Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Март 2022, 18:55

Тормош дауам итә!

Күктәрҙе дөбөрҙөгө сығарып,ялт-йолт иткән йәшендәре менән йылы ямғырҙар Ерҙең битен йыуҙы.Бар тәбиғәт дымға туйынып алды.Картуф баҡсаһын ҡый баҫып киткән дә ,ере йомшаҡ саҡта,тип картуф араһында шашып китеп барған алабута менән һуҡыр кесерткәнде сей ҡул утап бөттөм.Бил ауыртыңҡырап тора.Тышҡа сығып инге килгән һымаҡ,эсем дә аҫҡа һөйрәп ауыртасы...Билемде яҙып алайым тип көскә турайып баҫам да,устарым менән бөйөрҙәремде тызыйым. Бәпәй табырға булып ауырып киткәнем икән дә. -Бәй,балам,тулғағың башланған бит,тип Шәкирә инәй йылы һыу хәстәрләй башлай.Тыштағы ҡаҙанға һыу йылытырға,тип бер ҡосаҡ сытыр яҡҡансы,бәпәйҙәп тә ҡуйҙым.Ҡыҙ таптым.

Тормош дауам итә!
Тормош дауам итә!

-Бына ошолай бер ҡарыш ҡына итеп үлсәйһең дә кендеген,шунан,,Бисмилла"итеп ҡырҡаһың.Инде бынан былай бәпәйҙәр булһағыҙ,үҙегеҙ менән гел бәкегеҙҙе кәһәгеҙҙә йөрөтөгөҙ, бәпәйегеҙҙең кендеген үҙегеҙ ҡырҡырһығыҙ.Донъя бит,гел эргәгеҙҙә кеше булмаҫ.
Шунан бер тас йылы һыуға аяғығыҙҙы тығып торһағыҙ,,иҫкегеҙ" төшөр ҙә ҡуйыр.
Шәкирә инәй ҡыҙымды йыуындырып,йүргәккә төрөп ,имеҙергә,тип ҡуйыныма һалды :
-Үҙеңә оҡшап торған ғына һыпа-һылыу ҡыҙ таптың бит,Мәрзиә,ғүмерле булһын!
Сәңгелдәк элергә,тип,өрҙөккә сөй ҡатып торған Хәсәнгә:
-Ҡыҙ бала,тип кәмһетмәгеҙ бәпәйҙе,кейәү.Ул табырға эшкәшманы,тип,хәләлдәрегеҙҙең йөҙөнән алмағыҙ.Бәхетле,аҡыллы,тәүфиҡлы,игелекле бала булһын,тип һорағыҙ Хоҙайҙан.
Инәйгә быжыр таҫтамал менән яулыҡ ябып,сәй эсерәбеҙ.
-Барса-барсабыҙға матур ғүмерҙәр насип әйләһен Хоҙай,-инәй ҡыуанып ҡайтып китә.
Шифалары тейҙе ямғырҙың:йәшәрҙе лә китте донъялар!Туғайҙарҙа бесән ҡалҡты,таналарҙың һөтө артты,емеш-еләк өлгөрҙө.
Әбей,инәйҙәр,ҡыҙҙар,еңгәләр,ыуаҡ малайҙар
кеме биҙрә,кеме кәрзинкә тотоп,Ирәндеккә емешкә китеп бөттөләр.Тәҙрәнән мөлдөрәп ҡарап ултырып ҡалам.
Берәйһе ҡуш услап ҡына еләк индереп, ауыҙ иттереп китһәсе!Ашағым килә шул!Бала имеҙгәнгәлер инде.
-Аһ-аһ,мин кеше көнлөмө әллә?
Мине әллә берәйһе тышап киткәнме,-шулай уйлап, ятып китәм.
Иртәгәһенә иртүк тороп һыйырымды һауып ҡыуҙым да,өҫтөмә ҡара кәстүмемде кейеп,ун көнлөк кенә бәпәйемде йоҡа ғына йүргәккә төрөп ҡуйыныма-ҡара кәстүмем эсенә алып,дерментин ҡара сумкамды беләгемә элеп,Ирәндеккә сыҡ та кит!
Ап-аҡ ҡына булып томан күтәрелгән илаһи бер мәл.Әкиәт инде!Сут-сут ,сут-сут!Һандуғастар һайраша.Ҡаталарымды сисеп,йомшаҡ ҡына үләнгә баҫам, бер килке баллы ысыҡ кисеп ,ләззәткә сумып барам.
Бесән араһынан ялбырашып ултырған ҡуҙғалаҡтар алып ҡабам.Әскелтемлеге.
Тау һуҡмағы буйлап,ике атларҙы бер атлап,Суҡталыма килдем дә сыҡтым.
Ҡарағусҡыл ҡыҙыл булып бешкән эре сейәгә тап булдым бит,ыуылйып торалар,хатта.Бер ҡул менән генә тиреп алдым сейәне.
-Иҫке ауыҙға -яңы аш.Бисмилла,-һоғоноп та ебәрәм.Эй,Алланың ҡөҙрәте киң,емеше былаялайыммы тәмле.
Бер сумка тиреп алдым.Балам иламай ҙа,имергә лә һорамай.Тын алышын тыңлайым.Тере.
Ҡайта килеп сәйгә һалып эсермен,тип мәтрүшкә өҙөп алам, йәм-йәшел генә сауҡаларҙан бер ҡосаҡ миндек һындырып ,арҡама элеп алам да,ҡайтыр яҡҡа ыңғайлайым.
Әһә,ҡыҙым уянды,имсәк эҙләп, башын бер уңға,бер һулға борған була.
Аяҡтарымды һоноп ултырып,сабыйыма имсәк ҡаптырам,супылдап имергә керешә-асыҡҡан.
Серәкәй,күгәүен,күбәләк,ҡуңыҙ,бал ҡорттары һәр береһе һәр эштәләр, беҙҙең эргәнән гөжләп осоп үтәләр-мәж килеп
донъя көтәләр!
Ҡояш апай ғына беҙҙең хәлде,,белергә"туҡтаны,минең беләгемдән үрмәләп кенә менде лә,бәпәйемдең йүргәгенә күсте.
-Танышырға килдеңме,Ҡояш апайым?
-Һаумы,яңы Кеше!Танышып китәйем ,тинем.
-Һаумы ,Ҡояш апайым!
-Ирәндеккә килдеңме,яңы КЕШЕ?
-Эйе,Ҡояш апай!Донъя менән танышайым,тинем
-Ирәндек- ул үҙе оло бер Донъя!Хоҙайҙың бүләге итеп ярат уны!Үҙеңдеке итеп ярат!Ирәндектәй йылы ер юҡ ул!Уның
ҡарағастары бейегерәк,күләгәләре һалҡыныраҡ! Күкрәгенән һығылып-һарҡҡан шишмә һыуҙары тәмлерәк,ҡоштары моңсолораҡ,үләндәре һутлыраҡ!
Ирәндек-ул беҙҙең тыуған тупраҡ! Гел тартып торор ул һине,Кешем!
Күңелеңә ҡыйын булғанда кил-дауа алырһың, өмөттәрең һүнһә кил-йөрөгеңде дөрләтерлек ҡуҙҙар табырһың!-пррр!Ҡояш апай осоп китте.
Тау һуҡмағынан төшөп барам.Был юлы ҡабаланмай атлайым.
Ана,атайым менән бесән сапҡан туғайыбыҙ.
-Мәрзиә ҡыҙым,алдыңды киң алып сап,ҡабаланма,салғыңдың осон һындырып ҡуйма,бакуйыңлың аҫтын ҡалдырма!
Яратты мине атайым,һөйөп кенә йөрөттө.Балаңдың балаһы тағы татлыраҡ-ейән ҡыҙын күрһә,балға сумғандай һөйөнөр ине атайым...
Атайлы-ҡыҙлы күп гиҙҙек Ирәндекте!
-Ҡолонсағым!Бына хәҙер икәүләп гиҙеп ҡайтып киләбеҙ!Иншаллаһ!
Тормош дауам итә!
-Атаҡ-атаҡ!-ҡайҙан киләһең былай?-әсәйем тап була.
-Сейәгә барҙым ,әсәй!-бер сумка сейәмде күрһәтәм-аша әсәй!Ирәндектән күстәнәс!


С.Тамимдар.

 

Автор:Гульдар Кадаева