Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
10 Март , 16:35

Асылыңа ҡайт, улым...

– Бына кис тә етте, һөйләшер өсөн уңай, аулаҡ мәл. Ултыр әле ҡаршыма, улым, ултыр. Күрәһең, мин олоғайҙым. Атайыңдың вафаты, ағас аҫтында ҡалыуы, оло-ҡара ҡайғы иртәрәк ҡартайтты, буғай. Иҫән сағымда өйләнеп, көйләнеп ҡал, бәлки, ейән-ейәнсәрҙәремде лә арҡаларынан һөйөргә насип булыр. Кәләш әйттерәйек һиңә. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа бынамын тигән ҡыҙҙар бар. Тәслимәне ҡарап, һынап йөрөйөм. Кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте арыу. Эшкә лә уңған, бәйләргә, тегенергә оҫта. Артынан килер мал-мөлкәте, бирнәһе лә мул. Беләһең, атаһы бай, йомарт. Үҙең дә тырыш. Етеш, бәхетле йәшәрһегеҙ.

Асылыңа ҡайт, улым...
Асылыңа ҡайт, улым...

БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨ
АСЫЛЫҢА ҠАЙТ, УЛЫМ!
Повестан өҙөк
Кәләш алһаң, күҙеңдән бигерәк, ҡолағыңа ышан.
Башҡорт халыҡ әйтеме.
Ир менән ҡатын ҡауышҡанға тиклем бер- береһенең тәбиғәтен, ғәҙәттәрен, холоҡ-ҡылығын бөтә тулылығында белмәһә, никах бәхетле була алмай.
Оноре Бальзак.

– Бына кис тә етте, һөйләшер өсөн уңай, аулаҡ мәл. Ултыр әле ҡаршыма, улым, ултыр. Күрәһең, мин олоғайҙым. Атайыңдың вафаты, ағас аҫтында ҡалыуы, оло-ҡара ҡайғы иртәрәк ҡартайтты, буғай. Иҫән сағымда өйләнеп, көйләнеп ҡал, бәлки, ейән-ейәнсәрҙәремде лә арҡаларынан һөйөргә насип булыр. Кәләш әйттерәйек һиңә. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа бынамын тигән ҡыҙҙар бар. Тәслимәне ҡарап, һынап йөрөйөм. Кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте арыу. Эшкә лә уңған, бәйләргә, тегенергә оҫта. Артынан килер мал-мөлкәте, бирнәһе лә мул. Беләһең, атаһы бай, йомарт. Үҙең дә тырыш. Етеш, бәхетле йәшәрһегеҙ.
– Инәй, Тәслимәне алырға ашҡынып тормайым, байлығы ла ҡыҙыҡһындырмай. Беҙҙең дә мөлкәт етерлек. Әлегә өйләнмәйем. Бөлөнөп ултырма, аш-һыуға, ҡашығаяҡҡа йәштәрҙән шәберәкһең. Йот-ҡураны үҙем ҡарайым, һиңә ауырлыҡ төшөрмәйем.
– Тәслимә оҡшамаһа, кейәүгә сығырға әҙер, һиңә тиң башҡа еткән ҡыҙҙар ҙа бар. Мәғәфүрҙең Мәҙинәһе. Ҡара күҙле, оҙон сәсле, бал ҡорто һымаҡ тилбер, таңдан тороп шишмәгә йүгерә. Йырлай ҙа, бейей ҙә. Һау-сәләмәт ҡатын ғына сәләмәт бала таба, түл бәхете иһә – ҡот, ырыҫ.
Шәфҡәте ҡымшанмағас, Шаһиҙә ҡарсыҡ, үрнәккә лә, күрмәккә лә бар күрше ауыл ҡыҙҙарын барлап сыҡты. Тик береһенә лә иҫе китмәй тегенең. Эйе, тимәй, ризамын, тимәй.
– Бәлки, күҙең төшкәне барҙыр?
– Бар шул. Ҡарағолдан Яманғол ағайҙың ҡыҙы Мәхтүмә.
– Һин, балаҡайым, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?.. Тәүбә, тәүбә!.. Уларҙың нәҫел-нәсәбе яман бит, тәкәббер, үҙһүҙле, кешеләрҙе ишһенмәй, тиңһенмәй. Затына оҡшап, Мәхтүмәһе лә кирегә бөткән, тиҙәр. Шундайҙы ҡатынлыҡҡа алалармы ни? Нәҫелебеҙ боҙолор.
– Минең өсөн бер тигән. Өйләнһәм, Мәхтүмәгә генә өйләнәм.
– Уны алһаң, ғүмер баҡый ыҙаларһың, улым. Сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалырһың. Имен донъя ҡороу, татыу ғүмер итеү, тиң йәшәп, тиң ҡартайыу өсөн ышаныслы йәнәш кәрәк. Һынап алған йәр менән генә тормош күркәм, ҡотло, ҡыуаныслы. Ә боҙоҡ ҡатын ен-пәрейҙән яман, шайтан ҡамсыһы! Шул хаҡта ир-егеткә һабаҡ булыр ҡарһүҙ ҡалған.
– Ниндәй ҡарһүҙ ул!
– Итәғәт итеп, һөйләгәнемде тыңла.
“Әүәл ғәжәп итәғәтле бер кеше ғәләмәт яуыз ҡатын менән ғүмер иткән. Ул туҡтауһыҙ мыжып, ирен тызыҡлап, әрләп торған. Ни генә эшләмәһен, уның уйына, теләгенә ҡаршы төшкән, йәнен ҡыйып, киреһен ҡылған. Ир бөтә көс-ғәйрәтен, тырышлығын һалып, етеш, татыу йәшәргә ынтылһа ла маҡсаты бойомға ашмаған. Хәләл ефетен ыңғайлатыр, әҙәпкә күндерер өсөн бар әмәлде ҡулланып ҡараған, әммә файҙаһы теймәгән. Яҡшылыҡҡа – яуызлыҡ, тигәндәй, ҡатынының яманлығы артҡандан-арта ғына барған. Ауылдан сығып ҡасһам да ҡотолоп булмаҫ, барыбер ҡуймаҫ, табыр, тип уйлаған. Ипкә һалырлыҡ юл, өмөт-ышаныс ҡалмағас, һуңғы сараны самалап ҡарарға ниәтләгән. Әҙәм белмәгән, аяҡ баҫмаған урын табырға кәрәк...
Ауылдан әллә ни йыраҡ та түгел ҡара урман ҡосағында, тауҙар араһындағы ҡаялыҡта баш әйләнерлек тәрән соҡор, упҡын булған. Унда ҡотто алырлыҡ ен-пәрей, бапаҡ, өрәк бар тип, кешеләр ул урынды урап уҙған. Ир, шөрләүен еңеп, шунда йәшеренергә ҡарар ҡылған. Бик һаҡ ҡына әҙерләнһә лә ҡатыны ҡайҙалыр юлланғанын һиҙеп, тауыш күтәргән, енләнеп төпсөнә башлаған:
– Боҫоп-нитеп ҡайҙа йыйынаһың, ир шәрәмәте?
– Эш бар ине.
– Эш, имеш. Бирермен мин һиңә эште! Күрһәтермен күрмәгәнеңде, быш-быш. Шым ғына арҡан үреп, һатып, кәсеп итмәксеһеңме, йолҡош! Һаттырырмын мин һиңә, һаттырмай ни!.. Боло – минеке, ҡарун! Киттек бергә, һағалап торормон.
Ҡотолор хәл юҡ, китәләр икәүләп урманға. Упҡын янына еткәс, ир арҡанын аҫҡа төшөрә башлаған. Ҡатыны сәйер ҡыланышын аңламай, екергән:
– Был ни эшең, уғыры?
– Соҡор төбөндә хазина ята. Шуны алмаҡсымын.
– Хазина!.. Ҡана үҙем төшөп алайым. Һин өҫтә көтөп тор.
– Юҡ, юҡ, һин ҡатын кеше, упҡын тәрән, көсөң етмәҫ, – тигән ире йәлләгән булып. – Мин алып менәйем.
– Хазинаның бер өлөшөн соҡорҙа йәшереп ҡалдырмаҡсыһыңмы, әүермән!? Тот ҡапсығыңды!
Үҙһүҙле, шар күҙле бисәһе бәхәстә ал бирмәҫен белгән ир ахырҙа сигенгән, уға юл ҡуйған. Ул, зәһәрләнеп, арҡанға сат йәбешеп, аҫҡа төшә башлағас, ирҙең башына ҡәһәр уй килгән: “Был баш бирмәҫте шунда ҡалдырайым да ҡуяйым. Бәлки, тора-бара ыҡҡа килер”. Имгәнмәһен тип, арҡанын осона сыҡҡансы төшөргән дә аҫҡа ташлаған. Шунан шатлығы эсенә һыймай, ҡанатланып, оса-ҡуна өйөнә ҡайтып киткән.
Йәне тынысланып, бер талай һиллектә ирәүәнләнеп, үҙ иркенә йәшәгән ир, хатта йәшәреп киткән. Арҡанын, балтаһын алып, урманда йөрөгәнендә, упҡын яғынан үтешләй, бисәһенең хәлен белмәксе булған. Соҡорға яҡын килгәс, аҫтан йән өҙгөс тауыштар ишеткән. Был ни ғиллә?.. Ҡатыны бәләгә тарығандыр, интегәлер. Ир, меҫкенкәйен йәлләп, упҡындан сығармаҡсы иткән. Ни тиһәң дә, әҙәм балаһы бит. Моғайын, ыңғайға, уңайға килгәндер. Шулай уйлап, упҡынға арҡан төшөргән. Осон кемдер эләктергәндәй тойолғас, бар көсөнә өҫкә табан тарта башлаған. Аһылдап-ухылдап һөйрәй торғас, ҡараһа, бисәһе урынына бауға йәбешеп, маңлайының ҡап уртаһында һыңар күҙе быҙлап торған пәрей сығып килә. Ир, йәһәт кенә биленән балтаһын алып, бауҙы ҡырҡайым тиһә, теге телгә килгән:
– Эй, мәрхәмәтле бәндәм, мин бығаса ошондағы өңөмдә тыныс ҡына ғүмер кисерҙем. Яңыраҡ аждаһанан яман бер әҙәми бисә килеп төшөү менән көн бөттө миңә. Ыҙа сигеүҙәремдең сиге юҡ. Ҡотҡарһаңсы мине шул бисәнән? Һинең тоғро таянысың булырмын, рәхәтләнеп йәшәрлек байлыҡ, хазина бүләк итермен. Зинһар, харап итмә инде!..
Ныҡ ялбарғас, мәхлүккә ҡалған пәрейҙе йәлләп, ир өҫкә сығарған. Теге ҡыуанысынан ни алып, ни бирергә белмәгән, рәхмәттәр яуҙырған, вәғәҙәләр биргән”...
Ҡарттарҙың ҡарһүҙен тыңлап бөтөрөргә түҙеме етмәй, Шәфҡәт ошо урында инәһен бүлде:
– Ысын һымаҡ күреп, ир ҡорона ингән улыңа әкиәт һөйләп ултыраһың. Аңланым мин, Мәхтүмәне ен-пәрей менән сағыштыраһың.
– Әкиәттең дә кинәйәһе, ғибрәте бар аңлаған кешегә. Асыуланма, балам! Фәһем өсөн һөйләнем. Әүәл әкиәт, ололар аҡылын, өгөт-нәсихәтен тыңлап үҫкәндәр ғәмәлдә бәхетле булды. Беҙҙе әлми саҡтан көн-төн өйрәттеләр иманға, һис эйәрмә, тип, яманға. Изге өгөткә ҡолаҡ һалмағандар йөрөйҙәр әйләнеп ҡамғаҡҡа.
– Инәй, үҙең беләһең, мин ҡамғаҡҡа әйләнер егет түгел.
– Шулай булғас, ололарҙың аҡылына ҡолаҡ һалайыҡ, улым, аҡыл әкиәт түгел. Имен тормош ҡороу, етеш донъя көтөү, татыу ғүмер итеү өсөн ышаныслы йәнәш, иптәш кәрәк. Хәтереңдәлер, кис ултырғанда өләсәйҙәрҙең хәбәрләшкәне: ғүмерлеккә йәр һайлағанда, ғаилә ҡорғанда ололарҙың һүҙен ишетеү, ҡарашын белеү, ата-инәнең, ҡәрҙәштәреңдең ризалығын, фатихаһын алыу мөһим. Ҡыҙ йәрәшкәндә, ҡыҙ биргәндә мотлаҡ туғанлашҡан яҡтың нәҫел-нәсәбен, тамырын, шәхси сифаттарын белешегеҙ.
– Эйе, ишетеп, отоп та ултырҙым, инәй, үҙең дә йыш әйттең: ир эше менән, ҡыҙ ҡылығы менән һөйкөмлө; яҡшы ир менән ҡатын хур булмай; яҡшы ҡатын – ярты ырыҫ. Һынап барған, яҡшыны юлдаш иткән йәр менән генә тормош күркәм, ҡыуаныслы.
– Өләсәйең дә иҫән сағында доға урынына ҡабатланы, аҡыллыға ишара, тине: һәр ҡыҙылға ҡыҙыҡма; ат алһаң – ауылың менән, ҡыҙ алһаң – ырыуың менән кәңәшләш; атаһын күр ҙә – улын ҡос, инәһен күр ҙә – ҡыҙын ҡос; ҡыҙ һайлаһаң, күҙеңдән бигерәк ҡолағыңа ышан; белеп һөйһәң – йәр, белмәй һөйһәң – ҡар; ҡоҙа булғансы – ныҡ һораш; ҡыҙ яҡшыһы ҡылыҡтан билгеле; күңелен ҡарап ал. Ә һин бер кемде лә тыңламайһың, минең кәңәшемде лә ҡолағыңа элмәйһең.
– Ни тиһәң дә мин Мәхтүмәне генә хуш күрәм, инәй.
– Мин ныҡ борсолоп, яҙмышыңды, киләсәгеңде, ҡотло тормошоңдо уйлап, тағы бер аманат ҡылам. Аҙаҡ үкенерлек, терһәгеңде тешләрлек булмаһын. Көнитмештә күп һыналыуынса, ир менән ҡатын мөнәсәбәтендә ҡиәфәттән тыш холоҡ-ҡылыҡ, күңел ятыу, күңел зауығы һәм йылыһы, эске рухи донъя ҙур әһәмиәткә эйә, улым. Халыҡ әйткәнсә, холоҡлоноң күңеле хуш, ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, матур ҙа булһын, ипле лә булһын, батыр ҙа булһын... Кәләш йәрәшкәндә ҡатын-ҡыҙҙың әҙәплелеге, тәүфиклығы, инсафлығы, төрлө һөнәрҙәргә маһирлығы, ҡул оҫталығы, эшһөйәрлеге, егәрлелеге тәүге урында тора.
– Уйымда – гел Мәхтүмә! Ул миңә – матур! Нишләйем, холоҡ-ҡылығына иғтибар итмәйем. Күңелемдән йолҡоп ташлай алмайым.
– Улым, күҙле килеш тома һуҡыр булырға ярамай ҙа инде. Тормошта күңел күҙең менән күп нәмәне күреү, белеү зарур. Ә һиңә көн дә бер, төн дә бер. Матурлыҡ туйҙа, аҡыл көн дә кәрәк. Һуҡыр күҙҙең нуры булмаған кеүек, һуҡыр мөхәббәттең дә нуры, яҡтыһы булмай.
– Инәй, тим, Мәхтүмә миңә көн, Мәхтүмә миңә – нур!
– Ярай инде, алдыңа сығып булмай, сихырланған кеүекһең. Әйттем дә бөттөм. Иҫкәрттем! Йәне теләгән йылан ите ашаған.
– Яратҡас, нишләйем? Ашармын.
– Улай ғына түгел шул, улым. Яманырағы, интектергәне – ололар һүҙен тотмай ғүмер буйы оролорһоң да бәрелерһең. Аҙаҡтан үкенһәң дә һуң булыр. Ғүмер бер генә...

Сәлимйән Бәҙретдинов.

фото интернеттан.

Автор:Гульдар Кадаева