58 йыл ғүмер һуҡмағынан бергә ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусы Игебаевтарҙың ғаиләһе татыулыҡ һәм бер-береһенә ҡарата тәрән ихтирам тойғоларына нигеҙләнгән. Марат олатай менән Флүрә инәй (һүрәттә)—икәүһе лә бар ғүмерҙәрен Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына бағышлаған кешеләр.
Марат Исхаҡ улы 1936 йылдың декабрендә Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Атаһы Исхаҡ Fәбиҙулла улы нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияға эләгә. Әсәһе Рабиға Нәбиулла ҡыҙы береһенән-береһе ваҡ балалары менән тороп ҡала. «Атайымды 1939 йылда ҡайтаралар һәм бер йылдан тағы ла төрмәгә оҙаталар. Аҙаҡ уны һуғышҡа алғандар тигән хәбәр йөрөнө. Шул китеүенән беҙ атайымды башҡаса күрмәнек»,—ти Марат олатай.
Эйе, мәҡәләм геройына ауыр һуғыш йылдарының михнәттәрен күп татырға тура килә. Тәүҙә уларҙың ғаиләһен Яратта уҡытыусы булып эшләүсе Мәғәзи ағаһы үҙҙәренә күсереп ала. Артабан уны ҡартатаһы Баймаҡҡа алып ҡайта.
— 5-сенән 7-се класҡа тиклем Баймаҡтың 1-се мәктәбендә белем алдым. Мин Беренсе Этҡол балалар йортонан килгән Роберт Байымов, Морат Байназаров, Салауат Хәмитовтар менән бергә уҡыным. Башҡорт теленән Зәйнәб Биишева һабаҡ бирҙе. 7-се кластан һуң ул мине артабан уҡырға урынлаштырам тип Өфөгә алып китергә уйлағайны, әсәйем ебәрмәне,—тип хәтер йомғағын һүтә Марат Исхаҡ улы.
1953 йылда 7-се класты тамамлағас, үҫмер егет Сибай комбинаты гаражына машина майлаусы булып эшкә төшә. 7 һәм 25 тонналыҡ МАЗ, 12 тонналыҡ ЯЗ автомобилдәрен хеҙмәтләндерә ул. Оҙаҡламай тырыш егетте баш инженер Ивлев һәм гараж начальнигы Попов саҡырып алып, автомобилдәргә техник тикшереү үткәреү буйынса бригадир итеп ҡуйыуҙары хаҡында әйтә.
— Үҙем һымаҡ егеттәрҙе йыйып, 5 кешенән торған бригада төҙөнөм. Беҙ автомобилдәрҙең майын алмаштырыу, ремонтлау менән шөғөлләндек. Смена һайын 2-3 машина йүнәтеп, планды 240-270 процентҡа үтәй торғайныҡ,—тип хәтерләй аҡһаҡал.
Талымһыҙ хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе М.И.Игебаев өс тапҡыр «Биш йыллыҡ»та еңеүсе тип табыла, уның фотоһүрәте гел «Почет таҡтаһы»нда эленеп тора. Әммә үкенесле нәмәләр ҙә була. Марат Исхаҡ улын, халыҡ дошманы балаһы тип, партияға алмайҙар. Ул был турала Мәскәүгә Хрущевҡа ла яҙып ебәрә. Унан аңлатма килеп төшә. Хатта: «Башҡортостандан 70 мең кеше репрессияға эләгә. Уларҙың күбеһенән «халыҡ дошманы» тигән мөһөр сиселә. 1954 йылда БАССР-ҙың Юғары Суды ҡарары менән енәйәт составы булмау сәбәпле, И.Г.Игебаевтың эше туҡтатылды» тип яҙылған була.
1965 йылда Марат Исхаҡ улын Байыҡтырыу фабрикаһына слесарь итеп күсерәләр. Бында ла маҡтаулы эшләй ул. Fүмеренең 42 йылын комбинатҡа арнаған Марат олатайҙың хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. М.И. Игебаевтың фиҙакәр хеҙмәте «БАССР-ҙың хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Марат олатайҙың хәләл ефете Флүрә инәй ҙә 39 йыл комбинатта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бәхетле ата-әсә улдары Иршат, Ринат, Рәдиф, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәләренең изгелеген күреп йәшәй.
Бына 10 йыл инде Марат олатайҙың күҙҙәре күрмәй, тома һуҡыр. Әммә ул бирешмәй, йәшәүҙән йәм табып ғүмер кисерә. Һәр иртәне гимнастиканан башлай, көн дә саф һауала йөрөй. Радионан, телевизорҙан тапшырыуҙар тыңлай. Бигерәк тә Флүрә инәйҙең йырлауын ярата. Беҙ барған көндө лә хәләл ефете уға бағышлап йыр һуҙып ебәрҙе:
Әйтмә, һин, ауыр һүҙ, әйтмә, түҙ
Йөрәк бит былай ҙа яралы.
Йырҙарҙы шаулатып йырлайһы,
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле…
Уға Марат олатай ҙа ҡушылды. Игебаевтарҙың йортонда бер ваҡытта ла йыр-моң тынмаһын, киләсәктә лә бер-береһенә терәк-таяныс булып, йөҙгәсә йәшәһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ. Улар быға лайыҡ.