Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Ноябрь 2017, 12:20

«МИЛЛӘТТЕ ИМАН ҠОТҠАРЫР»

Мәктәптәр ябыла, ауылдар бөтөүгә бара, эшһеҙлек арҡаһында ир-егеттәр Себергә китә, ғаиләләр ярты-йорто булып ҡала йә иһә бөтөнләй тарҡала... Ошо ише күңел ҡырғыс хәбәрҙе һуңғы йылдарҙа йыш ишетәбеҙ. Әммә атай нигеҙен һаҡлап, ауылын ташламаған, ниндәйҙер кәсеп табып, мал-тыуар аҫрап донъя көтөргә тырышҡан замандаштарыбыҙ ҙа бар. Һүҙем нәҡ шундайҙарҙың береһе Хафиз Ирмәк улы Баймөхәмәтов тураһында.

Хафиз Ирмәк улы Баймөхәмәтов әсәһе һәм ҡатыны менән
Хафиз Ирмәк улы Баймөхәмәтов әсәһе һәм ҡатыны менән
Мәктәптәр ябыла, ауылдар бөтөүгә бара, эшһеҙлек арҡаһында ир-егеттәр Себергә китә, ғаиләләр ярты-йорто булып ҡала йә иһә бөтөнләй тарҡала... Ошо ише күңел ҡырғыс хәбәрҙе һуңғы йылдарҙа йыш ишетәбеҙ. Әммә атай нигеҙен һаҡлап, ауылын ташламаған, ниндәйҙер кәсеп табып, мал-тыуар аҫрап донъя көтөргә тырышҡан замандаштарыбыҙ ҙа бар. Һүҙем нәҡ шундайҙарҙың береһе Хафиз Ирмәк улы Баймөхәмәтов тураһында.
Ирмәк һәм Хәйриямал Баймөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә Хафиз 1968 йылда 4-се бала булып донъяға килә. Оҙаҡ йылдар совхозда алдынғы тракторсы, унан һуң малсы булып эшләгән Ирмәк ағай улдарын да тырыш, уңған, эшһөйәр, ысын ир-егет итеп тәрбиәләй. Бәләкәйҙән атаһының тракторынан төшмәгән Хафиз 11-се класты тамамлағас совхозға килә һәм тракторсы ярҙамсыһы булып эш башлай. Бер йылдан әрмегә алына. Хәрби диңгеҙ флотының атом һыу аҫты кәмәһендә 3 йыл да 1 ай хеҙмәт итә. Ватан алдында биргән антына тоғро булған һалдат Рәсәй оборона министрлығының «Хәрби хеҙмәттә айырым күрһәткестәре өсөн» II дәрәжә миҙалына лайыҡ була, хәрби частың Почет китабына индерелә. ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһы менән дә бүләкләнә.
Әрменән ҡайтҡас яратҡан һөнәренә тотона. Совхоз тарҡалғансы, йәғни 15 йыл дауамында тракторсы була ул. Хужалыҡ юҡҡа сыҡҡас, бәхет эҙләп ҡырға китергә ашыҡмай. Сөнки ул тыуған еренә ереккән. Икенсенән, атаһы мәрхүм булыу сәбәпле, яңғыҙ ҡалған әсәһенә ярҙам итергә лә кәрәк. Тәүҙә мәктәптең хужалыҡ мөдире була. Ә әле төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Төп эшенән тыш, Хафиз ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә, ойошторолған барлыҡ сараларҙа теләп ҡатнаша. Шуға уны ауылдаштары староста итеп һайлаған. Ауыл биләмәһе башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншина үҙ эшенә яуаплы ҡараған, ышаныслы Хафиз Ирмәк улын маҡтап ҡына телгә ала: «Ул—минең уң ҡулым. Хафиздың ауылдаштары, бигерәк тә йәштәр араһында алып барған тәрбиәүи эше баһалап бөткөһөҙ. Уҙған 2016 йылда ул районда «Йыл старостаһы» тип табылды.
Хафиз Ирмәк улын күсейҙәр ауыл мәсетенең мөьәзине булараҡ та ихтирам итә. Уның намаҙға баҫыуына тиҫтә йылдар булды. Дини өлкәлә белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп «Fәлиә» мәҙрәсәһендә 4 йыл уҡып, диплом алды. Дини йолаларҙы урын-еренә еткереп үтәй, ә һөйләгән вәғәздәрен тыңлағы килеп кенә тора. Күңелгә үтеп инерлек итеп оҫта һөйләүе кешелә күркәм сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Берәй дини сара мәлендә халыҡтан йыйылған фитр-саҙаҡаларҙы, хәйер-зәҡәттәрҙе ул мохтажлыҡ кисергән, күп балалы ғаиләләргә тапшыра. Был оло хуплауға лайыҡ.
Хафиз үҙ теләге менән хәрби-патриотик түңәрәк ойошторған. Үҫмерҙәр, йәштәр унда бушлай шөғөлләнә. Мәсеттең бәләкәй генә бер бүлмәһендә спорт ҡорамалдары бар. Малайҙар, егеттәр бында физик күнекмәләр эшләй, әрме хеҙмәтенә әҙерләнә. Шунда уҡ дини дәрес тә бирелә. Йәштәр күп сүрәләрҙе яттан белә, бергәләп намаҙ уҡый.
Хафиз Ирмәк улы өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Айгизә менән 20 йыл татыу ғүмер итә, 2 ҡыҙ үҫтерәләр. Өлкәндәре Дилбәр Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында белем ала, кеселәре Илсиә 7-се класта уҡый. Иманлы, сүрәләрҙе яттан белеүсе ҡыҙҙар—ата-әсәһенең ҡыуанысы.
Хафиздың йәнә бер яратҡан шөғөлө бар: ул шиғырҙар ижад итә. Был һәләт атаһының әсәһе Тайба өләсәһенән килә. Ауылдаштары сәсән телле, йор һүҙле Тайба инәйҙе әле лә иҫләй.
«Хафиз» һүҙе «Ҡөрьәнде яттан белеүсе» тигәнде аңлата икән. Мәҡәләм геройы үҙен был исемгә лайыҡ түгел тип иҫәпләй, шуға ла үҙенә Fәбделхафиз ( «Алла ҡоло») тип ҡуштырған. Ә эш исемдә түгел бит әле, ә есемдә—һинең ҡылған эштәреңдә, ғәмәлдәреңдә...
—Балаларыбыҙҙы иманлы итеп үҫтерәйек. Милләтебеҙҙе иман ғына ҡотҡарасаҡ,—ти улы. Уның менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. Fәбделхафиздың иң ҙур хыялы—ауылдың барлыҡ ир-егеттәре менән бергә мәсеттә намаҙ уҡыу. Был ниәте лә тормошҡа ашыр әле, тип ышанам.
Сәғиҙә Байназарова.