Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
10 Апрель 2023, 15:50

Көтөлмәгән ҡунаҡ

Йә, арҡыраланма әле, Зөмәрә! Марат бөгөн кис иҫкесә Яңы йылды ҡаршыларға фатир тап тине! Беләһең дә инде уны өҙөлөп яратҡанымды! Мин йыйылышыр урын хәстәрләмәһәм, ул минең янға килмәйәсәк! Етмәһә, һиңә лә иш итеп дуҫын эйәртеп киләм, ти. Ризалаш инде! Фатирыңда ултырып байрам итеп алайыҡ! Бергә эшләгән Гөлгенә бер туҡтауһыҙ ошо хәбәрҙе ҡабатлауҙан Зөмәрәнең башы ауыртып китте. Ярай әле үҙе генә булһа, ике ир-егет килә ти бит! Әлеү! Уларын бөтөнләй белмәй Зөмәрә. 7 айлыҡ ҡына сабыйы менән уны ире ташлап икенсе бисәгә әүрәп сығып киткәндә башҡа ир-ат яғына әйләнеп тә ҡарамаҫлыҡ булғайны. Ул мәлдәре иҫенә төшһә әле лә ҡыйын булып китә...

Көтөлмәгән ҡунаҡ
Көтөлмәгән ҡунаҡ

 Шул йылды йәй туҡтамай ямғыр яуҙы. Ҡала ситендәге ҡасабалағы иҫке генә йорттарына үҙәккә йыйылған ямғыр һыуы төндә тәмле итеп йоҡлап ятҡан саҡтарында килде лә инде. Туй аҡсаһына ғына алған алама торлаҡтарынан сабыйҙарын өҫкә күтәреп саҡ сығып ҡотолдлолар. Былар сыға барҙы, арттарынан бүлмәләренә һыу тула килде...Ярай әле ҡала етәкселеге хәлдәренә инде, бер бүлмәле фатир бирҙе. Ҡаралты-маҙарҙары һыу аҫтында ҡалды, мебелдәре лә юҡ. Күршеләре ултырып ашарға өҫтәл, ултырғыстар индереп бирҙе. Иҙәндә йоҡлап йөрөнөләр. Бер көндө ире эштән кәйефһеҙ генә ҡайтып инде. Алдына ашарға ултыртһа ла уны ситкәрәк этте лә:

-Зөмәрә, ғәфү ит! Мин икенсе ҡатынды яратам...Күптән инде кәүҙәм һинең менән булһа ла, күңелем унда. Кисер бер үк, матди яҡтан ярҙам итермен, баланы ла ҡарашырмын...Аңларға тырыш инде,--тине лә күҙгә тура ҡарамай ғына бер пакетын тотоп сығып та китте.

Үҙем бала ҡарап ултырһам да, ирем эшләп йөрөй әле, фатирыбыҙға косметик булһа ла ремонт яһарбыҙ, кәрәкле йыһаз алырбыҙ, тип хыялланған булғайны бит ул. Бына һиңә мә! Уныһы “ҡойроғон һыртҡа” һалыу яғын ҡараны. Улын ҡайһылатып үҫтерер, ниндәй аҡсаға йәшәрҙәр, тип уйлап ҡаранымы икән ул ир йораты? Юҡтыр, уйлаһа, сығып китер алдынан булһа ла сабыйын бер ҡулына алыр ине...Уның уйы беҙҙә түгел ине шул. Өйҙә булғанында ла гел уйсан ултырыр ине, хәбәр ҡушһаң да яуапһыҙ ҡалдырыр ине. Эшкә китер булһа йөҙө китә яҡтырып, һыланып-һыйпанып, йыуынып, матур кейемдәрен йылҡылдатып кейеп, одеколон ҡойоноп сығып китә...Һиҙә ине Зөмәрә уның “һулаҡайға” йөрөүен. Ҡуйыр, ташлар, йөрөр ҙә бөтөр тип уйлағайны. Тәрәнгә киткән икән эштәре...

Ҡайғырҙы, әлбиттә, йәш ҡатын. Ышанып яҙмышын тапшырған, ул табып биргән йәрең дә шулай эшләгәс, башҡаларға ни ни ҡала? Яңғыҙ ҡатын, быны кәрәк саҡта ҡулланырға мөмкин тип күҙ һалыусылар ҙа булыр. Юҡ, ирҙәргә ышаныс бөттө. Берәүҙе лә үҙемә яҡынлатмаясаҡмын. Кәрәктәре бер тин. Улымды үҫтереп алһам, йәшәрбеҙ әле икәүләп. Урамда түгелбеҙ. Астан үлмәҫбеҙ, атай-әсәйем иҫән саҡта...

Шулай йөҙ уй үтте Зөмәрәнең башынан...

Әле бына килеп Гөлгенә ир-егеттәр эйәртеп ҡунаҡҡа киләм, ти.

-Ирҙәрҙән бит тик проблема ғына ҡала, ҡуй бушты һөйләмә, - тиһә лә, уны ишетеүсе булманы.

-Көт кис киләбеҙ! – тине лә Гөлгенә, ишекте шарт ябып ятағына ҡайтып та китте.

Кис, ысынлап та, ул ике егет эйәртеп килеп инде. Өҫтәл янына ултырыштылар. Нишләптер Гөлгенә иҫе киткән Мараттың үҙенә тишә яҙып ҡарауын тойҙо. Хатта тәндәре әллә нимә эшләп китте. Гөлгенә инде уның ауыҙына инеп бара. Зөмәрәгә пар, тип алып килгән егет үҙен Зариф тип таныштырҙы ла ғүмере лә ашамаған кеше шикелле, өҫтәлдәрҙе һыйҙы йыпырырға кереште. Зарифтың ҡатын-ҡыҙҙарға иҫе китмәгәне күренеп тора, уның уйында тәмле итеп ашау ғына ине.

-Өйрәк кеүек бынау, - тип уйланы Зөмәрә. -Өҫтәлдәге бөтә ризыҡты ашап бөтмәйенсә туҡтамаҫ был. Уфф...

Былар өсәү шунда шаярышып һөйләшһә, ара-тирә башын күтәреп табындаштарына ҡарап ала ла артабан тығыныуын белә. Ниһәйәт, ул туйҙы, шикелле. Турайып ултырҙы. Марат менән Гөлгенә талғын көйгә бейергә төшөп киткәс, Зариф зарураттан Зөмәрә күҙ һалды. Бик оҙаҡ ткеләп ултырғас, телгә килде.

-Матур ғына ҡатынһың икән. Был һинең фатирыңмы?

-Эйе.

-Ирең ҡайҙа һуң?

-Юҡ.

-Нисек инде юҡ?

-Бынау заманда ир нимәгә ул? – Зөмәрә һыр бирмәҫкә тырышты.

-Ә балаң бармы?

-Улым бар. Залда йоҡлап ята.

-Әйтәм Марат бер нәмә һөйләй ине шул. Шул ҡатынды үҙемә ҡаратып алыр кәрәк. Ипле, әҙер торлаҡ, әҙер бала, тип.

-Мин уны бөтөнләй белмәйем ул! Гөлгенәнең Марат тип ауыҙ һыуыу ҡорой.

-Тапҡан иҫке китерлек кеше. Бына мин, исмаһам, һиңә подходящяя партия. Ысын, ысын. Бынан 3 йыл элек өйләнгәйнем. Ҡыҙым бар. Кәләш менән йәшәп китә алманыҡ. Ул – мине, мин – уны аңламаныҡ. Ҡәйнәмдәрҙә торҙоҡ. Саҡ ҡына әйтешһәк тә әсәһе лә, атаһы ла бүлмәгә йүгереп килә лә ине. Улар араға ныҡ ҡыҫылды. Ҡыҙым өсөн генә йәнем әрней. Бүләк, күстәнәс алап барһам, алмайҙар. Фатирҙарының ишеге төбөнә ҡалдырып китәм...

Зөмәрәгә нисектер Зариф йәл булып китте. Ә бит уның ире сығып киткәндән алып улын бер тапҡыр ҙа килеп күргәне юҡ. Күстәнәс, бүләк, ҡалдырам, тигәне ҡыҙыҡ бит әле. Ҡайҙа уларға күстәнәс! Сәләме лә юҡ!

-Әйҙә беҙ ҙә бейейек! – Зариф Зөмәрәнең ҡулынан тотто. Талғын көйгә ипләп кенә өйрөлдөләр. Кәүҙәһе лә бар икән, Зөмәрәнән бер башҡа аша ҡарап тора. Баяғы өйрәк шикелле ашауын иҫәпкә алмағанда, былай нишауа ғына, -тип уйланы йәш ҡатын.

Табын артына ултырғас, Зариф күңелле итеп хәбәр һөйләне. Бер мәл тегеләргә:

-Ҡунаҡтарға - ҡайтыр, хужаларға ваҡыт етте. Иртәгә эшкә бөтәбеҙгә лә! – тимәһенме?! Гөлгенә менән Зөмәрә бер-береһенә ҡарашты. Хәлде аңлаған Марат, Зарифҡа ымлап:

- Балконға сығайыҡ, тәмәке көйрәтәйек, - тип алып сығып китте.

-Ул ҡатынды мин оҡшатам,- тине Марат Зарифҡа.

-Оҡшатҡас, нишләп Гөлгенә тирәһендә уралаһың ул?

-Ул былай күңел өсөн генә бит! Тормош көтөргә бармай ул!

-Все Зөмәрә занята! Мин бында ҡалам! – тине етди тауыш менән Зариф.

Эстә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер-береһенә аптырашып ҡараны. Зөмәрә Гөлгенәгә икеһен дә алып сығып кит. Мин уларҙың икеһенән дә ҡурҡам. Етмәһә, балам уянһа, аптырар, - тип ялбарҙы.

-Ярар, моғайын, тотоп ашамаҫ. Үҙе килеп ингән кешене бороп сығармайың инде. Төҫө лә бар Зарифтың. Әҙерәк аралаш, дуҫлаш. Бәлки, ул һинең яҙмышыңдыр. Икегеҙ ҙә әҙ-мәҙ тормош күргәнһегеҙ,- тип һөйләнде Гөлгенә. -Бер тигәс улыңа атай булыр. 2 йәшлек бала хәҙер өйрәнер ҙә китер, атай тиер әле еще.

-Кит бушты һөйләмә! Кеше ишетеп ҡалмаһын! Ышаныслы ирҙәр юҡ хәҙер! Юҡ, юҡ, еще раз юҡ...

Ир-егеттәр балкондан сыҡты ла Марат Гөлгенәгә ҡайттыҡ тип ымлап, ишек яғына күрһәтте. Уныһы шуны ғына көткәндәй, пальтоһын эләктерҙе лә сығып та китте.

-Шунан? – тине Зөмәрә, Зарифҡа күҙен тултырып.

-Шунан шул! Беҙ һинең менән өйләнешәбеҙ ҙә бергә-бергә оҙон ғүмер итәсәкбеҙ! Улыңды ла үҙемдеке итеп ҡабул итермен. Баланың ни ғәйебе бар! Бынау сама һылыу ҡатынды ташлап киткән ирҙе әйтеп бирәйем! – тине лә ипләп кенә Зөмәрәне ҡосаҡланы. Бер нисә минут элек кенә юҡтан һалдырған йәш ҡатын ир-егеттең ҡосағында яйлап ирей барыуын һиҙмәй ҙә ҡалды...

Иң ҡыҙығы иртәнсәк булды. Зариф Зөмәрәнең улы Искәндәрҙе һаҡ ҡына уятты.

-Әйҙә, улым, тор! Мин һине балалар баҡсаһына алып барам! – тине.

Өйҙәрендә ғүмере ир күрмәгән малай йоҡо аралаш бер әсәһенә, бер Зарифҡа аптырап ҡараны.

Әсәһе, улым барырға кәрәк баҡсаға, миңә бит эшкә тигәс, уға тороуҙан башҡа сара ҡалманы. Йыуынып, әсәһе уны кейендәргәс, Зарифтың барып үҙе ҡулынан тотто. Ир-егеттәр шулай етәкләшеп өйҙән сыҡты. Бәләкәй Искәндәр атаһы булыуға ҡыуанһа, ир, ниһайәт, көтмәгәндә күңеле ятҡан ҡатын-ҡыҙ осратыуға шатланды...

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: