Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Декабрь , 19:05

Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы...

...Сәлимә Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә ярлы ғаиләлә үҫкән. Ҡыҙға ауылдаш егет ғашиҡ була, ҡурайҙа уға арналған көйҙәрен уйнай. Байҙың йомарт йоломона алданып, атаһы Сәлимәне аҡылға зәғиф бай улына кейәүгә бирергә була. Сәлимә һөйгәне менән ҡасырға тәүәккәлләй, ләкин уларҙы ҡыуып тоталар, ҡаты итеп туҡмайҙар. Аҡылынан яҙған Сәлимә Ирәндек тауындағы Ҡараташ ҡаяһынан ҡолап һәләк була.

Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы...
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы...

Сәлимәкәй — лирик башҡорт халыҡ йырыоҙон көй

«Сәлимәкәй» йырының килеп сығыуы тураһындағы легенданы тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында Мөхәмәтша Буранғолов ҡағыҙға төшөрә. Йырҙың һүҙҙәрен 1934 йылда композитор С. Ғәбәши яҙып ала. Шул йылдарҙа донъя күргән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығына «Сәлимәкәй» йыры ла индерелә. Варианттарын А. С. КлючарёвЛ. Н. ЛебединскийФ. А. Нәҙершина, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Ғата СөләймәновХөсәйен Әхмәтов яҙып ала.

Йырҙың авторы Буранбай сәсән тигән фараз бар, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай.

Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,
Тора-тора мендем дә башына.
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,
Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа.
Ике лә генә аҡҡош, ай, һауала,
Ыласын, шоңҡар ятмаҫ ояла.
Бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем,
Һиндәй һылыу һирәк донъяла.
Сәлимәкәй һыуға барған саҡта,
Елдәр һыйпап һөйә башынан.
Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда,
Ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан.
Ҡараһана, Сәлимә, күҙемә,
Ышанһана әйткән һүҙемә.
Һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен,
Тап төшөрмәм нурлы йөҙөңә.

Беренсе варианты Легендаларҙың береһе буйынса, Сәйет тархандың ҡыҙы Сәлимә бик сибәр булған, моңло итеп йырлаған. Губернатор, ҡыҙҙың атаһы Сәйет тархан ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Сәлимәгә өйләнергә теләй. Сәлимәнең олатаһы Ҡәйепҡол тарханды кейәүен үлтерергә күндерә. Шундай хаслыҡ тураһында ишеткән Сәлимә сиргә һабыша. Ейәнсәрен ҡотҡарырға теләп, Кәйепҡол тархан йырсы һәм ҡурайсы Йәркәйҙе (Буранбай сәсәнде) саҡырта, уның йырҙары Сәлимәне һауыҡтыра. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ була һәм ҡасып китә.

Риүәйәттең икенсе варианты

Икенсе фараз буйынса, Сәлимә Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә ярлы ғаиләлә үҫкән. Ҡыҙға ауылдаш егет ғашиҡ була, ҡурайҙа уға арналған көйҙәрен уйнай. Байҙың йомарт йоломона алданып, атаһы Сәлимәне аҡылға зәғиф бай улына кейәүгә бирергә була. Сәлимә һөйгәне менән ҡасырға тәүәккәлләй, ләкин уларҙы ҡыуып тоталар, ҡаты итеп туҡмайҙар. Аҡылынан яҙған Сәлимә Ирәндек тауындағы Ҡараташ ҡаяһынан ҡолап һәләк була[.

Фото интернеттан

Мәғлүмәт википедиянан алынды

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: