Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Июль 2017, 18:42

ШӘХЕС. ЕТӘКСЕ. ЗАМАНДАШ

Инеш һүҙКеше күңеле даръя тиҙәр. Миндә замандаштарым, бөгөнгө етәкселәр хаҡында бер кәлимә һүҙ яҙыу, уларҙың күңел донъяһына байҡау яһау теләге тыуҙы. Кемдәр һуң улар хәҙерге етәкселәр? Яҙыусы әйткәнсә, йөрәгендә ялҡын йөрөтөп кешеләргә йәшәү дәрте уятыусылармы, миһырбанлы ябай әҙәми заттармы, әллә түрәлекте яҙмыш бүләге итеп маһайыусылармы? Уйлап ҡараһаң, етәксенең төпкөр аҡылынан, тәрәндән уйланылған ҡарарҙарынан, булдыҡлылығынан күп яҙмыштар хәл ителә, ҡала, район ауылдарҙың матди хәле, рухи тотороҡлоғо билдәләнә. Бөгөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов менән бергәләп әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусым, уның яҙмышына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ, бала сағына, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Төп маҡсатым—әңгәмәсемде, яҡташымды, фекерҙәшемде күктәргә ашырып маҡтау, уға урынлы-урынһыҙ ярамһаҡланырға ынтылыу түгел, бары уны кеше, шәхес, замандаш итеп күрһәтеү. Хәлит Хәмзә улы хаҡында үҙенән һөйләтеүем дә тикмәгә түгел, сөнки кеше киләсәк яҙмышын үҙе ҡора, бараһы тормош һуҡмағын үҙе һайлай, билдәләй һәм дә һәр ҡылғанына хөкөмдар ҙа, выжданы, намыҫы алдында тейешле, ғәҙел яуапты биреүсе лә.

Инеш һүҙ
Кеше күңеле даръя тиҙәр. Миндә замандаштарым, бөгөнгө етәкселәр хаҡында бер кәлимә һүҙ яҙыу, уларҙың күңел донъяһына байҡау яһау теләге тыуҙы. Кемдәр һуң улар хәҙерге етәкселәр? Яҙыусы әйткәнсә, йөрәгендә ялҡын йөрөтөп кешеләргә йәшәү дәрте уятыусылармы, миһырбанлы ябай әҙәми заттармы, әллә түрәлекте яҙмыш бүләге итеп маһайыусылармы? Уйлап ҡараһаң, етәксенең төпкөр аҡылынан, тәрәндән уйланылған ҡарарҙарынан, булдыҡлылығынан күп яҙмыштар хәл ителә, ҡала, район ауылдарҙың матди хәле, рухи тотороҡлоғо билдәләнә. Бөгөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов менән бергәләп әңгәмә ҡорҙоҡ. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡыусым, уның яҙмышына ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ, бала сағына, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтайыҡ. Төп маҡсатым—әңгәмәсемде, яҡташымды, фекерҙәшемде күктәргә ашырып маҡтау, уға урынлы-урынһыҙ ярамһаҡланырға ынтылыу түгел, бары уны кеше, шәхес, замандаш итеп күрһәтеү. Хәлит Хәмзә улы хаҡында үҙенән һөйләтеүем дә тикмәгә түгел, сөнки кеше киләсәк яҙмышын үҙе ҡора, бараһы тормош һуҡмағын үҙе һайлай, билдәләй һәм дә һәр ҡылғанына хөкөмдар ҙа, выжданы, намыҫы алдында тейешле, ғәҙел яуапты биреүсе лә.
Тамырҙар
Атайым Хәмзә Йомағужа улы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулап ҡайтҡан офицер ине. Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм күп һанлы миҙалдар менән бүләкләнгән батыр йөрәкле, көслө рухлы ысын уҡытыусы булды. Тормошта ла совет һалдаты булып ҡалды, партия ҡайҙа ҡушһа шунда намыҫлы хеҙмәт итте—ВЛКСМ-дың райком секретары, балалар йорто директоры, мәктәп директоры, математика уҡытыусыһы булып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләне. Етемдәрҙе ҡурсалау ул ҡартатайымдан һәм ҡартәсәйемдәрҙән килгәндер, ваҡытында уларҙың ғаиләһендә 8 етем бала тәрбиәләнгән. Барыһына ла дөрөҫ тәрбиә, һөнәр биреп, ҡартатайымдар уларҙы башлы-күҙле иткән. Хәҙер ул балаларҙың балалары беҙҙең яҡын туғандар иҫәбендә. Fаиләлә 7 ҡыҙ һәм 1 малай—мин үҫтек. Апайҙарым һәр саҡ, ҡайҙа ла тырыш, уңған булдылар. Атайым көнө-төнө эштә йөрөгәнлектән беҙгә ваҡытын ифрат аҙ бүлде, ләкин ирҙәрсә ныҡлығы, эшһөйәрлеге, ғәҙеллеге менән тәрбиәләне. Әсәйем үтә лә сабыр, бик уңған, төҫкә һылыу ине. Уның баҫалҡы ғына йылмайып ҡарап әйткән һүҙҙәре, урынлы кәңәштәре тормош һуҡмағымда оҙатып килгәндәй.
Баласаҡ
Баласаҡ тигәндә, ҡараңғы төшкәнсе урамда уйнауҙар, сана-саңғы шыуыу, мал-тыуар ҡарашыу иҫтә ҡалған. Хәҙерге телевизор алдынан китмәгән кескәйҙәргә ҡарайым да уларҙы йәлләп ҡуям. Армияға бара торған күп егеттәрҙең һаулығы самалы, кәүҙәләре сибек, үҙҙәрен яҡлай ҙа алмай күптәре.
Минең өсөн терәк, үрнәк булып йәшәүҙәре өсөн апайҙарыма рәхмәтлемен. Үкенескә ҡаршы, икәүһе баҡыйлыҡҡа күсте.
Мәктәп
Тәүге уҡытыусыларымды оло хөрмәт менән иҫкә алам. Беҙҙең бала саҡта уҡытыусы уҡыусы өсөн иң хөрмәтле, иң абруйлы кеше ине. Уларҙың һәр бер һүҙе, һәр кәңәше беҙҙең өсөн мөһим булды. Өйҙә ата-әсәләрҙең балалар алдында шул уҡытыусы шулай, быныһы былай, тип һөйләп, уларҙы тикшереп, тәнҡитләп ултырыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл иҫәпләнгәндер. Уҡытыусының абруйын йәмғиәт күтәрә тигән һүҙҙәр менән килешмәй булмай. Спортҡа һөйөүем, балалар менән эшләргә теләгем дә уҡытыусыларҙың, атайымдың йоғонтоһонан килгәндер. Бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнеүем, эшләп үҫеүем мәктәпте тамамлағас армия хеҙмәтендә ныҡ ярҙам итте. Әле мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһенең юҡ кимәлгә ҡуйылыуы, спорт түңәрәктәренә иғтибар бүлмәү киләсәк быуындың сәләмәт үҫеүенә насар тәьҫир итә.
Әрме хеҙмәте
Тормошоңдоң иң бәхетле, иң мауыҡтырғыс, иң иҫтәлекле сағы ҡасан булды тип һораһалар, мин әрме хеҙмәте, тип яуап бирәм. Ир-егеттәр өсөн үҙ-үҙеңде һынау, сынығыу, кем икәнеңде иҫбатлау мәктәбе ул әрме. Тәүге ҡаршылыҡтар, тәүге тапҡыр өйҙө, туғандарыңды өҙөлөп һағыныу, япа-яңғыҙың икенсе милләт тиҫтерҙәреңә үҙеңде, милләтеңде танытыу... һәм еңеп сығыу. Яңы дуҫтар табыу, яҡындарың, таныштарың алдына ир-егет булып үҫеп етеүеңде иҫбатлау. Әрменән ябай һалдат өсөн иң юғары дәрәжә старшина званиеһында, КПСС ағзаһы булып ҡайттым.
Хеҙмәт юлы
Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлап ҡайтҡас, Баймаҡ ҡалаһының спорт мәктәбендә тренер булып хеҙмәт юлын башланым. Ул ваҡыттағы районда үткән спорт ярыштары, һәр ойошма етәксеһенең саңғыла йүгереп ярышыуҙары, районда беҙҙе кем үтә ала, кем нисек әҙерләнә, тип һыр бирмәүҙәре, ул сәм, ул дәрт! 1985 йылда тыуған ауылыма, Беренсе Этҡолға спорт мәктәбенең яңы асылған филиалына тренер сифатында ҡайттым, бер юлы мәктәп директорының урынбаҫары ла булып эшләнем, шунан оҙаҡ та үтмәй директор итеп ҡуйҙылар. Коллективта күбеһе үҙемдең элекке уҡытыусыларым. Хәҙер иҫкә төшөрәм дә, ғәжәпләнәм: йәш булһам да идара итеүҙә дөрөҫ юлды һайлағанмын икән ул саҡта. Барыһына ла тигеҙ, принципиаль ҡараш, эшкә һөҙөмтәһе буйынса билдә ҡуйыу. Иң кәрәкле предметтарҙы уҡытыуҙы яйға һалыу өсөн ситтән уҡытыусылар ҡайтартыу, спорт, театр, бейеү, музыка түңәрәктәре асыу, мәктәп-урман хужалығы эшен яйға һалыу, уҡытыусылар, мәктәп өсөн утын сығарыу мәшәҡәттәрен уңышлы хәл итеү, мәктәп яны баҡсаһын булдырыу—былар барыһы ла коллективты бергә туплап маҡсатлы, һөҙөмтәле эшләргә көс-дәрт биргән икән, тигән һығымтаға киләм. Йәш директор булһам да, шәхси һәм эш мәсьәләләрен хәл иткәндә кәңәш һорап инәләр ине.
Тәүге хеҙмәт юлы башлаған коллективым алдында үкенестәрем дә, ҡыуаныстарым да бар. Күп уҡытыусыларыма тейешле дәүләт наградалары алып биреп өлгөрмәнем—шуныһы үкенес, ә ҡыуанысым: беҙ тәрбиәләгән уҡыусылар араһында 4 фән кандидаты, күп һанлы белгестәр, дәрәжәле, абруйлы етәкселәр бар. Шуларҙың өсәүһе хакимиәттә урынбаҫар вазифаһын биләй. Етәксе булып башлаған тәүге хеҙмәт урыным мине күп нәмәгә өйрәтте һәм 1998 йыл мәғариф бүлеген етәкләгәндә ныҡ ярҙам итте. Йыл мәктәбе, йыл уҡытыусыһы номинациялары булдырыу, эштең һөҙөмтәһен билдәләгәндә төрлө критерийҙар ҡуйыу ошо йылдарҙа башланды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп күсерҙеләр. 2002 йыл ныҡ иҫтә ҡалған. Унда республикала тәүгеләрҙән булып мәғариф буйынса конференция үтте, был район өсөн дә, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҙур һынау ине. Беренсе тапҡыр балалар һабантуйы ошонда башланды. Атайҙар конференциялары үткәреү, уҡытыусылар көнөн үҙенсәлекле итеп билдәләүҙәр—бик күп үҙенсәлекле традициялар әле лә дауам итә Баймаҡ ерендә.
Сибай ҡалаһына башлыҡ булып килгәнсе мин арыу ғына бормалы юлдар, яуаплы вазифалар үттем. Ҡанаттарымды нығытырға ярҙам иткән күндәм холоҡло, тәүфиҡ, әҙәп ҡанундарын ҡанына һеңдергән эшсән яҡташтарыма һәр саҡ рәхмәтлемен. Изге уйлы, көслө ихтирамлы, батыр рухлы Баймаҡ халҡы Башҡортостанда айырым бер урынды биләп тороуы бәхәсһеҙ.
Сибай сәхифәләре
Сибай һынсыл ҡараш, һағайыу менән ҡабул итте минең килеүҙе. Тәүге йылдарҙа үҙемдең ҙур маҡсаттар, изге ниәттәр менән был тарафҡа юлланыуымды иҫбатларға тырыштым. Ҡайһы берәүҙәр команданы алыштыр, яңынан башла тип кәңәш бирҙе. Бында күпме кешеләр эшләп йөрөй, уларҙың ғаиләләре, үҙҙәренең пландары, уйҙары... Етәксе алышынған һайын ни өсөн кешеләр зыян күрергә тейеш һуң? «Әйҙәгеҙ, бергә эшләйек, ләкин кем минең менән, шәхсән минең етәкселегемдә эшләргә теләмәй, бөгөндән китергә мөмкин»,—тинем.
Китеүселәр һирәк булды, төп команда менән хәҙер уңышлы ғына эшләп йөрөйбөҙ. Урынбаҫарҙарыма, бергә эшләгәндәргә төп талабым—һәр кеше үҙе биләгән вазифаға яуаплы, юғары профессиональ ҡарашта булһын, өҙлөкһөҙ үҫергә ынтылһын. Йәнә алдашмаҫҡа, сөнки бер төрлө һөйләп икенсе төрлө эшләгәндәрҙе енем һөймәй. Ҡала халҡы, әлбиттә, ауыл кешеләренән эргә-тирәһенә битарафлыҡ йәһәтенән ҡырҡа айырыла.
