…Беренсе класта уҡып йөрөйөм. Дәрестәр төштән һуң башлана. Мин, нәҙек сираҡлы түҙемһеҙ бала, дәрестәр башланғанын көтөп ала алмай сабырһыҙланып, мәктәпкә барырға әҙерләнәм. Атай менән әсәй ҙә, ҡартатай ҙа эштә, өйҙә ҡартәсәй ҙә, ҡустым менән һеңлем. Ҡартәсәй туҡтата:"Әле бер сәғәт ваҡыт бар дәрес башланырға, сабыр ит”,--ти. Ҡайҙа-а-а-а-а инде ул сабыр итеү, йәһәтләп кейенәм дә, сумкамды алып сығып та йүгерәм. Мәктәп эргәлә генә, күп тигәндә ике минутлыҡ юл, тиҙ генә барып етәм дә ҡуям. Иртәнсәктән уҡыған өлкән кластарҙың һуңғы дәрестәре башланып тора. Аҙаҡҡы дәрестәргә һәр ваҡыт йә йыр, йә рәсем, йә физкультура ҡуя торғайнылар. Мин ишек төптәренә барып өлкән кластарҙың дәрестәрен тыңлайым. Бына бер класс йырлай башланы. Әттәтәтәтәәәәә, русса йырлай бит былар! Ә мин мәктәпкә барғанда бер генә рус һүҙен дә белмәй инем (хәҙерге балалар ышанмаҫ та әле был хәбәргә). Хатта мама, папа тигәндәрен дә 1-се класҡа барғас өйрәндек әле. Ә бында-а-а, упсым йырлап ултыралар бит! Йыры ла шундай дәртле, тиҙерәк отоп алғы килеп кенә тора! Иллә-мәгәр бер генә һүҙен дә аңламайым шул. Бына бәлә! Тора-торғас, ниһайәт, бер һүҙенә төшөндөм бит әй! Миранос! Эйе, эйе, йырлап тора-торалар ҙа куплет аҙағында ҡысҡырып тороп: “Ми-раа-нос!”--тип һуҙып ҡуялар бит! Нимә-нимә, иллә-мәгәр мираностың нимә икәнен генә беләбеҙ инде! Әсәйҙәр йәй етһә ыҙалай-ыҙалай шул мираносты ҡырҡырға йөрөй ҙә баһа! Бөгөн 8 һарыҡ ҡырҡтым, кисә туғыҙ булғайны, Зөләйха апай электр машинкаһы менән ҡырҡҡас, 20-ләпте ҡырҡа,--тип һөйләнә ана көн дә. Эйе-эйе, колхоз һарығының исеме ул ми-ра-нос. Күргән бар ул мираностарҙың ер ябып йөрөгәнен! Етмәһә, ҙур малайҙарҙың уларҙы керәлин соҡорона ташлап ҡап-ҡара итеп «йыуып» сығарғанын да күҙәткән бар «табор» тигән ерҙә. («Табор» тигәненең йәйләү ере булғанын да һуңынан белдек). Ыһы, мин ҡарап торғанда бер малай үҙе лә осоп төштө әле шул соҡорға һарығы-уты менән ҡуша! Етмәһә, шулар өсөн тип веткорма тигән миңлек тә бәйләйбеҙ әле атай менән! Атайҙар утынын ҡырҡып алалар ҙа, беҙ, балалар, ботағынан ҙууур итеп миңлек бәйләшәбеҙ әсәйҙәргә. Ҡышҡыһын миранос ашаһын өсөн. Тимәк, бөтә халыҡ менән тырышып көткән колхоз һарығы миранос тураһында йыр ҙа бар! Ә ниңә, һарыҡ йөнөнән бейәләй, нәски бәйләйҙәр, ана гурыт халҡына ла кәрәк булғас, ҙуууур машиналарға тейәп Сибайға алып барып ыздавать итәләр хатта! Шулай булғас, был йырҙы өйрәнеп алмайынса булмай тип ҡарар итәм. Әйттем-бөттөм бит инде, ныҡышлыҡ баштан ашҡан! Йөрөй башланым шулай ҙур кластарҙың ишек төбөнә йыр тыңларға. Ҡайһы көндө йырламай ҙа ҡуялар, мин аптырайым нишләп кенә көн һайын йырламайҙар икән? Кем белгән инде дәрестәрҙең расписание буйынса ҡуйылғанлығын. Шулай ныҡыша торғас, йырҙың ике юлын ятлап алдым бит! Дәртле генә итеп йырлап йөрөүгә етә ҡалды миңә:
Наша Родина сильна, охраняет миранос,
охраняяяяет ми-ра-ноос!
Үҙемдең сослоғома ҡыуанып, өйгә ҡайтам да ҡыуаныстан ҡысҡырып тороп йырлайым баяғы йырҙы! Әсәйем тыңлап йөрөй ҙә, көлөп ебәрә. Миранос түгел бит, «мир она» тип йырларға кәрәк, ти. Мин еңешәм, юҡ, үҙем ишеттем, һин яңылышаһың, тием. Барыбер үҙемсә йырлайым. «Исемең Миләүшә булмаҫ ине әйткәнде ыңғайы бер тыңлаһаң, еңмеш. Хажи ҡарттың балаһы!»--ти ҙә әсәйем ҡул һелтәй. Әйҙә йөрөһөн был тиҙер инде. Шулай итеп бер-ике йыл буйы «Охраняет миранос»--тип йырлап йөрөнөм. 3-сө класҡа еткәс, уҡытыусы Зәйтүнә апай йырҙың һүҙҙәрен таҡтаға яҙып ҡуйҙы ла һәр бер һөйләмде берәмләп аңлатып бирҙе. Шунда ғына хатамды таныным. Уҡытыусыға ышанмай булмай ине шул. Миранос тигәнем дә меринос була икән, э-эх. Ә шулай ҙа сер итеп кенә әйтәм: һаман да мираааанооос тип йырларға тешем ҡысып ҡына тора. Уйҙармыдың ошо еренә еткәс, ҡысҡырып көлөп ебәрәм дә тирә-яғыма ҡараңғылап алам. Ярай әле машинала бер кем дә юҡ, үҙем генә күрше ауылдағы бер апайҙан йөн юрған эшләтеп алып ҡайтып киләм.
Тәбиғи йөндән бөгөнгө юрғанымды эшләтеп алғансы ла байтаҡ ваҡыт уҙҙы әле. Кейәүгә сыҡҡанда әсәйем биреп ебәргән мамыҡ юрған туҙҙы бит бер мәл. Мамыҡ юрғандарым икәү ҙә ул. Береһен күптән ҡыҙҙарыма биреп ҡуйғанмын. Улар ҙа ярата ошо мамыҡ юрғанды. Ябынып ятҡанда айырым бер рәхәтлек биреп тәнгә ятып ҡына тора бит ул мамыҡ юрған, ә йылылығы-ы-ы! Фәритем менән икебеҙгә яңынан эҙләп тә мамыҡ юрған тапмағас, магазиндан юрған һатып алдым. Һатыусы маҡтап-маҡтап холлофайбер тигәнде бирҙе. Ябынып ҡарайбыҙ, юҡ инде, ни йылылығы, ни ауырлығы юҡ. Шунан бамбуктан эшләнгәне шәп була икән тигәнде ишетеп, бамбук юрған алдым. Йәй көнө ябынып ятырға барырлыҡ булды быныһы. Ә беҙҙәге ҡышҡа бындай юрғандың ярамаҫы күренеп тора ине. Дөйә йөнөнән эшләнгәнде лә алып ҡараным, пледлы ла булдым, иллә-мәгәр, бармағас бармай инде, әйгенәм. Шунан быйыл йәй район һабантуйында үҙебеҙҙең инәйҙәрҙең йөндән юрған эшләп ултырғанын күреп ҡалып, башҡа уй килеп төштө. Ә нишләп әле йөндән юрған эшләтмәҫкә? Ана бит, ҡалай матур итеп йөн юрған һырый белеүселәр бар! Әсәйем әйтмешләй, уйлағанымды эшләмәһәм исемем юғала бит инде. Йәһәтләп Ғүмәргә Нурзиә апайға барҙым, һөйләштем. Ул ҡыуанып риза булды. Икенсе юлы ике тоҡ йөн алып барҙым, быныһында Нурзиә апай өйҙә юҡ ине. Әхтәм ағай алып ҡалды. Юрғанлыҡ туҡыманы ла тапшырҙым да, заказымдың әҙер булғанын көтә башланым. Ай самаһы көттөм, ә Нурзиә апайҙан өн дә, тын да юҡ! Ярай, ваҡыты юҡтыр ауыл кешеһенең тип уйлайым. Эштең самай ғына күп сағы бит. Шулай йөрөй торғас, Баймаҡҡа юл төштө лә быйма баҫыу цехына инеп сығырға булдым. Быймаға хаҡтарҙы байҡайым әле, бәлки берәйҙе алырмын тип барып инһәм, әлләкәйгенәәәәм, тау-тау итеп юрған тегеп һалып ҡуйғандар, йөндәәән! Ниндәй генә размеры юҡ. «Евро» тигәне лә, ике кеше