Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
23 Февраль 2021, 13:21

ӘРМЕ ДУҪЛЫҒЫ—МӘҢГЕЛЕК

Мин совхозда эшләгәндә ҡул сәғәте һатып алғайным. Эре генә шуны хеҙмәткә тағып барған булдым. Быны күргән сержанттар сәғәтте һорап ыҙалатты бит.

Ярты быуат ваҡыт үткәс, бер ғәскәрҙә хеҙмәт иткән һалдаттарҙың осрашыуын күргәнегеҙ бармы? Миңә ошондай ваҡиғаның шаһиты булырға яҙҙы. Сибай ҡалаһына килен булып төшкәс, атайым: “Баймаҡ районы Басай ауылында хеҙмәттәшем йәшәй, барып табырға кәрәк”,—тип бер нисә тапҡыр әйтеп алды. Унан һуң түҙмәй үҙе килде, ай-вайына ҡуймай, беҙҙе Басай ауылына алып китте.
1968 йылда атайым Илгиз Хәйретдин улы Әхмәтйәнов Әлшәй районы Раевка ауылы военкоматынан хеҙмәткә ебәрелә. Ошо уҡ йылда Баймаҡ районы Басай ауылы егете Рим Нурғәле улы Фәтхуллин Сибай ҡалаһы военкоматынан әрмегә оҙатыла. Сибайҙан Өфө үҙәк хәрби комиссариатына килгәс, Рим Нурғәле улына һәм бергә килгән ете егеткә тиҙ генә медицина
күҙәтеүе үтергә ҡушалар. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған байтаҡ һалдаттарҙан улар беренселәрҙән булып был бойороҡто үтәй. Баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп торған сос егетте күреп комендант саҡырып ала ла төрлө ғәскәрҙәргә егеттәрҙе теүәлләп оҙатыу-резерв взводы командиры итеп тәғәйенләй. Бер нисә егеткә сержанттар мәктәбендә уҡыу тәҡдим ителә. Рим ағай тәүәкәлләп, тап шунда хеҙмәткә үҙен ебәреүҙе һорай. Тәғәйен ергә поезда дүрт тәүлек барырға тура килә.
—Баштан уҡ мине вагонда өлкән һалдат итеп ҡуйҙылар. Нишләптер юлда һалдаттарҙы ашатманылар. Инде өсөнсө тәүлек тигәндә эшелон начальнигы саҡырып һалдаттарға ҡоро паек таратырға ҡушты. Ике тоҡҡа тултырып аҙыҡты егеттәргә өләштем. Аҙыҡ тигәне ҡоро печенье, консерва инде. Күңел күтәренке, тамаҡ туҡ. Бер ваҡыт вагон надзоры йүгереп килеп инде лә бер тоғон кире һорай. Баҡтиһәң, был ҡоро паек ике вагонға тәғәйенләнгән булған икән. Нимә ҡалған шуларҙы йыйып алдылар. Шулай ҙа биш бөртөк консерваны кеҫәгә йәшереп өлгөрҙөм. Икенсе көнөн иртәнсәк шул биш консерваны бер вагондағы 30 һалдат бүлешеп ашаныҡ,—тип иҫләй әрмегә юлланған мәлдәрен Рим Нурғәле улы.
Атайым Илгиз менән дә улар нәҡ ошо вагонда таныша. Егеттәр Волжский хәрби округында учёбка үтә. Ата-йым беренсе ротала һыуҙа йөҙөү машинаһын йөрөтөүгә, Рим Нурғәле улы икенсе ротала сылбырлы тәгәрмәсле машиналарҙы—танктарҙы паромдан сығарыуға уҡығас, егеттәргә айырылырға тура килә. Атайымды Белгорд-нестровский хәрби часына инженерҙар ғәскәренә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Яҙмыш ҡушыуы менәнме Рим Нурғәле улы ла бер айҙан тап ошо часҡа килеп эләгә. Башҡортостандың Мәләүез, Балаҡатай, Әлшәй, Баймаҡ райондарынан, Өфөнән килгән биш егет берҙәм булып Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайта. Киләсәктә улдарына бер-береһенең исемен ҡушырға ла килешәләр.
—Беҙ шәп дәүергә эләктек, әрмелә ысын тормош мәктәбен үттек. Ул саҡта “дедовщина” тигән нәмә лә булманы. Мин совхозда эшләгәндә ҡул сәғәте һатып алғайным. Эре генә шуны хеҙмәткә тағып барған булдым. Быны күргән сержанттар сәғәтте һорап ыҙалатты бит. Иҙән йыуһам—йыуам, сәғәтте бирмәйем тигәс, туҡтанылар. Бынан сығып шуны әйткем килә: ул ваҡытта кеше кешлекле булды,—ти Рим Нурғәле улы.
Әрме мәлен шулай йылы хистәр менән хәтерләй ул. Рим ағайҙың күңеле бер генә нәмәгә ҡырылған: өләсәһе ҡәҙерләп кенә бәйләп ебәргән ап-аҡ бирсәткә, йөн ойоҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тултырылған сумаҙанын алып ҡалғандар. Әйткәндәй, әрмегә киткәндә сумаҙанды сов-хоз бүләк иткән булған.
Егеттәр үҙ бурысын лайыҡлы үтәй. Рим Нурғәле улы Фәтхуллин Владимир Ильич Лениндың 100 йыллығы айҡанлы “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Тыуған ерҙән алыҫта бер туғандай булып киткән егеттәрҙең ярты быуат ғүмер үткәс осрашып күрешеүен, әлбиттә, ябай һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Бер ҡарауға төрлө мөхиттә үҙ ғаиләләрен ҡороп, балаларын үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан олатай, ҡартатай булып (әйткәндәй, атайымдың бөгөн—9, Рим ағайҙың 10 ейән-ейәнсәре бар) донъя көткән ир уҙамандарын бергә бәйләүсе еп йоҡа ғына кеүек күренһә лә, әрме дуҫлығы шул тиклем ныҡ икән! Осрашҡандарында һөйләшеп хәбәрҙәре бөтмәне. Атайымды дуҫынан саҡ айырып алып ҡайттыҡ.
Читайте нас: