Туҡһан йәшенә аяҡ баҫыусы аҡһаҡал Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында донъяға килгән, күп балалы ғаиләлә буй еткергән. Ул беренсе класҡа уҡырға барғанда әсәләре донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Нәжип ағаһы фронтҡа алына. Ырымбур өлкәһендә йәш командирҙар әҙерләү курсында уҡыған Хәбипкә лә Ватан һаҡларға ваҡыт етә. НКВД ғәскәрҙәренә эләккән егет I Балтика фронты составында һуғыша. Тәүге сирҡанысты Витебск өлкәһендә ала. Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһын фашистарҙан азат иткәндә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Бөйөк Еңеүҙе лә ул шунда ҡаршы ала
— Нәжип ағайым да шул Кенигсбергта авиация ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте. Бер тирәлә йөрөһәк тә, ул тарафтарҙа осрашыу бәхете теймәне,—ти Хәбип Шөғәйеп улы.
18 йәшлек кенә башҡорт егете яу яланында дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшкәне өсөн II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Уның түшен шулай уҡ «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар биҙәй. Һуғыштан һуң ул өлкән сержант дәрәжәһенә еткәнсе хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егетте Дәүләт хәүефһеҙлеге министрлығының Баймаҡ бүлексәһендә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Эске органдарҙа эшләп йөрөгән мәлдә күрше Fәҙелбай ауылы һылыуы Мөкәрәмәгә күҙе төшә. Һуғыш арҡаһында бик күп михнәттәр күргән ҡыҙ ҙа һалдаттың мөхәббәтен инҡар итмәй. Йәштәр ғаилә ҡороп ебәрә. 1963 йылда Азаматовтар Сибай ҡалаһына күсеп килә.
Таусылар ҡалаһында Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы әҙерләү-һатыу базаһында, элеваторҙа, орлоҡ станцияһында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө Маҡтау ҡағыҙҙарына, грамоталарға лайыҡ була. Хәбип Шөғәйеп улы иһә «Сельхозтехника»ла эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡала ҡасабаларының береһендә мал көтөп, баҡса үҫтереп матур йәшәйҙәр улар. Өлкәнәйә килә фатирға күсһәләр ҙә, баҡсанан айырылмайҙар.
— Донъябыҙ етеш, теүәл. Һуғыш михнәттәрен күрһәк тә, бирешмәнек. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барғанғалыр, ғүмеребеҙ ҙә оҙон, шөкөр. Хәләл ефетем минән 10 йәшкә кесе, уның йәшлеге миңә күсә. Ҡатыным менән яу юлым үткән тарафтарҙа, Кенигсбергта бер нисә тапҡыр булдыҡ,—тип хәтирәләргә бирелә ветеран.—Мөкәрәмәм аш-һыуға оҫта, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бала һөйөү бәхетен бирмәһә лә, бушлыҡ тоймайбыҙ. Ағайымдың, һеңлемдең балалары беҙҙе ташламай, инәй-олатай тип өҙөлөп тора. «Азатлыҡ» социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарынан айырмай. Олоғайған көнөбөҙҙә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, парлы ғүмер кисереүебеҙ—үҙе ҙур бәхет. Йылдар үткән һайын был ғүмерҙең ҡәҙерҙәре көнләп үҫә генә икән ул. Һәр мәлде, һәр миҙгелде шатланып ҡаршы алабыҙ.
Оло йөрәкле яугиргә һәм уның хәләл ефетенә сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныста-шатлыҡта 100 йәшкә ҡәҙәр йәшәүҙәрен теләйбеҙ.