Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
29 Июль , 20:05

“Инәйемдең өйрәгенең арты ҡыйыш...”

...Түбән оста элек урамға арҡыры ултырған бер өй булды. ... Йылғаға шул өй менән беҙҙең аранан тар ғына тыҡрыҡ төшә торғайны. Түбән яҡтарҙың бар ҡош-ҡорто, ҡаҙ-өйрәктәре шул тыҡрыҡтан йылғаға йөрөнө. Билдәле, күп ҡоштар урамға арҡыры ултырған өйҙөң ишек алдына борола. Был хәл хужабикәнең тәҡәтен тамам ҡоротҡандыр инде... бер көндө инәйемдәрҙең үҙҙәренә ингән ишле генә өйрәктәрен кәртәһенә индереп яба ла, муйындарын бороп, берәмләп баҫыу аша ташлай икән теге апай. Ишек алдында уйнап йөрөгән мин тайшаңлап атлай алмай ятҡан өйрәкте абайлап, йүгереп барғанмын һәм: “У-у-уйй, инәйемдең өйрәкенең арты ҡыйыш...” – тип аптырап, ярайһы ғына ҙурайған өйрәкте көскә күтәреп, инәйемдәрҙең өйөнә йүгергәнмен.

“Инәйемдең өйрәгенең арты ҡыйыш...”
“Инәйемдең өйрәгенең арты ҡыйыш...”
Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Инәйемдең өйрәгенең арты ҡыйыш...”

Бала сағымдағы ут күршебеҙ Сафин ағай менән һирәк-һаяҡ тап булышҡан һайын иҫкә алып, көлөшөп алабыҙ был хаҡта... Миңә өс йәштәр тирәһе булғандыр, мин үҙем иҫләмәйем, әммә Сафин ағай гел көлөп телгә ала. Хатта күрешкәндә лә: “Инәйемдең өйрәкенең күте ҡыйыш...” – тип өҫтәп ҡуйыу уның ғәҙәтенә ингән.
...Түбән оста элек урамға арҡыры ултырған бер өй булды. ... Йылғаға шул өй менән беҙҙең аранан тар ғына тыҡрыҡ төшә торғайны. Түбән яҡтарҙың бар ҡош-ҡорто, ҡаҙ-өйрәктәре шул тыҡрыҡтан йылғаға йөрөнө. Билдәле, күп ҡоштар урамға арҡыры ултырған өйҙөң ишек алдына борола. Был хәл хужабикәнең тәҡәтен тамам ҡоротҡандыр инде... бер көндө инәйемдәрҙең үҙҙәренә ингән ишле генә өйрәктәрен кәртәһенә индереп яба ла, муйындарын бороп, берәмләп баҫыу аша ташлай икән теге апай. Ишек алдында уйнап йөрөгән мин тайшаңлап атлай алмай ятҡан өйрәкте абайлап, йүгереп барғанмын һәм: “У-у-уйй, инәйемдең өйрәкенең күте ҡыйыш...” – тип аптырап, ярайһы ғына ҙурайған өйрәкте көскә күтәреп, инәйемдәрҙең өйөнә йүгергәнмен. Кире килеүемә, баҫыу тышында икенсе өйрәк шул уҡ хәлдә ята икән... Был күренеш бер нисә тапҡыр ҡабатланған... Шунан әсәйем иғтибар итеп, апайға һөрәнләгән: “Ул нишләп кеше өйрәктәрен зәғифләп ташлап тик тораһың? Ҡыҙыҡ табып алдыңмы ни?” Шунан һуң ғына апай ҡырын эшен туҡтатып, өйөнә инеп киткән... Ә лаҡабы бөгөн дә йәшәй...

Тауыҡтар бәләһе
Борон ауыл кешеләре район үҙәгенә барһа, һөт, май, йомортҡа һәм башҡаһын алып барып һатып, сәй-шәкәрлек аҡса эшләр булған. Урта төштә йәшәгән Ғәбиҙә инәй ҙә, иртәгә Йылайырға барыр булғас, кистән бер нисә тауығын тотоп, тоҡҡа яба. Хәҙерге ише свет көнө-төнө янмай бит инде – таң менән тороп, самауыр ҡуйырға әптәләнеп йөрөгән ҡатын ҡараңғыла, күмер сүгенен һәрмәйем тип, баяғы тоҡҡа тейеп ала. Билдәле, тауыҡтар тертләп: “Ҡо-оҡ!” – тип тауыш бирә. Уны-быны уйламаған ҡатын, ҡото осоп, ултыра төшә һәм имгәкләп саҡ өйгә инә.
–Баҙар ҡайғыһы китте... Күрше ауылдағы мулла олатама барып, ҡот ҡуйҙырырға тура килде... Шулайтып, үҙем тоҡҡа һалған тауыҡтарҙан үҙемдең ҡотом осоп, аҙнанан ашыу ауырыным бит, әй... – Аҙаҡ инәй үҙе көлә-көлә һөйләй торғайны....

"Суғым муйыл"...
Баҙар, тигәндән тағы бер мәҙәк хәл иҫкә төштө... Элекке кешеләр беҙҙең замандағы кеүек йөҙ метр араға ла такси-фәлән саҡырып тормаған, ундай мөмкинселек тә булмаған бит инде. Буйға йәтеш кенә кәүҙәле, үҙе сөс һәм теремек Нәбирә инәй, ике биҙрә йомортҡаһын көйәнтәләп, таң һарыһынан ауылдаштары менән Йылайыр баҙарына юллана. Таң ҡыйылып ҡына килгән ваҡыт. Оҙон юлда бер-береһен шаяртышып, көлөшә-көлөшә баралар.
–У-у, мынау муйылдың суғымлығы-ы-ы! Юлаусылар ул нисек күрмәй йөрөйҙәр икән быға саҡлы... – Алдараҡ барған ағай өҫкә ҡарап аптыраған була икән.
–Ҡайҙа муйыл күрәһең, мин күрмәйемсе, – емеш-еләккә әүәҫ Нәбирә инәй ағайҙың һүҙенә шунда уҡ ышана.
–Һуң, мына бит, суҡтарылып тора! Аңҡайыбыраҡ ҡара!
Өтәсәк кенә инәй көйәнтәһе-ниһе менән урынында зыр әйләнеп баш осона текләй икән. Шул саҡ ағас тамырына эләгеп, биҙрәләрен тысылдатып ергә бәрә.
–Әрәм генә итте күкәйҙәремде... Юҡ муйылын күрһәтәм, тигән булып... – Нәбирә инәй ватылған йомортҡаларын ҡулы менән һыпырып илап ебәрә. Ярты юлды көйәнтәләп килгән йомортҡаларының имен ҡалғандарын айырып, йөгөн күпкә еңеләйтеп, юлын артабан дауам итә инәйебеҙ. Юлдаштары иһә баҙарға барып еткәнсә үҙенән көләләр:
–Нәбирәнең бүреһе олоно – уба-туба муйылын һатып та бирешмәҫ инде!
–Еңгәй, беҙҙең менән дә уртаҡлашырһың инде аҡсаңды... балаларға күстәнәс алырбыҙ, исмаһам...
–Күкәйе – күкәй... ныу отолдо бит беҙҙең еңгәй!
–Көлөгөҙ, көлөгөҙ, һеҙҙе лә бер һемәйтермен әле! – Нәбирә инәй ҙә башҡаларға ҡушылып көлә. Боронғолар бер-береһенә асыуланыу, үпкәләү, кенә тотоу тигәнде белмәне шул...
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: