Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
4 Февраль , 17:10

Килен ҡапҡаһы

Кескәй генә сағымда мин ысынлап та әсәйемдең исеме “килен”дер тип уйлай инем. “Ут күршебеҙ” Мәҙхиямал әбей бигерәк тә яратып, үҙ итеп, “киленкәйем” тип өндәшә ине уға. Хәйер, уны күршелә йәшәй ине тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә булмаҫтыр. Утыҙ йәшенә етеп тә әле һаман өйләнмәгән улы Әшрәфйән менән икәүләп кенә ғүмер итеүсе әбекәй көнө-төнө беҙҙә тиерлек. Йомошо төшһә-төшмәһә лә, “Киленкәйем, һин өйҙәме һуң? Ишек алдында кәүҙәңде күрмәнем...” тип, иртә таңдан кереп етә ине. Шуныһы ла бар, ул бер ҡасан да урам ҡапҡанан йөрөмәй, ике араны бүлеп торған ҡойманы ҡыйып яһалған ҡапҡа аша ғына, әсәйем әйтмешләй, “ыһ” тигәнсе инә лә етә. Ҡапҡаның исеме лә ҡыҙыҡ – “Килен ҡапҡаһы”!

Килен ҡапҡаһы
Килен ҡапҡаһы

Шәмсиә ЙЫҺАНГИРОВА
КИЛЕН ҠАПҠАҺЫ. Хикәйә.

Ҡайҙа нисектер, ә бына беҙҙең яҡта сит ауылдан кейәүгә килгән ҡатын-ҡыҙға исеме менән өндәшмәйсә, “килен” тип йөрөтәләр ине. Минең әсәйем дә шул “килен”дәр исемлегендә.Сөнки ул беҙҙең ауылға күрше ауылдан килен булып төшкән. Был хәлдәргә сирек быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, уны әбей-бабайҙар һаман да “килен” тип йөрөтә.

Кескәй генә сағымда мин ысынлап та әсәйемдең исеме “килен”дер тип уйлай инем. “Ут күршебеҙ” Мәҙхиямал әбей бигерәк тә яратып, үҙ итеп, “киленкәйем” тип өндәшә ине уға. Хәйер, уны күршелә йәшәй ине тип әйтеү бик үк дөрөҫ тә булмаҫтыр. Утыҙ йәшенә етеп тә әле һаман өйләнмәгән улы Әшрәфйән менән икәүләп кенә ғүмер итеүсе әбекәй көнө-төнө беҙҙә тиерлек. Йомошо төшһә-төшмәһә лә, “Киленкәйем, һин өйҙәме һуң? Ишек алдында кәүҙәңде күрмәнем...” тип, иртә таңдан кереп етә ине. Шуныһы ла бар, ул бер ҡасан да урам ҡапҡанан йөрөмәй, ике араны бүлеп торған ҡойманы ҡыйып яһалған ҡапҡа аша ғына, әсәйем әйтмешләй, “ыһ” тигәнсе инә лә етә. Ҡапҡаның исеме лә ҡыҙыҡ – “Килен ҡапҡаһы”!

Ҡапҡаны кем ҡасан уйған, ниңә шулай атағандыр, уныһын һорап торған кеше юҡ. Тик ул ҡапҡа бер ҡасан да ябылып, бикләнеп ҡуйылмай ине. Беҙ быға шул ҡәҙәр күнегеп бөткәнбеҙ ки, кермәй торһа, әсәйем хәүефләнә-тынысһыҙлана башлап, “барығыҙ әле берәйегеҙ инеп хәлен белегеҙ, ауырып китмәһен әбейегеҙ” тип, апайымды йә мине йүгертә ине. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, бала сағымдағы бер генә көндө лә “Килен ҡапҡаһы”ның эшһеҙ торғанын, Мәҙхиямал әбейҙән башҡа аш ашаған, сәй эскәнебеҙҙе хәтерләмәйем.

Әсәйем көнө-төнө колхоз эшендә. Мин ул эшкә киткәндә татлы йоҡола ҡалам. Сит кеше-маҙар кереп, яңлыш ҡурҡытмаһын типтер инде, әсәйем ишеккә йоҙаҡ элеп ҡалдыра. “Ялғансы йоҙаҡ”! Эйе! Нәҡ шулай тиҙәр ине асҡыс менән бикләнмәгән йоҙаҡты. Бына мин йоҡом тамам туйыпмы, күҙемә төшкән ҡояш нурҙарынан һиҫкәнепме бер заман уянып китәм. Өйҙә әсәй юҡлығын күргәс, ҡысҡырып иларға тотонам. Минең әсе тауышымды ишетеп, Мәҙхиямал әбей ишекте асырға тейеш. Ҡайсаҡ, әбейем ишетһен өсөн, тағын да ҡатыраҡ һәм шаҡтай оҙаҡ иларға тура килә ине...

“Сит кеше-маҙар ҡурҡытыу” тигәндән, ҡайҙа нисектер, беҙҙе “тыңламаһаң, хәҙер, ана, урыҫ алып китер” тип, бик тиҙ “аҡылға ултырталар” ине. Йылғаның теге яғында ауылыбыҙға терәлеп үк торған тиерлек урыҫ ауылы бар. Урыҫ ауылы булһа ла, исеме ниңәлер татарса – Яңауыл. Хәйер, ул ғына түгел, туранан барһаң, өс кенә саҡырым йыраҡлыҡта, ауылдың икенсе башында тағын береһе “Кәсти” тигәне лә бар. Шул ауылдарҙың ҡайһыһынан булғандыр, ике көндөң береһендә, йәй тимәй, ҡыш тимәй гел бер кейемдә, сана йәки арба тартҡан ҙур һаҡаллы урыҫ ҡарты (бәлки, миңә генә бик ҡарт кеүек тойолғандыр...) урам буйлап, берҙән-бер татарса белгән хәбәре – “Самауыр төҙәтергә бармы?”ны ҡысҡырып, һөрән һалып йөрөр ине. Бер саҡ, еҙ самауырҙың мороно аға башлағас, әсәйем яулығы менән битен ҡаплап, ым ҡағып ҡына уны ишек алдына саҡырып кереткән ине. Кәүҙәһе ҡапҡабыҙҙан күренеүгә, алып китмәһен тип ҡурҡып, “Килен ҡапҡаһынан” ялт ҡына сығып ҡасҡанымды хәтерләйем... Бына шундай “алып китеүселәрҙән” дә һаҡлай ине беҙҙе Мәҙхиямал әбейебеҙ. Үҙебеҙҙең әбей-бабайыбыҙ булмағанлыҡтан, ул беҙгә икеләтә яҡын, хатта бик ҡәҙерле лә ине шул.

фото интернет селтәренән

Хәҙергеһен белмәйем, беҙ беренсе апрель – алдау көнөн оло байрам кеүек, зарығып көтөп тора инек. Сөнки ул көндө рәхәтләнеп алдашырға була, һиңә бер кем дә үпкәләмәй. Ә башҡа көндәрҙә... Аллам һаҡлаһын! Әсәйем һис кенә лә алдашҡанды яратмай, “кеше алдау – кисермәҫлек ҙур гонаһ” тип, гел ҡолағыбыҙға кәртләп тора ине. Бына шул – беҙҙең өсөн байрам көнөндә Мәҙхиямал әбейҙе рәхәтләнеп алдай инек инде! Ышана ине бисарам. Беҙҙә мунса бар. Уларҙа юҡ. Шуға ла әсәйем мунса яҡҡан һайын Мәҙхиямал әбейгә лә өндәштерә. Рәхәтләнеп мунса кергәндән һуң, кис буйына икәүләп сөкөрҙәшеп сәй эсеп, донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырырҙар ине. Беренсе апрель көндәренең береһендә мин “Килен ҡапҡаһынан” ғына туралатып Мәҙхиямал әбейҙәр өйөнә килеп керҙем дә ашыға-ҡабалана: “Әбекәй, әсәйем һине тиҙ генә мунсаға килһен, йыуынырға үҙенең мунсалығын алһын, ҡойонорға ҡомған менән йылы һыу ҙа алһын, тине...” – тип таҡылданым да уны-быны һиҙенмәгәйе тип, кире сығып та саптым. Ҡайҙа ул! Мунса бөтөнләй яғылмаған ине ул көндә... Алдауы рәхәт тә бит, ултырам ҡалтыранып, ни менән бөтөрөн көтөп. Бына бер заман өй ишеге асылып китте лә таҫтамал, ҡомғанын күтәреп, Мәҙхиямал әбей килеп керҙе. Инер-инмәҫтән үк: “Рәхмәт, килен, мунса өсөн, бик ҡыҙыу, шәп булды...” – тимәһенме?! Әсәйем ыҡ-мыҡ итеп, юғалып ҡалды. Мин, былар ҡурҡыуымды һиҙенергә өлгөргәнсе, карауат аҫтына шыуыштым. Ятам көтөп... Нисә минут үткәндер (миңә бик оҙаҡ тойолдо!), кинәт икәүләшеп шарҡылдап көлөргә тотондолар. “Йүләр ҡарсыҡ тимә инде һин мине, ҡомған-мунсалығы бер хәл... – тип кеткелдәй Мәҙхиямал әбей, – барып еткәс, мунса ишеген асып ҡара инең, туң баш! Юу-уҡ бит! Мунса соланында сисенеп, әсәнән тыума бырып керергә кәрәк ҡараңғы, һалҡын мунсаға... Суҡынсыҡ ҡыҙый... нисәмә-нисә алданмам тип һүҙ бирҙем, тағын алданы бит мине, ҡара инде һин, әй?!” “Әйтмә лә инде һин уны, Мәҙхиямал инәй, нисә әйттем юҡһа, оло кешене алдарға ярамай, тип...” Шулай һөйләнә-һөйләнә, сынаяҡ шылтыратып, сәй эсергә тотондолар. Мин уларҙың “бытыр-бытырҙарын” тыңлап ята торғас, ойоп йоҡлап киткәнмен...

Хәйер, Мәҙхиямал әбей үҙе лә шаян ине. Элек ауылдарҙа ҙурлап, өй тултырып ашҡа йыйыу бар ине. Һуғым һуйһалар ҙа, кемгәлер ҡунаҡ төшһә, ҡыҙыл туй, һайлау-маҙар булһа, армияға китһәләр-ҡайтһалар ҙа... Ундай саҡта, үҙҙәрендәге тәрликә-ҡашыҡ етмәү сәбәпле, күршеләрҙән алып тороу ғәҙәте бар. Буталмаһын өсөн һәр кемдең ҡашығына тамға уйылған була. Һуңынан, аш үткәс тә әле, “был ҡашыҡ беҙҙеке түгел” тип, тамғаһын тикшереп, алыш-биреш яһап йөрөрҙәр ине.

Сабый балалар ғәҙәттә “р” өнөн әйтә алмай. Ә минеке кешесә түгел, “с”, “ш” урынына ла – “т”, “ч” урынына ла – “т”. Әллә ысынлап, әллә юрый, әсәйем мине Мәҙхиямал әбейгә йомошҡа ебәрә. “Бар, ҡыҙым, әбейеңдән ҡашыҡтарын һорап тор, ашҡа йыябыҙ, тиң... ”. “Килен ҡапҡаһынан” тураға ғына элдерәм. Керер-кермәҫтән: “Әбекәй, әсәй ҡатыҡ һораны”, – тип ауаз һалам. Сығып китә әбейем өй алдына банка тотоп. Алып керә лә тулы бер банка ҡатык, миңә һуҙа. Ә мин сәбәләнәм. “Ҡатыҡ түгел, ҡатыҡ һораны!” тим. “Һуң... Алла бәндәһе... бирҙем бит инде ҡатыҡ...” Мин һаман: “Ҡатыҡ түгел, ҡатыҡ!” тип тәҡрарлайым. Аптырағас, мейес буйына килеп, стеналағы ағас яйланмаға теҙеп ҡыҫтырып ҡуйылған ҡашыҡтарға төртөп күрһәтәм. “Ә-ә-ә, шулай тиң уны, ҡашыҡ тиң, һин бит ҡатыҡ тиһең”, – ти әбейем кет-кет көлөп...

