АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
11 Ноябрь 2019, 19:00

Параллель донъянан—беҙгә

Әммә быларҙың барыһы ла юҡҡа ғына булмай шул. Ғаилә яңы фатирға күскәс, шомло хәлдәр башлана. Нуриман төндәрен кемдеңдер быуғанынан быҫлығып уянып ыҙалана. Бынан тыш өйҙәрендәге көҙгө лә уның менән уҫал уйын уйнай. Малай тик кенә баҫып тора, ә көҙгөләге сағылышы ҡулдарын күтәрә. Ул йылмая, сағылышы көлә. Нуриман кире боролоп китһә, сағылыш көҙгөлә тороуын дауам итә.

Нуриман бәләкәй сағынан тиҫтерҙәренән айырылып тора. Бик зиһенле бала була ул. Ата-әсәһе генә түгел, үҙен уратып алған башҡа кешеләр ҙә, малайҙың сәйерерәк булыуын, үҙ йәшенә тап килмәгән нәмәләр менән ҡыҙыҡһыныуын һиҙеп ала. Башҡалар кеүек тәтәй уйнап ултырыу ҡыҙыҡһындырмай уны. Ул сәғәт һымаҡ нәмәләрҙе һүтеп, кире ҡорорға ярата, төрлө һыҙмалар эшләй. Эшләгән һүрәттәре лә кес кенә йәшенә бөтөнләй тура килмәй. Төрлө киләсәк техникаларының схемаларынан ғибәрәт була улары.
Егерме саҡырым алыҫлыҡта шыуышып китеп барған ҡарышлауыҡты күреүен, йә бер нисә саҡырымда серәкәй безелдәүен ишетеүен тәтелдәп һөйләгән балаға хатта әсәһе лә ышанмай. Быны бары тик сабыйҙың балалыҡ фантазияһы тип кенә ҡабул итә.
Әммә быларҙың барыһы ла юҡҡа ғына булмай шул. Ғаилә яңы фатирға күскәс, шомло хәлдәр башлана. Нуриман төндәрен кемдеңдер быуғанынан быҫлығып уянып ыҙалана. Бынан тыш өйҙәрендәге көҙгө лә уның менән уҫал уйын уйнай. Малай тик кенә баҫып тора, ә көҙгөләге сағылышы ҡулдарын күтәрә. Ул йылмая, сағылышы көлә. Нуриман кире боролоп китһә, сағылыш көҙгөлә тороуын дауам итә.
Мәҙрәсәлә уҡып йөрөгәнендә генә уҡытыусыһы аша сер бер аҙ асылғандай төшә. Малайҙың параллель донъя менән бәйләнеше бар, уның эсенә ендәр урынлашҡан. Тимәк, быға тиклемге уйҙары, ҙурҙарса схемалар менән һүрәт төшөрөүҙәре, көҙгөнөң шаярыуы юҡҡа ғына булмай. Нуриман ҡәҙимге кеше тормошо менән йәшәһә лә, параллель донъяға ныҡлы бәйләнгән була. Хәтәр фантазиялары, бер туҡтауһыҙ башын ҡатырған проекттары уның үҙенеке түгел. Үҙ уйҙарының хужаһы үҙе булмай малай. Был бары тик ендәрҙең туҡтауһыҙ булашыуы ғына. Ни өсөн тап уны һайлаған параллель донъя вәкиләдәре? Быныһы әҙәми затҡа ғүмер буйы сер булып ҡалалыр.
Тулыһынса дингә бирелеп, намаҙға баҫҡанда ла сәйер хәлдәр оҙатып бара Нуриманды. Хәҙер инде намаҙлыҡҡа уның менән бергә ғәрәп илдәренә хас кейем кейгән бер ир-егет тә баҫа. Ул ваҡытҡа инде арыу уҡ иҫ белеп, өлкәнәйә барған Нуриман хафаға ҡала. Был сәйер хәлдәр юҡҡа ғына түгел, тимәк. Уға нисек тә булһа, параллель донъя менән бәйләнеште өҙөргә, тулыһынса был донъялағы үҙ асылына ҡайтырға кәрәк була. Әммә уның һынауҙары бының менән генә бөтмәй. Киләсәктә егетте тағы ла ҙурырағы, ауырырағы көткән була...
Читайте нас: