Гинекология бүлегендә табипҡа сиратта ултырабыҙ. Кеше күп, сөнки "сельский прием" көнө. Ауыл яғының автобустары килеп бөтөп, коридор ҡорһаҡлы – ҡорһаҡлы ҡатындар менән тулғайны ғына, табиптарыбыҙ сәйләргә инде лә китте. Уфылдашып стена буйындағы эскәмйәләргә теҙелдек. Танығаны—танышына, танымағаны танымаһа ла тыңлаусыһына хәбәр ҡушты. Шулай, китте дөйөм лыбырлаш. Гөрләп торған күс кеүек коридор. Минең яндағылар йөклө саҡта ризыҡ айырыу хаҡында әңгәмә алып бара. Кемеһелер әсе һөйгән, кемгәлер татлы тартҡан, хатта кер һабыны еҫенә "ғашиҡ" булған берәүһе: “Саҡ һабын ашамай тыйылам”,--тип көлдөрҙө.
7 йәштәрҙәге ҡыҙын эйәртеп килгән буласаҡ әсәй, шул тиклем оҫта итеп ауыҙына ҡаратып нисек был осорҙа шоколад ашамайса түҙә алмауын һөйләне, хатта ауыҙ һыуҙарым ҡойолоп китте. Һәр ауыҙға тексәйеп, хәбәрҙе йотлоғоп тыңлап ултырған ҡыҙсыҡ бер мәл әсәһенең алдына эйелә биреп:
—Әсә-ә-әй, әллә мин дә ауырлымы икән, шикалатты ныҡ яратам бит,--тип һалды.
Геү килгән “күс” тағы ла нығыраҡ геүләп, көлөргә тотондо…