Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
21 Февраль , 14:50

Мимоза еҫе

Шулай ғәҙәтләнгән: һәр ваҡыт, ҡунаҡханаға урынлашҡан һайын, ул сәскәләр һатып ала, гөлләмәнең береһен үҙе урынлашҡан ҡаттағы дежурныйға бүләк итә, ҡалғандарын номерҙағы бөтә буш һауыттарға тығып сыға. Шулай сәскәләрҙе ныҡ ярата ...

Мимоза еҫе
Мимоза еҫе

Мимоза еҫе

Альберт Мифтахутдинов

Ул тәҙрә алдында киске эңергә бата барған ҡаланың күңелле уттарын байҡап, телефон шылтырамаҫмы тип көтөп, уйланып тора.

Нисә йыл булмаған Николай был ҡалала? Ул бында һуңғы тапҡыр ҡасан булғанын иҫенә төшөрөргә маташып ҡараны, әммә күңел болғатҡыс татлы мимоза еҫе бөтә уйҙарын таратты.

Шулай ғәҙәтләнгән: һәр ваҡыт, ҡунаҡханаға урынлашҡан һайын, ул сәскәләр һатып ала, гөлләмәнең береһен үҙе урынлашҡан ҡаттағы дежурныйға бүләк итә, ҡалғандарын номерҙағы бөтә буш һауыттарға тығып сыға. Шулай сәскәләрҙе ныҡ ярата ...

Дежурныйға ҡарата был ишараһы уға ҡаланан киткәнсе тыныс йәшәргә мөмкинлек бирһә,бүлмәлә үҙе өсөн ҡуйылған гөлләмәләр күҙҙәрен йәмләү өҫтөнә, үҙенең һыуыҡ төньяҡта түгел, материкта ултырыуын, тиҙҙән был рәхәт бөтәсәген, дуҫтары, яратҡан эше, яратҡан ҡатыны, улы һағынып көткән төньяҡҡа  әйләнеп ҡайтырға кәрәклеген иҫкәртеп торған кеүек.

Әйткәндәй, яратҡан кешеһе уның был ҡалала ла бар. Элек яратҡан кешеһе. Хәҙер яратамы, юҡмы икәнен ул әлегә асыҡламаған.

Ҡалала бүтәнсә бер сәскә лә булмай сыҡты. Урамда осраған беренсе ҡарсыҡта нәҙек кенә ботаҡлы сәскәһе асылып та өлгөрмәгән ниндәйҙер ят үҫемлекте күреп оҡшатмағас, һуңғыһы тип һонған ошо мимозаларҙы алырға тура килде.

Таныш еҫ һымаҡ. нимә еҫе һуң әле ул, шайтан алғыры?

Тәмәке тоҡандырҙы, бер стакан минерал һыу эскәйне, сәй эскеһе килеп китте. Тәмәке төтөнө менән ҡатнашҡан мимоза еҫе тағы ла ҡырҡыулашҡан кеүек тойолдо. Сәй эсеү теләге уға буфетты иҫкә төшөрҙө. Шул ваҡыт ул ҡунаҡхананың өсөнсө ҡаттағы тәҙрәһе аша такси туҡталышына 10-01 һанлы машина килеп туҡтағанын күрҙе һәм көлөп ебәрҙе.

Николайҙың Магаданда Саша Ч. исемле танышы бар. Улар икәүләп, әгәр көндөҙ осраған машина номерының тәүге ике һаны ҡалған икеһендә нисек булһа ла ҡабатланһа, бөгөн һис шикһеҙ эсәсәкһең, тигән асыш яһанылар.Был асышты улар күп тапҡыр һынап ҡаранылар, 100 осраҡтың 99 – ында асыш дөрөҫкә сыҡты. Шуға күрә лә ул быларҙың ышаныслы уйынына әүерелде, улар уға ысынтылап ышана башланылар.

Был ырымдың уйлап табыусыһы Саша ине. Үҙе уйлап тапҡанмылыр, әллә берәүҙән ишеткәнме, хәҙер быны асыҡлауы ҡыйын, әммә уның һәр ваҡыт Николай менән Сашканы һәләкәткә алып барғаны хаҡ.Номерында алғы ике һаны ҡалған икеһендә ҡабатланған машиналар аҙым һайын осрап тормай бит.

-Әлбиттә, буфетҡа төшөрмен инде,- тип уйлап ҡуйҙы Николай,- ә унда сәй булмай. Кофе алырмын. Конъяк кәрәк буласаҡ. Бына шулай. Берәй таныш осрар.Улар ундай ваҡытта тулып йөрөй...Һәм китәсәк...

Николай үҙ-үҙен бик яҡшы белә, шуға кистең шулай тамамланырына шикләнмәй ҙә ине.

«Яранга еҫе!- Ҡапыл Николайҙың иҫенә килеп төштө.- Мимозаларҙан яранга еҫе килә! Әгәр унда йәшәгән берәү «тройной» одеколон йәки ниндәй ҙә булһа икенсе бер парфюм эсһә, яранга шулай аңҡый. Әлбиттә шул... «Ҡоро закон»заманында нимә генә эсмәнек, уның нимәһен йәшереп торорға. Нишләп быға тиклем иҫкә төшмәгән икән? Әлбиттә, яранга, шулай булмаһа, был еҫ шул тиклем таныш булмаҫ ине...»

Николайға еңел булып ҡалды. Хәҙер инде ул мимозалар тураһында уйлай башланы. Сәскәләрҙең еҫе лә һүлпәнәйгәндәй булды.

 «Ысынлап та, һуңғы тапҡыр мин был ҡалала ҡасан булдым икән?»

Шул ваҡыт телефон шылтыраны.

Ул трубканы алды, йылмайҙы һәм беренсе булып:

--Һаумы!-тине.

--Һаумы, Николаюшко, һаумы...Осоп килеп еттең инде...Мәрхәмәт күрһәттең...

Бәхетле иттең...

-Туҡтасы әле.

-Һаумы, Ник. Мин шатмын...

-Мин дә...

-Бында нисә йыл булманың икән?-тип уйлап ултыра инем.

-Мин дә яңы ғына шул турала уйлап ултырҙым. Иҫләй алманым...

-Мин дә...хәйер, миндә бит «ҡыҙҙар»хәтере...

-Ниндәй «ҡыҙҙарҙыҡы»икәнен беләбеҙ инде.

-Нишләп бер ҙә яҙманың? Мин почтаға йүгереп барған булам-бушҡа ғына...

-Һин былай ҙа минең турала барыһын да беләһең,- тип күңелһеҙ генә яуапланы Николай.

-Иң ауыры нимә, беләһеңме, Коля? Һин ашҡынып почтаға килгән булаһың, ә һорап алыу тәҙрәһендә һиңә бер нәмә лә юҡ.

-Был нимә артынан килеүеңә бәйлелер, моғайын,хат эҙләпме, әллә аҡса артынанмы.

Шылтыратыусы көлөп ебәрҙе.

-Юҡ, Ник, һин бер ҙә үҙгәрә белмәйһең. Минеңсә, һин яңғыҙлыҡтан ҙурыраҡ нәмәгә өмөт итә алаһың...

-Мин яңғыҙ түгел.

-Мин ул турала түгел. Быуа быуырлыҡ күп дуҫтары һәм яғымлы ғына һөйәркәләре булған кеше лә иҫ киткес яңғыҙ була ала...һин мине ғәфү ит.

-Ә һин асыуланма...

-Мин асыуланмайым...мин һинең әүлиә түгеллегеңде беләм.

-Һин мине бисәм кеүек игәйһең.

-Юҡ, мин һинең дуҫың, һәм мин һине яратам...гел яраттым...Ышан, был ҡатын булыуҙан юғарыраҡ...һинең мажараларың тураһында белһәм дә...

-Ниндәй мажара булһын...

-Ярай, етәр...алдаған һәм аҡланған кешене күрә алмайым.

-Ярай,- тип көрһөндө Коля.-Тик нишләп беҙҙең бергә түгеллегебеҙ тураһында һүҙ башлама инде.

-Улай булғас, һауа торошо тураһында һөйлә...Уңайһыҙ хәлдән ҡотҡара ул,- тип көлдө ҡатын.

-Һеҙҙә яҙ башланған,- тине Николай.-Ә минең номерҙан яранга еҫе килә.

-Мимозамы?- тип ғәжәпләнде ҡатын.

-Эйе! Ҡайҙан белдең?!

-Кергентоның ярангаһынан һәр ваҡыт мимоза еҫе килә ине,-тип яуап бирҙе ҡатын.

--Беләһеңме, беҙ бер ваҡытта ла бергә була алмаҫ инек. Беҙҙең тойғолар бер төрлө.

--Һин әйтерһең инде...Тойғо-ҡыҙыҡһыныу түгел бит әле...ә беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар, аллаға шөкөр,төрлөсә...Әйҙә театрға?

--Юҡ,- тине Коля.

--Күрҙеңме,- тип көлдө ҡатын.—Ә киноға?

--Унда ла...

--Бәлки күргәҙмәгә барырбыҙ?.. Йәш рәссамдар шәп...

--Ысын рәссам берәү генә...ул-Алла.

--Шулаймы?

--Ул ысын сәнғәт әҫәрен – ҡатын-ҡыҙҙы уйлап тапҡан. Бүтән рәссамдар ҡулы менән ижад ителгән әҫәрҙәрҙе ҡарамаһаң да була...

--Һин Чукоткала бөтөнләй ҡырағайға әйләнгәнһең икән...

--Ә һин тулыланғанһың...Тауышыңдан һиҙәм.

--Юҡ, билем элеккесә...иҫләйһеңме, һин әйткәнсә, бөтә төньяҡ-көнсығышта иң нәҙеге..

--Хәҙер инде бөтә Ленинградта...

--Әлбиттә, мин киткәс, һеҙҙә тик йыуандар ғына ҡалғандыр инде...һеҙҙә тәьмин итеү яҡшыраҡ бит.

--Һин дөрөҫ әйтмәйһең. Беҙҙә ҡыҙҙар матур...тик улар ҡышын ҡалын кейенәләр, шул ғына.

--Тимәк, һин унда минһеҙ ҡайғырмайһың...

--Һағынам...мин яңғыҙ түгел, әммә һағынам. Юпитерша, һин көнләшәһең, тимәк һин хаҡлы түгел.

--Минеңсә, көнләшеү - һау кешегә...яратҡан кешегә хас фигел, белгең килһә.

--Бына был осраҡта беҙ оҡшашбыҙ. Һине нисек күрәһе килгәнемде белһәң ине...

--Кил...Ҡурҡаһыңмы?

--Белмәйем...нисә йыл үткән. Улың ҙурайғандыр инде?

--Беренсе класта.

--Тәүҙә ул отличник буласаҡ, һуңынан – бөйөк кеше...уны яҙмыш үҙе һайлап алған, тәҡдиренә шулай яҙылған булған...

--Һин был турала бер әйткәйнең инде...күптән, Чукоткала, теге ваҡытта...дауаханала.

Ул  тундраның  төтөн еҫе ҡушылған татлы еҫен оҙаҡ онота алмай ҡаҡшаясаҡ, ярым буш буйҙаҡ фатирында үҙенә урын таба алмай өҙгөләнәсәк, тундра еҫе таралһын өсөн келәтенән тиренән эшләнгән кейемдәрен, палатка, бөтә амуницияларын сығарып, бүлмә уртаһына өйәсәк, бите менән кухлянкаһының ҡыҙғылт тиреһенә  ҡапланып, ҡомһоҙланып  еҫкәйәсәк, һәм шул ваҡыт  йәш менән тулыҡ йомоҡ күҙҙәре  алдына тундра, Кергентоның ярангаһы һәм Иринаның бәхетле көләс йөҙө килеп баҫасаҡ – ҡапыл баштары әйләнеп китә, илағы килә башлай. Сөнки тышта йәй түгел, ноябрь айының ҡараңғы төнө, ҡыйыҡҡа етә яҙған һыуыҡ ҡар һәм аҙна буйы тыма белмәгән  буран икәне иҫенә төшә.

...Ул йәйҙә бөтәһе лә вертолеттан башланды. Партияла уны бик оҙаҡ көттөләр, һәм ул Линлин сопкаһы аръяғынан күренеү менән, оҙатырға әҙерләнгән тау тоҡомдары өлгөләре менән тулы йәшниктәр күптән әҙер булыуына ҡарамаҫтан,  ярһып югерешә башланылар. Тиҙерәк почта – хаттар, гәзиттәр – алғылары килде, ай ярым ҡырҙа эшләп яңылыҡтарға һыуһағандар ине.

Вертолет сопка аръяғына ултырҙы. Унда болансыларҙың йәйге көтөүлеге, Кергенто ҡарт менән ике ҡатын көн күрә: ит киптерәләр, балыҡ әҙерләйҙәр, көтөүселәр килеүен көтәләр. Был тораҡтан партия базаһына вертолетта бер нисә минут.

Вертолет тиҙ  күтәрелде, һауаға менде һәм, геологтар базаһына туҡтамай, тура Анадырға осто ла китте.

--Бына кәрәк булһа,- тип көйәләнде начальник һәм палаткаға инеп китте. Тағы ла кәмендә бер ай күккә ҡарамаҫҡа ла булғанын аңлаған халыҡ күңелһеҙ генә  таралышты – кем ҡайҙа.

--Бына нәмә,- тине начальник Николайҙы кухняла табып алып. Николай менән завхоз вертолетсыларҙы һыйларға тип әсеткән балды тәмләп ҡарарға йөрөй ине.—Бына нәмә,- тине ул,- ҡартҡа барып кил, нәмә булғанын белеш. Һинең күптән унда булғаның юҡ, һинең сират. Бер ыңғай ит һорап алып ҡайтырһың.

--Ә уға нимә бирербеҙ?

--Ҡуйыртылған һөт ал. Әсеткән балыңды ла онотма, һыйларһың. Йөрөп ҡайт, барыбер эш юҡ. Йоҡларға уйлаһаң, ҡал. Әммә иртәнсәк ҡайтышлай ҡабырала соҡон, фаунаһын өйрән, унда тау тоҡомдары өҫкә сығып ята. Уйламағанда табышҡа осрап ҡуйһаң. Ә!

--Әлбиттә.

Базала тик консервалар ғына ҡалған. Шуға аҙнаһына бер кемдер Кергенто ҡартҡа ҡунаҡҡа барып ҡайта. Сопка аръяғында ятҡан уның ярангаһына ун саҡрымдар тирәһе. Геологтар маршрутта саҡта завхоз йөрөнө. Ҡарт күп итеп ит, яңы тотолған, киптерелгән, тоҙланған балыҡ биреп ебәрә. Геологтар кәрәсин, он, ҡуйыртылған һөт менән бүлешә. Геологтар йәшәгән шишмәлә балыҡ бөтөнләй юҡ ине.

Яҙ, бөтә донъя ап - паҡ ҡар аҫтында ятҡан саҡта килеп урынлашҡайнылар. Дөрөҫ ултырмағандар. Йылға Кергенто торағы янында булып сыҡты. Унда балыҡ – иҫ китерлек.

Начальник тигеҙ хеҙмәттәшлек итеү принципына тоғро булды, шуға хәҙер уйынға әүерелеп барған алмашыу ритуалы ике яҡҡа ла -  чукчаларға ла. геологтарға ла оҡшай ине.

--Еләктәр бешһә, - тип тәрән тын ала начальник,- ҡартҡа бәлештәр бешереп алып барырбыҙ, уның  ғүмерендә лә еләк бәлеше ашағаны ла юҡтыр әле, аптыратырбыҙ!..—Шунан тағы ике тапҡыр тәрән итеп тын ала ла:--...Үҙебеҙ ҙә туйғансы һыйланырбыҙ.

Бындай оптимистик күҙаллауҙарҙан һуң беҙҙе һағыш баҫа. Һәр кем вертолет тураһында ғына хыяллана, уны ғына көтә – өйҙә нисек икән?  Хаттар ҡайҙа, хаттар?

Ә вертолет төшмәй үтте лә китте.

Николай тиҙ йыйынды, начальник менән хушлашты ла яйлап сопкаға табан атланы.

Ул икенсе көн кискә генә әйләнеп ҡайтты.

--Унда ҡунаҡ,- тине Николай начальникка.—Этнограф. Мәскәүҙән.

--Экзотика яратыусымы?

--Эшем шулай, ти...Материал йыя. Кандидатлыҡҡалыр, күрәһең.

--Бүтән төньяҡтарҙа ла булғандыр?

--Эйе...—Миңә кискә ашарға ҡалдырҙығыҙмы?- тип һүҙҙе икенсе яҡҡа борҙо Николай.

--Үҙең бешерерһең.- Начальник Николайҙың ҡаушауын күрмәй ҡалды.

Ярты сәғәттән партия начальнигы кире кухняға килеп инде.—Ә бит уның артынан вертолет килергә тейештер бит?

--Кемдең?- тине аңламаған Николай.

--Этнографтың...

--Ә, бер айҙан һуң, тигәндәр. Шундай вәғәҙә биргәндәр.

--Вәғәҙә...беҙгә лә биргәйнеләр ҙә ул,- начальник ҡулын һелтәне лә сығып китте.

Николай һыуып барған сәйе алдында күҙҙәрен йомоп ултыра бирҙе. Завхоз, арыған да йоҡлап ултыралыр, тип уйлап, һауыт-һабаны шалтыратып уятып ҡуймайым тип, палатанан сығып китте. Ә Николай йәне-тәне менән тегендә, Кергенто торлағында һәм үҙе менән ни эшләргә, ни ҡылырға ла белмәй ине.

Иртәгәһен, аш алдынан ул үҙ идеяһын начальник менән бүлешмәк булды.

Ҡырҙа эш башлар алдынан уҡ, йыйылышып, эште, көндәрҙең нисек тороуына ҡарап, аттарҙа планшеттың иң алыҫ мөйөштәренән башларға һәм түңәрәкте ҡыҫа барып, партия торған база тирәһендәге ун биш – егерме километр майҙанды һуңғараҡ, көҙ етеп, ямғыр, ҡарҙар яуа башлаған осорға ҡалдырырға һөйләшкәйнеләр.Һауа торошо буйынса прогноз аҡланды, йыл һәйбәт килде.Йыуыусылар отряды һәм съемка яһаусылар, бер урындан икенсеһенә күсеп, бик күп эш башҡарҙылар. Шуға ял итеү һәм камераль эштәрҙе тиҙләтеү өсөн өс көн алғайнылар. Әлбиттә, вертолет та көтәләр ине.

--Иртәгә юлға сығабыҙмы?- тип һораны Николай.

Начальник башын һелкте.

--Бер идея бар,- тип дауам итте Николай.—Һеҙ был мөйөштө минһеҙ генә эшләгеҙ. Унда һеҙгә егермеләп көн кәрәк буласаҡ. Ә мин был ваҡытта Кергенто торағы аръяғындағы майҙанды өйрәнермен. Беҙҙең база тирәһен дә, әлбиттә.

--Бер үҙеңме?

--Юҡ. Этнографты алырмын. Радиометристы һеҙгә ҡалдырам. Ә һеҙ миңә бер радиометр бирерһегеҙ. Этнограф риза булыр ул, уның унда бөтөнләй эше юҡ.

--Бик яҡшы!- тип ҡыуанды начальник.—Беҙ эште бөтөрөп ҡайтыуға бында ла бөтәһе лә эшләнгән була. Экономия – ике аҙна самаһы. Этнографҡа әйт, беҙҙең эш хаҡы  фонды насар түгел, беҙ уны шул осорға, ваҡытлыса, радиометрист итеп урынлаштыра алабыҙ.

--Юҡ, ул былай ҙа риза булыр тейем, сәнғәтте һөйгән өсөн,- тине Николай.—Тундрала эшһеҙлектән аҡылдан яҙырға мөмкин. Әйтеүен - әйтермен. Килешербеҙ...

--Беҙҙә хәҙер өс отряд съем менән булыша килеп сыға,- тип үҙ алдына һөйләнде начальник. Һинең элекке отрядың геологһыҙ ҡала бит әле.

--Миндә студент- дипломник йөрөгәнен онотма, әгәр һин үҙеңдең өлкән геологыңды биреп торһаң, уға ла ышанырға була.

--Ярай, мин бер үҙем дә өлгөрөрмен,- тип риза булды начальник.—Дөрөҫөн әйткәндә, һиңә лә яңғыҙ эшләргә тура килә инде...эх, ике аҙна, ҡыҙығырһың да! Молодец!

Начальник картаһын йыйҙы, планшетына тыҡты ла, сәйгә беренсе булып өлгөрөр өсөн, ашарға йүнәлде. Бер сәйнүк яңы ҡайнатылған ҡайнар сәй эсеп бөтмәйенсә ул эшселәренә көндәлек заданиены иғлан итмәй ине.

Күп ваҡыт та үтмәҫ, ҡыр эштәре артта ҡалыр, һәм Николай һалҡын ноябрь төнөндә, яңғыҙлыҡтан урын тапмай, уңға-һулға бәрелер, шул ваҡыт үткән йәйҙе, Кергенто торағын, томан кеүек ҡаплап алып, һәр тишеккә ингән серәкәй шауын, каторгаға торошло  ауыр эшен, тирле маршруттарын  һағынып бер булыр, уны, уны, тик уны ҡосҡоһо килер...Бына әле лә шуны уйлап ыҙалана...Бөтәһен дә иҫләй, әйтерһең кисә генә булған.

Бына ул сираттағы маршруттан ҡайтып килә. Яранга янында янған усаҡ уты әллә ҡайҙан күренә...Күрә, һөйгәне уға ҡаршы ашыға, ул уны тау ҡырласына күтәрелгәс тә күреп ҡалды. Иртәнән бирле, ул киткән минуттан алып көтә...

Ҡыҙ ҡаршы йүгерә һәм көлә, йәйге ел уның ҡарға тартым  ап-паҡ сәсен туҙғыта...

Ҡыҙҙың сәстәре чоттагында янған костерҙың һүнә башлаған ялҡынында ғәжәп төҫ менән балҡып киткәндә һәр саҡ«Окко!»тип ғәжәпләнә торғайны Кергенто ҡарт.

--Ай кеүек,- тип йылмая ҡарт.—Матур.—Һәм йылы итеп Николайға ҡарап ала.

Ҡарт китә. Ә ул ҡыҙға ҡулын һуҙа һәм улар икәүләп үләнгә ауалар. Иренгә ирен йәбешә, төндө көтөр әмәл юҡ...

Николайҙың ҡайтып килгәнен, Иринаның ҡаршы йүгергәнен тораҡтағы әбей ҙә күрә, сәй ҡуя, ит ҡыҙҙыра. Сәй һыуып бөтә, итте яңынан йылытырға кәрәк, ә улар юҡ та юҡ...Ҡайҙа булдылар икән? Көнө буйына арыманылармы икән ни?..Эй, йәшлек...Ярай инде...бына кис ниндәй матур, әйҙә йөрөһөндәр, тиҙҙән көндәр боҙолор, ямғырҙар башланыр, яранга ялыҡтырыр ҙа әле...

Ә улар, күккә бағып, үләндә аунай. Ел ҡыуып йөрөткән болоттар ашыҡмай ғына көнбайышҡа, алыҫтағы тауҙар һыртына инеп юғала. Ҡыҙыуы һүнә башлаған киске ҡояш та тиҙҙән шул һырттар артына инеп батыр.

Иринаның сәс толомдары Николайҙың битенә һибелеп сәселә. Сәсенән усаҡ төтөнө, ел, ниндәйҙер үләндәр еҫе килә. Тотош тундра еҫе.

--Ҡасан мине маршрутҡа алаһың, Коленька?

--Өлгөрөрһең әле. Этнографияң менән бул...үҙеңдең эшеңде эшлә...

--Хәҙер һинең маршруттарың оҙонайҙы. Әллә һин мине йөрөй алмаҫ тип уйлайһыңмы?

--Бер нәмә лә уйламайым.

--Мин һиңә ауырлыҡ һалмам...һиңә ярҙам иткем генә килә. Һиңә – тимәк беҙгә? Шулаймы?

-Әлбиттә. Хәҙергә мин үҙем дә өлгөрәм. Радиометр ғына эште боҙоп ҡуймаһа...каприз прибор, һаҡлап ҡына тотор кәрәк, партияла берәү генә.

--Ә ул ҡурҡыныс нәмә түгелме?

--Нимә?

--Һуң, шул прибор...

--Кем әйтте һиңә?

--Ишетә биреп ҡалғайным...ирҙәәргә ярамай тип...

--Һиҙәләме ни?

--Фу, һин ниндәй яуыз! Мин ысын һорайым.

--Буш хәбәр был...Бына беҙҙә бәләкәй генә контейнер бар, усҡа ғына һыймалы, эталон тип атала, бына ул ҡурҡыныс...

--Ул һеҙҙең партияла бармы?

--Бар, базала....Ҡурғаш һауытта. Былтыр геолог ҡатын ваҡытында тапшырмаған, ултырғысы аҫтына йәшергән, эштә өҫтөндә ултырған...

--Нишләп?

--Нисек әйтергә...Дауаханаға барғыһы килмәгән...Шунан балаһы үҙе төшкән...Бына шулай.

--Ул ауырыманымы?

--Юҡ, күп рентген эләкмәгән. Беҙ был эште бер кемгә лә белдермәнек, партия начальнигына ныҡ эләгер ине. Ул ҡатын экспедициянан китте. Һәм дөрөҫ эшләне.

--Күрһәтерһең?

--Нимәгә ул? Тиҙҙән приборҙы эталонлаясаҡбыҙ, шунда күрһәтермен. Бер нисә маршруттан һуң радиометрҙарҙы эталонлар кәрәк, тикшерергә. Ул бик һиҙгер, ә радиация бөтә ерҙә лә бар – һауала ла, һыуҙа ла, тупраҡта ла...хатта бына һинең сәсеңдә лә...

--Сәсте тарағанда осҡондар сәсрәй шул...

--Юҡ, ул икенсе нәмә, электричество...

Улар ярангаға ҡайтып баралар, Ирина Николайҙың рюкзагын аҫып алған ( «Ҡана мин!»), чукча әбейҙәре быны күреп, ҡалай беҙгә оҡшаған,эшлекле икән, тип эстән генә һөйөнөп ултыра.

Николай ҙа ҡулын һелтәп кенә ҡайтып килмәй. Ул ҙур бер бәйләм сыбыҡ-сабыҡ йыйып алып,яуырыны аша йөкмәп алған.Йолаһы шулай. Николай тундранан һәр саҡ утын алып ҡайта. Бер кем дә ҡушмай, шулай кәрәк икәнен үҙе белә.

Николай ит ашап сәй эскәнсе Ирина,биҙрәләрен тотоп, һыуға барып әйләнә. Бында бер кем дә әйткәнде көтмәй, һәр кем башҡалар өлгөрмәгәнде тиҙерәк эшләргә атлыға. Шуға ла торлаҡта йәшәүе тыныс та, ҡыҙыҡ та.

 

Тәүге ямғырҙар башланыуға вертолет осоп килде һәм Иринаны алып китте. Был юлы, уны алғас, геологтарға ултырҙы, хаттар, посылка, гәзиттәр ҡалдырып китте. Партия начальнигы, Ирина менән Николайҙы күргәс тә, барыһын да аңланы.

--Дә...кх...дә-ә...кх,-тип ҡыһҡылданы ул Николайға йылмайып ҡарап.—Бындай радиометрист менән маршрутҡа сығырға мин дә ҡаршы булмаҫ инем, иң алыҫына...дә...Уны партияла ҡалдырырға ла булыр ине, ниңә тартынырға? Бына тигән итеп эшләр инегеҙ...Ниндәй илһам!

Шунан өндәшмәҫ булды.

Николай ҙа шып - шым ултыра бирҙе.

--Ниңә шымып ҡалғаныңды беләм,-тине начальник һүҙен дауам итеп.—Беренсе вертолет менән тайырға һорарға ултыраһың.

Николай баш һелкте.

--Ярай, ебәрәм. Былай ҙа йыйынырға ваҡыт. Беҙҙең әйберҙәр ике рейслыҡ. Беренсеһе менән осорһоң. Бер аҙна ваҡыт ҡалды.Йыйына башла.

--Рәхмәт...

--Дөрөҫән әйткәндә, мин һиңә аттарҙы ҡыуырға ҡушырға йыйынғайным...Һинең бит ҡалала бер кемең дә юҡ, ҡабаланмаһаң да була...хәҙер булмай инде...

--Шулай килеп сыҡты.- шым ғына мығырҙаны Николай.

--Ярай...күңелле мәшәҡәт...йыйын. Шәп эшләнең. Дөрөҫөн әйтәм, һинең башҡарып сығарыңа ышанмай ҙа инек.Ҡалып әҙерәк эшләргә  тура килер, тип уйлағайным... Фауна ла ниндәй һәйбәт, һирәк осрай торған...

--Был – Ирина.

--Премияң менән бүлешерһең ул,- тине начальник йылмайып.

...Беренсе вертолет ун көндән һуң ғына осоп килде. Ирина ҡалала юҡ ине инде, записка ғына ҡалдырған,«һораусыға».Ирина Боҙло океан ярында  урынлашҡан Теюкуль ҡасабаһына осоуы, Кергентоның күрше районда ҡышлауы, ҡарттың  тыуғандары менән таныштырырға һүҙ биреүе, үҙенең боландарҙы салыу сараларында һәм шуға бәйле байрамдарҙа ҡатнашырға йыйыныуы, ҡасабала Яңы йылға  тиклем ҡаласағы, шунан Мәскәүгә осорға йыйыныуы тураһында белдергән. Николайға, берәй яйын табып, ошо яҡтарға килеп сыҡһаң, яҡшы булыр ине, беҙгә киләсәк тураһында берәй нәмә уйларға кәрәк бит инде, тигән.

Теге йәйге торлаҡ эргәләге сопка исеме менән Линлин, чукотса әйткәндә, «Йөрәккәй»тип атала ине...Осраҡлы символика инде. Ике йөрәк шартланы, ярсыҡтарын йыйыусы табылманы. Кем ғәйепле? Николай. Ирина артынан ҡасабаға османы...нимәнән ҡурҡҡандыр? Хәҙер терһәген тешләрҙәй була ла ул, һуң шул.Яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеүҙән ниңә ҡурҡҡанын ул хәҙер ҙә аңлай алмай, Иринаны өҙөлөп ярата ине лә баһа!

Шунан һуң Ирина уға тағы бер хат яҙҙы, һуңғыһын, бик уҫал итеп. Николай хәҙер уны йыш ҡулына алып уҡый һәм уҡыған һайын  уның уҫал түгел, киреһенсә, наҙлы, әсе булһа ла, ғәҙел икәненә төшөнә.

Һуңыраҡ, был ваҡиға барыһына ла билдәле булғас, начальник Николайҙан:

--Әгәр һинең ҡулыңда ике бүре балаһы булһа, береһе икенсеһенән алданыраҡ үләсәк. Ҡайһыныһы, беләһеңме?- тип һорар.

--Белмәйем...

--...күпме ашатһаң да урманға ҡарағаны.

--Һин нимә тураһында?- тип аптыраны Николай.

--Ирек тураһында. Һиңә тиҙҙән ҡырҡ тула, ә һин ниндәй ҡыҙҙы ысҡындырҙың! Ирегеңде юғалтыуҙан ҡурҡтың. Ғүмер буйы байрам итеп кенә йәшәргә уйлайһыңмы? Бына хәҙер, яңғыҙ бүре кеүек, өңөң янында төндәрен олоп ултырасаҡһың. Ғәфү ит, дуҫ кеше...Нәмә уйлаһам, шуны һөйләйем.

Николай өндәшмәй генә тышҡа сыҡты. Болдорҙа ике вездеход тора ине. Ғәҙәтләнгәнсә номерҙарына күҙ һалды. Береһенең номеры АН 43-34 ине.

«Точно, эсеүгә…»тип уйланы Николай. Ырым ысынға сыҡты. Ярты сәғәттән ул бер үҙе ресторанда начальнигы менән булған һөйләшеүҙе эстән кисереп,үпкәләңкерәп, өндәшмәй генә араҡы һемереп ултыра ине.

Ноябрь баштарында, тап байрам алдынан, колхоздың ике вездеходы Теюкулдән район үҙәгенә юлға сыҡты. Оҙаҡ та тормай көслө буран башланды. Поляр төн һәм көслө буран вездеходтарҙың  бер-береһенән яҙлығыуына сәбәп булды.Береһе, уйламағанда трассаға килеп сығып, бер тәүлек тигәндә район үҙәгенә килеп етте.  Икенсеһен бер көн, ике көн, аҙна көттөләр- эҙһеҙ юғалды ла ҡуйҙы.

Буран элеккесә ҡоторҙо ла ҡоторҙо, ниндәйҙер ҡотҡарыу эштәре башлау тураһында уйлау ҙа мөмкин түгел ине. Буран һәм ҡар яуыуының тымыуын көтөп, водителдең тәжрибәлегенә ышанаһы ғына ҡалды.

Ҡотҡарыусылар штабы дүртенсе көндә генә ойошторолдо. Беренсе вездеход водителенең күрһәтеүенсә, икенсе вездеходта водителдең үҙенән башҡа йөк – морж ите һәм ике пассажир – ир менән ҡатын кеше булған. Өсөһөнә – ике болан тиреһенән тегелгән йоҡлау тоғо. Машинала ҡорал һәм ракетница булмаған. Яғыулыҡты тулы бак ҡойғандар. Бортта «НЗ»булмаған, ашарға һәр кем бер тәүлек иҫәбенән, үҙенә етәрлек кенә алған.Шырпылары булырға тейеш, сөнки ике ир ҙә тәмәке тартҡан.

Бер аҙнанан буран тымды. Иң тәүҙә вездеходтың маршрутын һәм юғалырға мөмкин урындарҙы «Аннушка»һәм вертолет менән күҙәтеп сыҡтылар. Ошо район аша осҡан Ил-14 рейс самолеттары командирҙарына ерҙә күренгән шикле объекттарға һәм уттарға иғтибар итергә ҡушылды. Район үҙәгенән Теюкулгә кире рейс ойоштороп ҡаранылар, әммә бер кем дә осраманы. Ете көн ҡоторған буран вездеход эҙҙәрен күптән күмеп киткән ине инде.

Егерменсе көн булып китте. Юғалғандарҙы эҙләүгә болан көтөүселәр ҡушылды. Бөтә бригадаларға ла, тундрала кеше йәки вездеход эҙе осраһа, ашығыс рәүештә рация аша хәбәр итергә ҡушылды. Тундралағы һәм яр буйындағы бөтә һунарсылар өйҙәренә егелгән эттәр төркөмө ебәрелде.

Вездеход ер тишегенә ингәндәй юҡ булды ла ҡуйҙы.

Райондың геология экспедицияһы начальнигы саңғыла оҫта йөрөгән ун алты геолог һайлап алды, ике вездеход бирҙе, эҙләү районын квадраттарға бүлеп, үҙе тәҡдим иткән эҙләү тәртибе менән таныштырҙы, уны, йыйылышып,тикшерҙеләр һәм риза булдылар. Ун көнгә иҫәпләп йыйған аҙыҡты,бөтә кәрәк - яраҡты  вездеходҡа тейәнеләр һәм экспедиция комсоргы етәкселегәндә төньяҡҡа йүнәлделәр.

Юғалғанға егерме туғыҙ көн тигәндә вездеход табылды. Өшөнгән, хәлһеҙ кешеләрҙе район дауаханаһына алып киттеләр.

Ҡатын дың батырлығы тураһында иң тәүҙә  «Советская Чукотка»гәзите яҙып сыҡты. Шунан өлкә гәзите. Шунан «Комсомольская правда»корреспонденты килеп төштө һәм бер полоса мәҡәлә баҫып сығарҙы. Вездеходсы үҙен бик үк әҙәпле тотмаған булып сыҡты. Икенсе йоҡо тоғон ҡатын пассажир ир менән бүлешергә мәжбүр була. Егет шәп кеше булып сыға, шуға уға нығыраҡ эләгә-ике ҡулының да бармаҡтарын ҡырҡалар. Вездеходсыға һыуыҡ ҡына тейә. Ҡатын битен, ҡулын, аяҡтарын өшөтә һәм ныҡ һыуыҡ тейҙерә. Врачтар, ни тикләм тырышһа ла, аяҡтарының өс бармағын ҡотҡара алмайҙар.

Тәүге ике аҙнала улар салонды паять итеү лампаһы менән йылытып вездеходтан сыҡмай ултыра. Аҙыҡ бөткәс, морж итенә күсәләр, ярар әле уныһы күп була. Ҡайҙандыр тауыш ишетелгәндәй булғас, түҙмәй, трассаны эҙләргә сығырға булалар. Был галлюцинация ғына булып сыға, улар, трассаға яҡынлау урынына, унан алыҫлашалар ғына.Тотошлай ҡар аҫтында ҡалған вездеходты улар кире тапмай. Шул ваҡыт, көтмәгәндә, бер ташландыҡ өйгә тап булалар. Һунарсыларҙыҡы булғандыр. Өйҙә бер аҙ утын менән күмер табалар, ләкин бер грамм аҙыҡ та булмай сыға. Морж ите вездеходта ҡалған.

Саңғысы геологтар уларҙы ошонда килеп таба. Был -декабрҙең башы була.

Николай, был хәл тураһында гәзиттән уҡығас, үҙ-үҙен үлтерер хәлгә етә. Корреспондент, үлемдән саҡ тере ҡалған ҡатын - йәш Мәскәү ғалим-этнографы Ирина Ивановна булып сыҡҡан, тип яҙа.

Иртәгәһен иртә менән Николай аэропортта ине инде. Әммә район үҙәге асылып, рейс үтәлгәнсе, уға өс көн шунда арманһыҙ көтөргә тура килә...

Ирина айырым палатала ята ине (журналистар тырышҡандыр инде).

Николай килеп ингәс, Ирина:

--Ой!- тип ҡысҡырып ебәрҙе лә мендәренә ауҙы һәм ипләп кенә уға ҡулын һуҙҙы. Тап элеккесә, тундралағыса, ул маршруттан ҡайтып килгәндә йүгереп килеп ҡарша алғандағы кеүек.

Николай карауат янына килеп иҙәнгә ултырҙы, Ирина уның башын һыйпап илай ине.

--Күрәһеңме, мин ниндәй ямаҡ...ҡурҡыныс...һин миңә ҡарама инде...

Уның бите ап-алһыу, ҡайһы бер урындарҙа ғына иҫке тире киҫәктәре,ҡолаҡтары тирәһендә һәм эйәгендә уңалып өлгөрмәгән яралары һаҡланып ҡвлған. Һуҡыр шәм генә тоҡандырылған палатала ҡараңғы, шуға сәстәре ҡарайған һымаҡ булып күренде.  Николай иҙәндән койка ситенә күсеп ултырҙы һәм уның сәстәрен усына алды – улар ысындан да тундралағынан ҡарараҡ ине...Тамағына ниндәйҙер төйөн тығылғандай булды һәм ул битен уның сәстәренә йәшерҙе, ҡарһаланып уның еҫен һурҙы...тик бында бөтә нәмәнән дә дауахана еҫе генә килә ине.

--Сәсем ағарҙы...-тип мығырланы Ирина.- Алай ҙа сәсем аҡ, күренеп бармай...буярға тура килер...--Һәм ауыр һулап ҡуйҙы.

--Коля, Коля...вездеходты ташлап китеп, хата эшләнек...Вездеходты ташламаҫ кәрәк булған...

Тағы һулҡылдап ҡуйҙы.

