Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
10 Апрель 2022, 16:15

БАШҠАСА ҺИНЕ ТЫҢЛАМАЙЫМ...

Йоҡо аралаш Тәлғәт ағай һикереп килеп торған да, алан-йолан ҡаранып: "Ҡайҙа ул???" - тип һорай ти, "Ана, тышта, йыуылған керҙәр араһында!" - тигән, ти, үҙе бер туҡтауһыҙ тыпырлап-сырылдап тора икән.

БАШҠАСА ҺИНЕ ТЫҢЛАМАЙЫМ...
БАШҠАСА ҺИНЕ ТЫҢЛАМАЙЫМ...

ЙЫЛАЙЫР РАЙОНЫ СӘЛӘХ АУЫЛЫНДА ЙӘШӘҮСЕ ЗӨЛФИРӘ ТАҺИРОВА ЫСЫН БУЛҒАН ХӘЛДӘРҘЕ БИК ҠЫҘЫҠ ИТЕП БӘЙӘН ИТӘ. СИРАТТАҒЫҺЫН ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ:


Яҙ көнө Гөлназ еңгәй (мәрхүмә) менән Тәлғәт ағай Һабырға ҡунаҡҡа барғандар. Алдан Тәлғәт ағай кемдәндер тауыҡтар һатып алырға һөйләшеп ҡуйған булған. Һабырға барып еткәс, Тәлғәт ағай сразы барып алмаҡ була, ти. Шунан еңгәй :"Ҡасан ҡайтабыҙ әле, ҡунаҡ бөткәнсе машинала ятамы, ҡайтышлай алырбыҙ әле," - тип тыйып ҡуйған. "Ярар, түлкә ҡайтышлай иҫләт!" - тигән ағайыбыҙ.

Ҡунаҡ булғандар ҙа ҡайтырға сыҡҡандар. Баяғы ҡоштар тураһында ағай ҙа, еңгәй ҙә онотҡандар.

Һыҙғы тауын төшөп еткәс, Тәлғәт ағай иҫләп ҡалған да киткән сәсрәп: "Һине тыңлаған мин алйот, әйттем бит әле иҫләт тип, әйтмәгән булһам бер хәл! Инде һине тыңлап та тормайым, үҙемсә эшләйем, ишетеп ҡуй, тыңлатырһың тыңлатмай ҙа!" - тип ҡуйырҙан да ҡуймай ҡайтҡансы һөйләнгән ти.

Законы шулай бит инде, бер нимә онотолһа ла, юғалһа ла ҡатын ғәйепле. Ә еңгәй ҡайтҡансы бер һүҙ ҙә өндәшмәгән, әммә эстән генә: " Тыңламай ҡайҙа бараһың, "-тип ҡайтып киләм ти.

Иртәнсәк еңгәм эшкә торған, ағай йоҡлап ята, ти. Хәҙер еңгәм был ирҙең иманын уҡытырға булған. Иҙән уртаһына сығып баҫҡан да бөтә тауышына: "Тәлғәт, Тәлғәт йоҡлап ҡалғанмын, эшкә һуңланым, Тәлғәт, тиҙ бул, тыштан күлдәгемде алып ин!!!" - тип ҡысҡырып - тыпырлап тора ти.

Йоҡо аралаш Тәлғәт ағай һикереп килеп торған да, алан-йолан ҡаранып: "Ҡайҙа ул???" - тип һорай ти, "Ана, тышта, йыуылған керҙәр араһында!" - тигән, ти, үҙе бер туҡтауһыҙ тыпырлап-сырылдап тора икән.

Ағай трөсөксән тышҡа йән-фарман сығып йүгергән. Еңгәй тиҙ генә барып кухня тәҙрәһенән ҡарап торам, ти, эленеп торған кейем араһында буталып йүгереп йөрөй, ти таба алмай. Унда гел простыня, яҫтыҡ тыштары кеүек әйберҙәр тора ла бер генә халат икән.

Теге тиҙ генә халатты эләктергән дә дөбөр-шатыр өйгә килеп ингән: "Ошомо???" - тип ҡуша ҡабаланып ҡысҡыра ти, "Юҡ, был түгел, сәскәлеһе!" - тип тағы сығарып ебәрҙем ти. Йыуантаҡ нәмә тузмаңлап кире йүгереп сығып китте, ти. Был юлы таба алмай йөрөп, бер нимәһеҙ кире йүгереп килеп ингән дә: "Юҡ унда башҡа күлдәк," - тип ғәйепле генә ҡарап тора икән.

"Инде һине тыңламайым, тип тәүбәгә килеп ултырһаң да, иртә менән тороп йүгереп йөрөп ятаһың да инде, тыңламай ҡайҙа ғына бараһың," - тип көлөп алып киттем, ти. Ағай ҙа:" Эй, сөрәкә баш, ул нимә тип йүгереп йөрөп ятам икән, как будто башҡа күлдәгең юҡ,"- тип рәхәтләнеп көлөп еңгәмде эшкә оҙатып тороп ҡалған.

Шулай! Ҡатын - муйын, ир - баш! Муйын ҡайҙа борола - баш шунда!

 

Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Фото: интернеттан.

Автор:Резеда Валиева