Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
29 Сентябрь , 10:55

Һуңлап килгән бәхет...

Ни эшләйһең инде, ғүмер бит ул Көлдөрә лә, йәнә көйҙөрә Ике йәнде тоташтырған епте Уйламаған ерҙә өҙҙөрә,--тип һөйөклөһөнә арнап шиғыр яҙып, аҫтына Зифа әбейең, тип яҙып ҡуйған. -Нисә йәштә баҡыйлыҡҡа күсте һуң бабайың?—тип һорайым инәйҙән. -93-өн дә тултыра алмай китеп барҙы шул,--тип яуапланы, көрһөнөп.-Беҙ уның менән 6 йыл ғына тороп ҡалдыҡ. Ошо 6 йыл бәхетле ғүмерем тәүге бабайым менән йәшәгән 30 йылдан мең артыҡ булды. Ҡартайған көндө бәхетле, парлы иткән өсөн Аллаһ Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен! -Нисек таныштығыҙ һуң?—тип ҡыҙыҡһынам.

Һуңлап килгән бәхет...
Һуңлап килгән бәхет...

Йәй көнө редакциябыҙға оло йәштәрҙәге инәй килеп, бабайының үлгән көнөндә уны иҫкә алыу кәрәклеге тураһында яҙыуыбыҙҙы үтенде. Ҡәҙерлеһенә арнап, “Мирзагилдемә” тип шиғыр ҙа яҙған.

...Һин булдың бит миңә

Яҡты йондоҙ, яҡты ҡояш.

Яҡты төнөм, айым.

Һәр саҡ яҡты йөҙөң, шат күҙҙәрең менән

Йәм бирҙең һин миңә

Көн һайын!

Ни эшләйһең инде, ғүмер бит ул

Көлдөрә лә, йәнә көйҙөрә

Ике йәнде тоташтырған епте

Уйламаған ерҙә өҙҙөрә,--тип яҙып аҫтына Зифа әбейең, тип яҙып ҡуйған.

-Нисә йәштә баҡыйлыҡҡа күсте һуң бабайың?—тип һорайым инәйҙән.

-93-өн дә тултыра алмай китеп барҙы шул,--тип яуапланы, көрһөнөп.-Беҙ уның менән 6 йыл ғына тороп ҡалдыҡ. Ошо 6 йыл бәхетле ғүмерем тәүге бабайым менән йәшәгән 30 йылдан мең артыҡ булды. Ҡартайған көндө бәхетле, парлы иткән өсөн Аллаһ Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен!

-Нисек таныштығыҙ һуң?—тип ҡыҙыҡһынам.

-Ҡала хакимиәтенә йомош менән барҙым да, ҡайтып килешләй, аяҡтарым талғас Маяковский паркындағы бер эскәмйәгә ултырып ял итем. Тороп китеүем булды, артымдан берәү эйәргәнен шәйләнем. Әйләнеп ҡараһам, мөләйем йөҙлө генә, олпат кәүҙәле бабай эҙемә төшкән. Аңғансы, ултырып һөйләшеп алайыҡ,--тип һүҙ ҙә ҡушты.

Эскәмйәлә оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ. Бер нисә йыл элек әбейен ерләгән икән. Улы, ҡыҙы ла гүр эйәһе булған. Минең тормошом менән ҡыҙыҡһынды. 18 йыл яңғыҙмын. Бабайым үлде, 3 балам бар, тигән булдым. Шунан ул мине өйөмә ҡәҙәр оҙатып килде. Килгәсең әйҙә ин, сәй эсеп ҡайт, тинем. Шулай аралашып, һөйләшеп киттек. Балаларым бабай килеп йөрөүенә башта хәтәр ныҡ аптыраны, аҙаҡ яҡшы кеше булһа ни әсәй, баш тартма, йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә иптәш булырһығыҙ, сөкөрҙәшеп ултырып сәй эсәһегеҙ ҙә яҡшы бит, икәү--икәү инде, тип ризалыҡ бирҙе. Ул ваҡытта миңә 75, Мирзагилдегә 85 йәш ине.

Бабайым бик яҡшы булды. Вазифалы эштәрҙә эшләгән. Йәшләй генә Алыҫ Көнсығышта эшләп йөрөгәндә, рус милләтенән бер ҡыҙға ғашиҡ булып өйләнгән, балары тыуған. Тыуған яғын һағынғас, ҡайтҡан. Балалар йортонда тәрбиәләнгән дуҫының тол ҡатынын 3 балаһы менән алып йәшәгән. Был никахта бер улы тыуған. Өйҙә бөтә эште лә ҡатыным эшләне, мин аҡса таптым. Мин хатта манный ярмаһы ла бешерә белмәйем. Әбейһеҙ ҡыйын шуға. Бергә торайыҡ тип әйткән әйбейҙәр булды ул, нишләптер береһе лә күңелгә ятманы. Ә бына һине тәү күргәс тә оҡшаттым, шуға артыңдан төштөм бит тине.

Зифа инәйҙең бабайы тураһында һөйләгәндә күҙҙәре янып, осҡонланып китеүенән, ысын мөхәббәт ошолор тип уйланым. Тап йырҙағыса: Мөхәббәт йәштәрҙә тиҙәр, була ул һәр кемдә лә, мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай ҡартайған көндәрҙә лә...

Гөлдәр Ҡадаева.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: