АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Апрель 2021, 19:05

Булдырабыҙ уны!

--Бынау туның ҡалай матур, кем тышланы?--Аһ-аһ, үҙем,--булған яуап.Искәндәр олатай ышанған кеше булып ҡайтып киткән дә, иртәгәһенә туны менән тышлыҡ туҡыманы ҡултығына ҡыҫтырып, Әхмәтхажиға килгән һәм:

Сыңғыҙ ауылында Искәндәр менән Әхмәтхажи исемле ике йор һүҙле бабай йәшәгән. Улар бер-береһе менән һәр ваҡыт мәрәкәләшер булған. Бер ваҡыт Әхмәтхажи Гөлйыһан инәйҙән тун тектереп алған. Быны күреп, Искәндәр олатай һорай икән:
--Бынау туның ҡалай матур, кем тышланы?
--Аһ-аһ, үҙем,--булған яуап.
Искәндәр олатай ышанған кеше булып ҡайтып киткән дә, иртәгәһенә туны менән тышлыҡ туҡыманы ҡултығына ҡыҫтырып, Әхмәтхажиға килгән һәм:
--Әхмәтхажи, минең дә тунды үҙеңдеке һымаҡ тышлап бир әле,--ти икән.
Уныһы иһә бер ҙә бирешмәй:
--Булдырабыҙ уны,--тип тунды алып ҡалып, әлеге лә баяғы Гөлйыһан инәйгә барып, тышлатып биргән.
Хәҙер Сыңғыҙҙа берәй эште үтәй алмаҫтай булһалар ҙа: “Булдырабыҙ уны”,--тип мәрәкәләп ҡуялар.