Бишенсе көнөнә ялтлап ҡалҡҡан ҡояш көндөң матур буласағын хәбәрләй ине. Бына, ниһайәт, беренсе һатып алыусы ла пәйҙә булды. Урта йәштәрҙәге ир кеше, артыҡ һүҙ ҙә ҡушып тормай, ҙур һауытҡа ҡойҙортоп кеүәҫ алды ла, тәмләп эсә-эсә ары атлап китте.
Булды былай булғас, кеүәҫ боҙолмаған, тип уйлап та өлгөрмәнем, яңы ғына алған ир кире килә ине. Яңғыҙы түгел, тағы берәүҙе эйәрткән. Хафалана төштөм, кеүәҫ насар булған да, дәғүә белдерергә уйлайҙыр, тип. Ләкин, яҡын килеүенә, уның йылмайып тороуын, хатта күңелле генә булыуын абайлап, тынысландым. Икеһе лә тағы икешәр һауыт кеүәҫ алып эстеләр. Шыптыр моҡсайға мул ғына ҡойҙортоп алып китеп барҙылар. Бер аҙҙан кеүәҫ алырға теләүселәрҙең һаны бермә бер артты. Күбеһе ир-егеттәр, ара-тирә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел.
Төш ауып үтеүгә, ҙур мискәнең төбө күренә башланы, әммә һатып алыусыларҙың һаны кәмемәне. Хатта сират өсөн талаша башланылар. Бындай уңыштан минең түбә күккә тейҙе. Иртәгәлеккә тағы ике ҙур мискә кеүәҫкә заказ биреү тураһында уйлана башланым.
Баҡтиһәң, дүрт көн буйы ултырған кеүәҫ, әсеп, ҡаты эсемлеккә әйләнгән икән. Быны һиҙеп ҡалған ир-ат ябырылып тиерлек алырға тотондолар. Кискә табан яҡын тирәләге өйҙәрҙең тәҙрәләренән, тыштағы эскәмйәлә йыйылып ултырғандар яғынан, аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, йыр тауышы ла ишетелә башлағайны. Йәтеш кәнистәрҙәрен уңайлы тотоп, кәлдерләберәк, ҡәнәғәт атлап ҡайтып барыусылар кеүәҫтең ныҡлы әсеүен дәлилләй ине.
Хәмит Карамалинский.
фото интернеттан