Күптәр юғары белем менән сит илдә эш хаҡы аҙ түләнгән урынға ғына урынлашырға мөмкин тип уйлай. Ысынында иһә улай түгел. Мәҫәлән, уҡытыусылар мәктәпкә йәки колледжға уҡытырға барып, яҡшы эш хаҡына дәғүә итә ала. Әлбиттә, теге йәки был илдең мәғариф өлкәһенә уңышлы урынлашып китер өсөн күп кенә көс һалырға кәрәк.
Сибай ҡалаһынан Динар Байғужин менән Баймаҡтан Гөлнара Мәғәсүмовалар ҙа сит илдән эш табыу өсөн күп кенә тырышлыҡ һала. Башта улар Себер тарафтарын байҡай, шунан Интернет селтәренән эҙләнә торғас, Ҡытайҙан эш таба. Бөгөнгө көндә йәштәр Ҡытайҙың Шаньси провинцияһының Линьфэнь ҡалаһында шәхси мәктәптә инглиз теленән балалар уҡыта. Белем усағы директоры уларҙың сит илгә юл сығымдарын ҡаплаған, йәшәү өсөн 3 бүлмәле фатир биргән, эш өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырған. Эш хаҡтары ла сағыштырмаса юғары. Бынан тыш улар икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөп инглиз теленән һабаҡ бирә, буш ваҡыттарында репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнә.
Былтыр Динар Әнүәр улына берәү икенсе йыл ошо мәлдә һеҙ сит илдә балаларға һабаҡ биреп йөрөйәсәкһегеҙ, тип әйтһә, бәлки, ышанмаҫ та ине. Көньяҡ Осетияла әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет уҡыу йылы башланғас та Сибайҙың 10-сы мәктәбендә инлиз теленән һәм тормош хәүефһеҙлектәре нигеҙҙәренән балалар уҡыта башлай. Кәләше Гөлнара иһә БДУ-ның Сибай институтының V курсында уҡып йөрөгән була. Йәш уҡытыусы идеаль белем биреү системаһы бер ерҙә лә юҡлығын яҡшы аңлай. Әммә белем усаҡтарына яңы аяҡ баҫыусыларҙың эш хаҡы шул тиклем түбән булыуы, иртәнән алып кискә тиклем мәктәптә йөрөгәндә генә ниндәйҙер уңыштарға өмөт итергә мөмкинлеге, өйгә эш эйәреп ҡайтыуы, мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыу өсөн бюджеттан аҡса бүленмәүе шул тиклем үҙәгенә үтә.
—Дәүләт ҡарамағындағы мәктәптә эшләге килә лә ул! Әммә, беҙҙә бит мәктәп үҙе үк уҡытыусыларға ҡаршы эш алып бара һымаҡ. Мин үҙемде һәм уҡыусыларымды ихтирам иткән саҡта был теләгемде бер нисек тә тормошҡа ашыра алмайым. Сәбәп бәләкәй эш хаҡында ла түгел. Уҡытыусы уға күнеп эшләргә лә әҙер. Иң йәнгә тейгәне—белем усаҡтары таянған авторитар система,—тип көйөнә егет.—Беҙҙең уҡытыусылар иңендә бигерәк күп эш ята. Һәр ваҡ-төйәк өсөн етәкселектән йүгереп барып рөхсәт һорарға, бөтмәҫ-төкәнмәҫ документация тултырырға, кемгәлер кемдеңдер үтенесе буйынса баһаламарҙы юғарыраҡ ҡуйырға...
Ҡалала эшләгәндә егеткә методик әҙәбиәткә бүленгән аҡса китаптар, эш дәфтәрҙәре, аудиоматериалдар алыуға бөтөнләй етмәй. Башҡалар кеүек үк уларҙы үҙ аҡсаһына һатып алырға тура килә.
—«Һиңә кәрәк—һин һатып ал» кеүегерәк принцип хөкөм һөрә беҙҙә. Уҡытыусыларҙың матди хәле шәптән түгел. Ата-әсәләр класс, мәктәп фондына, ремонтҡа аҡсаны үҙ теләге менән бирә биреүен, әммә күптәр был хәлгә ризаһыҙлыҡ та белдерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, уҡытыусыларҙың күбеһе ауыр хеҙмәткә күптән күнеккән. Ябай булмаған белем биреү сылбырға эләгеп алғандар ҙа, һәүетемсә эшләүҙәрен дауам итәләр,—ти йәш уҡытыусы.
—Ҡала мәктәбендә алған тәүге педагогик тәжрибәңдең сит илдә кәрәге тейҙеме?
—Бәләкәй генә тәжрибәм миңә балалар менән бер тулҡынға көйләнеп китергә генә ярҙам итте. Үҙебеҙҙә өйрәнгән белем биреү алымдарын төптән үҙгәртергә тура килде. Сит илдә белем биреүгә аҡса йәлләмәйҙәр, сөнки балалар илдең киләсәге булыуын яҡшы аңлайҙар. Бында мәктәптәр һәм балалар баҡсалары башлыса шәхси ҡулдарҙа. Эш алымдары ла ныҡ айырыла. Балалар бөтә ерҙә шул балалар инде, шаярырға, шаулашырға әҙер генә торалар. Сит телдәр уйын формаһында өйрәтелә, хәрәкәттәр аша уҡыусылар телде тиҙерәк үҙләштерә. Интерактив таҡта ныҡ ярҙамға килә, микрофон тотоп йырҙар йырлау ҙа дәрес өсөн ят күренеш түгел. Дөйөм алғанда, күберәк уйындар, хәрәкәт аша инглиз телен өйрәтәбеҙ. Балалар менән бергә уйнап, йырлап, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Дәрестәр ике сәғәт дауам итә, сәғәт араларында 10-ар минут тәнәфес бар. Белем биреү процесында әүҙем ҡатнашҡандарға беҙҙәге кеүек баһалама ҡуймайҙар, билдәләр бирәләр. Улар һаны билдәле бер күләмгә етһә, уҡыусылар уйынсыҡлы була. Ябай уйынсыҡтарҙан тыш, билдәләрҙе йыйып, радиоидара менән эшләгән вертолет, хатта планшет алырға мөмкин.
Беҙҙе бында сит илдән килгәндәр, хатта Гарвард университетын бөткәндәр тип тә һөйләйҙәр. Бәләкәй генә ҡытайҙар араһында беҙ, ысынлап та, ҙур кәүҙәлебеҙ шул, бөтә ерҙә лә беҙгә иғтибар итәләр, хатта фотоға төшөрәләр.
Бында килгәс тә Ҡытайҙың күп кенә урындарында булдыҡ. Бөйөк Ҡытай стенаһын, Гуаншень храмының Мең баҫҡысын, Дахвайшу паркында, башҡа үҙенсәлекле урындарҙы йөрөп сыҡтыҡ.
—Бик үҙенсәлекле, ҡыҙыҡ ил. Кистәрен йәштәр ҙә, ололар ҙа бер урынға йыйылып алалар ҙа йырлайҙар, бейейҙәр, традицион гимнастика яһайҙар, велосипед, роликтарҙа уҙышалар. Башта белмәгәс, беҙ берәй байрамға килеп эләктек, ахыры, тип уйлай торғайныҡ. Бындай хәлдәр көн дә тиерлек ҡабатлана.
Бөтә ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ хөкөм һөрә, урамдарҙа шау сәскәгә төрөнгән матур-матур ҡыуаҡлыҡтар, ағастар үҫә.
—Кәләшең тураһында ла әйтеп үт әле.
—Гөлнара Вәлит ҡыҙы Мәғәсүмова Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДУ-ның Сибай институтының сит телдәр факультетында белем алды. Уның менән институтта уҡығанда таныштыҡ. Ул мине әрме хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡанымды көтөп алды. Унан бер йыл мин уның уҡып бөткәнен көттөм дә, күреүегеҙсә, беҙ бында. Урындағы халыҡ менән башлыса инглиз телендә аралашабыҙ. Ҡытай телен өйрәнәбеҙ, тик уларҙың теле бик ҡатмарлы.
—Шәхси мәктәп етәкселеге һеҙҙе нисек ҡабул итте?
—Директорыбыҙ бик шәп кеше. ҒFөмүмүн, бында эш биреүсе торлаҡ менән тәьмин итә, контракт дауам иткән осорҙа юридик яҡтан яҡлай. Беҙ эшләһен өсөн бөтә тырышлығын һала. Икенсе йыл да уның мәктәбендә ҡалыуыбыҙҙы теләй. Бында эшләгән осорҙа сит телдәрҙе белеүебеҙ тураһында халыҡ-ара өлгөһөндәге сертификат алыу тураһында хыялланабыҙ.
Етәксебеҙ беҙҙәге һымаҡ кәрәкмәгән отчеттар тултырығыҙ тип йонсотмай, юҡ-бар менән борсомай. Шуға күрә беҙҙең дәрескә әҙерләнергә лә, кәләшем менән бергә булырға ла ваҡытыбыҙ етерлек. Уҡытыусылар дәрескә күтәренке кәйеф менән килә. Билдәле, уҡыусыларҙың да һөҙөмтәләре ҡыуандыра. Был инде иҡтисадҡа ла ыңғай йоғонто яһай. Нисек тиһегеҙме? Абруйлы мәктәптәр янында күпләп йорттар һалына, йәш ғаиләләр өсөн йәшәү урыны яҡшы мәктәпкә яҡын булыуы мөһим...
Дауамын гәзитебеҙҙең 40-сы һанында уҡығыҙ.