АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
8 Октябрь 2021, 20:15

ТӘМЛЕ АЛМА

Төндә ҡатынымдың шарылдап ҡысҡырғанына тертләп уянып киттем...

ТӘМЛЕ АЛМА
ТӘМЛЕ АЛМА

Ысын булған хәл

 

Был хәл бынан 15-20 йыл элек булды. Бер ир кеше һөйләй:

“Төндә ҡатынымдың шарылдап ҡысҡырғанына тертләп уянып киттем.

--Ниңә ҡысҡыраһың? Нимә булды?—тим уға.

--Ә һин нишләп минең ҡулды тешләйһең?—тип ярһый ҡатын, күҙенә йәштәр алып.

--Төшөмдә алма тешләгәйнем!—тинем ҡатынға.

 

Баҡтиһәң, йоҡлағанда ҡулын минең ауыҙ тәңгәленә һалған, ә мин төшөмдә алма тешләйем тип, уның беләген тешләгәнмен. Ҡатынымдың беләгендә түп-түңәрәк булып ҡыҙыл, аҙаҡ күгәргән эҙ йөрөнө. “Нимә булған ҡулыңа?”—тип һораусыларға: “Ир тешләне”,--тигәненә күптәр ышанманы әле ул…”

 

Бынан шулай, төшөндә алма күргән хәләлегеҙҙән һаҡ булығыҙ.

Автор:Резеда Валиева