ябынырлығы ла, яңғыҙыңа ябынам тиһәң дә, балаларға ла, оҙон буйлыларға ла тәғәйенләп тегелгән юрғандарҙы өйөп һалып ҡуйғандар бит бында! Буй юрған да теккәндәр, кейеҙ ҙә баҫа башлағандар икән. Хаҡтары ла тешләшмәй. «Евроюрған» 2500 һум, ике кешелеге--1800 һум, бәләкәсерәктәренең дә хаҡы үҙенсә «бәләкәсерәк». Минең күҙ йүгерә башланы, һәр береһен тотоп ҡарап сыҡтым. Күңелем булғансы һораштым, белештем дә ике кешелек стандарт размерлы юрған һатып алдым. Беләһегеҙме нимә? Юрғандарҙы бында меринос һарығының йөнөнән эшләйҙәр икән! Вәт шулай! Ул йөндө матур итеп тетеп төргәктәргә урап әҙерләп ҡуйғандар. Мериностың йөнө нәҙек оҙон һәм эшкәртеүгә уңайлы була тинеләр. Тегеүсе апай электр машинаһында шыҡылдатып тегеп ултыра. Уның эшен дә ихласлап ҡарап торҙом.
Аҙаҡ быйма башына күҙем төшкәс, уны ла алдым, минең юрғанлы булғанға ҡыуанып киткән хужаһы ике кейеҙ онтораҡ бүләк итеп ташланы хатта. Шулай итеп, уйламағанда ҡалын йөн юрғанлы булып шатлана-шатлана ҡайтып киттем. Ҡайтҡас та ябынып йоҡларға теләһәм дә, килеп сыҡманы әле шулай ҙа. Тағы нимә булды тиһегеҙме? Алып ҡайтҡан юрғанымдың еҫе түҙеп торғоһоҙ ине. Аптырағас, ихатаға алып сығып ҡойма башына элеп ҡуйҙым. Отолдом ахырыһы, тигән үкенесле уй ҙа күңелде тырнай башланы. Шулай ҙа, эй ярай, оҡшамаһа кире алып барырмын да ҡуйырмын, урынына быйма алырмын тип үҙемде йыуаттым да юрған тураһында «оноттом». Теүәл ике тәүлеккә. Ямғыр яуа башлағас ҡына иҫемә төшөп, йүгереп сығып өйгә алып индем, ипләп кенә еҫкәп ҡарайым, бер ниндәй ҙә еҫ юҡ. Тәмлее генә саф һауа еҫе сығып тора хатта! Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Шунда уҡ тышлап, кискеһен ябынып йоҡланыҡ. Эй рәхәтлеккәйҙәре! Йылы ғына түгел, эҫе ине. Үҙе тәнгә рәхәт кенә бер ауырлыҡ менән ятып тора, үҙе иркен, мулығып ябынаһың. Ҡыуаныстан Нурзиә апай тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Ә ул бер ваҡыт урамда осраны ла миңә: «Һин ҡасан йөн алып киләһең ул»?-ти. Аптырап киттем. Баҡтиһәң, Әхтәм ағайыбыҙ мин алып барған йөндө индереп келәткә ултыртҡан да, онотҡан. Үҙе больницаға ятырға киткән. Бына шуға ла минең заказ һаман үтәлмәй тора икән. Ииий, Нурзиә апайҙың ҡулына эш төшһә, ҡуямы инде ул. Күп тә үтмәй интернет аша сәләмен дә ебәрҙе-юрған әҙер, килеп ал! Бына бөгөн машинала уйҙарым менән бала сағымдың ҡыҙыҡ хәтирәләрен барлап, үҙ алдыма шарҡылдап көлөп күрше ауыл оҫтаһы Нурзиә апайҙан ошо йөн юрғанды алып ҡайтып килеүем. «Бирәм тигән ҡоломдоң сығарып ҡуям юлына тип әйткән тей»--ти торғайнылар өләсәйҙәр. Шул булды инде бына. Бер түгел, күлдәй ике йөн юрғанлы булдым. Береһе Баймаҡта быйма баҫыу цехында меринос йөнөнән машинала тегелгән, икенсеһе Ғүмәр ауылында Юлыева Нурзиә апайҙың оҫта ҡулдары тарафынан ябай ауыл һарығының яҙғы йөнөнән һырылған.