АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
15 Август 2022, 09:55

Ай, былбылым, вай былбылым...

Ай, былбылым, вай, былбылым, Ағиҙелдең ҡамышы; Таң алдынан сут-сут килә Һандуғастар тауышы... Был башҡорт йырын Гарик Сукачев йырлай.  Бик үҙенсәлекле генә килеп сыҡҡан. Беҙ был йырҙы дәртле итеп йырлап өйрәнгәнбеҙ. Гарик Сукачев иһә уны талғын һәм йырҙың һүҙҙәренсә, йырлата ла илата кеүегерәк башҡара.  Сайтҡа инеп тыңлап ҡарағыҙ әле.

Ай, былбылым, вай былбылым...
Ай, былбылым, вай былбылым...

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы;
Таң алдынан сут-сут килә
Һандуғастар тауышы.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдә таң ата;
Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата.

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ҡунып һайрай талдарға.
Һинең хаҡта серҙәремде
Асам һандуғастарға.

Автор:Гульдар Кадаева