Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
21 Август 2021, 15:25

ШУНЫ ЛА БЕЛМӘЙҺЕҢМЕ НИ?

Бер мәл ирем менән Баймаҡ районының бер ауылына йомош менән барҙыҡ. Билдәле, ят ауыл булғас, кәрәкле өйҙө табыуы ҡыйын. Урамда бер кем күренмәй. Кемдән һорарға? Бәхеткә күрә, бер ир килеп сыҡты...

ШУНЫ ЛА БЕЛМӘЙҺЕҢМЕ НИ?
ШУНЫ ЛА БЕЛМӘЙҺЕҢМЕ НИ?

Бер мәл ирем менән Баймаҡ районының бер ауылына йомош менән барҙыҡ. Билдәле, ят ауыл булғас, кәрәкле өйҙө табыуы ҡыйын. Урамда бер кем күренмәй. Кемдән һорарға? Бәхеткә күрә, бер ир килеп сыҡты. Ирем машинала яйлап ҡына барып, шул ирҙең янына туҡтап, машнина тәҙрәләрен төшөрҙө лә:

--Фәлән-фәлән ҡайҙа йәшәй икән, өйрәтеп ебәрегеҙ әле,--тине.

Теге ағай аңлата башланы:

--Хәҙер ошолай тура барығыҙ, барығыҙ ҙа, шунан уңға боролоғоҙ, шунда “әбилис” тора, шуның янында өйҙәре.

--Нимә тора? – тип һорай ирем.

--Әбелис,--ти теге ағай.

--Ул кем ул?—ти минең ир.

--Һм, нимә әбилистең нимә икәнен дә белмәйһеңме?—тип аҡайҙы теге ағай.

Мин, ауыл ҡыҙы булғас ни, ауыл халҡы үҙенсә һөйләшкәнен беләм, шуға һәр һүҙҙе аңлайым. “Радия” булһа, ул – радио, “сыпышка” булһа—ул цепочка, “выраш” –ул врач һәм башҡалар.
Ә был ағайҙың "Әбилис" тигәне ОБЕЛИСК булғанын ҡалала үҫкән ирем аңламаны ла ҡуйҙы инде...

 

Ә һеҙ һүҙҙәргә бәйле ниндәй ҡыҙыҡтарға тарығанығыҙ бар?

Автор:Резеда Валиева