Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Ноябрь 2017, 12:18

ПОГОНДАРЫ БИК КИЛЕШӘ ҮҘЕНӘ

Ҡатындарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр ул... Улар араһында ир-атҡа хас һөнәрҙәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән атҡарыусылар бихисап. Мәҫәлән, Сибай полицияһының тәфтишселәр бүлеген мөләйем һәм нурлы йөҙлө ханым Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙы Хоҙайғолова етәкләй.

Ҡатындарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр ул... Улар араһында ир-атҡа хас һөнәрҙәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән атҡарыусылар бихисап. Мәҫәлән, Сибай полицияһының тәфтишселәр бүлеген мөләйем һәм нурлы йөҙлө ханым Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙы Хоҙайғолова етәкләй.
Яҙгөл Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуған. Өфөлә Р.Fарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Йоматау ауыл хужалығы техникумында, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында һөнәр алған. Хеҙмәт юлын 1995 йылда Баймаҡ ҡалаһы һәм районы эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһендә инспектор булараҡ башлай. Бер йылдан Яҙгөл тәүтикшереүсе булып китә. 1998 йылда улар ғаиләһе менән Яҡут республикаһына күсә. Тырыш ҡатын Удачный ҡалаһында тәфтишсе, өлкән тәфтишсе булып эшләй. 2001 йылда уны Мирный ҡалаһы эске эштәр идаралығының тәфтишселәр бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
2008 йылда Хоҙайғоловтар тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Үҙ эшен яҡшы белгән Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙын Сибай эске эштәр идаралығының тәфтишселәр бүлегенә начальник итеп ҡуялар. Артабан тәжрибәле белгес Өфө эске эштәр идаралығының тәфтишселәр бүлеген етәкләй. Бер нисә йылдан һуң юстиция подполковнигы Я.Һ.Хоҙайғолованы бойороҡ буйынса Сибайға эшкә ҡайтаралар.
Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙы үҙ эшен яратып, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара һәм ҡул аҫтындағыларҙан да шуны талап итә.
—20 йылдан ашыу ғүмер 2 ай кеүек үтте лә китте. Эшемде шул тиклем яратам, шуға күрә уның ауырлығы һиҙелмәй. Яратҡан шөғөлөңдән ҡәнәғәт булыу—үҙе ҙур бәхет. Fаиләм дә аңлап ҡарай, уларға рәхмәт. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, сыҙамлыбыҙ, кәрәк икән ҡаты һәм нескә күңеллебеҙ, бар нәмәнән йыуаныс таба беләбеҙ. Ихтыяр көсөбөҙ ҙә, рухыбыҙ ҙа ныҡ. Ҡыҫҡаһы, гүзәл заттың ҡулынан бар эш тә килә тимәксемен. Был замана талабылыр, күрәһең, бүлегебеҙҙә 13 тәфтишсе эшләһә, шуларҙың 9-ҙы—ҡатын-ҡыҙ. Тәфтишсе граждандарҙың һәр ғаризаһы буйынса ентекле тикшереү алып барырға бурыслы. Хеҙмәтебеҙҙә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек талап ителә. Эште асыр алдынан енәйәт ҡылыусының шәхесен өйрәнеү, ни өсөн һәм ниндәй шарттарҙа уның был аҙымға барыуын тикшереү мотлаҡ. Сөнки һәр осраҡта кемдеңдер яҙмышы хәл ителә. Кешене рәнйетмәҫкә, уға хаҡ юлға баҫырға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ниндәй генә хәл-ваҡиғалар булмаһын, беҙ тәү сиратта кешелек сифаттарыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Коллегаларымдың барыһы ла үҙ эшен намыҫ менән үтәй,—ти Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙы.
Я.Һ.Хоҙайғолова етәкләгән тәфтишселәр бүлеге эш күрһәткестәре буйынса республикала иң яҡшыларҙан һанала. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Тыңғыһыҙ эштәрендә сабырлыҡ, именлек теләйбеҙ.
Һүрәттә: юстиция подполковнигы Яҙгөл Һөйөндөк ҡыҙы Хоҙайғолова