Шул “с”, “ч”,“ш”, “т”лар арҡаһында миңә шаҡтай ғына ҡушаматтар ҙа “йәбешеп” ҡала яҙҙы үҙемә заманында. Әлеге лә баяғы шул Мәҙхиямал әбей, “Килен ҡапҡаһы” арҡаһында инде! Көндәрҙән бер көндө әсәйем мине сираттағы йомошҡа йүгертте: “Бар, бәләкәсем, “Килен ҡапҡаһынан” йүгереп кенә кер ҙә, әбейеңдән таба һора, бәрәңге ҡыҫтыбыйы бешерәбеҙ, тиң”. Әсәйем ҡушҡанса, йүгереп кенә барып керҙем, табаны һорап алдым. Сығып китергә йыйынып, ишек тотҡаһына үрелгәс, әбейем: “Нимә бешерәһегеҙ, ҡыҙым?” – тип һорамаһынмы?! Мин:

Һорап торған булаһың,

Белмәйһеңме ни туны, –

Нимә булһын ти инде –

Бәрәңге ҡыттыбыйы!” – тип татылданым да, табаны эләктереп, сығып йүгерҙем.

Әбекәйемдең сыбыҡһыҙ телефоны был хәбәрҙе ауылға бик тиҙ таратҡан, икенсе көндө урамға уйнарға сыҡҡанда мине “Бәрәңге ҡыттыбыйы” ҡушаматы ҡаршы алды. Бер-ике айҙан уны яңыһы – “Быҙау тытта-титә”һе алмаштырҙы. Былай булды ул. Элек яңы туған быҙау, һарыҡ бәрәндәрен өйҙә аҫырайҙар ине. Беҙҙең быҙау ҙа өйҙә. Миңә шул быҙауҙың “йомоштарын” махсус шуның өсөн иҙән уртаһындағы тимер мейес аҫтына ҡуйылған әлүмин һауытҡа йомошлатыу бурысы йөкмәтелгән. Әгәр уйынға мауығып, быҙау оло йәки кесе йомошон һап-һары итеп йыуылған иҙәнгә “һалып” ҡуйһа, “баш бөттө” тиң – таҙартыу-йыуыу үҙеңә ҡала. Ултырам һандыҡ өҫтөндә быҙауға ҡарап. Етмәһә, үгеҙ быҙау! Улар бит “кесе” йомошон – бер, “ҙур” йомошон бөтөнләй икенсе ерҙән йомошлай. Күҙемде ҡойороҡ тирәһенән ялт ҡына аяҡтары араһына күсерә-күсерә ҡарап ултыра торғас, үҙем дә ҡыҫталып киттем бит! Нишләргә? Әсәйем менән Мәҙхиямал әбейҙең эштәре “ҡаты” – өҫтәл өҫтөндә шыжлап ултырған самауыр тирәһендә, гөрләй-гөрләй һөйләшеп, инде нисәнселер сынаяҡ сәйҙәрен эсәләр. Ниһайәт, минең сабырлығым бөттө. Ишек янындағы сөйҙән һырмамды эләктерҙем, өҫтөмә кейер-кеймәҫ, ишек тотҡаһына йәбештем дә, ни һөйләгәнемде уйлап тормаҫтан:

Быҙау тыта-титә,

Табыр-тобыр титертә,

Тәртәтен тотартыд ... – тип, ишек алдына элдерҙем.

Йлдар үтеп, бер аҙ иҫ кереп, мәктәпкә һабаҡ алырға йөрөй башлағас, әбекәйем аҙна һайын тиерлек хат яҙҙырырға керә. Икенсе-өсөнсө синыфтарҙа ғына уҡыған сағым булғандыр. Уҡырға-яҙырға алдан уҡ өйрәнеп барғас, шаҡтай “шымарған” булғанмындыр күрәһең, минән олораҡ апайыма түгел (бәлки, йомошон тыңламағандыр), хат яҙыуҙы ниңәлер миңә ышандыралар ине. Килеп ултырам өҫтәл артына шаҡмаҡлы дәфтәр бите тотоп, ҡәләмемде ҡараға манырға әҙер булып. “Әбекәй, нимә яҙайым?” – тип һорайым. “Рәхмәтулла балаҡайым...” тиң, ҡыҙым”. Мин башымды өҫтәлгә ҡырын һалып, тырышып-тырышып, хәрефләп ҡабатлай-ҡабатлай “Рәхмәтулла балаҡайым”ды яҙып бөтөрәм дә: “Булды, әбекәй, тағын нимә язайым?” – тип һорайым. “Рәхмәтулла балаҡайым” тиң, ҡыҙым...”. Мин, өлкәндәр ҡушҡан һәр бер эште еренә еткереп үтәргә өйрәтелгән сабый, тағын шул уҡ “Рәхмәтулла балаҡайым”ды матур итеп һырлап яҙып ҡуям да тағын һорау бирәм. Яуап та шул уҡ була. Бер хатҡа нисә мәртәбә яҙғанмындыр “Рәхмәтулла балаҡайым”ды?! Бик күптер моғайын. Юҡһа Мәҙхиямал әбей әйтеп тороп яҙҙырған хаттарҙан шул ике һүҙ мәңгелеккә күңелемә уйылып ҡалмаған булыр ине...

Ауыл мәктәбендә уҡығанда ла, һуңынан уҡыуымды “йәһәннәм сите – Ҡазанда” (ауыл кешеләре барып күрә алмай торған ерҙәрҙе шулай атай ине) дауам иткәндә лә “Рәхмәтулла балаҡайым”дың ауылға ҡайтҡанын күрмәнем, ишетмәнем. Ана шул – һүҙ башыбыҙҙа телгә алған утыҙ йәшенә етеп тә һаман өйләнмәгән улы Әшрәфйән менән ғүмер итте Мәҙхиямал әбей. “Ниңә һаман өйләнмәйһең?” тип һораусыларға яуабы гел бер, имеш: “Инәй үлмәйсә өйләнмәйем, дүрт мөйөшлө кескәй генә өйҙә ике ҡатын-ҡыҙҙы талаштырып, һуғыштырып ятаһым юҡ...” Хәйер, уның Сафура исемле ҡыҙы ла булған, имеш. Тауыҡ фермаһында эшләгән. Шунда башына зыян килеп, зиһене сыуалып, йүләрҙәр йортона алып киткәндәр, имеш. Мин белә башлағанда тауыҡ фермаһы ла, Сафура ла юҡ, имеш-мимештәр генә бар ине. Имеш-мимештәрҙең тағын береһе: “Мәҙхиямалдың һуғыштан иҫән-имен ҡайтҡан ире Вәлиулла бәхет эҙләп йыраҡ ерҙәргә киткән еренән мәрйәгә өйләнеп, шунда төпләнеп ҡалған...” тигәне лә һүҙ уңайынан тигәндәй, һирәк-мирәк булһа ла ишетелгеләп ҡуя ине. Ә Әшрәфйәндең иһә мин ялтырап торған башын яҡшы хәтерләйем. Әҙәм балаһының хәтере бик серле, сәйер бит ул. Ғүмер барышында күргәндәренән үҙенә кәрәклеләрен генә һайлап һаҡлай. Әшрәфйән башын хәтерләмәҫ тә инем бәлки, бик хикмәтле баш ине шул ул. Һуғыша торған баш. Икәү ине әле улар. Ю-уҡ! Икеһе лә Әшрәфйәндеке түгел. Хикәйәләү барышында икенсе баш эйәһенең исемен дә телгә алырбыҙ. Яңауыл тигән урыҫ ауылы тураһында һүҙ әйткән инем бит. Беҙҙең ауыл тирәләй һай ғына йылға аға. Йылғаның бер яғы беҙҙеке булһа, икенсе яғы урыҫтарҙыҡы, йәғни ана шул Яңауылдыҡы. Йылғабыҙҙың киң, тәрән саҡтары ла булған. Һыу тирмәне эшләп торғанда. Әсәйемә эйәреп он тарттырырға барғас күргән ул тирмәнде, ҙур бер ағас тәгәрмәстең йылға һыуын күтәреп әйләндергәнен ғәжәпләнеп ҡарап торғанымды әҙ генә хәтерләйем. Беҙ һыу ҡойонор йәшкә еткәндә тирмәндән күптән елдәр иҫкән, йылға инде шаҡтай һайыҡҡан, теҙҙән һыу ярып, урыҫ яғына рәхәтләнеп сығып була ине. Беҙҙең ауыл малдары, ҡаҙ-үрҙәктәре лә быны бик яҡшы самалай, күпме “ярамай-ярамай” тип сыбыҡлап торһаң да, тамаҡ тамуҡҡа керетер тигәндәй, гел шул ярамаған яҡҡа сығыу яйын ҡарайҙар. Яңауыл урыҫтары шуны ғына көтөп тора тиерһең, атҡа атланған ҡарауылсы килеп тә етә, беҙҙең ауыл малдарын ҡыуып алып та китә. Ә көн кискә ауышҡас, беҙҙең ауыл ир-аттары йыйылышып малдарын алырға китә. Унда нисек аңлаша торған булғандарҙыр, белмәйем, күп осраҡта Яңауыл урыҫтары “аңлашырға” беҙҙең ауылға килә ине. Ауылға тигәс тә, ауыл эсенә түгел, йылғаның аръяғына. Йыуан күҫәк, һәнәк, тырма һабы күтәреп (кемдең хужалығында ни бар), беҙҙекеләр һыу буйына төшә, Яңауылдан да урыҫтар “ҡоралланып” йыйылышып килә. Һәм китә “аңлашыу”. Колхоз эшенән ҡайтҡас йыйылыша торған булғандарҙыр, мин ҡараңғылыҡтан ишетелгән тауыштарҙы ғына хәтерләйем. Ни өсөн тиһәң, беҙ – бала-сағалар, әсәй-әбейҙәргә эйәреп, тау башынан ҡарап, тыңлап тора инек. Киске эңерҙә “шаҡ-шоҡ”, “дөп-доҡ” иткән, ҡысҡырған, ыңғырашҡан, “бәр, давай”, “яндан”, “арттан” кеүек тауыштар тын һауаны ярып, йыраҡтарға яңғырай. Йыйылышҡан ҡатын-ҡыҙҙар “аһ-уһ” итә лә “Ана, Әшрәфйән баш менән бәрҙе...”, “Быныһы Мәсрур башы!” тип ҡысҡырып ебәрә. Күп тә үтмәй ҡараңғылыҡты ярып, аттар кешнәтеп, Яңауылдарҙың таралышҡаны ишетелә. Ҡайһыһының башы, кемдеңдер ҡулы бәйләнгән “беҙҙекеләр” ҙә тауға күтәрелә башлай. Кемдәрҙелер ике яҡтан ҡултыҡлағандар, кемдер үҙе тәнтерәкләй... Улар тау башына менеп еткәнсе, әсәйҙәр беҙҙе етәкләп өйҙәребеҙгә алып китә. Шул рәүешле, айҙар-йылдар буйы “аңлаша” торғас, Яңауыл ауылы юҡҡа сыҡты, кешеләре башҡа ауылдарға күсенде...

Йылдар үтә, беҙ үҫә, атай-әсәйҙәр, әбей-бабайҙар ҡартая, берәм-берәм яҡты донъяны ташлап, баҡыйлыҡҡа күсә торҙолар. Ундай хәбәрҙәрҙе мин йә үҙем һирәк-мирәк ауылға ҡайтҡанда, йә әсәйемдең хаттары аша белә инем. Сираттағы ауылға ҡайтыуымдың береһендә әсәйем мине ҡайғылы хәбәр менән ҡаршы алды. Бер ай элек Мәҙхиямал әбейебеҙ донъя ҡуйған. Миңә ауыр булмаһын тип, хатҡа яҙмайса, ҡайтыуымды көткәндәр. Ысынлап та, ауыр булды уны юғалтыу. Тәбәнәк кенә йыйнаҡ кәүҙәһе, бала итәкле күлдәге, мәңге һалынмай торған алъяпҡысы, сәскәле яулығы, һәр саҡ йылмайыулы асыҡ йөҙө, һәр көн тиерлек “Килен ҡапҡаһынан” ғына ялт итеп килеп кереүҙәре... Берәм-берәм барыһы ла күҙ алдына килеп, төштәргә кереп, йәнде һыҡратты, күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө. Вафатына бер генә ай булыу сәбәпле, ауылда Мәҙхиямал әбейҙең үлеме менән бәйле имеш-мимештәр тынмаған ине әле. Ул “имеш”тәр араһынан “Әшрәфйән “үлә белмәнең инде тәки...” тип, әсәһенә бер генә мәртәбә башын һелтәп ебәргән икән...” тигәне йөрәгемдең әллә ҡайһы ерен киҫеп алғандай булды һәм... ниңәлер мине ышандырҙы... Юҡҡа ғына шыҡһыҙ, йәмһеҙ, күңелһеҙ нәмәләрҙе күргәндә, “мәйет сыҡҡан йорт шикелле” тимәйҙәр икән. Әбекәйемдең әллә ҡайҙан нур сәсеп торған тәбәнәк, иҫке өйө бойоғоп, бөкөрәйеп ҡалған, нуры, ҡото киткән, ҡапҡабыҙҙан сығыуға, янынан үтмәҫ өсөн урамдың ҡаршы яғына сығып, ул яҡҡа боролыоп ҡарамайса, башымды эйеп кенә үтеп китәм. Мәҙхиямал әбей “китеп” бер-ике ай ҙа үтмәй, “инәй үлмәйсә, өйләнмәйем” тигән Әшрәфйән ауылдың түбән осонан туйһыҙ-ниһеҙ генә кейәүгә сыҡмайса “ултырған” ҡыҙҙы алып ҡайта, бер-ике аҙнанан айырып та ебәрә. Әсәйем уның менән ныҡлап аралаша-белешә лә алмай ҡалған, килен кеше урам ҡапҡаһынан да, “Килен ҡапҡаһынан” да беҙгә инеп йөрөмәгән. Әшрәфйәндән ҡурҡҡандыр, ахрыһы, бисара. “Берәй нәмәгә асыуы сыҡһа, баш менән генә бәреп ебәрә...” тип зарланған, имеш, “ултырған” атай-әсәһенә. Әсәйем дә, Әшрәфйән ағайҙан ҡурҡыптырмы, Мәҙхиямал әбейҙең үлеменән һуң, “Килен ҡапҡаһын” арҡыры-торҡоро таҡталар менән ҡаҙаҡлап, келәһен бикләп ҡуйған.

Автор:Гульдар Кадаева