар, ынтылыш та бар. Йорт эсе заманса йыһазландырылған. Ҙур яҡты тәҙрә төптәрендә шау-лап гөлдәр сәскә ата.
Күптән түгел 30 йәшен тултырған Ришат үҙенә бирелгән өс маҡсатты ла үтәгән: йорт һалынған, малай үҫеп килә, йорт янына ағастар ултыртылған. Бына шундай йүнсел, тырыш ир-егеттәр булғанда, ныҡлы нигеҙле, татыу ғаиләләр һаны ла артыр, тигән ышаныстабыҙ.