Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
3 Ғинуар 2021, 23:00

Балама барған юлым

Илүзә эсе өҙөлөрҙәй булып ауыртҡанға уянып китте. Хәлдәрҙең төштә түгеллеген аңлауы йөрәген һыҙлатты. Кистән шәфҡәт туташының ауыртыныуҙарҙы баҫыу өсөн һалған уколдан һуң ниһайәт йоҡлап киткән. Төшөндә әллә нимәләр күреп бөттө... Оҙон итәк кейеп алған да ниндәйҙер күпер аша үтеп бара. Ҡараһа, итәгенә бер сабый йәбешкән, имеш. Малаймы,ҡыҙмы айырманы. Баланы тотам тип ынтылыуы булды, тулғағы тотоп, эсе сәнсте. «Бушҡа уяндым, төшөмдә рәхәт ине»,-- тип уйланы ул.

Илүзә эсе өҙөлөрҙәй булып ауыртҡанға уянып китте. Хәлдәрҙең төштә түгеллеген аңлауы йөрәген һыҙлатты. Кистән шәфҡәт туташының ауыртыныуҙарҙы баҫыу өсөн һалған уколдан һуң ниһайәт йоҡлап киткән. Төшөндә әллә нимәләр күреп бөттө... Оҙон итәк кейеп алған да ниндәйҙер күпер аша үтеп бара. Ҡараһа, итәгенә бер сабый йәбешкән, имеш. Малаймы,ҡыҙмы айырманы. Баланы тотам тип ынтылыуы булды, тулғағы тотоп, эсе сәнсте. «Бушҡа уяндым, төшөмдә рәхәт ине»,-- тип уйланы ул. Был хәленә тамам күнекте. Хәҙер инде аҙнаға яҡын тулғаҡ менән ыҙалана. Палаталағылар ҙа уның ыңғырашыуына өйрәнде. Табиптарҙың иһә бер нәмәгә иҫе китмәй. Тере сабый көтмәгәс, баланың ҡасан тыуымға килеүе уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Карауатының аҫтына аяҡ кейеменең ҡумтаһын ултыртып ҡуйған. «Бөгөн дә сыҡмаҫ был»,-- тип ҡалҡып торорға ниәтләнгәйне, аяҡ араһы йылы ғына булып китте. Яйлап ҡына яралғы шыуып сығып килеүен тойҙо. Эргәлә ятҡан ҡатынға шәфҡәт туташын саҡырырға ҡушты. Уныһы килеп инде лә үле сабыйҙың кендеген ҡырҡып ҡумтаға тыҡты. Бер ҡулына ҡумтаны тотоп, икенсеһе менән Илүзәне етәкләп, смотроваяға алып китте. Креслоға менеп ятыуы булды, ҡан тамырҙарына укол ҡаҙай башланылар. Табип уңайлы итеп ултырып алып тороп яралғы аҙағын сығарып алды. Ул арала баланы үлсәнеләр ҙә махсус һауытҡа һалып моргҡа ебәрергә әҙерләнеләр. Егерме ике аҙналыҡ яралғының ауырлығы 900 грамм ,ҡыҙ бала булыуын әйттеләр. Илүзәнең күҙҙәренән йәштәр үҙенән үҙе субырлап аҡты. Йөрәге сығам-сығам тип атылып барғанын тойҙо, ә акушер-гинекологтың шығырлатып аналығын таҙалағанда ауыртыныу һиҙмәне. «Ни өсөн? Ниндәй гонаһтарым өсөн язалайһың мине, Аллам?!»,-- тип һыҡтаны ул. Табиптар: «Йәшһең, һаулығың шәп,табырһың әле бала, үҙеңде һаҡла»,--тинеләр ҙә эштәрен тамамлап,палатаға алып барып һалып киттеләр.
Үҙ ҡулдары менән ғазраилға тәүге сабыйын тотторған йәш ҡатынды үкенес тойғоһо ялмап алды һәм ул үкһеп иларға тотондо. Әгәр шул ваҡытта үҙһүҙләнеп ирен ҡаланан алыҫта йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа барырға күндермәһә, бәлки, был хәл булмаҫ та ине. Ауырға ҡалған көндән алып Рәдифен Хоҙай ҡушмаған нәмәләр һорап ҡаҡшатты ул. Бер көнө төн уртаһында груша таптырып сығарып ебәрҙе. Уныһы тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазин табып, кәләше һораған емеште алып килгәнсе, быныһының уны ашау теләге ҡайтҡан булып сыҡты. Берҙе бөтөнләй юҡ нәмә һорап ҡаҡшатты. үлтереп кер һабынын ашағыһы килә бит әй. Аптырағас, ире һағыҙ менән һабын өҫтөнән йөрөтөп сәйнәргә тәҡдим итте. Рәдифе тәмәке тартһа, тәмәкеһен ашағыһы килә. Алдырыр көн—яҙҙырыр, тигәндәй, һуңғы арала институтта бергә уҡыған әхирәтен күргеһе килеп тик торҙо. Ауыл мәктәбендә балаларға биологиянан һабаҡ биргән курсташы килеп ҡайт һуң, мин дә һағындым тигәс, иренә был теләген еткерҙе. Йома кис икеһе лә эштән сыҡҡас, магазинға инеп арлы-бирле күстәнәс алып юлға сыҡтылар. Әхирәте эшләгән тарафтарға икеһенең дә ғүмерҙә лә юлдары төшкәне юҡ. Ҡаланан алыҫ та түгел ул, шулай ҙа ҡырыныраҡ яҡ һымаҡ күренә. Былар юлға сығыуын көткән шикелле һепертеп кенә буран өрә башланы. «Ошо март айының буран менән йонсотоуын әйтәгүр»,-- тип һөйләнде Рәдиф. Ысынлап та, ошо ай ҡатын-ҡыҙҙың үҙе һымаҡ ул. Бер ҡараһаң көлә, бер ҡараһаң туҙына. Был юлы ла көтмәгәндә көн боҙолоп алды ла китте. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй навигаторҙары киреләнә башланы. Баҡтиһәң, был тарафтарҙа элемтә лә юҡ икән. Урыны-урыны менән бер ниндәй ҙә элемтә тотмаған ерҙәр бар шул. Ошо яҡҡа боролорға тейешбеҙ, шикелле, тип юл сатына ыңғайлағайнылар, машиналары көрткә барып сумды. Рәдиф төшөп тәгәрмәстәрҙе көрәне. Юҡ, машина ҡуҙғалырға уйламай, алға ла артҡа ла шылырға теләмәй. Ире ихласлап эргә -тирәне көрәп бөттө. Төбө тәпәш сит ил машинаһын ҡар ҡосағынан сығарып ҡына булһасы! Көсәндереп эшләтә торғас машинаның бензины бөтә башланы. Ире эргәһенә сыға ла бер нисек тә ярҙам итә алмауына йәне көйөп йәнә машинаға инеп ултыра Илүзә. Тирә-яҡта икһеҙ-сикһеҙ ап-аҡ ялан. Күҙгә элерлек бер нәмә лә күренмәй. Ҡайҙа ҡараһаң да офоҡ. Ориентир алырлыҡ тау ҙа юҡ, исмаһам. Бына ҡайҙа ул Хоҙай тарафынан онотолған ер! Элемтә юҡ, юл юҡ, яҡында ауыл түгел, тере йән эйәһе күренмәй. Рәдиф эргә-тирәне байҡап киләм тип машинан сығып китте лә юҡ булды ла ҡуйҙы. Әй ултыра ҡатын, әй ултыра, ире ғәйеп булды. «Шул ғына етмәгәйне, машина боҙолдо, ир юғалды»,-- тип тамам аптырауға ҡалды. Тышҡа сығыр ине, ҡурҡа. Ошо мәлдәрҙә бүреләрҙең туйы була торған. Ире шулар ауыҙына эләкмәһә ярар ине, тип ҡурҡты. Беҙҙең һыуыҡтарға иҫәпләнмәгән машиналары яйлап һыуынды, йәш ҡатын да әкренләп аяҡтары өшөүен һиҙҙе. Шулай өс-дүрт сәғәт үткәндер, ҡарҙы шығырлатып Рәдифе килеп инде. –Анау яҡтарға барып ҡарап килдем. Яҡын тирәлә бер нәмә лә юҡ. Етмәһә, буран күҙҙе астырмай, барған юлымды тапмай бер килке аҙапландым,--тине, өҫ кейеменән ҡарҙы ҡаға-ҡаға.--Ҡана ҡапҡыларға берәй нәмә лә юҡмы шунда?--тип һораны. Йыш ашап өйрәнгән Илүзәнең ашҡаҙанында күптән бүреләр олой ҙа ул. Бынауындай ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда тамаҡ ҡайғыһымы ни? –Нимә булһын машинала,--тине Илүзә. Шунан ҡапыл әхирәтенә тәғәйенләп алған күстәнәс алма, әфлисундары иҫенә килеп төшөп, артҡы сиденьела ятҡан пакетына ҡулын тыҡҡайны, терт итеп ҡалды. Емештәр шығырлап туңған. Беҙ ҙә шул хәлгә төшөрбөҙмө икән, тип шикләнде. Ире машинаға бер инеп, бер сығып йөрөп былай ҙа һыуыҡ салонды тағы ла шыҡһыҙ итеп бөттө. Тирә-яҡҡа барып элемтә эҙләп маташа. Бер ерҙә тотмаһа, икенсе урында булыр, тип өмөтләнә. Илүзә лә тышҡа сығып ҡарлы ялан буйлап башы һуҡҡан яҡҡа йүгереп китергә теләй ҙә ул хәленән килмәй. Ауыр аяҡлы ҡатынын ире йәлләй. Әммә бер нисек тә ярҙам итә алмай. Ире бак төбөндәге яғыулыҡ менән ваҡыты-ваҡыты менән машинаны тоҡандарып алған була, әммә ул ғына файҙа бирмәй. Төн уртаһы етте. Был икәү белгән генә доғаларын уҡый-уҡый Аллаһы Тәғәләнән уларҙы туңып үлеүҙән ҡотҡарыуҙарын ялбарҙы. Бер мәл алмашлап машина тәҙрәһенә ваҡытты теркәп яҙа башланылар. Йәнәһе лә үле кәүҙәләрен тапһалар, нисәлә йән биреүҙәрен асыҡлауы ҡыйын булмаһын. Илүзәнең иҫенә ҡылт итеп Ленинград блокадаһында көндәлек алып барған Таня Савичева килеп төштө. Меҫкен ҡыҙ һәр ғаилә ағзаһының ҡасан һәләк булыуын яҙып барған. Былар ҙа шул хәлгә етеп баралар. Күрәһеләрем ошо микән?!-- тип һыҡтаны йәш ҡатын. Шулай әсәлек бәхетен дә татымай үлеп китерменме икән ни? Ҡот осҡос мәлдә икеһе лә шуға инанды: был донъяла бөтә нәмәне лә аҡса ярҙамында хәл итеп булмай икән. Иренең карточкаһында 500 мең һумдан ашыу аҡсаһы бар. Бөтә сумма уныҡы түгел әбиттә, бригадир булараҡ, эшселәренә аванс итеп тарата торған аҡса. Ир үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр аҡса ярҙам итә алмаған хәлгә тарыны. Кеҫә тулы аҡса булып та, ярҙамы тейһен өсөн уны кемгә бирергә белмәй ултыр әле. Ҡәҙерле кешеһе эргәһендә туңып үлеп уны ҡурҡытҡансы, ситкә китеп дөмөгөүең хәйерле тип уйланы ла ир машинанан төштө. Эсе ҡәҙимге беленеп торған хәләле йомарланып ҡына ултырып ойоп киткән. «Машина үҙебеҙҙеке шунда йылы кейем, быйма һалып алып йөрөргә була бит! Юҡ артыҡ нәмә тейәргә ярамай. Бардачокта бер ярты араҡы ятһа ла был тиклем үкенесле булмаҫ ине. Ярай нимә булһа ла булыр. Таң атырға ла күп ҡалманы. Машинала ултырып туңып ултырғансы, ҡырҙа ятыуың хәйерле. Бүре ботарлаһа ла ҡурҡынысы юҡ. Барыбер үлем. Банауындай заманала үҙеңдең эшкинмәгәнлегең арҡаһында әрәм булғаныңса, януарҙан таланып үлеүең отошлораҡ»,--тип уланы ир, бар ғәләм менән бәхилләшеп.
…Артҡы сиденьела йомарланып ятҡан Илүзә аяҡтары талғанға, һуҙылырға теләгәйне уныһы нимәгәлер терәлде. Ә ишек икән, өйҙә йоҡлап ятам, тип уйлағайны. Таң һыҙыла башлаған. Тештәре тешкә теймәй. Өшөүе һөйәгенә тиклем үткән. Быға хәтлем балыҡ йыбырлаған шикелле генә ҡыбырлап үҙен белгерткән бәпесе лә тынып ҡалған. Иҫәнлегеңде белгертсе балам, тип эсен һыйпаны ла ынтылып ҡараһа, Рәдифе машинала юҡ. Тышҡа күҙ һалды, унда ла күренмәй. Берәй ерҙә туңып үлеп яталыр инде тип машинаның ишеген асты. Таңғы һыуыҡ һауа уның танауын ярҙы. Тора биргәс уға тыш йылы кеүек тойолдо. Хатта ул пуховигының иҙеүҙәрен ысҡындырҙы. Кеше туңа башлаһа эҫеләнә тиҙәр бит. Илүзәгә лә түҙеп торғоһоҙ эҫе була башланы. Хатта күҙенә уттар күренде. Ут түгел күҙҙәре янып ҡаршыһына бүреләр килә ине: тештәре ыржайған, ҡолаҡтары тырпайған. Баҙлаған күҙҙәр яҡынайғандан-яҡыная. Ғазраил эргәлә генә булған икән, эх, сабыйым тыуып өлгөрмәне!? Был донъяла минең дауамым булыр ине, исмаһам. Төнгә ҡарай юлға сыҡмаһалар, бәлки был фажиғә булмаҫ та ине. Уйлап эш итергә тормош тәжрибәһе етеңкерәмәне шул. Аҡылға ҡарағанда теләге алдан йөрөй. Ялтыр күҙле бүреләр күҙенә күренмәгән икән, януарҙар сүрәтендә ҡаршыһына фарҙарын яҡтыртып «Камаз» машинаһы килеүен ап асыҡ күрҙе лә Илүзә иҫен юғалтты...
Уянып киткәйне дауахала ята. Эргәһендә ире тороуын күреп үҙендә йылмайырға көс тапты. Рәдифен имен күрергә өмөтөн юғалтҡаны. Ҡәҙерлеһенә һүҙ ҡушырға уйлағайны, тауышы сыҡманы. Ныҡ һыуыҡ тигеҙгән шул. Уныһы дауалап була торған эш. Йөрәк аҫтындағы бәләкәс йән эйәһе хәлдә икән? Табиптар ҡыҙыҡ ҡына итеп ҡарайҙар ҙа бер һүҙ әйтмәйҙәр. Бер аҙҙан палатаға баш табип килеп инде һәм хәлен һорашҡандан һуң үҙегеҙҙең иҫән ҡалыуығыҙға һөйөнөргә кәрәк тине.— Ә бәпес?!—тип Илүзә ҡалҡып торорға уйланы. Таш шикелле ҡатҡан кәүҙәһенә көсө етмәне йәш ҡатындың. Кәүҙәһенә түгел, аҡ халатлы фәрештәнең бәпесенең эсендә туңыуын әйтеүе кәүҙәһен генә түгел, йөрәген таш шикелле ҡатырҙы. Тыуасаҡ сабыйын әрәм генә итеүен аңланы бисараҡай. Ләкин үткәндәрҙе ҡайтарып булмай шул. Терһәген тешләрҙәй булды ла, һуң ине. Был иҫәрлеге өсөн бер ваҡытта ла үҙен ғәфү итмәйәсәк. өйҙә генә ултырһалар, бер нәмә лә булмаҫ ине. Башҡортҡа аҡыл мул төшә, мул төшһә лә һуң төшә шул.
--Ярай, тыныслан, ул тиклем бөтөрөнмә,--тине ире. Илүзәне тынысландырырға теләп, сәстәренән һыйпаны.--Иң мөһиме үҙебеҙ иҫән-һау. Инде яралғынан имен һау ҡотолоп алһаң, бер аҙ ял итерһең дә, тағы ауырға ҡалырһың. Бәпестәребеҙ булыр Алла бирһә. Рәдифкә лә еңел түгел, әммә кәләшен йыуатыр өсөн тағы әллә ниндәй һүҙҙәр теҙҙе лә теҙҙе...
Ҡаланың үҙәк дауаханаһының гинекология бүлегенә килеп ингәндән башланды Илүзәнең аҙапланыуҙары. Аналыҡтағы яралғының планцентаһын тишеп, бала ятҡан һыуҙы ағыҙҙылар ҙа, тулғаҡ тоттороусы укол, системалар яһай башланылар. Дүшәмде башланған йөклөлөктө өҙөү процесы йома көндө лә һөҙөмтә бирмәгән ине әле. Шәмбе иртәнсәк кенә яралғы үҙенән-үҙе шыуып килеп сыҡты. Уның баланан ҡотола алмай аҙапланыуын ире лә, туғандары ла ауыр кисерҙе. Ире хатта аяҡтарым атламай тип бер көндө эшенә лә бармай ятты. Рәдифтең күрерҙәре алда булған икән әле, сабыйҙың үле кәүҙәһен моргтан барып алырға кәрәклеген белгәс, ҡаушап ҡалды. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды, һәм эште мәсеттән башларға булды. Күптән хәйер саҙаҡа биргәндәре лә юҡ икән. Мулланан аят уҡытты ла шулай-шулай бәпес үле тыуҙы, уға исем ҡушып ерләргәме, өсөн, етеһен уҡытырғамы тип һорашты. Дин әһеле бала был донъяға тыуып ауыз һалмағас, әсә ҡарынында үлгән сабыйға исем ҡушыу, аят уҡытыу мөһим түгеллеген аңлатты. Моргҡа инеп бәләкәй төргәкте пакетҡа ғына һалып алып сыҡты. Ҡала ситендәге зыяратҡа барҙы ла атаһының ҡәберен ҡарҙан көрәне. Унан ҡумтаны үҙе алып барған аҡ селтәргә урап, ҡәҙерле кешеһенең аяҡ осона тәрәнерәк итеп күмде. Эттәр соҡоп алып, һөйрәп алып йөрөмәһен тип хафаланды.
Дауаханала ятҡан Илүзәнең күңелен ниндәйҙер бушлыҡ аялмап алды. Тормош туҡтағандай, донъя емерелгәндәй тойолдо. Йәнде көйҙөрөп палатала бергә ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сығып китеп бөттө. Эс серен һөйләргә, башынан үткәндәрҙе бәйән итергә бер таныш юҡ. Әхирәттәре телефондан шылтыратып хәлен беләләр ҙә ул. Телефон телефон инде, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкән кеүек түгел. Эргәһендәге карауатҡа йәш кенә ҡыҙҙы урынлаштырҙылар. Аяҡтарын һөйрәп саҡ атлай бахырҡай. Енси ағзаларын теккәндәр икән. Ҡыҙ-ҡырҡын йәшлек дыуамаллығы менән үҙҙәренең милләт киләсәге булыуҙарын аңламай шул. Ауылдан ҡалаға уҡырға килгәс үҙеңдең өлгөрөүеңде иҫбатлау өсөн кем менән булһа ла мотлаҡ енси бәйләнешкә инергә кәрәк инде. Бергә уҡыған ҡыҙҙары ла шулай ҡыланып йөрөгәндәре хәтерҙә. Илүзәне алайҙа Хоҙай араланы, ата-әсәһенән айырылып ҡалаға килгәс тә Рәдифен осратты. Беренсе курстан дуҫлашып йөрөп, аҙаҡҡы курста өйләнешеп ҡуйҙылар. Өс йыл мәктәптә эшләп алғас ҡына, ауырға ҡалды. Үҙҙәре осло таға кейгәндә генә буйҙары метр ярымға етән остоҡайҙар бәһлүәндәй егеттәргә ҡыҙыға бит ул етмәһә. Ҡыҙҙы процедураға саҡырыуҙары булды тәҙрәгә таш ташланылар. Был үҙенә күрә саҡырыу сараһы. Илүзә ынтылып ҡараһа, ысынлап та ҡарағайҙай егет баҫып тора. Рәсимә кәрәк, ти. Бынау сама бүгәйҙән ағзаң түгел, әллә нимәң йыртылыр, тип уйланы Илүзә. Төштән һуң тағы бер карауатҡа күрше килде. Төптән йыуан ҡатынды бында ниндәй сәбәп алып килде икән? Ул инде лә шыҡһыҙ карауатҡа телкәп торҙо. Клеенка менән тышланған матрастан биҙрәп тора бит ул ҡатындар. Был ханым да таш шикелле түшәккә башта һуғып ҡараны. --Кемдең дауаханаға ошондай ҡаралты алырға башына еттте икән? Баш табиптыңмы? Ятып ҡараһын ине ошо ҡаты, боҙ шикелле түшәктә,—тип һуҡрана-һуҡрана постелен йәйҙе. Пакетындағы әйберҙәрен тумбочкаһына урынлаштырҙы ла ятып тороп сәтләүек ашарға кереште. Шул арала палатаға шәфҡәт туташы килеп инеп ҡатынға иртәнсәк тапшырасаҡ анализдарына йүнәлтмәләр бирҙе, ашамаҫҡа ҡушты. Бая хатта баш табипты эрләгән ҡатын нисектер бөршәйеп ҡалды. Эсен тотоп карауатына ултырҙы.—Етмәһен ине иртәгә,--тине көрһөнөп.—Сабыйымды алдыртырға ҡуштылар. Срогым ҙур. Утыҙ ике аҙнала УЗИ үткәндә сабыйҙың ике бөйөрөндә лә тишектәр барлығын күреп ҡалдылар. Бөйөрҙәр гидронефрозы,--тине лә күҙҙәренә йәш алды. Барыһы ла тын ҡалды. Замана шул тиклем алға киткән, хәҙер хатта әсә ҡарынында ятҡан яралғының эске ағзалары торошон күрәләр. Был бер яҡтан яҡшы. Ғәрип сабыйҙар менән әсәләр йонсомай. Икенсе яҡтан тәбиғи һайланыш тигән нәмәлә бар бит әле. Аптырарһың, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң. Насип булғандар тыуа, насип булмағанды йәнеңде һурып бирерҙәй булһаң да ҡулға алып булмай инде. Табиптар әйтеүенсә, бөйөрҙәр гидронефрозы менән йонсоған бала әлегә әсәһенә кендек аша бәйле булғанға ғына үҫешкән.
--Тыуһа, уның үҙ бөйөрҙәре эшләмәүе ихтимал,--тиҙәр ти Фәриҙә. Ауырыу бала тыуа тип көтөүе ҡыйын. Табиптар медицина күрһәтмәләре буйынса йөклөлөктө алдан өҙөргә тәҡдим иткәс, ирем менән кәңәшләштек тә, ошо процедураға килдем. Алда ниндәй аҙапланыуҙар көткәнен дә белмәйем. Ике улыбыҙ бар. Бындай көнгә ҡалырмын тип уйламағайным. Үҙемә иптәшкә ҡыҙ табайым тип ауырға ҡалғайным. Тест ике юлаҡ күрһәткәс тә табиптарҙы ҡарағыҙ, енесен әйтегеҙ, малай булһа тапмайым, тип баштан йонсоттом. «Малай кеше түгелме ни? Ул ниндәй дискриминация ул?»,-- тип битәрләүселәр булды. Йәнәһе улдарым бар , ҡыҙ кәрәк инде. Яҙыҡ һүҙ һөйләүем баламдың башына етте. Артыҡ күрһәң әле, тип Аллаһы Тәғәлә миңә ошондай һынау ебәрҙе,--тип көрһөндө ҡатын. Ул баланан ҡотолоу өсөн ниндәй мәхшәр аша үтәсәген белмәй ине әле. Ярай Илүзә бәпесенең эстә үлеүен тойманы. Был бисараҡай әлегә эсендәге тере сабыйын аҡ халатлылар яралғы ятҡылығын тишеп, һыуын ағыҙып, урынына тоҙло һыу ебәреп тонсоҡтороп үлтерәсәктәрен белмәй әле. Эсендә тулап йөрөп йән бирәсәк. Унан инде ваҡытынан алда тыуымға этәргәстәр күрергә яҙмаған яҡты донъяға ашыҡмаясаҡ. Бындай язаны дуҫыңа түгел, дошманыңа теләмәҫһең. Илүзә яһалма рәүештә бала табыу процесын башынан үткәргәс, палаталашына йәлләп ҡараны ла:
--Күрерҙәрең алда икән әле, --тине.
--Ҡурҡытма әле, бала ғына тапҡан бар,--тигән булды үҙен-үҙе йыуатырға тырышып. Бала бит яралғандан һуң туғыҙ ай үтһә генә тыуымға ашыға. Ә бында организм көсләп яралғыны этеүгә көйләнә. Кис еткәйне көндәгесә бала табыу йорто алдында шарт та шорт салют ата башланылар. Ҡатындар күмәкләшеп тәҙрәгә ябырылды. Ҡараһалар, янып торған шәмдәрҙән «рәхмәт ҡәҙерлем» тигән яҙыу хасил булған. Йөрәк тә эшләнгән. Гинекология бүлегендә йөклөлөктәрен һаҡлап ҡалыу өсөн бағынып ятҡан буласаҡ әсәләрҙең барыһы ла: «Ҡасан минең бала табырға срогым етә инде. Ирем миңә лә ошондай сюрприз эшләр ине»,-- тип хыялланды. Бәғзеләр нимәгә ул буштан-бушҡа аҡса түгеү, балаға кейем һатып алһа, файҙалыраҡ булыр ине тип һөйләнде.
Илүзә генә был йорттан буш ҡул менән сығып китер инде. Ҡайҙа ул уға бындай сюрприз. Ире үҙен килеп алһа бик шәп, тип уйлап ҡуйҙы. Иртәгеһен палатаға тағы йөклө ҡатын индерҙеләр. Өлкән генә булһа ла тәүге сабыйын көтә икән. Эсе туп йотҡан кеүек түп-түңәрәк. Баланың алдан тыуыуы ихтималлығы бар икән. Табиптар уның эргәһенә береһе инә, береһе сыға. Иң һуңынан ингәне йөклөлөгө утыҙ алты аҙнаға етһә, Кесерева киҫелеше яһаясаҡтарын әйтте. Ул сығып киткәс, ҡатындар: «Нишләп үҙең тапмайһың, эсеңде ярҙырғансы, үҙең тырышып ҡара. Бер көн тулғаҡ менән ыҙалайһың да ҡотолаһың»--тиештеләр. --Кесерева булһа, операциянан һуң баланы бағыу ауыр тиҙәр,--тип өҫтәне улар араһындағы иң тәжрибәле әсә Фәриҙә.
--Үҙемә табырға ҡушмайҙар шул. Быларҙы бит беҙ эко эшләттек.
--Нисек инде быларҙы? Игеҙәктәр көтәһегеҙме әллә?--тип барыбыҙҙа Миңлегөлгә текәлдек.
--Ҡырҡ йәшкә еткәнсе ирем менән балабыҙ булыр, тип көттөк. Йәшебеҙ үтеп барғас, башҡалалағы клиникаларҙың береһендә Экстра Корпораль Аталандырыуға барырға булдыҡ. Ике мәртәбә аҡсабыҙ бушҡа китте. Килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Ауыр процедура түгел былай, аҡсалы кешегә бер ни тормай. Сабый насип итмәгән Хоҙай Тәғәләнең әмеренә ҡаршы килгән кеүегерәк тә был хәл. Әммә икебеҙҙең дә үлеп бәпес һөйгө килгәс, бәхетебеҙҙе тағы ла һынап ҡарарға булдыҡ,--тине ул йылмайып.
Ғаилә парының ризалығы менән әсәнең аналығына ике яралғы һалғандар. Ғәҙәттә табиптар шулай эшләй, хатта аналыҡҡа өсөшәр, дүртешәр эмбрион һала. Береһе булмаһа, икенсеһе үҫешә. Икеһе лә, өсөһөлә аналыҡҡа яраҡлашып китһә, шунса балалар тыуыуын көттә тор инде. Миңлегөлдөң төптәрәк ятҡан яралғыһы үҫешеүҙән туҡтаған да аҫтараҡ ятҡанын этәрә икән. Шуға ла табиптар йөклөлөктө нисек тә һаҡлап алып ҡалырға тырыша.
Сәғәт ундарҙа Фәриҙәне табиптар махсус процедураға саҡыртҡас, палатала ҡалған берҙән-бер буш урынға оло йәштәге инәй килде. Эстәғфирулла, был йәштә лә ҡатын-ҡыҙ гинекология бүлегендә ята икән. Илүзә гүзәл заттар бала табырлыҡ йәштә булғанда, йәғни егерме йәштән утыҙғаса ғына ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы юлын тапай, гинекология бүлегендә дауалана тип уйлай торғайны. Баҡтиһәң, үлеп киткәнсе аналыҡ үҙенең барлығын һиҙҙерә икән.
--Йәштәр араһында ятыу ҡалай уңайһыҙ. Коридорға сығырға ла биҙрәп торам. Ҡатын-ҡыҙҙар миңә аптырап ҡарай. Был әбейгә ни ҡалған тейҙәрҙер инде. Әй, Аллам, ғүмерҙә килмәҫ инем бында, гел ауыр эш эшләүҙән аналығым килде лә төштө бит,--ти инәй. --Төшһә ни һәлберәп күренеп йөрөмәй ҙә баһа, тип әйтерһегеҙ. Ҡамасаулай шул, ышҡылып яралып бөттө. Элегерәк ауыр күтәрһәм, эсем аҫты ныҡ ауырта ла бөтә торғайны. Ауылда эш бөтәме ни? Көҙҙән ҡалған ҙур-ҙур ҡабаҡтар карауат аҫтында ята ине, шуларҙы һыйырға турап ашатам тип, күтәреп алып сыҡҡайным, ошо хәлгә тарыным.
--Һуң өйҙә һеҙҙән башҡа уны күтәрерлек кеше юҡмы ни?--ти Фәриҙәгә, уға йәлләп ҡарап.
--Улым, киленем менән торабыҙ. Бабайым бар,--ти ул.—Йәштәр ни күберәк эштә. Балаларҙы ҡарайым, ашарға бешерәм. Бабайымды бағам,--быларҙы һөйләгәндә йөҙҙәре нурланып китә.
--Балаларҙы ни кем тапҡан, шул ҡараһын,--тигән булышты ҡатындар. –Шулайын шулай ҙа ул. Төнгөгә эшкә йөрөй килен, дауаханала шәфҡәт туташы. Дүрт ҡыҙҙы ел- ямғыр тейҙермәй үҫтереп киләбеҙ былай. Башта килен алғас, улым ауырый ҙа, ауырый. Үҙе «врач» булғас килен уны дауалаған була.Бер көндө миңә: «Ҡәйнәм, Иҙелде бәләкәй сағында бөтөләй ҡарамағанһың, торғаны ауырыу,тимәһенме?!”.«Юҡ ҡайҙан уны ҡарау, тыуғас та алама юрғанға төрҙөм дә ҡыйыҡ башына ырғыттым да ҡуйҙым. Үҙенән-үҙе ҙурайып, кеше булып килеп төштө»,--тинем йәнем көйөп. Һин дә бала тапһаң шулайтырһың,--тип өҫтәнем. Аптыраны был, юҡ ти. Һәр әсә балаһын матур итеп ҡарай инде ул. Иҙелде лә өрмәгән ергә ултыртмай, тәмле-татлынан өҙмәй үҫтерҙек. Үҙен-үҙе һаҡламай, һалҡын тигеҙеп бөттө. Уның был һүҙҙәре тап Илүзәгә төрттөрөлгәндәй булды.
Табиптар обходынан һуң Миңлегөлдө бала табыу бүлегенә күсерҙеләр. Сабыйы етлекмәһә лә, Кесерева киҫелеше эшләргә булғандар. Тыуһа, тейешле ауырлыҡ йыйғанса, кувез аҫтында тотасаҡтар. Илүзә һуңғы уколдарын алды ла дауахананан сығырға әҙерләнә башланы. Ире эштә булғас, йәйәү ҡайтырға сыҡты. Тышта яҙ һулышы һиҙелә. Гөрләүектәр йүгерә башлаған. Ҡаршыһына уҡыусылары осрап: «Ҡайҙа юғалдығыҙ ул? Беҙ һеҙҙе һағынып бөттөк!»--тип ҡосаҡлап алған булдылар. Өйөндә ҡайһылай рәхәт! Инде ауырға ҡалһам, фатирымдан сыҡмаясаҡмын, тип уйланы ла ваннаға юлланды. Рәдифе ҡайтыуға тәмле итеп былау бешерҙе. Уныһы ла ниһайәт, ҡатыны өйҙә булыуға, аш-һыу бүлмәһенән аппетиты күтәргән еҫтәр килеүгә сикһеҙ ҡыуанды.
--Йәйгә Төркиәгә путевка юлланым. Рәхәтләнеп ял итәсәкбеҙ. Шәшке тун алып бирәм үҙеңә. Бер нәмәгә лә борсолма!--тип ҡосағына алды. Шуның менән бәпәй темаһы ябылды.
Йәй матур үтте. Теләгән ерҙәренә барҙылар, ҡыш көнө ҡамалып ултырыуҙарына үс итеп, йылы миҙгелдә Башҡортостанды ғына түгел, Татарстанды, Абхазияны арҡыры-буй гиҙҙеләр. Эшкә сығыр алдынан балалар менән эшләгәс мотлаҡ медицина тикшеренеүе үтергә кәрәк. Илүзәнең ул яҡтарға аяғы тартмаһа ла, үҙен саҡ еңеп, бала табыу йортоноң беренсе ҡатында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына юлланды. Ирҙәрен етәкләп йәш-йәш ҡатындар йөрөй. Бот-саттары ялтырап табипҡа инергә әҙерләнеп ултырған ҡатындар янында уларға ни ҡалғандыр. Өлкән йәштәгеләр ирҙәргә аптырап ҡарай. Күрше бүлмәлә аборт эшләйҙәр буғай, берәү инә, берәү сыға. Табипҡа ингәс Илүзә теләр-теләмәҫ кенә креслоға ятты. Биҙрәп тора шул махсус урындан. Табип ҡулдарына бирсәткеләрен кейҙе лә уны ҡапшарға кереште. Шатырлатып тимер көҙгөләрен аналыҡҡа терәне лә:
--Ҡасан һуңғы тапҡыр күремең булды? –тип һораны.
--Июль аҙағында,--тине Илүзә.—Ай-һай онотҡанһыңдыр ҡасан булғанын. Һинең әйткән дата менән, бындағы йөклөлөктөң срогы тура килмәй. Ҙур ул яралғы. Биш-алты аҙналыҡ ауырың бар,--тине. Бындай яңылыҡты көтмәгән Илүзә бер аҙ шаңҡып ҡалды.
--Бар УЗИ үт, табырға теләгең булһа, иҫәпкә тор,--тип киҫәтте белгес.
Илүзә шундуҡ иренә шылтыратты. Уныһы поликлиника осоп килеп етте. Икәүләшеп УЗИ-ға инеү ҙә модаға инеп китте хәҙер. Хеҙмәтләндереү өсөн түләнеләр ҙә төпкә үттеләр. Илүзәнең кушеткаға ятыуы булды Рәдифе мониторға текәлде. Табип буласаҡ әсәнең эсенә крем һөрттө лә һыуыҡ ҡына приборын эсенә килтереп терәне. Белгес күргәндәрен бәйән итә, шәфҡәт туташы яҙа:
--Аналыҡтың стеналары ҡалын. Йөклөлөк өс аҙналыҡ. Аналыҡта урынлашҡан, оп-па икәү даже,--тине лә ҡолағы ауыҙына еткән Рәдифкә ҡараны.--Берегеҙгә малай, берегеҙгә ҡыҙ була,-- тип тә өҫтәне, шаяртып.
Бына бит, ай булмаһа, йондоҙ бар! Аллаһы Тәғәлә ала ғына белмәй, бирә лә белә! Был икәүгә лә һынауҙы лайыҡлы үткәндәре өсөн икеләтә ҡыуаныс ебәргән! Рәдиф Илүзәһенең биленән килешле генә эләктереп алып, тупһанан күтәреп үк алып төштө. --Алла бирһә, туғыҙ айҙан ошонан дүртәү булып сығасаҡбыҙ!!!--тип яр һалды ул донъяға. Бала табыу йорто алдында хәләл ефетен зыр өйрөлткән йәш ирҙең шатлығы вулкан булып урғылды. Өҫтән йөҙҙәренә тут ҡунһа ла береһенән береһе һөйкөмлө күренгән йөклө ҡатындар йәштәрҙең ҡыланыштарын күмәкләшеп күҙәтте һәм улар менән бергә ихлас ҡыуанды.
Читайте нас: