Быйыл А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының иң талантлы актерҙарының һәм Сибай ҡалаһының күркәм парҙарының береһе Рәмилә һәм Марсель Хоҙайғоловтар үҙҙәренең юбилейын билдәләй. Түңәрәк дата уңайынан театр сәхнәһенә Салауат Әбүзәровтың «Йәшлеккә ҡайтыу» комедияһы сығарыла.
Башҡортостандың халыҡ артискаһы Рәмилә Хоҙайғолова ярты быуаттан ашыу ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрына арнаған. Театрҙа тәү башлап уйнаған роле М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендә—Шәфәҡ. Беҙ, ул саҡтағы педучилище студенттары, ошо ролде уйнаған Рәмилә апайҙың матурлығын күрергә бара инек…
Ул йылдарҙағы баш режиссер Рафаэль Әйүпов йәш Рәмиләгә ролдәрҙе ышанып тапшыра. Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә төп геройҙы оҫта уйнаны. Режиссерының ышанысын аҡлап, артабанғы образдарҙа ла үҙен ғәжәйеп һәләтле итеп таныта алды. Шулай башланып китте лә инде уның һүнмәҫ-һүрелмәҫ сағыу ҡояшлы ижад юлы. Профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡас та барлыҡ ихтыяр көсөн төп маҡсатына—актер һәләтен үҫтереүгә йүнәлтте. Һанай китһәм, күргәндәремде, яҙғандарымды дәлилләрлек миҫалдар байтаҡ. Бөгөн ул—йөҙҙән ашыу образдар авторы. Барыһына ла булмыш-талантын, эске донъяһын, рухын һалып, күңеле аша үткәреп, янып-ярһып ижад иткән героиняларын элек беҙҙең быуын йәштәре генә яратып ҡараһа, әле ул йәштәрҙең дә, ололарҙың да кумиры. Театр һөйөүселәр хәтерләйҙер: Б.Бикбайҙың «Аҡҡош йыры»нда—Нурия,А.Арбузовтың «Fәйепле»һендә—Мария Васильевна, А.Дударевтың «Тупһа»һында—Мария, Ә. Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»ндә—Илбикә, Таңсулпан Fарипованың «Бәхеткә ҡасҡандар»ында—Мөғлифә, М.Кәримдең «Йәйәүле Мәхмүт»ендә—Мәҙинә. Һәр бер геройҙың психологияһын асып ҡара әле! Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинә үҙе генә ни тора! Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы һынландырған геройҙар менән Сибай сәхнәһендә ҡабат-ҡабат осраштым. Бәлки шуғалыр ҙа актрисаға ҡарата ғүмерем буйы күңелемдә һоҡланыу тойғоһо йөрөтәм. Башҡортостандың халыҡ артискаһы ниндәй генә образ ижад итһә лә, уның үҙенсәлекле талантының һыҙаты, стиле тип әйтәйемме, әллә ҡайҙан уҡ таныулы. Телмәренә музыкаллек, оло ихласлыҡ, халыҡсан ябайлыҡ хас. Хатта Рәмилә ханымдың сәхнәнән шыбырлап ҡына әйткән һүҙе лә саф шишмә тауышындай ҡолаҡты иркәләй, тамашасылар залын тетрәндерә, уйландыра.
Меңләгән тамашасының күңелен рухи яҡтан байытҡан актрисаның тормош юлы ла күптәргә үрнәк. Мөхәббәтле ғүмер генә йәмле лә, оҙон да—был бәхәсһеҙ. Бөтә игелекле, уңышлы эштәрҙең башы ла—һөйөү. Мөхәббәтен тапҡан—бер бәхетле, илле йыл шуны һаҡлай белгәндәр—йөҙләтә бәхетле. Эйе, йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла, сәхнәлә лә, өйҙә лә ярты быуат буйы гел бергә. Рәмилә менән Марсель Хоҙайғоловтар ғаиләһен белмәгән, күрмәгән кеше һирәктер беҙҙең Сибайҙа. Марсель Хоҙайғоловтың оҙон, һомғол буйһыны, бик күркәм төҫ-башы, тәбиғәттән бирелгән музыкаль һәләте—былар барыһы ла уның ниндәй генә ролде башҡарыуына ҡарамаҫтан, тамашасының зиһенен ҡуҙғыта, тетрәндерә… Рәмилә ханым үҙенең тормош иптәше тураһында: «Марселемдең тәбиғи һәләте ҙур, мөмкинлектәре киң. Ул сәхнәлә яһалма түгел, ә тормошсан итеп уйнай, шуға ла тамашасы уны үҙенсә ҡабул итә, яҡын күрә, ярата. Үҙем роль өҫтөндә эшләгән ваҡытта алыштырғыһыҙ кәңәшсем»—ти. Ҡатын үҙ ире менән ысын күңелдән ғорурлана икән—был ғәжәп түгел, ә бәхет. Мин уларҙы пар аҡҡоштар менән сағыштырһам һис тә арттырыу булмаҫ.
Марсель менән Рәмилә тормошта ла, сәхнәлә лә матур пар. Мәҫәлән, Баязит Бикбайҙың ике бүлектән торған драмаһы «Ҡарлуғас»ты алайыҡ әле. Унда береһе—Әлмәтте, икенсеһе Көнһылыу ролен ихлас, яратып башҡарҙы. Ике ижадсының хеҙмәте, уйын кимәле баһалап бөткөһөҙ: күпме фәлсәфә, һағыш, һөйөү һалынған… Ә бына һуңғы премьераларҙан тағы бер нисәүһе—Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡарауыл, ҡәйнәмде урлағандар», Флорид Бүләковтың «Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа», Мөҙәрис Багаевтың «Хикмәтле күл», Илшат Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары»ында Хоҙайғоловтар—икеһе лә төп ролдәрҙә. Ниндәй генә роль башҡармаһындар—бәләкәйме, ҙурмы—һәр береһе һоҡландырғыс, рухи балҡыш, матурлыҡ.
Сәхнә өсөн дә, коллегалары, дуҫтары өсөн дә янып-көйөп йәшәгән Хоҙайғоловтарҙың һәр күҙәнәгендә, тын алышында—театр, ә ғаиләһендә улар—һөйөклө әсәй-өләсәй, атай-ҡартатай. Сәхнә ветерандарына иҫәнлек, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйем.