Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Апрель , 16:45

БАЛА САҠ ХӘТИРӘҺЕ

...Мин бәләкәй саҡтарҙа инкубатор ҡаҙҙары һатылмай, ә ҡаҙҙарҙы ҡыш аҫырап сығарып йомортҡа һалдырып, сепей баҫтыра инеләр. Әсәйемдәр һәр саҡ ике инә ҡаҙ, бер ата ҡаҙ ҡалдыра торғайнылар.Улар февраль баштарында тәүге йомортҡаларын һалалар ине. Инә ҡаҙҙарҙы ҡарауыллап ҡына торабыҙ. Сөнки улар гел бер урынға һалмайҙар, өҫтәүенә улар йомортҡаны ҡаплап китәләр. Күрмәйерәк ҡалһаң йомортҡа өшөүе лә бар. Бер шулай инә ҡаҙ юҡ булды ла ҡуйҙы. 

БАЛА САҠ ХӘТИРӘҺЕ
БАЛА САҠ ХӘТИРӘҺЕ

Әсәйем йылғаға табан эҙе киткән тип беҙҙе эйәртеп шунда ыңғайланы. Картуф баҡсаһының осона етеп тирә –яҡты ҡарай башланы. Ә беҙҙең урам ҡалҡыулыҡта урынлашҡан, йылға буйы ус төбөндәй генә күренә. Шул саҡ әсәйем күреп ҡалды бит ҡаҙҙы. Гәрәй бабайҙарҙың картуф баҡсаһының осонда тиреҫ өйөлгән булған. Шунда барып йомортҡа һалып ултырған икән. Ҡаҙҙы барып ҡыуып ҡайттыҡ, йомортҡаһын ҡәҙерләп кенә тотоп ҡайттыҡ. Һелкетергә ярамай, сепейе сыҡмай атыу тип.

Ҡаҙ яҡшы йомортҡа һалһын өсөн самалап ашата ла белергә кәрәк. Сөнки ҡаҙ һимереп китһә йомортҡаһы серетке булыуы бар, йә артыҡ ябыҡ булһа һалмай ҙа ул. Йомортҡаны берәй ҡумта эсенә йомшаҡ ҡына сепрәк өҫтөнә генә һалып ҡараңғы ергә ҡуйып һаҡлайҙар. Был ваҡытта инде беҙ өйҙә ипләп кенә уйнарға тейеш инек. Йомортҡаны һелкетмәгеҙ тип кенә торҙолар. Ул йомортҡа күпмелер һанға етһә баҫтырырға ултырта торғайнылар.

Ғөмүмән, ҡаҙ баҫырға ултырып сепей сығарғас та беҙгә тынғы булмай ине.

Беренсенән, ҡаҙҙы өйгә йомортҡа баҫырға ултырта инеләр. Улар өсөн иң яҡшы урын урындыҡ аҫты һәм мейес арты була торғайны. Ағас йәшниккә һалам тултырып йомортҡаһын рәтләп һалып ҡаҙҙы ултырталар. Ҡаршыһына һыу, бойҙай ҙа ҡуялар. Сөнки ҡайһы бер ҡаҙ түҙемһеҙ була, ашарға таптырып ҡаңҡылдай. Ә беҙҙе күреп ҡалһалар “ыҫ-ҫ-ҫ,”- тип муйынын һуҙып беҙҙе ҡурҡыта инеләр. Көндөң бер мәлендә бер- икене генә “ҡаңҡ,”- тип кенә тауыш сығара. Шул мәлдә йәһәт кенә йүгереп барып ишек асабыҙ. Тимәк, ҡаҙ тышҡа сыҡҡыһы килгән тигән һүҙ. Асып өлгөрмәһәң ҡойроғон йәйеп ебәреп кенә өҫкә күтәрә лә стенаны бысратып та ҡуя. Әсәйем һуҡрана –һуҡрана таҙалап ала. Беҙгә ҡаты-ҡаты әйтеп ала, беҙ инде тағы ла иғтибарлыраҡ була башлайбыҙ.

Ҡаҙ тышҡа сыҡһа самалап тороп кире өйгә ҡыуып индерәбеҙ, ҡайһылары үҙҙәре ишек төбөнә килеп инәм тип ишек асылғанды көтөп тора инеләр.

Сепей сығыр ваҡыт етһә ,ҡаҙ аҫтынан күкәйҙәрҙе алып , тастағы йылымыс һыуға һалып ҡарай әсәйем. Беҙ тын да алырға онотоп күкәйгә текләйбеҙ. Тегеләр һиҙелер- һиҙелмәҫлек һелкенеп ҡуялар. Ҡайһы берҙәре ныҡ ҡына сиртеп ебәрә. Һыуға батып киткәндәре лә бар. Һары сереткелер был,тей әсәйем.

Икенсенән, сепейҙәр сыҡһа ҡарға- фәлән алмаһын тип алмашлап көтәбеҙ. Шул тиклем ялҡытҡыс эш була торғайны. Уйнағы килә. Ә ҡапҡа төбөнән китеп булмай. Ултыраһың инде бәйле эт кеүек. Егермешәр минутлап ҡарай инек. Мин хәйләкәр була торғайным. Апайымдар сәғәт ҡарап сыға ла, егерме минуттан сәғәт ошо ергә етһә беҙҙе алмаштыраһың тиҙәр. Ә мин сәғәтте артҡа шылдырам да ҡуям. Улар бер сәғәтләп ҡарайҙар. Сәғәт апаруҡ ҡына артҡа күсеп китә. Әсәйемдәр кис етһә аптыраша, әллә сәғәт боҙолорға уйлай инде тейешәләр.

Беҙҙең сепейҙәр артыҡ күп сыҡмай, 15-16 баш тирәһе була инде ике ҡаҙҙан.
Бер шулай бер ҡаҙ 11 сепей баҫып сығара. Лилиә апайым (7-8 йәш булалыр) бәләкәй сепейҙәргә һоҡланып ултыра ла: “Бер өсәүһен ҡарға алһа, тағын өсәүе ауырып үлһә, ҡалғаны етә инде,”- тип әйтеп ҡуя әсәйемдең кәйефен төшөрөп.

Сепейҙәрен эйәртеп инә ҡаҙ тәүге тапҡыр тышҡа сыҡһа ата ҡаҙ иҫе китә. Бер-икәүһен суҡып та ҡарай. Бер килке тын ҡалып тора ла муйынын кәкерәйтә биреп, күкрәген ғорур ғына алға сығара. Башын аҫҡараҡ эйә лә йәлп-йәлп килтереп бейей башлай. Тәпейенең аҫтында сепей эләгеп тә китә. Ата ҡаҙ барыбер бейеүенән туҡтамай, аяғын күтәргән ыңғайы сепей тороп та китә.

Ә һеҙҙе ата ҡаҙ суҡығаны бармы? Мине – бар!

Өләсәйемдең ҡаҙы суҡыны. Былай тыныс ҡына йөрөй инемсе. Юҡ бит, мине үҙенә дошман күрҙе лә ике ҡанатын ике яҡҡа киреп миңә осоп килде. Ҡара ҡойон икән тип торҙом. Суҡышының бар буйына минең ботомдо суҡыны. Өҫтәүенә ҡанаттары менән һуҡҡыланы. Ҡаҙ суҡый тиһәң, осо менән генә икән тип уйлаһаң дөрөҫ түгел икән. Суҡышының ҡырыйы менән бар оҙонлоғона ҡара яндырып суҡыны.

Эй, ултырып иланым. Үкерҙем генә. Әрнеп, ҡаҙға ҡаты үпкәләп иланым. Һөйләнә-һөйләнә иланым: “- Ауылда Аҫҡы урам Зәйтүнә инәйҙең ҡаҙы, ә бында өләсәйемдеке көн күрһәтмәй. Уҫал ҡаҙ алып үҙегеҙҙе талатам мин һеҙҙе,”-тип.

Ысынлаптырып, Зәйтүнә инәйҙең ҡаҙы хатта уҫал ине. Үҙе уҡытыусы, ҡаҙы хатта тәртипһеҙ тип әрләй инем эстән генә. Әйтерһең уҡытыусының ҡаҙы тыныс булырға тейеш...

Ҡаҙ себештәре тиҙ үҫкән һымаҡ беҙ ҙә тиҙ генә үҫкәнбеҙ икән. Беҙҙе лә ҡурсалап ҡына йөрөп үҫтерҙеләр. Хәҙер ҡанатланып тирә- яҡҡа таралғанбыҙ. Тик атай –әсәй ояһы һағындыра шул...

ФИРҮЗӘ ХӨСӘЙЕНОВА.

Автор: