«Ваҡыт үткер ҡылыс кеүек, әгәр ҙә һин уны өлгөрөп ҡырҡып ҡалмаһаң, ул һине ҡырҡыр»,- тигән бер пәйғәмбәр. Дуҫтарым араһында ваҡытты тоғро файҙаланған, һәр мәлдең ҡәҙерен белгән, уны юҡҡа сарыф итмәгәндәр байтаҡ. Һүҙем шундайҙарҙың береһе — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған прозаик, драматург Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Fарипова.
Мин уны тәү күреүем бөгөнгөләй хәтеремдә: тыуған ауылы Баймаҡ районының Күсей ауылын иҫе китеп яратҡан, оҙон ерән сәсле,йырға-моңға ғашиҡ 15 йәшлек ҡыҙ ине ул. Һәр һүҙе, һәр аҙымы үлсәүле, теле ҡылыстай үткер ине.
Әле өҫтәлемдә яҙыусының дүртенсе китабы ята. Уның ижадында миңә иң оҡшағаны «Бөйрәкәй» романы. Ул уҡымлы ла, фәһемле лә, үҙебеҙҙең ерлектә ата-олатайҙар менән булған хәл ваҡиғалар тасуирлана. Ҡатын-ҡыҙҙың әсе яҙмышы, изгелек менән яуызлыҡ даулаша унда. Шул уҡ ваҡытта күренмәгән нескә күңел ептәрен бәйләрлек психологизм, тәрән фәлсәфә ята. Ошондай көслө ижадты тыуҙырыусы авторҙың аҡыл даирәһе, әлбиттә, сикһеҙ.
—Таңсулпан, һин ул заманда йәшәмәгәнһең, яҙмыштар бәрелешен нисек улай оҫта бирә алдың?- тигәс,әҙибә: «Яҙыусы Ноғман Мусин да тап шул һорауҙы биргәйне» -тине. Нисек кенә талант асылын төшөнөргә теләһәң дә, һис ҡасан да уның серҙәрен асып булмайҙыр. Таңсулпан Fарипованың да таланты үҙенсәлекле. Шуға ла мин, юбиляр яҙыусының меңәрләгән уҡыусылары менән бер рәттән, уның әҫәрҙәренә һоҡланыу тулы уй-фекеремде яҙып тормайынса,уның кешелеклелек сифаттары тураһында яҙып китмәксемен. Таңсулпандың бөтә булмышы, холоҡ-фиғеле, моңдан яратылған. Ул яҙыусы булмаған хәлдә, һис шикһеҙ халыҡ йырҙарын башҡарыусы танылған йырсы булыр ине. Ул көй һуҙған саҡта башҡорттарға ғына хас булған күтәренке дәртле рухты һаҡлауы, шул уҡ ваҡытта башҡорт иленең һаҡсыһы булған Урал ҡуйынының бер мөғжизәле өлөшө—Ирәндектең шифалы һауаһын һәр күңелгә тарата белеүе әҙибәнең ҙур талантҡа эйә булыуын дәлилләй.
Тормош туйҙарҙан йәки байрамдарҙан ғына тормай. Үҙе яҙғанса ҡояшты—ай, көндө—төн, татлы күҙ йәштәрен әсеһе лә алмаштыра.
8 йыллыҡ Сибай интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң, тыуған ауылы Күсейҙән Ирәндек аша 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Түбә урта мәктәбенә юллана ул. Кем белә, бәлки, ошо юлдарҙа уны Хоҙай Тәғәлә талант уты менән инселәгәндер.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы ихлас әңгәмәсе, тормош, йәшәү мәғәнәһе хаҡында бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле фекер йөрөтә. Олоһон да, йәшен дә ышандыра,фекер дөрөҫлөгөнә инандыра ала. Хатта тормоштан ваз кискән, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡандарҙы үҙ асылына ҡайтарыу ҡөҙрәтенә лә эйә ул. Тик ундай көс ҡөҙрәтте ҡайҙан ала икән? Әлбиттә, тыуған ауылы Күсей еренәндер. Бында дала һымаҡ киң күңелле апайҙары, инәйҙәре, еңгәйҙәре йәшәй бит. Ана шуларҙың иң гүзәл сифаттары Таңсулпанға күскәндер. Мәҡәләмде уҡыған кеше, арттырмасы, бер балҡып яныуҙы үҙмаҡсат итеп алған кешенең йәшәү закондары, ерҙәге ҡәҙимге кешенекенә тап килмәй , тиеп әйтеүе мөмкин. Эйе, ихтимал. Уй-хыял, аҡ өмөттәр нәфис әҙәбиәттә. Ә төрлө ваҡлыҡтарҙан торған ҡатмарлы ысынбарлыҡ—көндәлек тормошта. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Fарипованың көс ҡөҙрәте, аҡыл тәрәнлеге яҙыусылығында ғына түгел. Ә мәңгелек ҡапма-ҡаршылыҡлы төшөнсәләрҙең алтын урталығын таба белеүҙә. Республикабыҙҙың күренекле яҙыусыһы өсөн саҡ төш ауған—уның аҡ елкәне алтын урталыҡта. Уҡыусыларын тетрәндерерлек ижад емештәре алда әле. Һаулыҡ-сәләмәтлек юлдаш булып,яңы үрҙәр артылырға яҙһын уға.