Үкенескә ҡаршы, заман сире яйлап беҙгә лә килә, кешеләрҙең бер-береһенән ситләшеүе күҙгә ташлана. Илгәҙәк халҡыбыҙҙың, бигерәк тә беҙҙең Сибай һымаҡ үҙенсәлекле ҡалала ыңғай сифаттарын юғалтҡы килмәй. Ошо афәттән сығыу юлын йәмғиәт ойошмаларының, депутаттарҙың эшмәкәрлеген йәнләндереүҙәлер тип уйлайым.
Уңыш
Тормоштоң күп осраҡтарында башлаған эшем, уйлаған ниәттәрем уңышлы булды. Уларҙы осраҡлы хәлдер, тип ҡабул итә алмайым. Минеңсә, шәхси сифаттар, үҙеңде кәрәк урында сикләй белеү, эске донъя йоғонтоһонда ҡылынған эш, хыялдың ысынбарлыҡ мөмкинлектәре менән тап килеүе уңышҡа ирешеүҙә хәл иткес роль уйнайҙыр ул.
Сибайҙың төп майҙанын ҡала кешеләренең яратҡан урынына әйләндерә алыуымды уңыш тип иҫәпләйем. Реконструкция эшләп ҙур сауҙа мәҙәниәт комплексы төҙөү бик урынлы килеп сыҡты. Ҡалала фонтандар, һәйкәлдәр, һынлы сәнғәт мәктәбен асыу—һәммәһе лә күңелде йылытырлыҡ иҫтәлекле ваҡиғалар. Урында бик талантлы етәкселәр, хеҙмәт кешеләре менән таныштым. Ҡала өсөн һаулыҡтарын, көс-ғәйрәтен биргән ихлас, асыҡ сырайлы өлкән быуын кешеләре—хеҙмәт ветерандары мине аңланы, шул минең өсөн ҙур уңыш тип һанайым. Ҡала етәксеһе булараҡ, урамдағы һәр янмай торған лампочка, юлдағы соҡорҙар, йәштәрҙең тәртибе, ҡала халҡының эш эҙләп ситкә китеүе, данлыҡлы мәғдән фабрикаһында руданың кәмеүе, элеваторҙың, ит комбинатының сит өлкәнән килтерелгән продукция менән эшләүе йәнде әрнетә, әлбиттә. Ә шулай ҙа яңы 70 күп ҡатлы йорт төҙөлөүе, кешеләрҙең иҫке йорттарҙан яңы фатирҙарға сығыуы, биш балалар баҡсаһы төҙөлөүе, яңы төҙөләсәк етештереү объекттары хаҡында уйлаһаң, күңелдә өмөт уяна. Юғары һәм урта белем биреү йорттары студенттарының ижади эштәрен баһалау өсөн ҡала хәкимиәтенең ун грантын булдырҙыҡ. Талантлы йәштәребеҙ күп. Халҡыбыҙ үҙ тарихын, телен ижади ҡеүәтен һаҡлап йәшәргә ынтыла, хеҙмәт кешеләрен, мәшһүр кешеләрен онотмай—шуныһы ҡыуаныс.
Аҡса
Беренсе хеҙмәт хаҡын 5-се класты тамамлағас, каникул ваҡытында сөгөлдөр утап алдым. 36 һум аҡса алып ҡайтып әсәйҙе шатландырҙым. Тапҡаным мәктәп формаһы һәм уҡыуға барырлыҡ кәрәк-яраҡ алырға етте. Ошонан һуң һәр каникул эш менән үтте. Һарыҡ йөнөн сорттарға айырыу, силос һалыу, тракторист ярҙамсыһы, көтөү көтөү...
Уйламаған ерҙән күп аҡса алһағыҙ ни эшләр инегеҙ тиһегеҙ, уйламаған ерҙән аҡса бер нисек тә килмәй. Уның ниндәй хеҙмәт менән табылғанын йәштән белеп үҫтем. Аҡсаны йәштән үк ике өлөшкә бүлергә өйрәндем—тотонорлоҡ һәм һаҡлап, мөмкинлек килеп сыҡҡанда кәрәк-яраҡ алырлыҡ. Эш хаҡымды тәүҙә тотошлайы менән әсәйемә алып ҡайта инем, хәҙер ҡатыныма тапшырырға күнеккәнмен. Fаилә бюджеты бергәләп уйлап тотонғанда ғына бәрәкәтле була.
Ял итеү
Ял иткәндә мал тәрбиәләргә яратам. Шәхси хужалыҡтан айырылғаныбыҙ юҡ. Матди яҡтан ғына түгел, күңел ҡушыуы буйынса ҡош-ҡорт, йорт хайуандарын тәрбиәләйем. Стрестарҙан, күп ауырыуҙарҙан ял иттерә был шөғөл. Минең иң яратҡан дуҫтарым, әлбиттә, аттар. Рәхмәтле, изге, хужаһына бирелгән йәндәр. Элек-электән башҡорт ир-егетенең иң тоғро юлдашы сыҙам, көслө башҡорт аты булған. Йылҡының кеше өсөн файҙаһы хаҡында ла бик хәбәрҙармын, ҡымыҙы, диетик итенең файҙаһы, ә һыбай йөрөүҙең арҡа һөйәген нисек төҙ, сәләмәт тотоуға ярҙам итеүенә беҙ әле күп тапҡыр инанасаҡбыҙ. Ләкин был эште бик уйлап, планлы рәүештә алып барыу, башҡарыу зарур.
Тағы бер яратҡан шөғөлөм—һунарсылыҡ. Йәш саҡтан тәбиғәт менән яҡындан аралашыу мине үҙенә тарта. Ләкин һунар итеүҙең үҙ ҡанундары, үҙ тәртибе бар. Һунарсы быны иҫенән сығарырға тейеш түгел. Кейектең рәнйешен алырға ярамай, сөнки ул да тере йән бит.
Дуҫтар
Яҡын дуҫтар һирәк була. Иң ҡәҙерлеләре—йәш саҡта дуҫлашҡан дуҫтарымдыр. Дәрәжәгә, вазифаға килгәс дуҫтар күбәйә инде ул, тиеүселәр бар. Мин яңы дуҫтар табыуға, яңы таныштарға бик һаҡ, шикләнеңкерәп ҡарайым. Ысын дуҫтар йә ауыр саҡта, йә бик ҡыуаныслы мәлдә һынала. Кешенең уңышына ла бик һирәктәр саф йөрәктән шатлана белә бит.
Хыянат
Хыянат тигәнең ышанып йөрөгән кешеңдең үҙе ҡылған хатаһы өсөн төшәһе тамуҡ утына һине этеп төшөрөүелер. Бер тапҡыр хыянат иткән әҙәм ул һине икенсегә лә һатасаҡ. Fәфү итә алаһыңмы, тигәнгә нимә тиһең инде, ғәфү үтенеүселәр бик һирәк ул, уға ла көс кәрәк бит. Fәфү итмәйем тип тә йәшәп булмай, тормош дауам итә. Ләкин хыянаттар, бысраҡ уйлы кешеләрҙең этлектәре юшҡын булып йөрәккә ултыра, көс-ғәйрәтте ала, йәнде ҡыя, ағыулай.
Дин. Әхлаҡи ҡанундар
Дин тәғлимәте байрамдарҙа, ураҙа ваҡытында ғына түгел, көндәлек тормошта булһын ине. Шулай уҡ ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам менән ҡарауы, балаларға яҡшы тәрбиә биреүе, өлкән йәштәгеләрҙе хөрмәт итеүе, миһырбанлылыҡ яғындамын. Ураҙа тотоуға ҡамасаулай, тип эшен ташлап, өйҙә ураҙалап ятҡан ҡайһы бер ир-егеттәрҙе аңлап етмәйем. Күпме быуаттар буйы был изге айҙа ураҡ урғандар, бесән сапҡандар. Ир кеше ғаиләһен туйындырыусы, балаларының киләсәген ҡайғыртыусы, ул ҡағиҙә быуаттар төпкөлөнән килгән яҙылмаған ҡанун. Элек тә ата-бабаларыбыҙ, аҡ яулыҡлы, сабыр холоҡло инәйҙәребеҙ, түбәтәйле олатайҙарыбыҙ диндә булды, аяттар уҡыны, иман юлында йөрөнө, хәҙер ошо өлкәлә үтә лә ныҡ шау-шыу. Хәүефләндереп тә ҡуя ҡайһы саҡ. Ислам кешене тәүҙән үк тыйнаҡлыҡҡа, тышҡы һәм эске таҙалыҡҡа өйрәтә, ят мауығыуҙарҙан, зарарлы әүрәүҙәрҙән тыя.
Ҡалабыҙҙа милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, үҙ-ара йылы мөнәсәбәт булдырыу, төрлө милләт кешеләренең мәҙәни-мәғрифәт өлкәһендә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү үтә лә көнүҙәк.
Fаилә, балалар
Күңелемә, йәнемә тыныслыҡ, аңлау тапҡан ғаилә бәхетенә юлыҡҡансы урау-урау юлдар үтергә лә тура килде. Әрнеүҙәр, үкенеүҙәр, юғалтыуҙар аша булһа ла, бөгөнгө бәхет утрауым—ғаиләмә килеп еттем. Алтынбикәм менән Айҙар һәм Хәсән исемле улдар үҫтерәбеҙ. Улдарым икеһе лә юғары уҡыу йорттарын тамамланы. Мәктәптә уҡығанда алған билдәләрегеҙ ысынбарлыҡҡа тап килһен, шунда ғына юғары уҡыу йортонда уҡый аласаҡһығыҙ, тигән талап ҡуйҙым. Ике улым да Нефть институтында уҡыны. Уларҙың ҡасан имтихан биргәнен, практика үткәнен дә белмәнек, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп үҫтеләр, үтә лә татыуҙар, бер-береһенә ярҙамсылдар.
Айҙар улым мәғдән эшкәртеү өлкәһендә эшләй, киленебеҙ Гөлнара табип, ике ул үҫтерәләр, Хәсән улыбыҙ Флүзә киленебеҙ менән Учалы ҡалаһында йәшәй, Әминә исемле ҡыҙҙары бар. Өлкән улым килен менән тәүҙә беҙҙең менән бергә йәшәне. Йәштәр үҙ аллы донъя көтөргә, балаларын үҙҙәре тәрбиәләргә тейеш тигән дөйөм фекергә килеп, уларҙы башҡа сығарҙыҡ. Ваҡыт булғанда ейәнемде балалар баҡсаһынан алырға барам. Башҡорт төркөмөнә махсус рәүештә бирҙек. Өйҙә гел үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ, ләкин кискеһен рус телендә һөйләшкән бала алабыҙ. Баҡсала тәрбиәселәр үҙ телебеҙҙә саралар үткәрә, телгә һөйөү уятырға тырыша, ләкин кескәйҙәр үҙ-ара икенсе телдә аралаша. Бәләкәстәрен алырға килгән йәш әсәйҙәргә иғтибар иткәнем бар. Береһе лә балалары менән үҙ телебеҙҙә һөйләшмәй. Балалар баҡсаһы, мәктәп кенә уны үҙ теленә өйрәтә алмай, ул өйҙә ата-әсәһе менән аралашыуҙан башлана.
Үҙем тураһында
Ҡыҙыу холоҡломон, ләкин күптәр миңә үпкәләмәй, тиҙ ҡайтымһаҡһығыҙ тиҙәр. Былар булмышымда асыу йөрөтмәүҙән киләлер, тип уйлайым. Донъя фани ғына, кеше аҙға ғына килгән. Донъяла үҙең киткәс тә, һине яҡшы яҡтан иҫкә алырлыҡ итеп йәшәйһе ине. Етәксенең эшен дә ваҡыт үткәс баһалайҙар. Ваҡыт барыһын һынай, үлсәй торған төшөнсә. Изгелек эшләйһең икән, барыбер халыҡ бер аңлар, тип ышанырға ҡала. Изгелек—иң оло иман тип йәшәргә күнеккәнмен. Миңә бөгөнгө көн менән йәшәгәндәр, бөгөн эшләнгән эштәрҙе иртәгәгә ҡалдырмағандар, йәшәүҙән мәғәнә, йәм тапҡандар оҡшай.
Әңгәмә һуңында
—Һеҙгә нисектер, әммә мин был әңгәмәгә үтә лә ҡәнәғәтмен. Эйе, күп осраҡта беҙ кешеләргә йылы һүҙҙе әйтергә һуңлайбыҙ, күңелебеҙҙе асырға тартынабыҙ. Замандаштарыбыҙға. Рәми Fарипов яҙғанса: «Ил бәхете менән бәхетле булғандарға һоҡланырға ғына ҡала. Йәнә аңларға тырышырға, йәнә хөрмәт итергә...»
Луиза Дәүләтшина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Һүрәттә: Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов ейәнсәре һәм ейәндәре менән.