Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
8 Октябрь , 10:45

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШ

 Әле һатыуҙа кукуруз күп. Алып ҡышҡылыҡҡа туңдыра һалығыҙ. Ҡыш ашҡа 2-3 киҫәк ҡушырһығыҙ. Тәмле лә, аштың артыҡ майын да ала.



 Йәй эҫенән һаҡланырға кәрәк булһа, көҙ—елдән. Көҙгө ел осло бысаҡҡа тиң, тиҙәр.

 Көҙ иртә ятып, иртә тороу яҡшыраҡ. Ҡыш иртә ятып, һуңыраҡ тороу хәйерле.

 Көҙ үтә йылы кейенмәһәң дә елкәне һыуыҡтан  ныҡ һаҡларға  кәңәш итәләр.

 Көҙ иртәнсәк кефир эсеү яҡшы.

 Көҙ аҡ күсәнле кәбеҫтә ашау файҙалы.

 
 Сос, тиҙ хәрәкәтләнеүсән бармаҡтар мейенең һау булыуын белгертә. Ә телдең хәрәкәтсәнлеге—йөрәк һаулығына дәлил. Ҡолаҡ яҡшы ишетә икән—бөйөрөгөҙ һау. Күҙегеҙ яҡшы күрһә—бауыр сәләмәт. Танауығыҙ еҫте яҡшы тойһа, үпкәләр һау.

 Душ ингәндә, аҫтан йыуына башлағыҙ. Һыуҙы иң беренсе башҡа, яурынға ағыҙмағыҙ. Был инсультҡа, йөрәк ауырыуҙарына  килтереүе ихтимал.

  Йөрәктең арыуын билдәләүсе тәүге сигналдар—үтә ныҡ тирләү. Үпкәнең сирлелеген билдәләүсе билдә—үтә илаҡ булыу.

 Һыуыҡ тейһә—эҫе сәй түгел, эҫе һыу эс.

  Көндәлек ҡағиҙә: иртәнсәк һыуыҡ һыу менән сайын, кис аяҡтарығыҙҙы эҫе һыу менән йыуығыҙ, яҡшы йоҡларһығыҙ.

 Ҡыҙыл төҫтәге ризыҡ йөрәк өсөн файҙалы.

 Ҡыҙыл төҫкә тартылыу ( кейемгә) йөрәк энергияһының аҙлығын һөйләй.

  Аҡ төҫтәге ризыҡты ҡулланыу (һөт, эремсек, дөгө һ.б.) үпкә һаулығына яҡшы тәьҫир итә.


 Әле һатыуҙа кукуруз күп. Алып ҡышҡылыҡҡа туңдыра һалығыҙ. Ҡыш ашҡа 2-3 киҫәк ҡушырһығыҙ. Тәмле лә, аштың артыҡ майын да ала.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: