Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
2 Ғинуар , 14:05

Бәхетһеҙ бәхетле осраҡ

Мәктәптән шылтыратып: “Улығыҙ һуғышҡан, килегеҙ”, -тигәстәр, тиҙ арала барып та еттем. Ҡараһам, директор кабинеты янында минең улымдан тыш тағы бер ир һәм бер малай тора. Малайҙарҙың икеһенең дә күҙҙәре күк, сәстәре ойпаланған, кейемдәре таушалған. Директор икеһенән дә ни өсөн һуғышыуҙарының сәбәбен әйттерә алмағас, уларҙы коридорға сығарып, мине һәм теге ирҙе генә алып ҡалды.

Бәхетһеҙ бәхетле осраҡ
Бәхетһеҙ бәхетле осраҡ

-Һеҙҙең улығыҙ был ҡатындың улына һинең атайың юҡ, тигән, - ти етәксе.

-Минең әсәйем бар, ә һинең әсәйең дә юҡ! – тип яуаплаған минең улым.

Шунан киткән һуғыш...

Ирем балабыҙ тыуып, 3 ай үтеүгә беҙҙе ташлап китте. Йүргәк йыуыу, бала ҡарау, имеҙлеккә һөт тултырыу, аш-һыу бүлмәһенән сыға алмаған ҡатын-ҡыҙ уға ҡыҙыҡ булманы. Ә улымдың класташының әсәһе уны тапҡас та бала табыу йортонда ҡалдырып, икенсе ир менән хатта илдән сығып киткән. Малайҙың атаһына баланы алыр өсөн хатта ДНК-ға анализ тапшырып, атайлығын иҫбатларға тура килгән.

Директор кабинетынан сыҡҡас, һүҙ артынан һүҙ сығып, һөйләшеп киттек. Малайҙарҙы дуҫташтырыу өсөн пиццерияға алып индек. Бер аҙнанан күмәкләшеп киноға барҙыҡ. Унан инде ярты йыл үтеүгә өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ.

Малайҙар инде башҡа бер ҡасан да үҙ-ара һуғышманы. Хәҙер хатта тулы ғаиләләре булғанға ҡыуанып бөтә алмайҙар. Күптән түгел ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Уны инде икәүләшеп иҫтәре китеп яраталар.

Ирем менән малайҙар алайҙа шул мәлдә һуғышҡан, тип көлөшөп алабыҙ. Юғиһә, беҙ һаман айырым-айырым йәшәп ятыр инек...

Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.

Женские истории төркөмөнән алынды.

Автор:Гульдар Кадаева