Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
7 Ғинуар , 18:30

Ғәйебем юҡ һинең алда...

Ниһәйәт, дөмөккән икән! Күпме көттөм мин был көндө! – тип эстән генә ҡыуанды ҡатын, балалары, атай үлде, тип смс-хәбәр ебәргәс.Нишләп шул ҡәбәхәт менән йәшәнем икән ул, йәшлегемде уға әрәм итеп. Күптән ташлап киткән булһам, бәлки, был мәлдә яңғыҙ ҙа булмаҫ инем, тип уйланы Зинира.

Ғәйебем юҡ һинең алда...
Ғәйебем юҡ һинең алда...

Балалар, донъя тип торолдо инде. Ҡыҙы, улы бәләкәй саҡта шуларға әүрәп, ире Шәфҡәт һалған күңел яраларын баҫа килде. Бәлки, аҡылланыр, берәй көн шул һүҙен онотор, ипкә килер, төҙәлер, тип көттө ул. Тик өмөтө аҡланманы. Ире ситкә йөрөүен дә, уны битәрләүен дә, хатта ҡул күтәреүен дә ҡуйманы.

Шул бер нәмә өсөн ғүмер буйы ҡыйнаны: һин миңә ҡыҙ булып кейәүгә сыҡманың!?

-Кем, кем әйт! – тип аҡырҙы гел.

Айныҡ сағында тормош мәшәҡәттәренә әүрәп, нисектер онотола ине. Ә бына эсеп алһа, барыһына ла көн бөтә. Балалар үҙ бүләмәләренә инеп йәшенә, ә Зинираға ҡасыр урын юҡ. Үҙҙәренең бүлмәһенә индереп ҡыйнап, шул бер осо-ҡырыйы булмаған һорауҙы бирҙе:

-Әйт, тием! Кем?

...Зинира менән Шәфҡәт бер урамда уйнап үҫте. Бәләкәй саҡтарындаға дуҫлыҡтары үҫә килә һөйөүгә әүерелде. Матур итеп дуҫлашып йөрөп өйләнештеләр. Ҡыҙ егетте әрменән көтөп алды. Башҡа егеттәр артынан йүгереп ҡараһа ла, берәүгә лә ҡараманы. Урамдағы малайҙар ҙа Шәфҡәт ҡайтҡансы уға күҙ-ҡолаҡ булып торҙо. Никах көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар.

Тик беренсе төндә егеттең өмөтө аҡланманы...Ҡушылғас, түшәктә ҡан юҡлығына, Зинираның саф түгеллегенә хайран ҡалды кейәүе.

Хәҙерге заманда ғына ул, быға йәштәр иғтибар итмәй. Ә ул ваҡытта бындай хәл енәйәткә тиң ине.

-Кем? – тип екерҙе унда ла Шәфҡәт.

Зинира өндәшмәне. Сөнки ул бер ваҡытта ла, берәү менән дә енси бәйләнешкә ингәне булманы.

Тик, алыҫ бала саҡтағы 7-8 йәштәрендәге бер хәлде аҙ-мәҙ иҫләне. Тимәк, шул ваҡытта ҡыҙлығым өҙөлгән, тип уйланы. Әммә ул хәлде бер ваҡытта ла, бер кемгә лә һөйләмәне.

Иренең һорауына ла яуап бирмәне.

Шәфҡәт боларҙы, туй булмай, ҡыҙығыҙ ҡыҙ түгел тип яр һалып бөттө. Әммә уның ата-әсәһе лә, Зинираның яҡындары ла туй буласаҡ, тип ҡырт киҫте.

Шулай йәштәрҙең тормошо ыҙғыштан башланды һәм көмөш туйҙарына ҡәҙәр шул килеш дауам итте. Инде улы ла, ҡыҙы ла эйәле-башлы булғас, Зинира ирен ташлап китергә булды. Башы һуҡҡан яҡҡа сыҡты ла китте. Педагогик белемле ҡатын баш ҡалала бер бай ғаиләгә гувернантка булып эшкә урынлашты. Улары ҡатындың егәрлелеген, шәплеген күреп, гел үҙҙәре менән алып йөрөнө. Сит илдәрҙә күп тапҡырҙар ял иттеләр, ғөмүмән, Зинираның тормошо ҡырҡа боролош алды. Балалары менән яҙышып торҙо, ә ирен “ҡара” исемлеккә ҡуйып, уның шылтыратыуын да, хәбәрен дә ишетмәне.

Бергә йәшәгәндә ғарҡ итеүҙәре еткән, инде телефондан шул бер үк хәбәрҙе, бер үк һорауҙы ишеткеһе килмәне уның.

Шәфҡәт, ҡатыны ташлап киткәс, эскелеккә һалышты. Эскән кешене кем яратһын, эшенән дә ҡыуылды, ярай әле шахтала эшләп, иртә йәштән хаҡлы ялға сыҡты. Шул аҡсаһы ашау-йәшәүенә етә. Балалар ҙа ярҙам итте. Яңы йыл төнөндә лә балалар беҙ барғанда лаяҡыл иҫерек ята, тиҙәр. Йәлләйҙәр шуны, баралар. Ҡыҙым йүгереп йөрөп өйөн таҙаланым, ашарға бешерҙем, ти. Улым уны терәп булһа ла торғоҙоп ултыртып маташҡан.

Шул мәл бер күҙен генә асып, иҙән йыуған ҡыҙымды күреп ҡалып:

-А, минең Зинирам ҡайтҡан бит! – тип илап ебәрҙе ти.

-Атай, ул әсәй түгел, һеңлем Зәлифә бит!

-Юҡты һөйләмә минең кәләш был!

-Яратам, һеҙҙең әсәйегеҙҙе! Ғүмерем буйы яраттым! Тик ул миңә хыянат иткән, шуны күтәрә алманым. Кем менән? Ни өсөн? – тигән һорауға ғүмерем буйы яулап таптырҙым. Ул өндәшмәне, ул әйтмәне, ҡайһы ҡәбәхәт уға ҡул һуҙғанын. Оҙаҡ аҙапланым уны ла, үҙемде лә. Ҡасандыр бер мине ташлап китәсәген дә белдем. Эйе белдем, күпме ҡыйнарға була ине?!

Мин оҙаҡҡа бармам, мәрхүм әсәйем менән атайым килеп, мине аттарына ултыртып алып киттеләр төшөмдә. Балалар, белегеҙ мин һеҙҙе яратам! Теге донъяла ла ғаилә булып йәшәйҙәр ти бит! Бәлки, әсәйең, мине ҡылған ҡылыҡтарым өсөн ғәфү итер. Ғәфү итһен, әйтерһегеҙ! Гонаһлы килеш киткем килмәй...

...Әле килеп бына Шәфҡәттең үлем хәбәре килде. Балалар барып ҡәҙерләп ҡуйып ҡайтты.

Улым да, ҡыҙым да уның һуңғы хәбәрен миңә еткергәндә күҙҙәремә тултырып, мөлдөрәп ҡарап, ғәфү ит, атайҙы, яфалама, тине.

Ғәфү иттем, әлбиттә. Тик минең уның бер ғәйебем дә юҡ бит! Парлашып, бергә-бергә матур тормош көтөрбөҙ тип хыялланып, кейәүгә сыҡҡандан башланған мәхшәрҙең башында бер туған ағайым тороуын берәүгә лә әйтә алмайым. Әгәр мин иремә әйтһәм, бала саҡта мине өлкән ағайым көсләне тип, ул шундуҡ уға ташланыр ине. Ул ваҡытта ла берәүгә лә көн булмаҫ ине – атай-әсәйгә лә, ағайға ла, туғандарға ла. Мин ағайымды аяным һәм минең тормошомдо селпәрәмә килтергән ул хәлде берәүгә лә һөйләмәнем. Хайуани теләген ҡандырған 13 йәшлек ағайым мине ғүмерлеккә бәхетһеҙ итәм тип уйламағандыр ҙа. Ә минең яратып кейәүгә сыҡҡан, бала саҡтан бергә үҫкән ирем шул арҡала дошманға әйләнде, уның да, минең дә тормошом килеп сыҡманы.

Эх, был донъя, шул тиклем үкенесле...

Ә ағайым матур йәшәй, хан һарайындай йорт һалды, еңгәйем шәп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре күп.

Минең генә күңел, тән яралы...

Фото интернеттан.

 

Автор:Гульдар Кадаева