Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
27 Декабрь 2019, 10:15

Дуҫтар йыйылған ерҙә

Старт бирелгәс тә улар мандаринды таҙартырға тейеш була. Ә бейәләй кейәгән килеш уны таҙартыу ай-һай еңел түгел! Яңы йыл табыны артында ниндәй уйындар үткәрергә? Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йыл—ул ғаилә байрамы. Уны иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреү өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороу ҙа ҡамасауламаҫ.
Бейәләй
Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй, кем теләй шул уйнай ала. Хатта командаларға бүлеп, ярыштырырға ла була. Һәр ҡатнашыусыға мандарин тоттороғоҙ һәм бейәләй кейҙерегеҙ. Старт бирелгәс тә улар мандаринды таҙартырға тейеш була. Ә бейәләй кейәгән килеш уны таҙартыу ай-һай еңел түгел! Еңеүселәргә бүләк тә бирергә мөмкин.
Иң яҡшы эҙләүсе
Был уйын ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡ булыр, моғайын. 2-3 кешене бер бүлмәгә индереп тороғоҙ. Шул арала мәжлес барған залда ҡағыҙҙан ҡырҡылған ҡар бөртөктәрен (алдан 30-40 бөртөк ҡырҡып әҙерләп ҡуйығыҙ) йәшерегеҙ. Уларҙы люстраға эләһегеҙме, өҫтәл аҫтына һалаһығыҙмы—уныһы һеҙҙең сослоҡта. Йәшереп бөткәс, бүлмәләге кешеләрҙе сығарығыҙ һәм эҙләргә ҡушығыҙ. Кем күберәк таба—шул еңеүсе.
Эҙләүселәрҙе “эҫе” йә “һыуыҡ” тип дәртләндереп, ярҙам итеп ултырырға онотмағыҙ!
Кем икәнен бел!
Был уйын күмәк кеше өсөн тәғәйенләнгән. Ҡунаҡтар араһынан берәүҙе уртаға сығарырға, уға бейәләй кейҙерергә һәм күҙен шарф менән ныҡлап бәйләргә. Мәжлестә ултырыусыларҙы берәм-һәрәм ипләп кенә ымлап саҡырып, урталағы кеше янына ҡуйығыҙ. Күҙе бәйле уйынсы ҡулы менән тегеләрҙең ҡулын да, битен дә, ҡолағын да тотҡолап, ҡаршыһында кем тороуын билдәләргә тейеш.
Яңы йылды нисәнсе ҡат ҡаршылайбыҙ?
Был уйын, моғайын да, әллә ни кеше күп булмаған, бары тик бер ғаилә кешеләре генә йыйылған табында уйнатылалыр. Ғаилә дөйөм алғанда Яңы йылды нисәнсе ҡат ҡаршыланғанын һәр кем тиҙ генә иҫәпләргә тейеш. Мәҫәлән, әсәйгә--30, атайға—35, өләсәйгә--50, ҡартатайға—55, балаға 10 йәш икән ти. Тимәк, был ғаилә дөйөм алғанда 180-се тапҡыр Яңы йыл ҡаршылай. Кем иң беренсе дөрөҫ яуап бирә--шуға бүләк!
Туҡталышлы йыр
Иң тәүҙә барығыҙға ла билдәле булған йырҙы һайлағыҙ. Мәҫәлән, балаларҙың “Шыршы ҡупшы кейенгән” тигән йырын алайыҡ. Берәү йырлай башлай. Уйынды алып барыусы уны ҡапыл туҡта ла, шул ерҙә йырҙы башлаусының күршеһенә әлеге йырҙы реклама йә иһә әкиәт стилендә дауам итергә ҡуша. Фантазияғыҙҙы эшкә “егергә” тура киләсәк.
Мәҫәлән, тәүге уйынсы “Шыршы ҡупшы кейенгән, беҙгә ҡунаҡҡа килгән”,--ти икән ти. Икенсеһенә реклама тура килһә, ошолайыраҡ дауам итә: “Был шыршы шул тиклем матур, ҡупшы. Һатып алырға ашығығыҙ”. Өсөнсө уйынсы йырҙа дауам итә: “Әйләнәбеҙ тирләп, йырлашабыҙ бергәләп”. Дүртенсе уйынсыға әкиәт жанры эләкһә, ул: “Эй, йырланыҡ, эй, бейенек. Шыршы эргәһендә өйөрөлдөк. Шунан Ҡыш бабай килеп сыҡты”. Артабан бишенсе уйынсы йырлай…шулай дауам итә.
Һорауҙарға—яуаптар
Ике кәпәс алығыҙ. Береһенә һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙы бөкләп һалығыҙ, икенсеһенә яуаптар тултырығыҙ. Тик иғтибарлы булығыҙ: ҡайһы һорауҙы алһаң да, уға теләһә ҡайһы яуап тап килергә тейеш. Һәр ҡатнашыусы һорау ала ла ҡысҡырып уҡый, артынса яуапты алып уҡый.
Фантазияға бай, шаян кеше был уйынды әҙерләһә, бик ҡыҙыҡ килеп сығасаҡ. Мәҫәлән, “Саңғыла оҫта йөрөйһөгөҙмө?”, “Йырларға яратһығыҙмы?”, “Һеҙҙе матур бейей тиҙәр. Ысынмы?”тигәнерәк һорауҙар эләккән икән ти. Ә яуаптар араһында “Был хаҡта ҡатыным ғына белә”, “Иҫерек саҡта”, “Был хаҡта кисә генә “Атайсал” гәзитендә яҙып сыҡтылар, уҡыманығыҙмы ни?”, “Был хаҡта һөйләргә ярамай, күҙ тейә” һәм башҡа һөйләмдәр булыуы ихтимал. Уларҙың ҡайһыһы булһа ла һорауҙарға тап килә.
Нисә һорау әҙерләйһегеҙ, шуныңсама яуап булһын. Алдан һәр береһен яҡшылап уҡып ҡарағыҙ.