Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Июль , 11:05

БАРМАҠ ЫУАЛАУ ҘА ФАЙҘАЛЫ

Баш бармаҡ үпкә һәм йөрәк менән бәйле. Уны ыуалау үпкәне таҙаларға, тын алыуҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Һуҡ бармаҡ эсәк, ашҡаҙан менән бәйле. Уны ышҡыу диарея мәлендә хәлде еңеләйтә.

Һәр бармаҡ ниндәйҙер эске орган өсөн яуап бирә, тиҙәр. Хатта бармаҡтарға еңелсә массаж эшләп, һаулыҡты яҡшыртырға була тигән фекер бар. Ысынмылыр, юҡмылыр, әммә иғтибар итәйек әле.

Баш бармаҡ үпкә һәм йөрәк менән бәйле. Уны ыуалау үпкәне таҙаларға, тын алыуҙы яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Һуҡ бармаҡ эсәк, ашҡаҙан менән бәйле. Уны ышҡыу диарея мәлендә хәлде еңеләйтә.

Сығанаҡ бармаҡ кәйеф өсөн яуап бирә. Эмоциональ торошоғоҙҙо котролгә алырға теләһәгеҙ, уны ыуалап ебәрегеҙ.

Урта бармаҡ йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғандарға, баш әйләнгәндә, уҡшығанда “ярҙамға ашыға”.  Ҡан әйләнешен көйләп ебәрә.

Ә сәтәкәй бармаҡ йоҡоно яҡшырта, стрестан һуң хәлде яҡшырта.

Ҡул сабыу йәки усты усҡа ыуыу ҙа сәләмәтлекте нығытыуға бер аҙым. Устарыбыҙ тәнебеҙҙәге һәр төрлө нервтар менән тоташҡан.

Ҡулдың эс яғын һыйпау, ыуалау ҙа кәңәш ителә. Һыҙланған мәлдә хәлдәр бер аҙ яҡшыра.

Әлбиттә, ҡул-бармаҡтарға массаж эшләү һеҙҙе ниндәйҙер сирҙән тулыһынса ҡотҡармай, әммә зыяны булмаҫ, тип ышанабыҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: