Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
24 Ғинуар , 10:40

ТАНҺЫҠҠА ТАРЫ БУТҠАҺЫ ЛА КИЛЕШӘ...

Борон-борондан динебеҙ ҡанундары буйынса ғүмер иткән халҡыбыҙҙа килен кеше иренең ир туғандары, айырыуса ҡайныһы, ҡайнағалары алдында үҙен бик тә әҙәпле тоторға тейеш булған. Ябайлаштырып әйткәндә, улар алдында “эйе”, “юҡ”тан башҡа әллә ни артыҡ һүҙ ҙә һөйләү килешмәгән. Ә ҡайнағаларына хатта күтәрелеп тә ҡарарға ярамаған. Кейәү менән ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттәр бер аҙ “йомшағыраҡ”, әммә барыбер ниндәйҙер сикләүҙәр булған. Үҙем бала саҡта, хәтерләйем, өләсәйем тышҡа сығыр алдынан “Ишек алдында кейәү йөрөмәйме икән?”--тип, тәүҙә әсәйемде “разведка”ға сығарып белешеп ала торған ине. Әгәр атайым ихатала йөрөһә, уның йә өйгә ингәнен йә иһә эшкә киткәнен түҙемлек менән көтөп алғас ҡына тышҡа сыға ине… Гүзәлдәребеҙҙә шундай юғары әҙәплелек хөкөм һөргән дәүерҙә арабыҙҙа мәҙәк тип ҡабул ителгән бер хәлде һөйләй торғайнылар. Элегерәк, Танһыҡбикә исемле килене тары бутҡаһы бешергәс, ҡайныһы, уны-быны уйлап тормай, “танһыҡҡа тары бутҡаһы ла ярай инде ул” тип, халыҡ әйтемен ҡулланып, ихлас һөйләнеп ашай башлаған, имеш. Бындай әйтемде ни өсөндөр электән ишетмәгән-белмәгән, әммә һәр һүҙгә яуабы “кеҫәһендә генә” йөрөгән Танһыҡбикә килен:  “Ярпылдап ултырған Ярулла ҡартҡа ла килешә ул” тип ысҡындырған… Ысын булған хәлме ул--белмәйем, әммә күптәребеҙ шул мәҙәкте ишетеп үҫкәнбеҙ бит инде.

ТАНҺЫҠҠА ТАРЫ БУТҠАҺЫ ЛА КИЛЕШӘ...
ТАНҺЫҠҠА ТАРЫ БУТҠАҺЫ ЛА КИЛЕШӘ...

Танһыҡҡа тары бутҡаһы ла килешә…

Борон-борондан динебеҙ ҡанундары буйынса ғүмер иткән халҡыбыҙҙа килен кеше иренең ир туғандары, айырыуса ҡайныһы, ҡайнағалары алдында үҙен бик тә әҙәпле тоторға тейеш булған. Ябайлаштырып әйткәндә, улар алдында “эйе”, “юҡ”тан башҡа әллә ни артыҡ һүҙ ҙә һөйләү килешмәгән. Ә ҡайнағаларына хатта күтәрелеп тә ҡарарға ярамаған. Кейәү менән ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттәр бер аҙ “йомшағыраҡ”, әммә барыбер ниндәйҙер сикләүҙәр булған. Үҙем бала саҡта, хәтерләйем, өләсәйем тышҡа сығыр алдынан “Ишек алдында кейәү йөрөмәйме икән?”--тип, тәүҙә әсәйемде “разведка”ға сығарып белешеп ала торған ине. Әгәр атайым ихатала йөрөһә, уның йә өйгә ингәнен йә иһә эшкә киткәнен түҙемлек менән көтөп алғас ҡына тышҡа сыға ине…

Гүзәлдәребеҙҙә шундай юғары әҙәплелек хөкөм һөргән дәүерҙә арабыҙҙа мәҙәк тип ҡабул ителгән бер хәлде һөйләй торғайнылар. Элегерәк, Танһыҡбикә исемле килене тары бутҡаһы бешергәс, ҡайныһы, уны-быны уйлап тормай, “танһыҡҡа тары бутҡаһы ла ярай инде ул” тип, халыҡ әйтемен ҡулланып, ихлас һөйләнеп ашай башлаған, имеш. Бындай әйтемде ни өсөндөр электән ишетмәгән-белмәгән, әммә һәр һүҙгә яуабы “кеҫәһендә генә” йөрөгән Танһыҡбикә килен:  “Ярпылдап ултырған Ярулла ҡартҡа ла килешә ул” тип ысҡындырған… Ысын булған хәлме ул--белмәйем, әммә күптәребеҙ шул мәҙәкте ишетеп үҫкәнбеҙ бит инде.

Килен менән ҡайны араһында яңылыш килеп сыҡҡан шундайыраҡ ҡайһы бер көлкөлө хәлдәр беҙҙең дәүерҙә лә булғылап тора. Үҙемдең таныштарым (әлбиттә, исем-фамилияларын үҙгәрттем) менән ысынбарлыҡта булған мәҙәк хәлдәрҙең бер-нисәүһен бәйән итеп, яҡташтарымдың бер аҙ күңелен асып алмаҡсымын.

 

Әһә, попался!..

Хажиәхмәт олатай оло улы Райманға килен алып биргән. Райман ағай еңгәй менән ихатала шаярышып йәшенмәк уйнап йөрөйҙәр икән. Йәштәр йәштәр инде. Күп тигәндә, уларға 21-22 йәш булғандыр. Райман ағай ҡайҙалар йәшенгән арала, Хажиәхмәт олатай ишек алдындағы бәҙрәфкә ингән. Әлбиттә, эстән бикләнгән. Ҡайныһының унда ингәнен йәш килен абайламай ҡалған. Бәҙрәф ишегенең ябылып бикләнгән мәлен генә күреп ҡалған Рәбиғә еңгә, хәләл ефете шунда йәшенгән тип уйлап, йүгереп килеп “Әһә, попался!” тип ишектең тыштағы келәһен элә һалған. Ул ғына ла түгел, эс яҡтан берәй нәмә яраҡлаштырып ҡапылда аса алмаһын өсөн тыштан бүрәнә менән терәтеп тә ҡуйған был. Шунан оло эш атҡарған кешеләй, ҡулдарын ҡаушырып, туалет янында “һаҡҡа” баҫҡан да бик ҡәнәғәт йылмайып тора икән. Райманы ҡасан ишекте дөбөрҙәтеп үҙен асып сығарыуын үтенә башлар типме, көтә лә көтә икән. Ә эстән тауыш-тын юҡ. Хажиәхмәт олатай килененә тауыш бирергә уңайһыҙланған ахырыһы.

15-20 минуттан һуң, бесәнлектә йәшенеп ятҡан еренән Райман ағай түҙмәй килеп сыҡҡан. “Нишләп мине эҙләмәй, туалет янында ҡатып ҡалдың?» тигәнгә кәләше албырғап киткән: “Ә убырныйҙа кем һуң?..» “Әлләсе... ”

Эстә бикләнеп ҡалған Хажиәхмәт олатай ни уйлағандыр инде, уныһы беҙгә мәғлүм түгел.

 

И-и-и, бәпесем...

Фәтхулла олатай иң оло улына килен алғас, бер йылдан ейәне тыуа. Баланың балаһы балдан да татлы була тигәндәй, олатайым, әлбиттә, кескәй Рәсихты “үлеп” ярата инде. Хатта килене имеҙгән саҡта ла, түҙмәй килеп, ейәнен һөйгөләп китә. Әҡлимә еңгә уның һайын уңайһыҙланып, икенсе яҡҡа әйләнеп ултырырға тырыша... Шулай бер мәл, ҡайҙалыр оҙағыраҡ йөрөштөрөп килгән Фәтхулла олатай өйгә инһә, килене Рәсихен имеҙеп ултыра икән. Яратҡан ейәненең янына бармай түҙәме ни ҡартатай кеше! Имеп ултырған баланың ҡабарып ҡына торған сикәһенә иркәләп “боть-боть...” тип төртәм тигәнсә, бала, әллә тын алырға тип, әллә ни, имеүенән туҡталып, әсәһенең түшенән башын алған. Оло кеше булараҡ, быны ҡапыл да абайламайыраҡ ҡалған олатайҙың ейәненә төҙләнгән һуҡ бармағы… килененең асыҡ ҡалған түшенә яңылыш барып төртөлгән: “боть-боть.. ”.

 

Памперсмы, сникерсмы...

Уҙған быуатта, илдә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте башланғас, барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, магазиндарҙа, аптекаларҙа элек беҙ ишетмәгән-күрмәгән һәр төрлө сит ил исемдәре йөрөткән әйберҙәр күбәйеп китте. Телевизорҙан берәй фильм ҡарарға ултырыуың була, йә памперсҡа реклама яһайҙар, йә сникерсҡа, йә тампакс... Бихисап шундай шаҡы-шоҡоноң тәғәйенләнешен олораҡ кешеләр ҡапыл да хәтерләп ҡалмаған осраҡтар ҙа күп, әлбиттә. Шул ваҡыттарҙа Рәфҡәт ағайҙарға хәл-әхүәл белешергә барҙым. Инде 60-ҡа еткән был ағайҙың күптән түгел генә тәүге ейәнсәре донъяға килгәйне. Шул бәләкәс өсөн ни алып, ни ҡуйырға белмәй йөрөгән мәлдәре. Дарыуханала бала өсөн һәр саҡ памперс һатып ала башлаһаң, барлыҡ эш хаҡың тик шуға ғына китәсәк. Аҡсаһын аҙ ғына булһа ла экономлау ниәте менән, Гөлнур килен ундай һымаҡ нәмәләрҙе һәр төрлө марля, сепрәк-сапраҡтан күбеһенсә үҙе әтмәлләй. Әле мин барғанда ла, марляларҙы төргөләп, үтекләй торған ерҙәрен үтекләп, тегә торған урындарын теккеләп, килен кеше памперстар яһап ултыра ине. Ҡайныһы Рәфҡәт ағай, пенсионер кеше, ҡайсаҡ өйҙә эшһеҙлектән интегә, ахрыһы. Ҡулдарын артҡа ҡуйып, эш менән мәшғүл булған килене тирәһендә унда-бында үткеләп йөрөй. Бер аҙҙан, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй, ихлас ҡына итеп һорап ҡуйҙы: “Килен, тампакс әҙерләп ултыраһыңмы?.. ” Ундай-бындай һүҙҙәрҙә ҡапылда буталған мин дә быға әллә ни иғтибар итмәгән булыр инем, әгәр ҙә килен кинәт кенә тыйыла алмай ҡысҡырып көлөп ебәрмәгән булһа... “Юҡ, ҡайным, памперс яһайым, памперс. Балаға һәр саҡ һатып алып йөрөмәҫ өсөн…” “Ә-ә-әй, кем белһен хәҙерге нәмәләрҙе--тампаксмы, памперсмы…» --тип, һөйләнә-һөйләнә сығып китте Рәфҡәт ағай…

 

Ә-эмм!..

Ни сыҡһа ла ана шул өлкән килендәрҙән сыға торғандыр инде. Сәйфулла ағай менән Фәйрүзә еңгәнең оло килене Әлмира уҙенең уңғанлығы менән күптәргә өлгө булырлыҡ. Әле үҙҙәренең айырым фатиры булмағанға күрә ҡайнылары менән бергә торалар. Ҡәйнәһенә эш тә тигеҙмәй Әлмира килен. Сискән бер керҙәрен йыуып, үтекләп тә ҡуя. Бер йәй көнө шулай ҡайны менән ҡәйнә ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барарға булған. Матур итеп үтекләнгән йоҡа күлдәген кейеп алған Сәйфулла ағай менән Фәйрүзә еңгә өйҙән сығырға йыйына. Ҡайны-ҡәйнәһен ҡәҙер итә белгән Әлмирә килен ҡайныһының өҫ-башын ҡаҡҡылап, рәтләшеп ҡунаҡҡа оҙатышып йөрөй. Сәйфулла ағайҙың күлдәгенең түше тапҡырында оҙон сәс йәбешеп торғанын күргәс, уныһын да алып ташламай булдыра алмай уңған килен. Әммә теге сәс йәбешеп торған ерҙә тора бирә. Икенсе тапҡырға уҡталып кинәт кенә нығыраҡ итеп тартыу менән ҡайныһының ҡалыш тауыш менән “Ой, ә-эмм! ” тип ҡапыл тайшаныуына аптырап ҡала. Быға һындары ҡатҡансы көлгән ҡәйнәһе: “Ҡайныңдың түшендә үҫкән сәс бит ул, килен,--ти,--күлдәгенән үтә сығып торған... ”. Әлмира килен ҡайныһының түше йөнлө икәнен, әлбиттә, белмәгән...

Хәлил Һөйөндөков.

Фото: pictures.pibig.info

Автор:Резеда Валиева