Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Ноябрь 2016, 18:29

Ижады һоҡланыу уята

Мәскәү, Өфө, Чебоксар, Магнитогорск, Екатеринбург, Төмән, Түбәнге Новгород ҡалаларында уҙған Бөтә Рәсәй ижадсыларының күргәҙмәләрендә, конкурстарында даими рәүештә ҡатнашып килә Й.И.Ҡылысов. Тормошта һәм сәнғәттә үҙ донъяһы булған рәссам, юғары кимәлдә ойошторолған ярыштарҙан, һәр саҡ беренсе урындар, маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән әйләнеп ҡайта. Быйыл апрель айында Сибай ҡалаһында йәшәүсе Йәноҙаҡ Ишбулды улына ошо һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы тигән юғары исем бирелде. Тормош-көнкүреш әйберҙәрен биҙәү сәнғәтенә лә, скульптураға ла, балалар уҡытыуға ла берҙәй ихлас тотонған рәссам-педагог тураһында булыр бөгөнгө һүҙем.

Халҡыбыҙ борон-борондан ағастан, ағас ҡабығынан, ҡайын туҙынан һауыт-һаба, йорт йыһаздарын, балалар өсөн уйынсыҡтарҙы ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән һырлап эшләүгә оҫта булған. Был һөнәр, быуаттар аша камиллаша барып, беҙҙең көндәргә килеп етеүе бер кемгә лә сер түгел. Милләтебеҙҙең меңдәрсә йылдар буйы йыйылған эстетик идеалдарын, үҙенсәлеген һәм традицияларын дауам иткән Йәноҙаҡ Ҡылысовтың ижад емештәрен республикабыҙҙың төрлө музейҙарында, хатта Рәсәйҙә генә лә түгел, ә әллә ҡайҙа ятҡан Японияла ике әҫәрен—«Төнъяҡ амуры» һәм «Башҡорт балы» варианттарын осратырға мөмкин. Германияның Гонновер ҡалаһына ла юлланған уның һырлы, йырлы һындары, башҡорт биҙәктәре… «Йәноҙаҡ Ишбирҙе улының ижады милли мәҙәниәткә ихлас хеҙмәт итеүе менән айырылып тора. Рәссам эштәренең нигеҙендә фольклор һәм хәҙерге ауыл тормошо ята»—тип яҙа сәнғәт белгесе И.Гусева. Эйе, был хаҡ һүҙҙәр. Мәҫәлән, «Һыбайлы башҡорт», «Алыҫ юл» әҫәрҙәрен алайыҡ, был һүрәттә башҡорт халҡының милли сәнғәт традициялары сағылған, дөйөмләштерелгән халыҡ образы йәшәй уларҙа. Ана бит, һыбай йәки егеүле атта барһалар ҙа, уйҙары үҙ донъяһында ғына түгел, алыҫтарға барып тоташҡан. Ҡараштарында киң күңеллелек, хәйләһеҙлек, тыуған ергә мөкиббәнлек сағылыш тапҡан. Рәссамдың күп һанлы һүрәттәре араһында ҡатын-ҡыҙҙарға арналғандары байтаҡ: «Ҡымыҙ бешеүсе ҡыҙ», «Батмуслы ҡыҙ», «Һауынсы»—быларҙың барыһында ла авторҙың йөрәк йылыһын, ихласлығын тойомларға мөмкин. Мәҫәлән, «Бейеүсе ҡыҙ»ҙағы нәзәкәтлелек, һомғоллоҡ, кейеменең деталдәре, толомдары—бөтәһе бергә талғын көйгә тирбәлеп, бейеүсенең баш өҫтөндәге самауырын һажлатып ҡайнатып ебәргән һымаҡ… Әле әйткәндәрем менән Йәноҙаҡ Ишбулды улы үҙе лә килешмәҫ, бәлки, әммә мин уны шулай күрәм. Сәнғәттең көсө лә шунда: мең кешелә мең төрлө хис-тойғо уятыу. Рәссам башҡорт гүзәлдәренең һын-килбәтен бик үҙенсәлекле һүрәтләгән. Уларҙа мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына хас күркәм сифаттарҙы күрергә була.

Йәноҙаҡ Ишбулды улының иң характерлы һыҙаты шунда: художестволы әйберҙәр эшләү сәнғәтенең боронғо традициялары нигеҙендә яңы сюжеттар, темалар, формалар эҙләү булһа, скульптурала ул бөтөнләй үҙ аллы. Халыҡ күңеленә юл табыу—ҙур мәртәбә. Ихлас, өҙлөкһөҙ эшләүе, фиҙакәр хеҙмәте 1990-2014 йылдарҙа уға уңыштар килтерҙе, хеҙмәттәре төрлө кимәлдәге конкурстарҙа тик беренсе урындар яуланы. «Бәләкәй һәм ҙур ижау» (2003), «Ат еккән бабай санала» (2006), «Ижау» (2014) һәм башҡа эштәренә һоҡланмау мөмкин түгел! Рәссам бер юлы ике Рәсәй конкурсында ла алдынғылыҡҡа сыҡҡаны бар. Беренсеһе—Түбәнге Новгородта, икенсеһе Мәскәүҙә. Й.И.Ҡылысов өсөн иң иҫтәлеклеһе «Душа России» конкурсында ҡатнашыу булғандыр, моғайын. Бында 197 кеше араһынан ун оҫта финалға сыға. Бармаҡ менән һанарлыҡ ижадсылар иҫәбендә Йәноҙаҡ Ишбулды улының булыуы, унан исемле кубок алып ҡайтыуы тағы ла дәртләнеп ижад итергә этәргес бирә. «Алтын ҡуллы оҫта» исемен йөрөткән шәхес милләтебеҙгә әйтер һүҙҙәрен декоратив сәнғәткә һыйҙырған. Мәҫәлән, «Хушлашыу» әҫәрен алайыҡ. Йәноҙаҡ Ҡылысов матур донъя киңлеген ғәҙәттән тыш тоя белеүе арҡаһында саф һөйөү хисе аша ер-һыуҙы һаҡларға, яҡларға саҡыра һәм шул төшөнсәләр нигеҙендә моңһоу хушлашыуҙан һуң татлы осрашыу буласағына ишара яһай. «Балыҡсылыр әңгәмәһе» исемле эше лә һоҡланыу уята: милли фольклор һәм ауыл тормошо. Бында оло фәлсәфә. Йәнә мин Йәноҙаҡ Ишбирҙе улында боронғолоҡ тойғоһо һаҡланыуына ғәжәпләнәм. Башҡорт рухының тәбиғәт менән бер бөтөн булыуын раҫлаусы «Ҡурайсы сулпыһы», «Йыр», «Ҡобайыр» композициялары ҡурайға дан йырлай.

Рәссамдың тыуған төйәге—Иҫке Сибай ауылы. Башҡорттоң көй-моңдарын тыңлап үҫкән ижадсының башҡорт халыҡ йырҙарына мөрәжәғәт итеүенә бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел. Был йүнәлештәге ижады ҡатнаш һәм күп яҡлы: ул скульптурала һәм декоратив сәнғәттә берҙәй сағыла. Ошо ике сәнғәт уртаһында торған «Ҡобайыр» исемле эше бик үҙенсәлекле һәм һоҡланғыс. Дүңгәләктәр эсенә ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнаған сәсәндәр һынын композицион бер бөтөн итеп урынлаштырған. Ҡатмарлы эшкәртеү алымдары менән образлыҡҡа юл асҡан. Был Йәноҙаҡ Ишбулды улының юғары оҫталыҡ кимәле тураһында һөйләй.

Әлеге көндә Йәноҙаҡ Ишбирҙе улы Ҡылысов Сибай балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Үҙ хеҙмәте менән балаларҙа халҡыбыҙҙың сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләй, милли рух үҫтерә. Уҡытыусылары кеүек уҡыусылары ла шәп. Остаздарынан күрмәксе уҡыусылары республика, Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстарҙа призлы урындар яулай. Көслө ихтыярлы ижадсының рух ныҡлығы уҡыусыларына ла күскән.

Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: