Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
20 Март 2021, 15:00

Академикты үҙемә ҡаратһам...

Ҡыҙ ҙа “төшөп” ҡалғандарҙан түгел икән, академик менән танышыу юлын эҙләне. Һәм маҡсатына иреште лә. Был ир менән шифахана буйлап прогулкаға сығалар, ял бүлмәһендә сәй эсәләр.

Донъя булғас, шулай ҙа хәлдәр була икән.
Бәләкәй генә шифаханала ял итәбеҙ. Барыбыҙ ҙа пенсионерҙар тиерлек. Бер ике генә йәш ҡыҙ бар арабыҙҙа. Бер-беребеҙ менән танышып, аралашып, һәр кемдең эс серен белеп, йәшәйеше менән танышып алғанбыҙ. Һәр көн үткәненә оҡшаған, дөрөҫөн генә әйткәндә: шул тиклем күңелһеҙ.
Бер көн иртән йыйыштырыусыларҙың: ”Бөгөн ял итергә академик үҙ ғаиләһе менән килә”, тип йүгерешеүҙәренә ҡарап, беҙ ҙә түҙемһеҙләнеп уларҙы көтә башланыҡ.
Килделәр. Иҫ китмәле ҙур машинанан сәстәренә сал төшкән, йөҙөнә килешеп кенә торған һырҙар һалынған ир килеп төштө һәм йәш егеттәрсә туп-тура баҫып шифаханаға инеп китте. Уның артынан арҡаһы бөгөлә төшкән, сәстәре ағарған, хан заманындағы кейемдәр кейгән, бите һырҙар менән ҡапланған ҡатын сумкаларын һөйрәп йүгерҙе. Шундай академик ошо “әбей” менән йәшәй микән, тип аптырап тороп ҡалдыҡ.
Ашханала академиктар ғаиләһе янына йәш кенә бер ҡыҙҙы ултырттылар. Ҡыҙ ҙа “төшөп” ҡалғандарҙан түгел академик менән танышыу юлын эҙләне. Һәм маҡсатына иреште лә. Был ир менән шифахана буйлап прогулкаға сығалар, ял бүлмәһендә сәй эсәләр. Иренең был ҡыҙға иғтибар иткәнен күргән ҡатын, ҡыҙ менән һөйләшмәксе булып, саҡырып алды ла:
-Балаҡайым, һин шундай һылыуһың матурһың, был ауырыу бабай һиңә нимәгә кәрәк инде, -тип һораны.
-Уға һинең кеүек әбей тиң түгел. Һаулығына килгәндә, үҙеңде йәлләмәй уның һаулығы өсөн ҡайғырып йөрөмәйһең инде. Академиктың эш хаҡына уны ҡараусыны ла яллап була. Аҡсаһы ғына булһын,-тип яуап бирҙе ҡыҙ күҙен дә йоммай.
Ҡатын аптырап ултыра биргәс:
-Уныһы шулай... Бик йылғыр икәнһең. Тик академик ул - мин, ирем түгел. Ирем ғүмер буйы эшләмәне бит әле, -тип яуапланы.