--Хәҙер миңә яланаяҡ йөрөп тә булмай...уң аяғымда ҙур бармағым һәм һулаҡайҙа ике бармағым юҡ...ә минең өйөмдә шундай матур босоножкаларым ултыра...көмөш баулы, Һиндостандан...һиңә күрһәтермен тип хыяллана инем.

--Ирин, тыныслан...кәрәкмәй..- тип тынысландырҙы уны Николай битенән үбеп. Ә Ирина, ниңәлер, ауыртыныу һиҙмәне.

--Бына,-тине Николай иҙәндән төйөнсөк алып,- егеттәр дефицит йыйып ебәрҙеләр...

--Ой! Кәрәкмәҫ ине! Ана ҡара күпме! Миңә бит күп ашарға ярамай...бульон да бутҡа ғына...

Тәҙрә төбө һәм тумбочка төйөнсөктәр, пакет, банкалар менән тулы ине.

--Бәлки, берәй нәмә кәрәктер...мин белмәгән...

--Бер ни ҙә кәрәкмәй...бөтәһе лә бар...кәрәк булһа, алып килерҙәр...бында халыҡ кешелекле...рәхмәт, мине онотмайҙар.

Бер нисә секундҡа ғына күҙгә - күҙ ҡарашып алдылар. Николай уңайһыҙланды, Ирина йылмайҙы һәм, үҙенә ҡыҫып, үбеп алды.

--Мин бит, Коленька, һинең менән хушлашам...мәңгегә...

Николай торҙо, киҫкен хәрәкәттәр менән палата буйлап йөрөй башланы:

--Нимә ҡарап һиңә шул вездеходҡа ултырырға инде? Ул район үҙәгендә һиңә нимә бар ине? Байрамдарҙы һағындыңмы? Теюкулдә ҡырағайға әйләнермен тип ҡурҡтыңмы? Кәйеф-сафаға тарттымы, бейеү, музыкаға?

--Тыныслан, Коля...Кил бында, эргәмә кил...бына шулай...

Ирина ауыр һуланы.

--Теюкуль-бәләкәй генә урын бит ул. Табибтар һәм дауахана юҡ...шуға юлға сығырға тура килде..ваҡыт ҡыҫа ине...аңлайһыңмы? Мин бит, Коля, юлға аборт яһатырға тип сыҡҡайным...тундрала бер айым әрәм булды...хәҙер һуң инде...хәҙер табырға тура килә...

Коля ҡаушап ҡалды.

--Нисек?

--Нисек...бөтә бисәләр кеүек...малайым иҫән - һау ғына тыуһын...алланан бүтән һорар нәмәм юҡ. Мин, теге ваҡыт, көҙөн, һин килмәгәс һәм бер нәмә лә яҙмағас, һиңә «тәре ҡуйғайным»...ә сентябрҙә уны осраттым...Ул боҙҙар араһына осҡан рейсҡа ярҙамсы майҙан һайларға килгәйне.

--Кем ул?

Ирина исемен әйтте.

Николай тертләп ҡуйҙы. Ул - билдәле поляр осоусы ине.

--Ул бит һинән егермеләп йәшкә өлкән...

--Егерме ике...-тип төҙәтте Ирина.-Һин дә бит өлкән...-уйлана бирҙе лә,-ун алты йәшкә,- тип өҫтәне.

--Шулай шул,- тине Коля аҫҡа ҡарап.

--Әле ул Австралияла.Унда Антарктидаға ниндәйҙер авиатрасса асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Былар – унан,- тине Ирина.

Шунда ғына Коля өҫтәл лампаһы янында ятҡан радиотелеграммаларға иғтибар итте.

--Ул шундай әкәмәт,-тип йылмайҙы Ирина.- Рейс самолетына ултырмайһың,-ти ҙә ҡуя.Миңә уның осоусылары инеп сыҡты. Сығарһалар – һине улар Шмидт Моронона алып китерҙәр,ти. Унан уларҙың самолетында тура, төньяҡ юл менән,

 Ленинградҡа. Ленинградта туйға барыһы ла әҙер...Мин уны яратам, Коленька...Беҙҙең малайҙы ла яратам...имен-һау ғына тыуһын инде...нишләп мин дауахана тип ҡаңғырғанмындыр...алйот мин, алйот...беренсе бала бит, ярамай ҙа инде.

--Ул бөйөк кеше булып үҫеп етергә тейәш...алла үҙе уны үлемдән һаҡлап алып ҡалған...был – яҙмыш...бөтәһе лә яҡшы булыр, хәүефләнмә.

--Рәхмәт, Коленька...Бөтә ғүмеремде баштүбән әйләндерҙе һинең төньяғың,- тине Ирина Һәм тағы илап ебәрҙе:

--Мин бәхетле, Коля...Мин бик бәхетле...ҡана мин һине бер үбәйем әле...Ә хәҙер – кит...миңә ҡыйын хәҙер, Коля, Коленька, хуш бул.

                                                             5.

--Былай булғас, аңлауымса, беҙ тағы ла осрашмаясаҡбыҙ?

Уның телефон трубкаһын тотҡан ҡулы тирләне.

--Белмәйем,- тип ышанысһыҙ ғына әйтте Николай.

--Тағы ҡурҡаһыңмы?

--Юҡ, - мин үҙем өсөн ҡурҡам.

--Ә мин ҡурҡмай тип уйлайһыңмы?- тип көлдө Ирина.

--Һин бәхетлеме?- тип ҡапыл һораны Николай.

--Эйе,- тип уйланмайса яуап бирҙе Ирина.

--Бүтәндәр бәхетле булғанға мин шундай шат. Бөтә ҡатындарҙың да ер йөҙөндә йылмайып ҡына йөрөүҙәрен теләр инем...

--Бөтәһе лә йылмая, ә мин илайым...Һин минең бер үҙем өсөн генә бер яҡшылыҡ эшләһәң ине...бөтәһе өсөн эшләүе еңелерәк...Мин ҡайһы берҙә һине иҫкә алам...Беренсе кеше бер ваҡытта ла онотолмай...Тундраны иҫкә алаһыңмы? Ә Кергенто ни хәлдә? Һин уны күреп йөрөйһеңме?

--Ул ауырый. Дауаханаға һалғандар.«Болан көтә алырмынмы?»- тип һораған.   «Юҡ»,- тип яуап биргәндәр.- «Улай булғас, мине нишләп дауалайһығыҙ?»- тигән Кергенто һәм дауахананан ҡасҡан. Ғүмеренең һуңғы көндәрен тундрала үткәрер, моғайын, хатта өйөнә лә ҡайтмай, тиҙәр.

--Ул – ысын кеше,- тине Ирина.-Ысын ир кеше. Бына кемгә оҡшарға тырышырға кәрәк. Һин бер ҡасан да бер кемгә лә оҡшарға тырышманыңмы? Һиндә ундай теләк тыуманымы?

--Минең Линлин торағында йәшәгән сағымдағы үҙемә оҡшағым килә...

--Тимәк, һин ныҡ үҙгәргәнһең,- тип ипләп кенә бышылданы Ирина. Һәм ҡапыл:

--Һин бында оҙаҡҡамы?- тип һораны.

--Эйе, ваҡыт бар әле...

--Шылтыратыуыңды көтөрмөн, яраймы?

--Яҡшы.

--Миңә берәй нәмә әйтсе әле,- тип үтенде Ирина.

--Мин һине яратам, Ирина.

--Быныһын  беләм,- тип көлдө Ирина һәм трубканы һалды.

Уның запаста өс көнө бар ине әле, әммә үҙен һынарға теләмәне. «Үҙемдең дә, уның да яраһын ҡуҙғытып, нимәгә ул осрашыу»- тип хәл итте Николай.

Холға төштө, унда киоск – «Аэрофлот»кассаһы эшләй.Иртәгәһе көнгә Магаданға билет алды. Шунан балалар магазинына инеп үҙенең биш йәшлек улына ҙур пластмасса ярыш машинаһы һатып алды. Ресторанда ашап алды, Нева яры буйлап йөрөп килде, юлға ҙур мимоза гөлләмәһе һатып алды һәм ашыҡмай ғына ҡунаҡханаға атланы.

Рейсты һуңлатманылар, самолет та Магаданға расписание буйынса ваҡытында килеп төштө. Өйҙә сәскәгә бик шатландылар, ни тиһәң дә, тышта май, урамда ҡар яуа, ә уларҙың бүлмәһендә көньяҡ сәскәләре. Ул сәскәле вазаны телевизор өҫтөнә ҡуйҙы, һәм, төҫлө тапшырыу барғанда, үҙенең мимозаларының төҫөн экрандағылар  менән сағыштырып ултырҙы. Үҙенеке төҫһөҙерәк тойолдо...

Шунан ул сәскәләрен онотто, Улар һулымай оҙаҡ ултыра, тиҙҙән, тәҙрәгә, өҫтәлгә, телевизорға өйрәнгән кеүек, сәскәгә лә өйрәнәһең.

Бер көн ул бүлмәһендә бик оҙаҡ эшләне лә креслола ултырған көйө йоҡлап киткән.

Төн уртаһы үткәс кенә уянды. Урамда май бураны геүләй. Арыуҙанмы, баҫым күтәрелеүҙәнме, башы ауырта. Сикәләрен ыуып ҡараны һәм оҙаҡ итеп түбәгә текләп ултырҙы. Көтмәгәндә бәләкәй энәғараҡ ҙурлыҡ ҙур йәм-йәшел бер серәкәйҙең  осоп йөрөгәне күҙгә салынды. Шундай уҡ тағы берәүһе, люстра эргәһенән осоп үтеп, түбәгә ҡунды. Николай аптырашынан ҡатып ҡалды. «Был нимә ул?». Башын һелкеп, күҙен ышҡып ҡараны. «Миңә сират еттеме әллә?»

--Маша,- тип ипләп кенә ҡатынына өндәште. Берәү ҙә яуап бирмәне.- Маша!- тип нығыраҡ ҡысҡырҙы. Торҙо һәм серәкәйҙән күҙен алмай ғына ҡатынының бүлмәһенә атланы.

Ҡатыны йоҡламай ине.

--Маша! Унда...оса...-тине тыныс тауыш менән.

Ҡатыны стенаға һыйынды ла түбәгә ымланы.

Николай башын күтәрҙе.Бөтә түбә йәшел серәкәй менән тулы ине.

«Туҡта!»- тип бойорҙо ул үҙенә үҙе.- Әле ҡыш, тышта- буран, быларҙың береһе лә булырға тейеш түгел... Тыныслан. Айышына төшөнөргә кәрәк.

Николай уларҙың осошон күҙәтә башланы. Яй осалар, хәлдәре юҡ, күрәһең. Бына әкәмәт.

 Телевизорға  төбәлгәйнее, күҙе сәскәләргә төштө. Гөлләмә тулы серәкәй ине.

 «Уф- тип иркен тын алды ул.- Тимәк, сәскәлә ҡарышлауыҡтары булған, сәскә менән бергә мин уларҙы тегенән, материктан алып ҡайтҡанмын. Өйҙә, йылыла, улар терелгән...Бына һиңә!»

Николай форточканы асты, вазанан сәскәләрҙе ипләп кенә һурып алды ла серәкәйҙәре менән бергә тышҡа ырғытты. Шунан саң һурғысты алып, торбаларын алыштырҙы ла, түбәләге бар бөжәктәрҙе һурып алды.

--Уйламағанда аҡылдан яҙырға була,- тип йылмайҙы ул ҡатынына һәм, балалар ултырғысына ултырып, тәмәкеһен тоҡандырҙы. Эргәлә балалар уйынсыҡтары тәгәрәп ята, араһында ҙур пластмасса ярыш машинаһы ла бар.

Николай бармаҡтары менән машинаға тыпылдатып алды. Барабанға һуҡҡан һымағыраҡ килеп сыҡты. Машинаның номерына күҙ һалды һәм... ҡатып ҡалды: МА 71-17.

Ҡатыны уның йөҙө үҙгәргәнен күреп ғәжәпләнә биреп ҡуйҙы, ләкин бер нәмә лә аңламай ине. Шуға, борсолоп:

--Ник, бөгөн һиңә ни булды ул? Әллә кәрәгенән артыҡ эшләп ташланың инде? Кисә мин һинән бер конъяк йәшереп ҡуйғайным. Ал, кухняла өҫтәл эсендә ултыра,- тине.

«Ырым бойомға аша,- тип йылмайҙы Николай һәм, саң һурғысты ташлап,кухняға инде. Стакандың яртыһына конъяк ҡойҙо ла әҙерәк эҫе сәй өҫтәне.

 

Фәрит Әхмәров тәржемәһе.

*

Автор хаҡында.

Альберт Мифтахутдинов 1937 йылда Өфөлә тыуған. Киев дәүләт университетын тамамлаған. Төньяҡ (Север) тураһында яҙа. Төньяҡ стажы – Коль ярымутрауы, Чукотка, Магадан – 34 йыл.

СССР Яҙыусылар Союзының, СССР Фәндәр Академияһы География йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Магадан өлкә комсомолы премияһы лауреаты. Рус телендә яҙа.

Китаптары, айырым повестәре һәм хикәйәләре поляк, болгар, инглиз, испан, венгер, чех һәм словак телдәрендә донъя күргән.

Магаданда йәшәй.

 

Фото интернет селтәренән

Автор:Гульдар Кадаева