Телефон аша күп һөйләгән әңгәмәсене тыңлағанда, күңелһеҙ кәңәшмәлә ултырғанда үҙебеҙ ҙә уйламаҫтан ҡағыҙға һәр төрлө һүрәттәр эшләй башлайбыҙ. Унда һәр төрлө биҙәктәр, һындар, геометрик фигуралар барлыҡҡа килә. Психологтар билдәләүенсә, был һыҙмалар кешенең характеры хаҡында һөйләй.
Немец психологы Михаэль Тиль түбәндәгесә асыҡлыҡ индергән:
Спиралдәр, әйләнәләр, тулҡынлы һыҙыҡтар, ғәҙәттә, таҙалыҡ яратҡан, бер аҙ эгоист булған шәхестәргә хас. Бындай кешеләргә бөтә нәмә лә тик үҙ янында бара, башҡаларҙың мәшәҡәте уға кәрәкмәй. Сәскәләр, ҡояш, болот. Был хыялға бирелеүсе кешенең эше. Уның фантазиялары күп. Бик хисле кеше. Ҡояш, болот тормошто яратҡан, киләсәккә ышаныс менән баҡҡан оптимист кешенең һүрәте. Селтәрҙәр, рәшәткәләр. Кеше уңайһыҙ хәлгә ҡалған, йәки үҙен мөйөшкә ҡыҫырыҡланған һымаҡ хис итә. Аҙаҡ һүрәтен түңәрәк эсенә алып ҡуя икән, тимәк уйында булһа ла был мәсьәләне йырып сыға башлаған. Обойҙағы һымаҡ биҙәктәр, осло мөйөштәр, үҙ-ара тоташыусы овалдар, сикһеҙлек билдәһе төшөрөлгән икән – был кешегә күңелһеҙ, һөйләшеүҙән ҡыҙыҡ тапмай. Бындай кешеләрҙән ғәҙәти булмаған аҙым көтөргә лә була. Квадраттар, өсмөйөштәр һәм башҡа геометрик фигуралар. Улар симметрик формала эшләнһә, тимәк, был кеше тәртип ярата, бөхтә. Шаҡмаҡтарҙы эшләүсе иһә план буйынса эшләргә әүәҫ, ул ғәҙәттә дошмандарынан, конкуренттарынан ҡурҡмай. Фигураларҙың мөйөшө ослораҡ булған һайын, был кеше шул тиклем тиҙ ҡыҙыусан. Был тышҡы йөҙөнә сыҡмауы ла мөмкин. Ул аҙаҡҡаса үҙ фекеренән тайпылмай, маҡсатына тура бара. Тәре формаһындағы һыҙмалар. Был ғәйепле булыу тойғоһо. Бәлки, телефондан һөйләшеп ултырғанда уҡ үҙен нимәләлер ғәйепле тойғандыр. Кешеләр. Ярҙамға мохтажлыҡ, ниндәйҙер яуаплылыҡтан ҡасыу билдәһе. Ғәҙәттә “юҡ” тип әйтә алмай ултырғандар кеше һүрәтен төшөрә. Шахмат клеткалары. Нимәнелер онота алмай, һөйләшеү барышында шуны әйтә алмай ултырғандар төшөрә. Ниндәйҙер ауыр хәлгә ҡалып, шунан тыныс ҡына, ипле генә сығып китергә уйлай. Бер-береһенә тоташҡан түңәрәктәр. Дөйөм эшкә, коллективҡа ҡушылып китергә теләүсенең “рәсеме”. Тотороҡло хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ хаҡында уйҙары ошондай һүрәттәр эшләтә. Ҡултамға ҡуйыу. Дан-шөһрәт яратыусыны асыҡлап тора. Йөрәкте хистәре ташып торған кеше эшләй, ул бар донъяны яратаһы, ҡосаҡлағыһы килә. Ул ситтән ҡәтғи, уҫал булып күренеүе ихтимал, сөнки хистәрен тота белә. Йөрәк ҙурыраҡ булған һайын ысын йөҙ менән ҡәтғи битлек араһында айырма шул тиклем ҙур. Ундай кешеләргә кәңәш: һәр саҡ үҙегеҙҙе сикләп тотмағыҙ, асылығыҙ. Таш өҫтөнә таш, кирбес теҙеү. Бик ипле генә һалынһа, тимәк автор аҙым артынан аҙым яһап үҙ маҡсатына табан бара. Уның һәр нәмәһе планлаштырылған. Ағас. Юғалып ҡалған, кәйефе төшкән кешеләр ғәҙәттә нәҙек кенә “яланғас” ағастар эшләй. Әгәр ныҡлы тамырлы, йыуан олонло ағас икән, был кешенең энергияһы ташып тора, көләс, әлеге мәлдә бер нигә борсолмай. Кәртәләр, заборҙар. Был кеше кешеләрҙән ҡасҡыһы, бикләнгеһе килә. Тыныслыҡҡа, ял итеүгә мохтаж. Үҙәктә торған нөктәнән киткән һыҙыҡтар. Бындай һүрәтте лидерҙар төшөрә, маҡсаттары аныҡ, башҡаларҙы үҙ арттарынан эйәртергә һәләтлеләр. Үҙ фекерҙәрен белдергәндә улар тыныстар, конфликтҡа инмәҫкә тырышалар. Сатай-ботай нимәлер яҙыу. Авторҙың күңелендә бушлыҡ. Уны нимәлер ныҡ борсой. Биҙәкләп яҙыуҙар. Һәр эште урын-еренә еткереп эшләүсе кеше “рәсеме”. Һандар төшөрөргә яратыусы матди байлыҡ, матди ҡиммәттәрҙе уйлай. Йәғни ҡайҙа күберәк аҡса эшләргә була тип, йә бурысты нисек биреп бөтөргә тип уйлана. Күҙҙәр. Ҙур, матур, асыҡ күҙҙәрҙе үҙ-үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡараусылар эшләй. Шулай уҡ күңелде “тырнап” торған хәүефте аңлатыуы мөмкин. Ай, йондоҙҙар. Юғарыраҡ вазифа биләргә, йәмғиәттә танылыу табырға хыялланған кешеләр ай-йондоҙҙар эшләргә әүәҫ. Авторҙың ихтыяр көсө бар, таҙалыҡ ярата, ҡайһы саҡ мин-минләнеп тә китә. Йондоҙҙарҙы йыш ҡына бер ниндәй ҙә ауырлыҡтан ҡурҡмаған оптимистар төшөрә. Зигзагтар. Бик тиҙ ҡыҙыусан, агрессив кешегә хас. Бәләкәй генә осҡондан ҙур янғын сығыуы ихтимал. Бөгөп-бөгөп биҙәкләп эшләнгән матур һыҙыҡтар. Аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан кешеләргә хас. Буялған йәнлектәр, балыҡтар--юмор тойғоһо булған, киләсәккә оптимистик ҡараш менән ҡараған кешеләр һүрәте. Ә ҡаурый, ҡанат эшләүселәр еңел холоҡлораҡ. Битлек эшләүсе автор иһә асыла һалып бармай, йомоҡ, бик һаҡ ҡыланыусы. Тамсы, һыу һүрәте меланхолик һәм флегматик характерлы кешеләргә хас.
Шулай уҡ һүрәттәрҙең эшләнелеш техникаһына иғтибар итергә кәрәк. Асыҡ, аныҡ эшләнһә, тимәк был кеше үҙ-үҙенә ышаныусан, ныҡлы баҫып тора. Тоноҡ ҡына эшләнгән рәсем тиҙ арыусан, инициативаһыҙ кешенең характерын бәйән итә. Штрихтар менән эшләнһә, был кешенең нервыһы ҡуҙғыған.